2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга


«Назад | Вперед »


Главная  /  Есть только МИГ  /  Это - интересно, но не только...



Былap ҡыҙыҡлы



ЕРҘЕҢ билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында кешеләр юғалған йәки һәләк булған урындары электән билдәле. Уларҙы «ҡәһәрләнгән, йәнһеҙ урындар» тип йөрөткәндәр. Бөгөн был аномаль зона ғалим, энтузиаст-тикшеренеүселәрҙең иғтибарын айырыуса йәлеп итә. Әлегәсә донъяла иң серле аномаль зона булып «Бермуд өсмөйөшө» һанала. Иҫәпләүҙәр буйынса, һуңғы 150 йылда унда серле рәүештә 50 карап, 20 самолет эҙһеҙ юҡҡа сыҡҡан, 1000 кеше хәбәрһеҙ юғалған. Уларҙың мәйеттәре, техниканың ҡалдыҡтары ла табылмаған.

Камчаткала XX быуаттың 30-сы йылдарында уҡ билдәле булған «үлем яланы»ның серен ғалимдар һаман да сисә алмай. Был урынды эттәрен юғалтҡан һунарсылар белеп ҡала. Дүрт аяҡлы дуҫтарын эҙләргә сыҡҡас, улар Кихпиныч вулканы эргәһендә эттәрҙең тик һөйәктәрен генә таба.

Ауға сығыусылар 2 км оҙонлоғонда һәм 100 - 300 м киң­лектәге участкала еҫләнеп ятҡан хайуандар, ҡош ҡалдыҡ­тарын да күрә. Был сәйәхәттән һуң һунарсылар үҙҙәре лә йыш сирләй башлай. Серле урын күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә һәм Камчаткаға экспедициялар юллана. Үкенескә күрә, «үлем яланы»нда һаҡлыҡ саралары күрмәүе арҡаһын­да унлаған энтузиаст-тикшеренеүсенең ғүмере фажиғәле өҙөлә. Ғалимдар, хайуандар янартау урғылғанда сыҡҡан углекислый газ һәм көкөрт һөҙөмтәһендә ағыуланып һәләк булған, тип иҫбатлаһа ла, был ғына фараздар етерлек түгел әле. Әлеге газдар тиҙ генә тәьҫир итмәй, айыу, болан кеүек

эре йәнлектәр ағыуланыу менән аномаль зонаны тиҙ генә ташлап китергә өлгөрә ала, тип уйлаһаҡ та, улар тик билдәле бер участка­ла ғына йән бирә. 1982 йылда тикшеренеүсе­ләр янартау газында юғары токсик үҙенсәлек­кә эйә цианий бүленеүен асыҡлай.

Кова йылғаһының Ангараға ҡойған урынын­да «Ендәр зыяраты» тикшеренеүселәрҙе үҙе­нең асылмаҫ серле урын булыуы менән әле лә хайран итә. Ул 1908 йылда Тунгус метео­риты ҡолағандан һуң барлыҡҡа килә. Тәүҙә аномаль зонала ер убылған кеүек тишекте генә күҙәтәләр. Һуңынан ул йәнлек- хайуандарҙың мәйеттәре менән тула. Шулай итеп, һөйәктәр менән тулы йәнһеҙ ялан бар­лыҡҡа килә. «Үлем яланы»н тикшергәндә генә 70 кеше һәләк була. 1991 йылда уфологтар ентекле тикшереп, был урындың серен асы­уға ирешә. Экспедицияла ҡатнашыусы Ремпелдең һөйләүенсә, йәнһеҙ участкала компас эшләмәй аптырата, һуңынан элек­тромагнит нурланышын күрһәткән прибор ватыла. Тикшеренеүселәр ике төркөмгә бүленеп, юлға сыға. Береһе икенсеһен стра­ховкалай. «Үлем яланы»на яҡынлағанда кешеләр тәндә­рендә ниндәйҙер семетеү тоя. Ҡараңғы төшөп килеүгә ҡарамаҫтан, улар шунда лагерь ҡороп, йоҡлап, иртәнсәк эштәрен дауам итмәксе була. Әммә йоҡонан уяныу менән үҙҙәрен насар тоя башлай. Тәндәре ауырта, быуындары шешә, күҙҙәре насар күрә. Тикшеренеүҙәрҙе дауам итер­лек көстәре ҡалмай ҡайтып китергә мәжбүр булалар. Тунгус йыһан карабы булған, тигән гипотезаны хәтер­ләһәк, был урын да шундай зоналарҙың береһе.

Серле, йәнһеҙ урындарҙың береһе Яҡутстанда ла бар. Вилюи ҡушылдыҡтарының береһендә сәйер ҙур «баҡыр ҡаҙандар» бар. Ҡарттар был ҡаҙандарҙан башҡа ер аҫтында күп һанлы бүлмәләр урынлашҡанын һөйләй. Унда ҡунып сыҡҡан кеше оҙаҡ йәшәй алмаған, сирләп вафат булған. Бер ваҡыт студенттар экспедицияһы ла ойошторолоп, улар был серле металды тикшерергә була. Ләкин металл шул тиклем ныҡ булыу сәбәпле, уның пробаһын ала алмайҙар. Ҡарттарҙың иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, студенттар соҡор эргәһендә палатка ҡора. Экспедициянан ҡайтыуҙарына кемеһенең сәсе ҡойола, икенселәренең тәне боҙола башлай.

Был урындар нимә һуң ул? Юғалған боронғо цивили­зация ҡалдыҡтарымы, әллә йыһан сюрприздарымы? Ғалимдар әле һаман был һорауҙарға яуап таба алмай.

Аномаль зоналарҙың йоғонтоһон һынап, уларҙы урап үтеү хәйерлерәктер.




Ямантау

Хәҙерге Межгорье ҡалаһының урынлашҡан ере - Ямантау.

Ошо тауҙы Татлы, Ҡуҙйылға ауылы кешеләре электән «яман тау» тип йөрөткән. Өлөсәйемдәр һөйләүе буйынса, тауға барған кешеләр юғала торған булған. 70-се йылдар тирәһендә Татлынан тауға бер төркөм уҡыусы экскурсия»а барған. Башҡаларҙан арттараҡ ҡалған Мәрйәм исемле ҡыҙ ҡапыл юҡҡа сыҡҡан. Иптәштәре уны эҙләп-эҙләп тә таба алмаған. Кәзә, һыйыр юғалыуына урындағы кешеләр өйрәнеп бөткән булһа, кешенең күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сығыуы барыһын апты­рашта ҡалдыра.







 

ЭШЕНӘ  КҮРӘМЕ  БАҺАҺЫ?

 

йәки Түрәләребеҙҙең хеҙмәт хаҡы күпме?

 

Дәүләт власы органдарында эшләүселәрҙең күпме эш хаҡы алыуы менән һәр осорҙа ла ҡыҙыҡһынғандарҙыр ул. ,,КП - Өфө» гәзите лә үҙ тикшеренеүен үткәргән. Асыҡ сығанаҡтарҙан (2011 йылға республика бюджеты, Финанс министрлығының 24 февралдәге 11-се бойороғо) мәғлүмәттәр алып, БР Президенты, Дәүләт Йыйылышы ~ Ҡоролтай Рәйесе һ.б. етәкселәрҙең  айлыҡ хеҙмәте күпмегә баһаланыуын иҫәпләп сығарғандар.

 

    Шулай итеп, Башҡортостан Президенты өсөн бюджетта 3 209 900 һум аҡса билдәләнгән. Ошо сумманан «тәғәйен» урындарға, йәғни Пенсия, ФОМС, Социаль страховка фондтарына тотоп ҡалғандан һуң, айлыҡ килем 182 мең һум килеп сыға. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың хеҙмәт хаҡы 174 мең һум тәшкил итә. Ә бына депутаттарҙың даими эшләгәндәре ай һайын яҡынса 101,5 мең һум ала. Спикер урынбаҫары, комитеттар етәкселәре, уларҙың урынбаҫарҙарының эш хаҡы бер иш түгел, әлбиттә. 120 депутаттың 16-һына эш хаҡы түләнә, ҡалғандары үҙҙәренең төп эшендә эшләгәс, айына тик депутат өсөн махсус тәғәйенләнгән биш мең һум самаһын (ҡағыҙ, ручка, кеҫә телефоны өсөн түләргә) өҫтәп ала.

БР Хөкүмәте Премьер-министры һәм уның ете урынбаҫары өсөн бюджетта 14 191 200 һум аҡса ҡаралған. Бында кемдең күберәк, кемдең әҙерәк алыуын аңлауы ҡыйын түгел. Ә беҙҙә Премьер-министр юҡ бит әле, тимәк, хеҙмәт хаҡы ла юҡ...

    Рәсми сайтҡа ярашлы, Үҙәк һайлау комиссияһының 12 ағзаһына дөйөм 6 043 400 һум аҡса ҡаралған. Уртаса хеҙмәт хаҡы 27 600 мең һум килеп сыға.

Контроль-иҫәп палатаһы етәксеһе һәм уның ике урынбаҫары яҡынса 116 мең һум ала. Министрлыҡтар етәкселәренең  эш хаҡы тураһында асыҡ сығанаҡтар  юҡ.  Яҡынса  иҫәпләүҙәр буйынса, депутаттыҡы кеүек, йәғни 100 мең һум тирәһе булырға тейеш, тип яҙа «КП».

Әйткәндәй, Рәсәй статистикаһы мәғлүмәттәре буйынса, республика чиновниктарының уртаса айлыҡ эш хаҡы - 20 548 һум.

    Өфөнөң һәм башҡа ҡалаларҙың 2011 йылға бюджетын ҡарап, шуны билдәләргә мөмкин: баш ҡала мэры айына - 110 мең һум, райондары етәкселәре - 74 500, Стәрлетамаҡ етәксеһе - 72 050 һум, Салауат мэры - 104 400, Октябрьскийҙыҡы 66 400 һум эш хаҡы ала. Муниципаль хеҙ-мәткәрҙәрҙең хеҙмәте айына уртаса 16 262 һум менән баһалана.

Бер тикшергәндә Рәсәй банкирҙарының да «янсығы»на күҙ һалайыҡ. Банк һүҙе үҙе үк кү-үп аҡсаны аңлата. «Ведомости» гәзите яҙыуынса, Рәсәйҙәге банк етәкселәренең эш хаҡы илдәге уртаса эш хаҡынан 101 тапҡыр күберәк - ай һайын 2,1 миллион һум самаһы. һәр ай һайын ҡулыңа ошо тиклем аҡса килеп инһә, нишләр инең, әй, хеҙмәт кешеһе?!

    Иң юғары хеҙмәт хаҡын Рәсәй һаҡлыҡ банкыһы түләй. Был дәүләт банкында түрәләр уртаса 6,31 миллион һумды айҙыҡын-айға кеҫәһенә һалып ҡына тора. «Газпромбанк» та үҙ топ-менеджерҙарына йомарт -бында айына 4,76 миллион һум сыға. «Транскредитбанк», «Промсвязь-банк», «Мәскәү банкы» кеүектәрҙең ҙур һәм бәләкәй түрәләренә лә айына икешәр-өсәр миллион һумдан ашыу эш хаҡы килеп тора. Ғөмүмән, 25 банкыны һанағанда, һуңғы өс йылда банкирҙың хеҙмәт хаҡы айына уртаса 2,1 миллион һум тәшкил иткән. Табыш арта, шунлыҡтан түләүҙәр ҙә күтәрелә, тип аңлата банкирҙар үҙҙәре.

    Ә беҙгә, ябай эш кешеһенә, нимә?! Аҡсаны ҡайҙа ҡуяйым, бурҙар белеп ҡалмаһын, ҡайһы сит ил банкыһына һалайым, бишенсе фатирымды ҡайһы төбәктәнерәк алайым, тип баш ватаһы юҡ, аҡса инеп тора, сығып тора, хатта ҡайһы берҙә янсыҡҡа төшөп тә өлгөрмәй. Рәхә-әт!

А. ЗИННУРОВА.

 

“Йәшлек”- 26.02.2011





20 aвгycт, шәмбe, 2011 йыл.

 

Бѳгѳн  юбилeй, йәмәғәт. Эйe, тaп eгepмe йыл элeк илeбeҙ яңы hyкмaҡ haлғaйны. Әлe шyнaн китeп бapыш. Бap, бap, тaйпылыштap ҙa, apтылыштap ҙa. Шyның ѳcѳн дә юл бит yл. Әллә үpгә бapaбыҙ, әллә... hәp xәлдѳ, юлбaшcыпap  бapыбыҙғa  лa aлhыy быялaлы күҙлeк кeйҙepҙe индe. Ә-ә, юбилeй xaxындa  hүҙ бaшлaғaйным бит әлe.  Hиceгepәк бyлды hyң әлe yл яңыca тыyыy? Ҡaйhылaйыpaҡ итeп ҡыpҡылғaйны aл тaҫмa яңы hyҡмaҡҡa бaҫҡaндa? Hи ѳcѳн бapыhы лa был кѳндәpҙe «aвгycт фeтнәhe» тип aтaй?

 

ФETHӘ:  20  ЙЫЛ  ЭЛEK  ҺӘM  БѲГѲH

ЙӘKИ Yҙrэpeштәp hәp  cаҡ yң бyлha инe лә yл.Бeҙҙeң Baтaн йылъяҙмahы.

Нимә генә тимә, был – беҙҙең тарих. Беҙҙең Ватан йылъяҙмаһы.

AҠШ-тың билдәлe Aллeн Дaллecы 1945 йылдa yк бeҙҙeң илдe тapҡaтыpғa тигән мaҡcaт мeнән дoктpинa «ижaд итә». Yкeнecкә күpә, yның xыялы тopмoшҡa aшты.

1995 йылдың 24 oкгябpeңдә үткән штaбтap eтәкceләpeң бepләштepeлгән кoмитeты мeнән үткәpeлгән йәшepeн кәңәшмәлә yл caктaғы AҠШ Пpeзидeнты Б. Kлинтoн былaй ти: «Дoнъяның ҡeүәтлe дepжaвaлapын тapкaтыpғa бeҙ биxиcaп миплиapд дoллap capыф иттeк. Дүpт йыл эceндә coюздaштapыбыҙ мeнән бeprә 15 милпиapд дoллapғa тѳpлө cтpaтeгик ceймaл, йeҙәpләгән тoннa aлтын-кѳмѳш, бaшкa aҫылтaш aлдьrҡ. Бyлмaғaн пpoeкттapғa ышaнып, бeҙгә apзaн xaҡҡa күпмe aлюмин, цeзий, бepиллий, cтpoн- ций haтылды. Xaттa эшҡыyapҙapыбыҙ мeнән xәpбиҙәp был yңышҡa ѳмѳтләнмәгәйнe лә... Дoнъялa xaкимльrк итeү ѳcөн

CCCP-ҙың идeoлoгия нигeҙҙәpeн ҡaҡшaтып, бeҙ Aмepикaғa тѳп кoнкypeнт бyлғaн дәүләттe hyғыштaн ҡaн ҡoйoшhoҙ aлып cығa aлдьrк. CCCP-ҙың тapҡaлыyы hәм шyл apҡaлa бapлыҡҡa килгән яңы дәүләттәpҙe кoнтpoлләү иктиcaди тaбыш тa, тepe aҡca лa килтepә...»

Дoнъялa фeтнәнeң бep ҡacaн дa тyҡтaлғaны юҡ. Әйҙәүceләpe бap ҙaha.

 

Алһыу Ишемғолова.

“Йәшлек”, 20 август 2011 йыл.

/Материал ҡыҫҡартып алынды./

 











Иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ доценты Илдар ҒӘБИТОВ менән гәзитебеҙҙең 11 ғинуарҙағы 2-се һанында башланған «Юлбарыҫ ҡуянды ашармы?» тигән темаға һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ.

 

-  Февралдә Рәсәй халҡы үҙенең беренсе Президенты Борис Ельциндың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләне. Шуныһы бар: кемдер уны данлап, яҡты уйҙар, рәхмәттәр менән иҫкә апды, ә кемдер, киреһенсә, ләғнәтләп, 5 мартта СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы Президенты Михаил Горбачев та 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Тормош баҫҡысының оло тупһаһына аяҡ баҫҡанда кешеләр, ғәҙәттә, үткәндәрен барлап, ғүмер юлына йомғаҡ яһай. Был уҙамандарҙың тормошо һәм эшмәкәрлегенә ниндәйерәк йомғаҡ яһар инегеҙ?

-  Төплө һәм тәрән йомғаҡ яһау өсөн һин мәғлүмәтле булырға тейешһең, ә беҙгә бик күп документ асылмаған әле. Шулай ҙа ҡайһы бер фекерҙәрем менән уртаҡлашып үтәм.

Брежнев, Андропов, Черненко бер-бер артлы үлгәс, йәш, дәртле Михаил Горбачев 1985 йылда КПСС-тың Генераль секретары булып китте. Халыҡ араһында, уны Андропов ҡалдырған, тигән имеш-мимештәр йөрөнө, әммә быны иҫбатлаған документтар әле табылғаны юҡ. Яңы етәксе «үҙгәртеп ҡороу» иғлан итте. «һүҙ ирке», «демократия», «асыҡлыҡ», «кеше йөҙлө социализм» һәм башҡа «именлектәр» вәғәҙә итте. Халыҡ быға шатланып, уны дәррәү күтәреп сыҡты. Ваҡыт үтә барған һайын Горбачевтың вәғәҙәләренең бойомға ашырлыҡ булмауы асыҡланды. Бурҙың бүрке яна, тигәндәй, ул, эштең ҡайһы яҡҡа табан борола барғанын һиҙеп, партия Үҙәк комитетының абруйлы, аҡыллы ағзаларынан ҡотолоу яғын ҡараны. Йәнәһе, ғәйеп уларҙа. Шул уҡ ваҡытта ул провинциянан йәш кадрҙарҙы тартып сығарҙы. Улар иҫәбендә Свердловск өлкә комитеты секретары Борис Ельцин да бар ине. Уға Үҙәк комитеттың төҙөлөш бүлеген йөкмәтте. Күп тә тормай, Ельцин Мәскәү ҡала партия комитетының беренсе секретары Виктор Гришин урынына менеп ултырҙы.

«Москва» һүҙен «а» аша («Масква») яҙған кеше илебеҙҙең баш ҡапаһы менән етәкселек итә башланы. Халыҡты үҙ яғына ауҙарып алыр  өсөн ябай булып ҡыланды: троллейбуста, магазиндарҙа йөрөй башланы.

-   Әйткәндәй, нәҡ ошо икәү -Горбачев менән Ельцин ,сәйәсәттән дә шоу яһаусылар рәтен  асып ебөрҙе түгелме?

-    Нәҡ шулай. Ельцин, халыҡ араһындағы рейтингы артҡас, партияның пленум ултырышында Горбачевты   тәнҡитләп   сығыш яһаны. Уны был сығышы өсөн, партияның элекке тәрбиә алымдары   буйынса,   бөтөн   халыҡ алдында ғәфү үтенергә мәжбүр иттеләр.Тиҙҙән ул  түбәнерәк эшкә күсерелде- Советтар Союзының төҙөлөш министры урынбаҫары вазифаһына ,,төшөрҙөләр,,.Горбачевтың ошо аҙымы ул ваҡытта күптәрҙе хайран ҡалдырҙы. Ул замандағы практика буйынса, әҙерәк «хаталанғандар»ҙы сит илгә илсе итеп ебәрә торғайнылар. Ельцинды ла шул рәүешле «тәрбиәләргә» мөмкин  ине.

-  Тел төбөгөҙҙө аңланым: Ельцин Горбачевҡа үҙенең аҫтыртын ниәттәрен бойомға ашырыу өсөн кәрәк булған...

-  Горбачевты «агент влияния» тип йөрөтәләр ине. Хәҙерге күҙлектән сығып ҡараһаң, Горбачев, ысынлап та, шул ваҡытта уҡ Ельцин ҡулы менән Коммунистар партияһынан ҡотолоу, СССР-ҙы тарҡатыу әмәлен күргән икән. Үҙе махсус рәүештә Ельциндың абруйын күтәреү өсен күп икеләнеү, сәйәси баҙнатһыҙлыҡ күрһәтте - Сумгаит, Чернобыль, Литва, Тбилисиҙағы фажиғәләрҙе иҫкә төшөрөргә була. Горбачев фонында Ельцин, үҙе лә аңғармаҫтан, халыҡ алдында геройға әйләнде лә китте. Һиҙмәҫтән генә ул төбәк-ара депутаттар төркөмө (Афанасьев, Попов,    Старовойтова,    Сахаров) ҡулындағы марионетка ролен дә үтәй башланы. Союздаш республикалар бер-бер артлы бойондороҡһоҙлоҡ тураһында декларация ҡабул итә башлағас, Михаил Горбачев, Яңы Огаревта Яңы союз килешеүенә ҡул ҡуйыу процедураһынан файҙаланып, август путчына этәргес көс бирҙе һәм үҙе ситтә ҡарап ҡалды. Ығы-зығы бөткәс, Форостан самолетта ап-аҡ кейемдә генә килеп төштө. Бөтөн бысраҡ эште, үҙе лә аңламаҫтан, Ельцин башҡарҙы. Аңлағас, һуң ине инде, һәм  был сәбәп Ельцинды эскегә һабыштырҙы ла инде. Горбачевты башҡарған эше -СССР-ҙы тарҡатҡаны өсөн Нобель тыныслыҡ премияһы менән бүләкләнеләр. Ә Ельцинға, бер егелгәс, йөктө артабан тартырға ҡалды. Ул заманда күптәр, Ельцин, Назарбаев, Кравчук Беловежье пущаһында Советтар Союзының үлемен «йыуып» ятҡанда, Горбачев, бер рота спецназ ебәреп, ниңә уларҙы айнытҡысҡа бикләп ҡуйманы икән, тип аптыраны. Тик Горбачев улайтырға теләмәне. Уның бөтә уйы Ёльцин ҡулы менән Союзды бөтөрөү ине. (Был видеокомпромат Ельцинға Президент посын үҙ теләге менән ташлап китеүгә булышлыҡ итте, күрәһең).

Шуныһы аптырарлыҡ: иҫерек ил етәкселәре үҙҙәре башлап Бушҡа, махсус элемтә булмағанлыҡтан, ябай халыҡ-ара элемтә аша былай тип шылтырата икән: «Буш әфәнде, Советтар Союзын ослап ҡуйҙыҡ». Ә Горбачевҡа был кәрәкмәй ине. Ул үҙенең миссияһын башҡарып сыҡты. Был СССР-ҙы тарҡатыу спектакленең алдан ойошторолған икәнен ошо факт дәлилләй: СССР 1922 йылдың 30 декабрендә ойошторолдо һәм шул уҡ көндө - 1990 йылдың 30 декабрендә рәсми рәүештә йәшәүенән туктаны. Был шоуҙы ҡуйған «режиссер»ҙар кинәнеп устарын ыуҙы.

- Ельцин, Горбачевты алып ташлағас, ил менән идара итеүҙәге ниндәй ҡаҙаныштары менән маҡтана алыр ине?

- Ельцин, Горбачевтан ҡотолғас, демократтарҙың «тырнағы аҫтына» эләкте. Производствола бер көн дә эшләмәгән (домнаны элеватор менән бутаған), «Коммунист» журналының баш мөхәррире Егор Гайдарҙы хөкүмәт башлығы итеп ҡуйырға мәжбүр булды. Ә был кеше, күп уйлап тормаҫтан, иң тәүҙә бөтөн хаҡтарҙы «ысҡындырып» ебәрҙе. Илебеҙ халҡының туплаған бөтә мөлкәте янды, халыҡ бөлгөнлөккә теште. Хәҙер чубайстарҙың, гайдарҙарҙың был эшен аҡлап маташҡан булалар: йәнәһе, шул осорҙа илгә аслыҡ янай ине. Тарихи тәжрибә күрһәтеүенсә, реформаларҙың еңелерәк юлдары ла бар ине. Дерөҫ, ул заманда был сара арҡаһында баҙарҙа, магазиндарҙа кәштәләр тауар менән «тулды». Әммә аҡса етмәү арҡаһында уны һатып алыу форсаты булманы. Советтар Союзы осоронда магазинда бер нәмә лә булманы, әммә һыуытҡыстар туп-тулы ине, ә демократия ваҡытында магазинда тауар тулы, әммә һыуытҡыстар буш.

Яңыраҡ үҙәк гәзиттәрҙең береһендә Ельцин администрацияһы етәксеһе булып эшләгән Сергей Филатов былай тине: ул заманда беҙҙең алда коммунистарҙы власҡа ҡабат ҡайтармау, икенсе төрлө әйткәндә, үҙебеҙҙең демократтар власын һаҡлап ҡалыу бурысы ҡуйылғайны.Бының өсөн һәр төрлө сараны ла,хатта бысраҡ   сараларҙы ла файҙаланырға мөмкин ине. Бетөн халыҡ милке был «еҫ»те һиҙгән, комсомолда үҫкән «йәш бүреләр» ҡулына бушлай килеп эләкте. Әлеге ваҡытта ниндәй генә олигархты алма, уның миллиардлаған байлығы сығанағы булып ошо юл - халыҡты талау юлы тора. Быларҙың барыһы ла - Ельциндан ҡалған мираҫ.

Сергей Филатов, әлбиттә, ул заманда яңы закондар булманы, барыһын да һуҡыр килеш эшләнек, тип аҡланып маташа. Әлеге заманға килгәндә, закондарҙы көнөнә әллә күпме сығарып торалар, әммә, эш бармағас, «закондар эшләмәй» тигән булалар. Был аҡланыуға кеше ышанмай башлаһа, тағы ла нимә уйлап сығарырҙар инде?

Шул уҡ Сергей Филатов әйтеүенсә, Рәсәй Президентының беренсе мөҙҙәте үтеүгә Ельциндың һайлау штабында аҡса булмағанлыҡтан Президент олигархтарға баш эйеп барырға мәжбүр булды. Махсус уйлап сығарылған аукцион процедураһы менән дәүләттең ҡалған милкен таратып бирҙеләр. Бөгөн бөтөн Рәсәйҙе коррупция тигән аждаһа баҫып алды. Уның төп сәбәпсеһе булып Ельцин тора. 1996 йылда бөтә ғәм алдында ул Рәсәй Президенты посын һатып алды. Шунан китте лә инде бөгөнге «КХЛ чемпионаты», «Футбол чемпионаты», төрлө кимәлдәге конкурстар еңеүселәре, дипломдарҙы һатып алыуҙар. Бөтә нәмәне лә һатып алып була, тигән яҙылмаған ҡануниәт барлыҡҡа килде. Йәғни коррупцияны легалләштереү тигән күренеш хасил булды.

Халыҡтың хәтерендәлер: Чубайс ксерокс ҡағыҙҙары ҡумтаһы туп-тулы долларҙар менән һайлау штабында тотолғайны. Ельцин икенсе мөҙҙәткә һайланғас, власть тулыһынса олигархтар ҡулына күсте. Нәҡ Ельцин осоронда «семья», «семибанкирщина» тигән тешенсәләр барлыҡҡа килде. Хәҙер инде закондар сығарыу органы - Дәүләт Думаһы, бигерәк тә парламентта күпселекте тәшкил иткән партия олигархтар файҙаһына закондар сығарыуҙан бушамай. Элек иҡтисади енәйәтселәр закондарҙы боҙоп, талаһа һәм урлашһа, хәҙер, ҡиммәтле костюмдар кейеп һәм «текә» иномаркаларға ултырып, үҙҙҙәре есөн закондар «сығара». Үҙҙәре теләгән бетә нәмәне әҙ юғалтыуҙар һәм үҙҙәре есен яҙылған ҡағиҙәләрҙе «боҙмайынса» ҡулдарына эләктерергә тырышалар. Былтырғы йәй үҙенең исеменә тап төшөргән яңы ғына ҡабул ителгән Урман кодексын нәҡ «Берҙәм Рәсәй» депутаттары Дума аша үткәрҙе.

- Тимәк, Рәсәй коррупцияһының    ,,атаһы,, - Ельцин? Ә үҙ атайыңа ҡул  күтәреп булмай...

- Шулай килеп сыға ла инде. Бөгөн коррупцияға ҡаршы көрәштең иң йоғонтоло ысулы - ришүәтсенең бөтөн мөлкәтен конфискациялау. Әммә был норма нисә йыл инде РФ Енәйәт кодексына инә алмай. Ахыры, халыҡтың ҡәнәғәтһеҙлегенән сығып, ришүәтселәргә язаны ҡәтғиләштерергә булдылар (гәзитебеҙҙең 29 ғинуарҙағы һанын ҡара - авт.).

«Араҡыға монополия» нормаһын кире ҡайтарыу тигән дөрөҫ сара төрлө тотҡарлыҡтар арҡаһында Дәүләт Думаһы аша закон рәүешендә

 донъя күрә алмай - сөнки был ҡарарҙар олигархтарға ҡулай түгел. Шул уҡ Рәсәй етәкселәре күрә алмаған Грузия етәксеһе Михаил Саакашвили кинәт кенә үҙ ҡарары менән илендәге ЮХХДИ-ҙағы коррупцияны юҡҡа сығарҙы. Шулай уҡ уның күрһәтмәләре буйынса, медицина хеҙмәткәрҙәре фармацевтик компаниялар продукцияһын рекламалауҙа ҡатнаша алмаясаҡ. Беҙҙең  илдә нисә йыл инде был турала һүҙ ҡуҙғаталар, әммә табиптар ауырыуҙарҙы үҙҙәренең алдан килешеп ҡуйылған дарыуханаларына йүнәлтеүҙән туҡтамай.

Реформалар башланыуына сирек быуаттан ашыуыраҡ ваҡыт үтеп китте, әммә беҙ һаман баҙар иҡтисадын төҙөү-төҙөмәүебеҙ хаҡында белмәйбеҙ. Һәр өлкәлә лә реформалар дауам итә лә итә, тик аҙағын ғына күреп булмай. Рәсәй хас та океан өҫтөндә рулһеҙ ҡалған карап һымаҡ.

-   Сәйәси юҫыкта «шоу»ҙың - Горбачевтан ҡалған мираҫтың тамырҙары бик көслө булып сыҡты шикелпе...

-   Ельцин сәйәси баталияларҙа алған ғәҙәттәрен артабан да дауам итте. Сит ил етәкселәре, уның һалпы яғына һалам ҡыҫтырып, Рәсәйҙе «Һигеҙ ҙур» дәүләттең ағзаһы итте, осрашыуҙарға саҡырҙылар, әммә хәл

иткес мәсьәләләрҙе унһыҙ башҡарҙылар. Ельцин «галстукһыҙ осрашыуҙар» тигән шоу сериалын асып ебәрҙе һәм ошо һүҙбәйләнеште генә түгел, ә «Гельмут дуҫ», «Мейджор дуҫ» тигәндәрен дә телгә индерҙе. «Вор должен сидеть», «мочить в сортире», «коррупционеров надо вешать... но это не наш метод»тар менән яңырттылар. Халыҡ уларҙы күреп тора бит инде.

Вуз уҡытыусыһы булараҡ, күҙәтеп йөрөйөм: ҡайһы бер студенттар ҙа ошо алымдар менән оҫта файҙалана башланы. Үҙҙәренең башында бер нәмә лә юҡ, ә тышҡы ҡиәфәт, мөләйемлек менән генә алдырырға мата-шалар. Мин уларҙың ауыҙын тиҙ генә ябып ҡуям. Рәсәй халҡына ла ошо ысулды ҡулланырға ваҡыт.

«Революция үҙ балаларын ашай», -тиҙәр. Быны иҫбатлау итеп Анатолий Собчактың ғаиләһен миҫалға килте-рер инем. Ул үҙе заманында демократия идеалы булып торһа, хәҙер Собчак тигән исем ҡапма-ҡаршы мәғәнәлегә әүерелде. Бәғзе берәүҙәр Федерация Советында төрлө  төбәктәр исеменән Синекурала йөрөгән ҡатыны Нарусованы, икенселәр телевизор экрандарынан төшмәгән, «светская львица»ға әйләнгән ҡыҙы Ксенияны күҙ алдына килтерә. Күптәр заманында атаһы Собчакка оҡшарға тырышһа, хәҙер - быларына.

«Үҙгәртеп ҡороу» башланғанда беҙ ошоларға ынтылдыҡмы һуң? Тишек кәмәгә ултырғаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ түгелме? Демократияны башлап ебәреп, уға хеҙмәт итә башлаған күптәр икенсе эшкә күсте. Быны аңлаған кешеләргә халыҡ алдында оят, күрәһең.

Әйткәндәй, Михаил Горбачев үҙе-ең 80 йәшен сит илдә - Англияла үткәрә. Үҙен власҡа тартып сығарған «тимер леди»ҙың тыуған төйәгендә. Был күп нәмәне аңлата ла инде.

 

Р.S.  Ельциндың Президент посын ташлап киткәндә Рәсәй халҡы алдын-да ғәфү үтенергә намыҫы етте...

Әңгәмәне Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА ҡорҙо.

«Йәшлек”, 8 март 2011 йыл.






Илебеҙҙә дәүләт милкен шәхси кулдарға таратыуға юл асҡан ваучерға - 20 йыл

йәки Беҙҙе нисек төп башыбыҙға ултырттылар

Йыш ҡына редакциябыҙҙың  дежур телефонына ваучерҙарҙың киләсәге тураһында ҡыҙыҡһынып шылтыраталар. Һорауҙарҙы кәрәкле кешеләргә тәғә­йенләйбеҙ, әммә уларҙан күңелде ты­нысландырырҙай яуап ала алғаныбыҙ юҡ. Гәзит укыусыларыбыҙ, ә нимә ул ваучер, ни өсөн ул беҙгә бирелде һуң, ти.


БЫЙЫЛ
  ваучер үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Уның бар­лыҡҡа килеүе совет милкен тара­тыуҙың тәүге этабы булды. 1992-1994 йыл­дарҙа предприятиеларҙың өстән бер өлөшө шәхси ҡулдарға күсте. Хатта бик яҡшы лозунг уйлап табалар - "Халыҡтыҡы - халыҡҡа". Ә ысынында иһә ябай халыҡ ситтә тороп ҡала. Дәүләт беҙгә 148 миллион ваучер тарата, һөҙөмтәлә бер нисә мең кеше генә, ысынлап та, байый.

1992 йылдың йәйендә Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельцин телеэфирҙа: "Беҙгә миллионлаған хосуси милек кәрәк, ә бер нисә миллионер түгел. Хосусилаштырыу ваучеры һәр беребеҙгә иҡтисадҡа юл  аса", -тип белдерҙе.

Тиҙҙән дәүләт предприятиелары хосусилаштырыла. Рәсәй Федерацияһы граждандары ҡулына яҡты киләсәккә билет – ваучер тапшырыла. "Юл документын" тотоп "перронға" килгән халыҡ күпме көтһә лә, бәхет поезы килмәй. Унда бөгөн Рәсәйҙең 70 процент байлығын үҙ ҡулына алған байҙар китеп өлгөргән була.

 

Иҡтисади диверсия

Бөгөн социаль тигеҙһеҙлек буйынса Рәсәй Кения, Бурунди һәм Сенегал менән тиңлә­шә. Халыҡтың 10 проценты бөтә килемдең 33,5 процентын ала. 200 граждандың 62-һендә, доллар миллиардерҙарында, 12,5 триллион һум аҡса тупланған. Был бер йыл­лыҡ федераль ҡаҙнанан да күберәк! Ельциндың һүҙҙәре раҫҡа сыға, тик киреһенсә - бер нисә миллионер һәм бер нәмәһе лә булмаған миллиондар барлыҡҡа килде.

Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, ваучерҙы халыҡҡа таратыу күҙ буяу өсән генә башҡарыла. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы В. Лисичкин шул ваҡытта хосусилаштырыуҙы юҡҡа ғына "тиңе булмаған иҡтисад диверсияһы" тип атамай. Ә иҡти­садсы Ю. Болдырев был хәлде "аңлы рәүеш­тә атҡарылған ҙур масштабтағы енәйәт" ти.

Ваучерға бәйле йомаҡтар күп. Мәҫәлән, Анатолий Чубайс, Маргарет Тэтчерҙың бер нисә йыл эсендә ни бары егермеләгән ком­панияны хосусилаштырыуынан көлә. Анатолий Борисовичтың командаһы иһә 1994 йылдың ғинуарынан июленә тиклем 284 эре предприятиены ваучерға әйләнде­рә. Ни өсән донъя рекорды ҡуйырға шул тик­лем ҡабаланғандар? Мәҫәлән, Көнсығыш Европала хосусилаштырыу процесын бер ҙә ашыҡтырмағандар. Унда халыҡтың иҡтисади шоктан арыныуын, баҙарҙағы хәлдең айы­шына төшөнөүен көткәндәр. Предприятие­лар пулемет темпында, теләһә кемгә тара­тылмаған.

Ә Рәсәйҙә ябай халыҡҡа бер нәмәне лә аңлатмайҙар, киң мәғлүмәт саралары аша ваучер тураһында мәғлүмәт булмай. А.Чубайс командаһы 1991 йылдың аҙағында чеклы приватизацияға документтар әҙерләй башлай. Был ваҡытта Юғары Совет, Көнсығыш Европа тәжрибәһен иҫәпкә алып, хосусилаштырыу иғәнәләре исемлеге тураһында закон әҙерләй. Уға ярашлы, һәр граждан дәүләттән үҙ өлөшөн ала һәм уға шәхси иҫәп асыла. Унда йылдар дауамында аҡса килеп тора. Ваучерҙарҙы һатыу тыйыла. Был финанс пирамидалары, ваучерҙар менән спекуляцияға һәм башҡа ҡырағай ҡылыҡтарға юл ҡуймаҫ ине. Әммә власть әһелдәре бындай вариантты хупламай. Һуңынан Чубайс оло кинәнес менән нисек юғары Советты төп башына ултыртыуы тураһында һөйләйәсәк. Анатолий Борисович уларҙың закон проектын Президент указы менән алмаштыра. Парламент каникулға таралғас, Президент указы кабул ителә. Ялдан сыҡҡан депутаттар ярһыһа ла, бер нәмә лә эшләп булмай, яңы закон үҙ көсөнә инеп өлгөрә.

Беренсе ваучер хосусилаштырыуын 1993 йылдың декабрендә үк тамамларға йыйына­лар, әммә Аҡ йортто утҡа тотоуға бәйле ваҡиғалар арҡаһында был датаны 1994 йыл­дың урталарына күсерәләр. Әйткәндәй, ризаһыҙлыҡтарҙың төп сәбәбе - парламент­тың Чубайс менән килешмәүе.

 

Үҙең ултырған ботаҡты сабыу

Ваучерҙы хөкүмәт ни өсөндөр Монета һарайынан түгел, ә Нью-Йорктағы "Делойт Туш Томатсу" корпорацияһынан эшләтә. Бының өсөн фәҡир ил сит илдән бер нисә миллион доллар кредит та ала, тиҫтәләгән сит ил консультантынан торған команданы йәлеп итә. Әйткәндәй, улар дәүләттең йәше­рен мәғлүмәтен оҫта файҙалана. Мәҫәлән, Чубайстың ярҙамсыһы, АҠШ гражданы Джонатан Хэй аукционда "Графит" компа­нияһы акцияларының өстән бер өлөшөн һатып ала. Һәм яңылышмай - компания хәрби авиация өсөн углерод нигеҙендә деталдәр эшләй, бөгөн дә яҡшы табыш кил­терә.

Ни өсөн ваучерҙарҙа "10 мең һум" яҙыуы бар? Бер яҡтан, барыһы ла асыҡ күренә кеүек - тәүҙә бөтә дәүләт предприятиела­рын баһалайҙар. Дөйөм сумманан 35 про­центты алғандар һәм шул өлөштө халыҡҡа ваучер итеп таратырға булғандар.

Был ваҡытта Егор Гайдар, ваучерҙарҙы таратмаҫҡа, ә халыҡҡа аҡсалата бирергә кәрәк, тигән. Тик ул вариант башҡаларға оҡшамай. Ошо 35 процентты бар Рәсәй халҡына бүлгәндәр, һәр бер гражданға 10 мең һум тура килгән.

Хәйләһеҙ, әлбиттә, булмай. Предприятие­ларҙы баһалағанда (улар араһында ҙур порттар, нефть һәм химия заводтары, металлургия  комбинаттары һ.б. булған) мәғ­лүмәттәр 1984 йылда үткәрелгән балансҡа ҡарата эшләнә. Йәғни, уларҙың хаҡы совет һумдары менән иҫәпләнә. Шундай маневр арҡаһында предприятиеларҙың хаҡы егерменән алып бер нисә йөҙ тапҡырға кәмете­лә. 1993-1994 йылдарҙағы инфляцияны ла ҡушһаң, бөтә Рәсәй иҡтисады яҡынса 2 мил­лиард доллар тип иҫәпләнгән. Был бер ядро станцияһы хаҡынан да кәм.

 

Донъялағы иң иҫәр ил

Хосусилаштырыуҙың икенсе этабы 1995 -1997 йылдарҙа була. Нәҡ ошо осорҙа олигархтар рәте тулылана. Бөйөк һәм бер ҡасан да ҡаҡшамаҫтай тойолған СССР-ҙың милке аяуһыҙ талана. Хосусилаштырыу иҫәбенән федераль бюджет ни бары 5,545 миллиард доллар йыйып ала. Һуңынан РФ Дәүләт Думаһы комиссияһы шәхси ҡулдарға күскән 500 эре предприятиеның ысын хаҡы 200 миллиард долларҙан ашыу булғанын иҫәп­ләй.

 

Башҡа һыймаҫлыҡ осраҡтар

Яңы ғына 35 миллион долларға сит ил ҡорамалдары алынған Останкино заводы 3,1 миллион долларға ғына һатыла. Силәбе трактор заводы (54,3 мең эшсе) ни бары 2,2 миллион долларға алына. Төньяҡ диң­геҙ пароходсылығы һәм Мурманск флоты өс миллион долларға һатыла. Тағы ла шуныһы бар: предприятие­ларҙы таратҡанда, уларҙың буры­стары иҫәпкә алынмай. Завод-фаб­рикалар шәхси ҡулдарға күсеүен-күсте, ә бына бурыстары дәү­ләт иңендә ҡала.

Бындай хаҡтарҙан аппетит үҫә генә. Шул саҡ киң билдә­ле булған залог аукциондары барлыҡҡа килә. "Империал",  "Инкомбанк", "Онэксим-банк", "Столичный" бан­кылары, "Менатеп" һәм АКБ халыҡ-ара  финанс компаниялары  хөкүмәткә килешеү тәҡдим итә: дәүләт уларҙан хосусилаштырыуҙан килгән суммаға яраш­лы льготалы кредит ала, ә залогҡа килемле предприятиеларҙың акцияларын ҡалдыра. Дәүләт бурысын түләмәгән хәлдә залог улар ҡулына күсә. Асыҡтан-асыҡ талау булһа ла, дәүләт жуликтар менән ризалаша. Был идея­ның авторы - "Онэксим" банкыһы етәксеһе В. Потанин. Бөгөн уның планетаның иң бай кешеләренең береһе икәнлеген яҡшы белә­беҙ.

1995 йылда Борис Елыдин залог аукцион­дары тураһындағы указға ҡул ҡуйғас, РФ Финанс министрлығы шундай 12 килешеү төҙөй. Һуңынан асыҡланыуынса, банкирҙар дәүләткә кредитты үҙ аҡсаһынан түгел, ә ваҡытлыса ирекле валютанан биргән. Ә уны Финанс министрлығы үҙе уларҙың иҫәбенә һалған. Бындай аҙымға донъялағы иң йүләр ил генә бара алалыр, дөрөҫөрәге - корруп­ция һаҙлығында батҡан чиновниктар ғына.

Залогҡа һалыу схемаһы буйынса, "Норильск никеле", "Сибнефть", "ЮКОС", "ЛУКОЙЛ", "Мечел", "Сорғотнефтегаз", "Новолипецк металлургия комбинаты", "Мурманск диңгеҙ пароходсылығы" шәхси ҡулдарға күсә. Иң күп аҡсаны В. Потанин түләй, бөтә предприятиеларҙың 51 процен­ты уныҡы. "Норильск никеле" уға 170,1 мил­лион долларға төшә. Хәҙер был компания­ның хаҡы - 12 миллиард доллар, саф табы­шы - З миллиард доллар. Икенсе урында М. Ходорковский килә. "ЮКОС" өсөн дәүләткә ул 169 миллион доллар бирә. Ә был нефть компанияһының ысын хаҡы 35 миллиард доллар тәшкил итә. "Мечел" уға 13 миллион долларға төшә, бөгөн уның хаҡы 12,5 милли­ард доллар тора. Бына шундай көлкөлө хаҡ­тарға, законға таянып, ил байлығы таратыла.

Быуат афераһы өсөн бөгөн дә бер кем дә яуап бирмәй. Ә төп жуликтар һәм бурҙар Лондон, Монте-Карлоларҙа типтерә. Чубайс,  Гайдар менән бергә СССР-ҙың иктисадын һындырыуы хакында ғорурланып һөйләүен дауам итә. Путин власҡа килгәндә Рәсәйҙе талау кампанияһына рөхсәт биреүсе Б. Ельцин үҙенә, Чубайсҡа һәм уның ғаиләһенә теймәҫкә, тигән шарт ҡуйҡан.

Цивилизациялы илдәрҙә халыҡ предприятиеларға һалынған акцияларынан аныҡ дивидендтар ала - был пенсияға һәм эш хаҡына яҡшы өҫтәмә, Ә беҙҙең илдә ябай халыҡ һуҡыр тингә зар-интизар булып йәшәй.

 

(Материалды әҙерләгәндә Рәсәй матбуғаты килтергән факттар файҙаланылды).

Гүзәл  БИКМӘТОВА

ЙӘШЛЕК. 26 октябрь 2012 йыл.



ИҢ БАЙ ЕТӘКСЕЛӘР -

ДӘҮЛӘТ КОМПАНИЯЛАРЫНДА

"Форбс" журналы үсенең сираттағы исемлеген баҫып сығарҙы. Унда был юлы һүҙ Рәсәйҙең иң юғары хеҙмәт хаҡы алып эшләүсе топ-менеджерҙары тураһында бара.

ШУЛАЙ  итеп, 2011 йылда иң күп эш хаҡын ВТБ төркөмө идараһы рәйесе Андрей Костин алған. Белгестәр иҫәпләүен­сә, уның йыллыҡ килеме 30 миллион доллар­ға тиң. Костин әфәнде артынса "Газпром" етәксеһе Алексей Миллер менән "Роснефть" башлығы Игорь Сечин килә. Икеһенең дә килеме 25-әр миллион доллар. һаҡлыҡ банкы идараһы рәйесе Герман Греф - дүртенсе урында. "Форбс" дөрөҫ иҫәпләһә, уның килеме - 15 миллион  дол­лар. "Мәскәү" банкы президенты Михаил Кузовлевтыҡы ла шулай уҡ.

Исемлектәге берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ -"База элементы" йәмғиәтенең генераль директоры Гөлжан Молдажанова - ни бары 23-сө урында. Былтыр уның килеме дүрт миллион доллар тәшкил иткән.

Әйткәндәй, рейтингыны төҙөгәндә компа­нияларҙың  рәсми отчеты  файҙаланылған.

А. АҠБУЛАТОВА.

«Йәшлек”.  20 ноябрь 2012 йыл.




Россия поставила исторический рекорд по количеству миллиардеров. В России растет число долларовых миллиардеров. По данным журнала CEO, за последний год их количество увеличилось на 11 человек.

Рейтинг 2013 года включает 131 фамилию. Количество долларовых миллиардеров в России достигло исторического максимума.

Самым богатым человеком России стал владелец "Металлоинвеста" 

Алишер Усманов, имеющий состоянием в 18,72 миллиарда долларов, 





    Милицияны полицияға  үҙгәртеү Рәсәйгә  1,125 млрд һумға төшкән.

Был мәғлү­мәт РФ Дәүләт Думаһының Хәүефһеҙлек һәм корруп­цияға ҡаршы комитетының

ултырышында әйтелгән. Әлеге сумма тик форма, мисәттәр, түшкә ҡуйылған знактар өсөн генә сарыф ителгән. Мил­лиардлап һум аҡса сарыф ителә лә бит,

тик Эске эштәр министрлығындағы реформалар үҙен аҡлаймы икән?



 

Имидж на миллиард

На формирование положительного имиджа Рустэма Хамитова за год потратили 961 миллион

   В этом году на фор­мирование поло­жительного имид­жа президента Башкирии потрачен 961 миллион рублей из республиканского бюджета. Такие расче­ты сделал сайт S1оп.ги со ссылкой на данные Минфина России. По доле расходов регион занимает 8-е место в России. В сравнении с 2011 годом рост рас-ходов составил 4,7%.

Больше всего на имидж губернатора тратится в Ямало-Ненецком автономном округе. Там на финансирование госСМИ потрачено более двух миллиардов рублей. Объем расходов за два года вырос почти на 40%.

Меньше всего денег на имидж губернатора тратит­ся в Пермском крае. В этом году на эти цели из местного бюджета ушел 21 милли­он рублей. В Татарстане на продвижение     президента тратят даже больше, чем в Башкирии. Там объем расходов превысил миллиард рублей, причем это почти на  40%  выше  показателя двухлетней давности. Рост расходов на эту статью во многих регионах эксперты  связывают с прошедшими выборами. В последние годы почти  четыре раза увеличила расходы на эти цели Свердловская область. Общая сумма в этом году в итоге  перевалила за миллиард.     Заметно больше тратить на государственные  СМИ стала и Оренбургская об­ласть, правда, даже несмо тря на это, общая сумма   

там невелика  —  около 115 миллионов. В  Марий Эл, Мордовии и Чувашии на губернатора тратится порядка 80-120 миллионов в год.

«Политика», 16 декабря 2013 года.









«Назад | Вперед »




 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS