2010- -2020

Возобновлен   2022



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

Алдар батыр иҫтәлегенә

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний

Есть Дорога
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск

В защиту Отечества


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга


12 август, 2022 йыл
Һөйөнсө!
Алдар Иҫәкәевкә стела асылды

Бөрйәндәр тантанаға эркелеп килде.


8 августа Бөрйән районының Әтек ауылында Бөрйән ырыуының арҙаҡлы шәхесе, 

яугир, мәғрифәтсе һәм дипломат, халҡыбыҙҙың милли ге­ройы Алдар Иҫәкәев 

иҫтәлегенә стела асыу тантанаһы үтте.

Ҡырҙан килгән ҡунаҡтарҙы, йыйынға килгән халыҡты Әтек ағинәйҙәре, 

“Алтынай” фольклор ансамбле ағзалары сәләмләй.

Бына моңло ла, һағышлы ла көй аҫтында Ирек Шәмиғолов “Алдар батыр” ҡиссаһынан өҙөк уҡый.

Башҡорт халҡының рухи гимны - “Урал” яңғырай. “Атайсал” ир-егеттәр ансамбле 

рухлы итеп “Алдар батыр” йырын башҡара.

Оло ҡунаҡтарға ҡыҙҙар сигелгән таҫтамалдар бүләк итә.

Эйе, мосолманса яңы йылдың10-сы көнөндә - Ғәшүрәлә иҫтәлекле, 
тарихи ваҡиға - оло йыйын үтте Бөрйән ерендә.

Ҡанлы, шанлы, данлы тари­хыбыҙға ҡарата ихтирам, шә­хестәребеҙ менән 

ғорурлыҡ тәрбиәләй алырлыҡ ҡөҙрәткә эйә булған шәхесебеҙгә стела асыу -

 бөгөнгө көндә, ил- һөйәрлек менән телһөйәрлек төшөнсәләре үтә лә кәрәк 

һәм ҡиммәт осорҙа, бик урынлы ваҡиға.

Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңләхмәт улы Мана­пов, ошо стеланы 

эшләтеү инициаторы Салауат Әмирхан улы Килдин, күренекле яҡ­ташыбыҙ, Башҡорто

стандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре, Бөрйән районының по­четлы гражданы 

Хәләф Хәл­фетдин улы Ишморатовтар хәтерташ өҫтөндәге аҡ йәй- мэне алып, 

стеланы аса.

- Хәйерле көн, хөрмәтле райрндаштар, килгән ҡунаҡ­тар! Бөгөн республика 

кимә­лендә ҙур байрам - башҡорт халҡының легендар шәхесенә стела асыла. 

Ошо инициати­ваны күтәреп сыҡҡан ағай­ҙарға рәхмәт! Улар беҙгә ошо һорау 

менән мөрәжәғәт итте һәм яҡлау тапты.

  Стела, ҡорам-көмбәҙ ҡуйыу - бер эш, уның өсөн ваҡыт табыу, та­рихи мәғлүмәттәрҙе 

барлау, ойоштороу эштәре менән булыу - икенсе эш. Бер төркөм апай-ағай ошо 

хәтерташ, көмбәҙ өсөн аҡса сарыф итте.

Алдар батырға килгәндә, уның тормошон ике өлөшкә бүлеп ҡарарға була. 

Бе­ренсеһе - илгә хеҙмәт итеү, Рәсәй ғәскәрҙәренең данын яҡлап, мәртәбәһен 

күтәреп. Азов походында күрһәткән ғәййәрлеге, дәүләт-ара мөнә­сәбәттәрҙе 

көйләүҙәге ба­һаһыҙ эше. Икенсенән, ул - халыҡ улы, туған халҡы мән­фәғәтен 

ҡайғыртып йәшәүсе шәхес.


Алдарҙың яҡты исеме - халҡы күңелендә. Бына бөгөн дә. уның рухын 

шатлан-дырып, батыр исемен мәңгеләштереү, уның данлы тарихын 

оноттор­мау маҡсатындастела 

асылды.

Алдар батыр - ошо ерҙә тыуған, ошо ерлектә үҫкән батыр. 

Уны оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ! - тине 

Ғәзиз Ма­напов һәм Хәләф Ишморатов, Салауат Килдин, 

Батырҙың яҡты исеме - халҡы күңелендә.


Башҡорт дипломатияһын Кәрим Хәкимовтан баш ала, тиһәләр ҙә, ул Алдар батырҙан 

баш­лана. Төрөк солтаны менән осрашыуы - үҙе бер тарих, Ҡаҙағстандың 

Рус дәүләтенә ҡушылыуында ла уның роле бар. Салауат ағай Кил­дин Алдар батырға

стела асыу идеяһы менән сыҡҡас, беҙ уны күтәреп алдыҡ. Бөгөн хыял бо­йомға ашты. 

Салауат Әмирхан     улы башҡорттоң күренекле шәхестәренең исемен ҡайтарыу 

йәһәтенән ныҡ эшләй.


Ринат Рамаҙанов, Салауат Хәмиҙуллин, Рөстәм Рәхмәтуллин, Вадим Моратшин, 

Камил Әбләзов- тарға Бөрйән волосы стар­шинаһы, тархан һәм батыр Алдар Иҫәкәевкә

  стела ҡу­йыуға булышлыҡ иткәндәре өсөн район хакимиәтенең 

Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Райондың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зарипов

Алдар батыр рухына аят бағышланы, доға ҡылды.

- Бөгөн тарихи ваҡиғаның шаһиты булдыҡ. Мин үҙем бер нисә быуат элек Әтектән 

айы­рылып сығып, ауыл булып формалашҡан Яңы Усман ауы­лынанмын. Бөгөн Алдар 

рухы тыуған яҡтарына ҡайтты. Руханиҙар доғаһы бәрә­кәтендә салт аяҙҙа, эҫелә 

ямғыр тамсылары төштө. Ҡана буйҙарында буй еткергән Алдар - бөтә донъяға 

үҙен күрһәтә алған шәхес.

Башҡорт дипломатияһын Кәрим Хәкимовтан баш ала, тиһәләр ҙә, ул Алдар 

батырҙан башлана. Төрөк солтаны ме­нән осрашыуы - үҙе бер та­рих, Ҡаҙағстандың 

Рус дәү­ләтенә ҡушылыуында ла уның роле бар. Салауат ағай Килдин Алдар батырға

стела асыу идеяһы менән сыҡҡас, беҙ уны күтәреп алдыҡ. Бөгөн хыял бо­йомға ашты. 

Салауат Әмихан улы башҡорттоң күренекле шәхестәренең исемен ҡайта­рыу 

йәһәтенән ныҡ эшләй.

Минең фекер - Алдар ба­тырға заманса йыһазлан­дырылған музей кәрәк. Бөрйән 

туризм йәһәтенән үҫешә. Әтекте лә туристар урап үтмәһен - район хакимиәтенә. 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комите­тына (Конгресс) ошоно 

күҙ уңында тотоу кәрәктер.


Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, X. Ишморатов, С. Килдин стеланы аса.


Тағы Бөрйән, Баймаҡ рай­ондарында Алдар батыр при­зына милли көрәш буйынса 

ярыштар үткәрелеп, ул рес­публика кимәленә сыҡһын.

Алдар батыр исемен мәңге­ләштереү маҡсатында әҙәби әҫәрҙәр, фильм да кәрәк - 

был беҙҙең милләткә халыҡ-ара аренаға сығыуға булышлыҡ итер ине.

Беҙ бөгөн оло юлдың ба­шында. Алдар батыр рухы беҙҙе берләштерһен, 

рухлан­дырһын, дәртләндерһен. - тине яҡташыбыҙ. Бөрйән районының 

почетлы гражданы Хәләф Ишморатов.

Ринат Рамаҙанов сығышы һуңында бер төркөм милләт­тәштәребеҙгә Бөтә донъя 

башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитетының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Баймаҡтан 

килгән делегация Р. Хәсәнова шиғырын "Байыҡ" көйөнә йыр­лап ишеттерҙе.

Эйе, 1670 йылда Нуғай да­руғаһы (юлы)Бөрйән улусында бай феодал-тархан 

ғаиләһен­дә тыуып үҫкән Алдар Иҫәкәев - тоҡомо менән тархандар за­тынан 

булған башҡорттоң аҫыл улы, тотош Башҡортос­танға танылған тарихи шәхес,

Петр I ҡаһарманы - Рәсәй Ба­тыры, 1704 - 1711 һәм 1735 - 1740 йылдарҙағы 

башҡорт­тарҙың милли азатлыҡ хәрә­кәте етәксеһе, Рәсәй батша­лығының 

Ҡаҙағстандағы тәүге илсеһе, Ҡаҙағстанды тыныс юл менән Рәсәй составына 

ҡушыуҙа ҙур роль уйнаған дипломат, күп тел белгән тыл- мас-илсе, 

көрәш-алыштарҙа ал бирмәгән батыр, яуҙарҙа ҡурҡыу белмәҫ яугир, ғәс­кәрҙең 

күҙ төбәр баһадиры, даны быуаттар ашаһында ла һүнмәҫ-һүрелмәҫ, исеме хал­ҡы 

күңелендә мәңге ҡалыр башҡорт бөгөн үҙенең тыуған яғына һәйкәл булып ҡайтты, 

илгә рухи ҡалҡан, рухҡа ныҡлы таяу булып нығынды.

Йыйын һуңынан халыҡ Әтек мәсете биләмәһенә ҡорбан ашы ашарға йүнәлде.

А. ГАРИФУЛЛИНА.

Бөрйән районы.

Версия для печати
 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS