2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга


Главная  /  Генеалогия  /  Атиково




   

 

http://ufagen.ru/places/burzyanskiy/atikovo.html   

   Чуть ниже (д.Алдарово - Р.Г.) по течению р.Кана находилась деревня Атиково. (Эти места давно покинуты нашими предками, и нынешняя деревня расположена 1,5 - 2 км выше от прежних мест.) По опубликованной легенде, ее основали башкиры бассейна р. Демы. Перечисляются имена сыновей первопоселенца Идриса, Зарифа, Адила, Хибата и Хаммата Атиковых. Однако материалы ревизии дают другие имена - Алла-гул, Сулейман, Минлигул, Аиткул Атиковы. Как видно, сведения легенды и переписи не совпадают. Деревня Атиково - одна из коренных деревень бурзянцев. Нам неизвестны обстоятельства ее возникновения. Ясно одно: атиковцы находились в родственных связях с жителями деревень Сибаево и Тавлукаево (ныне Баймакский район). В частности, из д. Тавлукаево сюда переселилось несколько семей. Самое важное то, что выходцы из двух деревень Атиково и Сибаево обосновали новое поселение на горе Ирендыке. Их общий хутор в 1813г. перерос в деревню Галеево, носящую имя походного сотника Гали Кунурбулатова, жителя д. Атиково. Возраст сыновей Атика (1759, 1764, 1768, 1781 годов рождения) свидетельствует о времени основания деревни (середина XVIII в.) и о годах жизни ее первопоселенца. В конце XVIII в. деревня состояла из 37 дворов с 250 жителями. X ревизия 1859 г. нашла там 66 дворов с 410 жителями. По первой советской переписи 1920г. на каждый из 126 дворов приходилось по 5,3 жителя. В 1842г. на 372 жителя деревни было засеяно озимого хлеба 64 пуда, ярового - 152 пуда. Земледелие для атиковцев -новое занятие, к тому же в лесной полосе не было удобных мест для землепашества. Поэтому тогда же адъютант командующего Башкиро-мещерякским войском поручик Шотт предлагал переселить все 20 деревень 10-12 юрт шестого (седьмого) кантона (сегодня они относятся к Бурзянскому району). Тем не менее попечитель 6-9 кантонов Филатов настаивал, чтобы жители этих населенных пунктов непременно засевали на душу не менее трех пудов хлеба. Для этого в каждую свою поездку по кантону он осматривал сельскохозяйственный инвентарь. Каждая деревня покупала по 2-3 косули и другие необходимые орудия. И пока он осматривал один двор, из предыдущего уже передавались орудия труда в следующий двор. В итоге вся деревня представлялась земледельческой. Обычно из запасных хлебных магазинов нуждающимся выдавали семена для посева, закупленные на средства башкирского населения. Отдельные жители семена обваривали, а затем сеяли, стараясь доказать их непригодность. Проделка эта выяснилась, учинялась "генеральная порка". Если Филатову удавалось обнаружить женщин, не занимающихся, с его точки зрения, полезным делом по хозяйству, он заставлял деревенского начальника (ауыл карты) ставить на воротах метки. Закончив осмотр деревни, Филатов вызывал всех мужчин, ворота которых уже были помечены. Мужиков пороли за то, что они допускают "баб бездельничать". Чтобы избежать внезапности появления попечителя, днем на минаретах мечетей стояли караульные. По крику караульного о его приближении к селу все кидались на "работу" - во дворы и огороды. Несмотря на насилие кантонных властей хлебопашество в тех местах не получило распространения и развития из-за отсутствия удобных для земледелия природных и климатических (ранние заморозки) условий. Поэтому по-прежнему жители занимались полукочевым скотоводством. Все семьи с ранней весны до глубокой осени выезжали на летовку. В середине прошлого века на 300 жителей (69 дворов) приходилось лошадей - 503, крупного рогатого скота - 501, овец -116, коз-78 голов. В первой половине прошлого века Атиково с другими деревнями - Мендигулово, Акбулатово, Киикбаево, Усманово, Исянгазино, Якшигулово, Ярмухаметово - входили в юрту № 10 шестого кантона. С 1864г. деревня в составе 4-й Бурзянской волости, с 1919г. она входит в Бурзянскую волость Зилаирского кантона, с 1930 г. - в состав Бурзянского района. Жители деревень Бурзянской волости - активные участники Отечественной войны 1812 года. Их представители сражались в составе 15-го башкирского конного полка. Самоотверженностью и героизмом прославились атиковцы Азнабай Юлдыбаев и Ишмурза Кулсарин, награжденные двумя серебряными медалями, одна из которых - "За взятие Парижа 19 марта 1814 года". Байрамгул Булебаев с 1-м башкирским полком участвовал в Русско-Турецкой войне 1828-1829 гг. Этот полк нес кордонную службу вдоль границы на берегу Днестра, затем дислоцировался в крепость Измаил.

 

 

 

Беҙ, Әтек ауылы кешеләре, Алдар батыр вариҫтары булыуыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, сөнки ул беҙҙең генә ғорурлығыбыҙ түгел, ә бөтә Рәсәй ғорурлығы булған шәхес. Уның тураһында күп кенә тарихи легендалар, риүәйәттәр һаҡланған, әммә ваҡытында тейешле иғтибар булмау сәбәпле, уның тураһында документаль мәғлүмәттәр юҡ, уның тарихын белеүселәр күптән был донъянан киткән. Ысынбарлыҡҡа тап килгән ошондай мәғлүмәттәрҙең береһе Әтек ауылының күренекле шәхестәренең береһе Айытбаев Йомағужа бабай хәтирәләренән килә. Ул 1883 йылда тыуып, 83 йәшендә донъя ҡуя.

Хәҙерге Әтек ауылының тәүге урыны Ғәҙәмшин Шәмсетдин ҡортсолоғо урынлашҡан урындан саҡ ҡына уңдараҡ Ишегалды тауы аҫтында булған, Ҡана йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған урынынан 1,5 – 2 км үрҙәрәк. Ошо урында тау йылғаһы Байғотоҡ Ҡанаға ҡоя. Был урындар Ҡана йылғаһы үҙәненә ҡараған аҡланда урынлашҡан, Ағиҙелдән иҫкән көслө ел бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ үтеп инә, һәр саҡ көслө ел. Шул да сәбәп булғандыр, көслө янғын һөҙөмтәһендә ауыл тулыһынса янып юҡҡа сыҡҡан.

Хәҙерге Әтек ауылы урынынан саҡ ҡына өҫтә, Салажы йылғаһы тамағында бөрйән ырыуы исемен йөрөткән Алдар ауылы урынлашҡан булған.

Алдар Иҫәкәевте батша хөкүмәте яуыз рәүештә 1740 йылда Минзәләлә язалап үлтерткәс, батша хөкүмәтенең йәшерен бойороғо була. Ул Алдар ауылын бөтә кешеләре менән юҡ итеү. Тарихта уның тураһында бер мәғлүмәт тә ҡалырға тейеш түгел тип иҫәпләнгән. Был яуызлыҡты аҫтыртын рәүештә ауылға төрлө яҡтан ут төртөп, бөтә кешеләре менән яндырып, бойомға ашыралар. Ауыл ғына түгел, уның эргә тирәһе көслө ут ялҡыны аҫтында ҡала. Был янғынды янған йөҙйәшәр ҡарағас төптәренең күпләп һаҡланыуы ла дөрөҫләйҙер. Алдар ауылы тулыһынса юҡ ителгән.

Янғындан һуң Әтек халҡы хәҙерге урында төпләнә. Был урындар төньяҡ елдәренән Кәкүкле урманы менән ышаныслы һаҡланған була (70-се йылдарҙа был урман тулыһынса юҡҡа сығарылып, һөрөнтө ерҙәргә әүерелдерелә).

Ауылдың тәүге зыяраты колхоз осоронда трактор һабандары менән һөрөлөп сәсеүлек ерҙәренә әйләндереп бөтөрөлдө.

Элек ат ауырыһа, шул зыяратты түңәрәтеп йөрөтөр булғандар. Ҡатындар бәпәйләй алмаһалар ҙа шул зыяратты уратып алып йөрөгәндәр, сөнки ул ҡәберлекте изгеләр ҡәберлеге тип һанағандар.

Һуңлап булһа ла күренекле шәхес – Алдар батыр үҙе йәшәгән төйәгенә әйләнеп ҡайтты. Был эште райондың күренекле эҙәрмәндәренең береһе Муллағолов Марат Ғезитдин улы атҡарып сыҡты. Ул ҙур тырышлыҡ менән Алдар Иҫәкәевкә бюст эшләтте. Бюсте Байназар мәктәбе уҡытыусыһы Ильяс Муллағолов эшләне. Уны Әтек мәктәбе баҡсаһында урынлаштырҙылар, эргәһендә крайҙы һәм тарихты өйрәнеү музейе бар, музейҙа Алдар батырға арналған материалдар ҙа туплана.

Әбдрахманов Ф.А. (Материал үҙгәртеп алынды).

 

   

  1982 йылда Әтек ауылы  тағы ҙур янғынға дусар була.







В настоящее время в деревне проживают 510 человек.

Есть фельдшерский пункт, школа, детский сад, сельский дом культуры, библиотека, почтовое отделение, 7 магазинов,

администрация сельского поселения.

Работают 7 пилорамов.

В центре деревни – обелиск воинам-односельчанам, погибшим в Великой Отечественной войне. 




 Мәғариф

       1868 йылда Хәлим хәҙрәт үҙ аҡсаһына Әтек ауылында мәсет һалдыра, ә 1913 йылда 4 бүлмәле  ике ҡаттан торған мәҙрәсә төҙөлә. Шулай итеп, Әтек ауылында был тарафтарҙа иң тәүге дин мәктәбе-мәҙрәсә асылып, тирә-яҡ ауылдарҙан бик күптәр килеп уҡып, хәлфә булып сығалар. Уларға Мөхәмәтшәриф хәҙрәт белем бирә.

       1923 йылда мәҙрәсәне ябып, яңыса уҡыу системаһына күсәләр. Әтектә тәүгеләрҙән булып яңыса уҡыу-уҡытыу башлана. Йылайыр кантонынан канткомдың мәғариф бүлеге инспекторы Сиражетдинов үҙе менән тәүге уҡытыусы итеп Байегетов Усманды алып килә.1928 йылда 3 йыллыҡ, 1934 йылда 4 йыллыҡ итеп үҙгәртелә, ә 1936 йылда 7 йыллыҡ була.

      1967-1968 уҡыу йылына ауылда интернат асыла. Унда уҡыусылар Иҫәнғазы, Иҫке Усман ауылдарынан йөрөп уҡыйҙар.

      1992 йылда  мәктәп 11 йыллыҡҡа әйләндерелә.

1994 йылдың октябрендә яңы мәктәп һалына.






Мәктәп тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт

 

Бөрйән районы Әтек ауылында тәүге мәктәп 1923 йылда асыла, ул 7 кластан тора.

1928 йылда 3 йыллыҡ,

1936 йылда  4 йыллыҡ,

1937 йылда ете йыллыҡ итеп  үҙгәртелә,

1957 йылда ете йыллыҡ мәктәп  4 йыллыҡҡа ҡалдырыла.

1965 йылда 8 йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә.

1992-1993 йылдарҙа мәктәп 11 йыллыҡҡа әйләнә.

2011 йылда 9 йыллыҡ филиалға ҡалдырыла.

 

        

   Первоемедресе в Бурзянском районе открыто в 1913 году в деревне Атиково усилиями хэзрета Мухаметшарифа Давлеткильдина.  Он окончил Бухарское медресе, был очень просвещенным и грамотным человеком.

В 1923 году открывается семилетняя школа (учителя Байзигитов Усман, Хакимов Садрислам и др.).

В 1959 году зимой двухэтажное здание школы из-за случившегося пожара пришло в непригодность.

С 1992-1993 учебного года школа является средней общеобразовательной школой.

В 2011-2012 учебном году оптимизация затронула и нашу школу, школа стала филиалом Старосубхангуловской СОШ с 9 класс-комплектами.

 

                      Подробно




      Әтек бик матур ауыл. Ҡарттар һөйләүенсә, 1917 йылғы октябрь болаһына ти­клем Әтек ауылы ике тапҡыр нигеҙенә тиклем яна. Был шайтан ғәләмәте булғанмы, әллә ауыл халҡына рәнйегән имамдын ҡарғышы төшкәнме — Аллаһ ҡына белә. Нимә генә тиһәң дә был — Аллаһ һынауы. Ауыл янһа ла, әтектәр яңынан ошо ергә нигеҙ ҡора, мәсет, уның менән рәттән мәҙрәсә төҙөй. Беҙгә килеп еткән тарихи мәғлүмәттәр шуны һөйләй: 1861 йылда мәсет ҡайтанан төҙөлә, 1862 йылда 1854 йылдың 31 октябрендәге №9665 Указы менән раҫланған имам-хатип булып 24 йәшлек Ибәтулла Ҡөсөбаев тора. Имамдың ярҙамсыһы   итеп   имам-мөғәллим  Мөхәммәтлатиф  Дәүләтсурин  ҡуйыла.  Хөсәйен  Йәнбирҙин иһә мәзин һәм мөғәллим, йәғни уҡыуҙың тәүге баҫҡыстарында уҡыусы малай һәм ҡыҙҙарҙы уҡыта. Ул мәлдә Әтектә 311 ир-ат. 283 ҡатын-ҡыҙ йәшәй, Әтектән 5 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Йәрмөхәмәт ауылы кешеләре лә ошо мәсеткә ҡарай. Мөхәлләлә 61 ир-ат, 72 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә, һүҙ юҡ, был рәсми документтар бик һай.
Совет органдары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Әтек мәҙрәсәһе башланғыс  дини ғилем биреүсе уҡыу йор­тона ҡарай. Әтек мәҙрәсәһен тамамлағас, указлы имам-хатип Өмөтҡужа хәҙрәттең улы Хәбир Мостафин 1916 йылдың 27 майындағы указ менән өсөнсө Бөрйән олоҫоноң Мәҡсүт ауылына имам-хатип итеп билдәләнә. Репрессия йылдарында уға "енәйәт эше" асыусы тәфтишсе «белеме» тигән  графаға "башланғыс" тип яҙа. Шуға ҡарамай, ул осорҙа Әтек мәҙрәсәһе мо­солман дини етәкселәрен әҙерләү усағы була. Тимер, Яңы Собханғол, Иҫке Собханғол, Ишдәүләт, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй, Ҡотан (Мәсетле) ауылдарының имамдары, мәзиндәре Әтек мәҙрәсәһендә белем ала. БР Дәүләт үҙәк та­рих архивы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мәсеттең метри­ка кенәгәләрендә кешеләр ырыу тамғаһын түгел, ә ғәрәпсә ҡултамғаһын ҡуя. Был шул осорҙағы кешеләрҙең белем кимәле тураһында һөйләй. Урал урмандары ҡосағында ятҡан бәләкәй генә ауылдың ҡыҫҡаса тарихы ошонан ғибарәт.
Ғариф хажи
АБДРАХМАНОВ,
Сибай ҡалаһының шәйех
Ғабдулла Сәди исемендәге  үҙәк
мәсете имамы.
«Ата – әсә фатихаһы  - Әтек ауылы егете Айнур Зарипов тураһындағы мәҡәләне
тулыһынса  «Таң” №71, 25 июнь 2013 йыл гәзитендә уҡырға мөмкин.






Краеведческий музей   

организован в 2006 году. На нарах сложены постельные принадлежности  и подушки с башкирским орнаментом. Киез тушек – войлок изготовлен из овечьей шерсти, ошпаренной в кипящей воде и валяной скалками несколько раз. Это очень трудоемкая работа, требующая много сил и терпения. На стене висит башкирская национальная одежда: женщины носили длинные платья с безрукавками – бишметом или еляном, обувь без каблука – ситек, мужчины – тубетейки, казакины или длинные халаты – еляны. Здесь женские украшения - старинные серебряные браслеты, кольца, кашмау – из монет. Чем больше было монет, тем богаче считалась невеста. На полках -  предметы старины, домашние принадлежности.

На каждом прикреплен ярлык с указанием названия, кем и когда была сдана та или иная вещь в музей. А это альбомы, посвященные нашим землякам. Шежерэ поколений красиво и эстетично оформлены на стендах. Материалы об Алдар батыре расположены на отдельной полке. Можете познакомится с родословной батыра, с портретом, написанным местным художником  Рамилем Имангуловым, учителем районной школы искусств. В стеклянных ячейках старинные монеты дореволюционного и советского периодов, документы ветеранов Великой Отечественной войны и их награды – медали и ордена.

 

 

 

Йәш быуынды мәҙәни һәм рухи хазиналарыбыҙ нигеҙендә тәрбиәләү, уҡытыу-тәрбиә эшендә халыҡ педагогикаһын киң файҙаланыу бөтә тулылығы менән көн тәртибенә ҡуйылды. Балаларҙа кешелеклелек, әҙәплелек, өлкәндәрҙе ихтирам итә белеү, шәфҡәтлелек кеүек сифаттар тәрбиәләү етди бурысҡа әүерелде. Милләтебеҙҙең телен, динен хөрмәт итеү, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү, өлкән быуын кешеләренең өлөгөлө тормошон, һөнәрҙәрен, шөғөлдәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен балаларҙың күңеленә һалыу – беҙҙең эшебеҙҙә төп бурыс. Шуға күрә беҙ мәктәптә тәрбиә эшен халыҡ педагогикаһына нигеҙләп ойоштороуға бирәбеҙ.

Ошо алынған маҡсаттарға ярашлы мәктәбебеҙ 2006 йылда Тыуған яҡты өйрәнеү” музейын асыуға өлгәште. Был музей ҡомартҡыларҙы һаҡлау урыны ғына түгел, халҡыбыҙҙың данлы үткәне, ауылдаштарыбыҙҙың ғөрөф – ғәҙәтенә шөғөлөн өйрәнеүсе изге йорттарҙың береһе булып тора. Музейҙы асыуға ауылдаштар, мәктәп уҡыусылары бик күп көс һалды. Уҡыусылар оло быуын кешеләренән бик күп ҡомартҡылар йыйыуға иреште. Музейҙа “Башҡорт өйө” бүлмәһендә тирүгә һуғыу станогы, ҡымыҙ бешеү өсөн батман, таш тирмәне, еҙ ҡомған, батмус, һуғылған балаҫ, ҡорама түшәктәр, сигелгән төрлө ҡул эштәре – уҡыусылар күңелен арбай, уларҙа ҡыҙыҡһыныу тойғоһо  арта.

Икенсе бүлмәлә төрлө эш ҡоралдары, балыҡ тотоу өсөн мурҙа, ураҡ, ҡорт һоҫоу өсөн моҙға, төрлө ер эшкәртеү ҡоралдары былар барыһы ла ауылдаштарыбыҙҙа һаҡланып ҡалған эш ҡорамалдары.

Музейға материал туплауҙа Әбдрахманов Фәйҙулла Абдулла улы күп көс һалды. Ул осорға Исәнғазы, Иҫке Тарыуал ауылдары юҡҡа сыҡмағайны. Ул ауыл кешелерәнән бик кенә әйберҙәр йыйып алынды.

Тамырҙарын юллаған, тарихын белгән, үткәнен онотмаған халыҡ үлемһеҙ тиҙәр. 2005 йылдың 10 ноябрендә Әтек ауылында исеме йырҙарҙа йырланған, легенда-риүәйәттәрҙә данланған, тарихи сығанаҡтарҙа урын алған легендар шәхес – Бөрйән ырыуы батыры Алдар Иҫәкәйевкә һәйкәл асылды. Был һәйкәлде асыу өсөн әҙерлек эштәре бер нисә йыл элек башланғайны. Уның тураһында мәғлүмәттәр йыйыу маҡсатында 2001 йылда мкәтәптең тарих уҡыутыусыһы Әбдрахманов Фәйҙулла Абдулла улы һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сөләймәнова Рәшиҙә Ғиләжетдин ҡыҙы Баймаҡ районы II Этҡол ауылына барып, бай ғына мәғлүмәттәр йыйып алыуға иреште. Алдар батыр иҫтәлегенә музейға бик күп материалдар тупланды. Үҙебеҙҙең ауылда ошондай шәхес сығыуы менән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Киләсәктә Алдар батырҙың биографияһын тулыландырыу буйынса бик күп эштәр эшләнер, халыҡ үҙ батырын мәңге онотмаҫ.





    


    


    


    








 

_mod_files/ce_images/3.jpgТашөйэта пещера на левом берегу реки Кана находится недалеко от деревни. На правом – чуть выше на живописном месте находится пасека.

Ташөй  дословный перевод Каменный дом – пока ни кем не исследован, возможно, и у него имеются свои секреты, ведь напротив него в далеком прошлом была основана деревня Атиково. По приданию сильный пожар полностью уничтожил деревню, в результате наши предки вынуждены были переселиться на 1,5-2 км выше по течению на нынешнюю территорию населения, более защишенной от ветров, окруженная горами и массивным лесом с северной стороны. Кстати, уничтожение этого леса в 60-ые годы в целях увеличения пахотных земель лишило деревню от естественной защиты от ветров, возможно, оно сыграло в какой-то степени роковую роль при новом пожаре 1982 года, в результате чего полностью сгорела более половины деревни почти мгновенно из-за бушующего пожара, усиленного столь сильным ветром.

                                   См. Фоторепортаж



1968 йылдың 25 сентябрендә Әтек ауыл Советы барлыҡҡа килгән.

Хәҙерге көндә Әтек ауыл биләмәһе хакимиәтенә  бер ауыл- Әтек ауылы ҡарай.

 

Ауыл биләмәһендә:

 мәктәп,

балалар баҡсаһы,

“Ҡана” агрофирмаһы ЯСЙ-һы,

фельдшер пункты,

мәҙәниәт йорто,

почта бүлексәһе ,

7 магазин: 6 шәхси эшҡыуарҙыҡы, “Шүлгән” ЯСЙ-һы магазиндары эшләп тора.

 

Ауыл биләмәһендә барыһы 510 халыҡ иҫәпләнә:

272-ир-егет, 238 ҡатын-ҡыҙ.

 

Был халыҡтар араһында башҡорт, татар, молдован миләттәре бар.

 

Ауылдың иң оло кешеһе, ағинәйе- һуғыш ветеранының тол ҡатыны

Биембетова Сәхипъямал Мөхәмәҙиә ҡыҙы.

 

Баймөхәмәтова Я.Х. менән Хөсәйенова Ф.Ә.

“Герой-әсә” ордены менән наградланған,

Килдейәрова Р.Х. менән Сәйфетдинова А.Ә.

“Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булғандар.

 

Пенсионерҙар һаны- 50,

Эшләп йөрөүсе пенсионерҙар-3,

Һуғыш ветеранының тол ҡатыны-1,

Тыл ветерандары- 8,

Хеҙмәт ветерандары- 22,

Инвалидтар- 29,

Инвалид балалар-3.

Ҡараусыһыҙ ҡалған ололарҙы  социаль-хеҙмәткәр Алгазина Ф.Ғ. хеҙмәтләндерә.

 

Күп балалы ғаиләләр һаны- 16: 4 бала менән- 2, 3 бала менән- 14 ғаилә.

 

 

Йыл башына ҡарата эре мөгөҙлө мал һаны бөтәһе-310,

Һыйырҙар- 165,

Кәзә-һарыҡ-314,

Аттар-64,

Ҡош-ҡорт-1046,

Ҡорт семьялары- 205.











4 июнь 2013 йыл  Тарыуал  яланы пай ерҙәренә бүлгеләнеп, халыҡҡа (халыҡҡа түгел, ә айырым кешеләргә) таратып бирелде. Ҡана туғайы, Ҡана яланы, Маҙалы, Ҡарасәс һәм Бәләкәй Салажы яландары ла пайҙарға таратыласаҡ. Оло Салажы, Бәләкәй һәм Ҙур Этүлгән, башҡа эреле ваҡлы яландар күптән инде беҙҙең элекке ерҙәр генә булып һаналалар. Пайсыларҡың тәүге йыйылышында пай еренең майҙаны  Әтек ауылы советы буйынса 4,7 га-ға тура килә тип билдәләнһә, әлеге көндә ул 3 га-ға тиклем кәметелгән, пайсыларҙың исемлегендә лә нигеҙһеҙ үҙгәрештәр бар.






ТАРИХНАМӘ


 

 «Йәшлек» гәзите биттәрендә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап атайым Байморатов Әхмәт Исмәғил улының ҡулъяҙмаһынан өҙөк баҫылып сыҡҡайны. Хәтирәләренең Әтек ауы­лы тарихына  арнаған бүлеген район гәзите аша яҡташтарына тәҡдим итәм.

«Әтек ауылының тәүге  урыны хәҙерге Байҡотоҡ йылғаһының түбәнге туғайында була. Ишек алды тауы исеме шул ауыл  ултырған ваҡыттан уҡ аталып ҡала. Аҙаҡ халыҡ хәҙерге йәшәгән урынға күсеп ултыра. Ауыл 1930 йылға тиклем кустарсылыҡ менән шөғөлләнә. Ишле ғаиләләр ағас әҙерләп, һал ағыҙып, хәллерәктәре мал аҫырап, йәй көнө йәйләүҙә күсмә тормошта көн күргән.

Ауылда Октябрь революцияһына тиклем дин әһелдәре уҡытыу өсөн мәҙрәсә була, тирә-яҡ ауылдарҙан, волостарҙан шәкерттәр уҡып, муллалыҡҡа имтихан тотҡандар. Ситтән килеп уҡыусылар өсөн ин­тернаты, бер үк өйҙә ашханаһы ла эшләй. Дәүләткилдин Әхмәтшәриф хәҙрәт заманына күрә бик белемле була.

Мәсетте Октябрь революцияһынан һуң емереп, хәҙрәтте золом ҡорбаны яһап, һөргөнгә ебәрәләр.

1930 йылда ауылда «Ҡыҙыл  юл» колхозы ойошторола. Колхоздың һыу көсө менән эшләгән ярма һурҙырыу, он тарттырыуға көйләнгән таш тирмәне була. Һөтсөлөк фермаһының ҡышлау урыны хәҙерге Булат түше яланында, йәйге йәйләүҙәре төрлө яландарҙа урынлаша. Һөттө ҡул сепаратында үткәреп, һары май яһап, хөкүмәткә тапшыралар.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ауыл  ерендәге халыҡ 1943 йылға тиклем аслыҡҡа әллә ни дусар булма­ны, сөнки күптәрҙең һуғышҡа хәтлем булған запастары, малдары булды. Күпселек ғаиләләр көндө төнгә ялғап эшләп, үҙҙәренә йәшәү сығанағы тапты. 1944 йылдан 1947 йылға ти­клем ауыл халҡы кеше иңе күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтарға дусар бул­ды. Һуғыш яраларын бөтөрөү беҙҙең халыҡ иңенә бик ауырға төштө.

Һуғыштан һуң, 1946 йылдың ғинуар айында, колхоз бөтөрөлөп, «Ҡыҙыл  юл» промартеле ойошторолдо, уның тәүге рәйесе Мәрәсов Фәйзрах­ман ағай ине. Промартелгә Әтек, Иҫәнғазы, Маҙалы ауылдары инде. Эшсе көсө һуғыштан ғәрипләнеп ҡайтҡан ир-ат, ҡатын-ҡыҙ һәм үҫмерҙәрҙән торҙо. Ағас, утын әҙерләнек, йүкәнән арҡан ишеп, һалабаш серетеп, ҡап, септә үреп һаттыҡ. Йәштәргә паспорт бирергә рөхсәте булманы. Теләйһеңме-юҡмы, ауылда эшләүҙән башҡа сара ҡалмай ине. 1954 йылдың аҙағында промартель бөтөрөлөп, «Алға» колхозы төҙөлдө. Тәүге рәйесе Ҡотлобаев Ғәле ағай ине.

Был ваҡытта ла ауыл халҡы «хеҙмәт көнөнә» эшләне. Тик 1961 йылдың башында ғына эш хаҡын аҡсалата түләй башланылар.

1965 йылда беҙҙең «Алға» колхо­зы Бөрйән районында тәүгеләрҙән булып финанс һәм матди яҡтан ныҡлап аяҡҡа баҫыусыларҙан булды. Ул ваҡытта колхозды Бикбулатов Баһауетдин ағай етәкләне, мин, был яҙыуҙың авторы, уның ярҙамсыһы булып эшләнем. Баһауетдин ағайға бик ҙур рәхмәтлемен, ул миңә эшемдә файҙалы кәңәштәр менән ярҙам итте.

Колхоз составында Әтек, Иҫке Та­рыуал, Иҫәнғазы һәм Яңы Тарыуал ауылдары ҡалды. Ә Маҙалы, Яҡшығол ауылдары халҡы төрлө яҡҡа күсенеп китеп бөттө. Колхоздың сиге Иҫке Тарыуал  ауылының Бурлат яланынан Яңы Тарыуал  ауылының Йәмбәт утарына тиклем ине. Мин колхоз ерҙәрен айына 2 тапҡыр һыбай йөрөп сыға инем, һәр әйләнештә кәмендә 150 саҡырым.

1969 йылдың башында Бөрйән районының яртыһы кимәлендә за­манына күрә ҙур биләмәле «Бөрйән» совхозы ойошторолдо. Уның соста­вына Салауат, Ленин исемендәге, «Алға», «Үрнәк», «Яңы юл» колхоз­дары инде. Тәүге директоры итеп Исмәғил Ғәбитов тәғәйенләнде.

Совхоздың үҙәге Иҫке Собханғол  ауылында урынлашты. 1969-1993 йылдарҙа «Бөрйән» совхозы ауыл  хужалығында юғары күрһәткестәргә өлгәште, бигерәк тә малсылыҡ, ҡортсолоҡ ныҡ үҫешкәйне. Эш хаҡын айына 2 тапҡыр түләнеләр, бер хужалыҡта оҙаҡ эшләгән өсөн механизаторҙарға, малсыларға «классность», «выслуга» ҡаралғайны. Эштең һөҙөмтәһенә ҡарап йыл һайын дәртләндереү һәм 13-сө эш хаҡы түләнде.

1993 йылда беҙҙең бүлексә, «Бөрйән» совхозынан сығып, «Алға» АКХ-һы итеп үҙгәртелде. Шунлыҡтан бүлексәнең стажлы эшселәре, пенсионерҙары милек һәм ер пайҙарынан мәхрүм ителде. Беҙ үҙ заманында төҙөгән хужалыҡ ҡаралтылары, мал-тыуар күпләп тәләфләүгә дусар ителде. Иген сәсмәй, сәсеүлек ерҙәре сабынлыҡ итеп таратыу сәбәпле, хужалыҡ ныҡ бөлдө.

Хужалыҡтың исем-шәрифтәрен йыл  һайын үҙгәртеп кенә алға барып булмай шул. Крәҫтиән - ер кешеһе, былай ҙа тау-ташлы, урманлы, юлһыҙ яҡтарҙа хужалыҡты тиҙ генә хәлләндереп булмаҫы билдәле ине.

Ҡулъяҙмамды үҙемсә иҫләп яҙҙым, документтарҙа нигеҙләнеп эшләп булманы. Архив яҙмалары 1982 йылдың 20 июнендә минең тыуған ауылымдың янғынға дусар булыуы арҡаһында юҡҡа сыҡты».

Атайымдың ҡулъяҙмаларына 10 йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Хәҙер ауылда тормош үҙгәрҙе. Ҡайтҡан һайын үҙҙәренә генә хас ма­тур биҙәкле өйҙәргә, йорт-ҡураларға ҡарап һоҡланам. Ауылымда  матур итеп һабантуйҙар, шәжәрә байрам­дары үткәрелә. Бер йәй ҡунаҡҡа ҡайтҡанда атайым миңә 2 фотоһүрәт һаҡларға биреп ҡуйҙы. Шуларҙы ла ауылдаштарым иғтибарына тәҡдим итәм.

Ата-әсәйҙәрегеҙҙе, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙе танып ҡыуанырһығыҙ, тип ышанам. Улар ҙа бит ауыл  тарихы.

Миңзәлә КАШАПОВА (Байморатова).

Әлшәй районы.

«Таң” № 96, 18 август 2015 йыл.

 

 

 

 

 

 

 




«Назад | Вперед »



 Исангазно

 Мазалы

Староусманово 

 Татыгас

 

 


data-ami-mbover= Версия для печати
 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS