2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга



«Назад | Вперед »


Главная  /  Генеалогия  /  Исянгазино



http://ufagen.ru/places/burzyanskiy/isyangazino.html

Исянгазино  (Кускарбак) 

Из деревни Бахтигареево (Апиково), расположенной в верховьях р. Таналык в нынешнем Баймакском районе, в 1813г. 15 семей основало новую деревню Исянгазино (Кускарбай). Первопоселенец - Исянгазы Кадырбердин (сын его Зиганша). В 1859г. в ней проживало 150, в 1920г.- 200 жителей. Дворов было соответственно 20 и 55. Скотоводческое хозяйство переживало упадок. На 15 дворов с 76 жителями приходилось 50 лошадей, 80 коров, 10 овец и 22 козы. Хлеба почти не сеяли. Кто-то из жителей сеял лишь 2 четверти (16 пудов) ярового хлеба. Воины 15-го полка, взявшего Париж в марте 1814 года, жили в этой деревне. Это - братья Исянгул, Балдыбай и Усман Кулмамбетовы, у каждого из них - по две серебряные медали.
 


В ревизских сказках  д.Исянгазиной за 1834 год записан

Кульбеит Кучкарбеков (1746-1820),

его сыновья:

Гусман, 1798 г.р.;

Мухаметзаман, 1802 г.р.;

Мухаметгали,1812 г.р.;

Гумер, 1814 г.р..

ЦГИА РБ.Ф. И-138. Оп.2.Д.565. Л.181.


 Алгазин Султан Шагимович   (1906,Башкирия, Бурзянский р-н,д.Исянгазино--,1937)

башкир, образование: начальное, б/п, к-з <Кызыл Юл>, председатель

Арест: 1937.12.23 Обв. по ст. 58-2, 58-7, 58-8, 58-9, 58-10, 58-11

Приговор: к лишению свободы на 10 лет

Реаб. 1959.09.11

 [Книга памяти Республики Башкортостан]

 


АУЫЛДАР ТАРИХЫНАН

          Атай-олатайҙарҙың төйәге

Урал! Атай-олатайҙар­ҙың данлы ере! Ошо из­ге еребеҙҙе тартып ал­маҡсы булып, бик күп дошмандар яу асҡан, әммә «Һис бирмәгән башҡортУралын».

Ошо данлы Уралдың гүзәл бер мөйөшөндә Исәнғазы ауылы урын­лашҡан. Ирәндек аръя­ғынан, Урал һыуы бу­йынан үҙенең туғандары һәм дуҫ-иштәре менән Атанғол исемле кеше ки­лә һәм улар ошонда тө­йәкләнеп йәшәй башлай­ҙар. Ҡана, Күркәтау, Бе­терә һыуҙары уларҙың омболды (тәрән, сөмбәй­ле мәғәнәһендә) ятыуҙа­ры шул хәтлем балыҡлы, матур була. Был һыуҙар­ҙың тирә-яғы ҡуйы, эре-эре ҡарағайлыҡ, һәр төр­лө йәнлеге мышғып йө­рөй, ҡош-ҡорто ла бихи­сап була.

Ҡыш көндәре һунар­сылыҡ менән шөғөлләнә­ләр. Яҙғыһын иген, би­герәк тә арпа, ҡарабой­ҙай, тары сәскәндәр. Иген сәсеп бөткәс тә йәйләү­гә күскәндәр. Солоҡтар­ҙан батман-батман бал алғандар, май бешкән­дәр, бейә бәйләп, оҙон көй көйләп ҡымыҙ эскәндәр.

Атанғол ҡарт йәйләү­ҙән ыҙмаға күсеп төшкәс тә, ер туңғансы, ауыл ҡаршыһындағы туғайҙа тирмә ҡороп ултырған. Уның малы бик күп бул­ған. Һәбеш тауынан мал ҡайтыуын ҡарап торған һәм бер генә башмағы ҡайтмаһа ла белгән. Атанғол ҡарттың малы кисеүҙе тултырып торған. Шуға ла хәҙер ҙә Атан­ғол кисеүе, Атанғол ту­ғайы тип йөрөтәләр шул ерҙәрҙе.

Атанғол ҡарттың бер генә улы була. Илдәрбәк исемле был яңғыҙ ғына улын ул Ҡарғалы­ла мосолманса ла, русса ла уҡыта. Илдәрбәк бик зирәк, отҡор бала була. Дастуин егет булғас, Ил­дәрбәк Ҡарғалынан кә­ләш алып ҡайта. Ҡатыны ла бик грамоталы әҙәм була, русса ла, мосолман­са ла уҡый-яҙа белә. Атанғол ҡарт, улы кә­ләш алып килгәс, шул тиклем ҡыуана, бал һа­лып ҡымыҙ әсетә, ике тыу бейә һуйҙырып, Ҡарғалынан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙа­рын саҡырып, бик ҙур туй үткәрәләр. Туйҙа ошондағы ҡарттарҙың йырлауына, ҡурайҙа уйнауҙарына иҫтәре китеп, аптырашып, ғәжәп ҡалып ҡайтҡандар, ти Ҡарғалы ҡоҙалары. Ҡурайға Ил­дәрбәк тә бик шәп бул­ған. Илдәрбәк ҡурайын тартһа, бер кем дә ила­май ҡалмаған, шул хәт­лем моңло уйнаған, ти ул.

Бер ваҡыт, 100 йәш тултырып, Атанғол ҡарт үлеп китә. Хәҙер ауыл­дың иң хөрмәтле кешеһе булып Илдәрбәк ҡала. Илдәрбәк ҙур түрәләр, генералдар менән таныш була. Армияға бара, мәр­гән уҡсы була. Мәргән­леге өсөн алтын сәғәт менән бүләкләнә. 17 йыл хеҙмәт итә ул. Ҡайтҡан­да полковник дәрәжәһе алып ҡайта. 17 йыл хеҙ­мәт итһә лә, Ҡарғалынан алып килгән ҡатыны бер ниндәй хыянатһыҙ көтөп ултыра Илдәрбәген. Ҡы­уанышып ҡауышалар бы­лар. Илдәрбәк халыҡ мән­фәғәтен дә ҡайғырта. Шанскийҙән алып, Күр­кәтау аръяғынан, Ҡортүлгән, Ишей, Айһөйәк, Ырғыҙлы баштарынан ер биләп йәшәй Илдәрбәк.

Илдәрбәктең ике улы, бер ҡыҙы була. Оло улы­ның исеме Арсланбәк, кесеһенеке — Батырхан, ә ҡыҙының исеме Ғәйшә була. Арсланбәк армияла хеҙмәт итеп офицер бу­лып ҡайта, ә Батырхан армияла үлеп ҡала. Ил­дәрбәк кесе улының үле­мен бик ауыр кисерә. 100 йәшкә еткән Илдәрбәк түшәккә йығыла.Үҙе үлмәҫ элек, йыйын үткә­реп, ауылдаштарының, тиң-тош, таныштарының, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарының ри­залыҡтарын ала. Улы Арсланбәк менән бәхил­ләшә һәм донъя ҡуя. Вәт был донъя тигәнең! Нин­дәй бай, грамоталы әҙәм, үҙе полковник, оҫта ҡу­райсы — үлем бер нин­дәй дан-шөһрәт менән дә иҫәпләшмәй шул!

Шулай итеп ауылда иң хөрмәтле кеше булып Арсланбәк Илдәрбәкович йәшәй башлай. Ул кеше­гә бик яғымлы, һөймә­лекле була.

Бер ваҡыт ыҙманан Үргейортҡа күсәләр. Кү­сеп килеп Үргейортҡа тирмә ҡороп та өлгөрә­ләр, Арсланбәктең ҡаты­ны бүкән кеүек бер ир бала таба. Арсланбәктең шатлығының сиге булмай. Ул бик ҙур йыйын йы­йып,бәпес туйын уҙғарып, балаға Күскәрбәк тип аҙан ҡысҡырттыра. «Бындай бәпес туйын кү­реү түгел, ишеткәнебеҙ ҙә юҡ, — тиҙәр ҡор­ҙаштары, — әйҙәгеҙ, ауы­лыбыҙҙың исемен Күс­кәрбәк тип йөрөтәйек», — - тип шаулашып алып киткәндәр. Барыһы ла риза булғандар, ҡымыҙ тулы туҫтаҡтарын күтәр­гәндәр. Халыҡ риза бул­ғас, Арсланбәк ҡарт өс йыл буйына ҡолон күр­мәй тыу йөрөгән туры бейәһен һуйып, ауылдаш­тарын һыйлай. Ҡымыҙ эсеп, ҡурай уйнап, йыр­лап-бейеп зыу булалар былар.

Шулай итеп күп ғүмер­ҙәр уҙа. Арсланбәк ҡарт Күскәрбәгенең 4 улын кү­реп үлеп китә. Оло улы­ның исеме Исәнғазы, икенсеһе—Алғазы, өсөн­сөһө — Иҫәнбирҙе, кесе­һе Иҫәналы була. Был ваҡытта закон да үҙгә­рә: хөкүмәт ауылдарҙың исемен законлаштыра. Ҡайһы ғына ауылдың булһа ла мәңгегә ҡала торған исемдәрен төп ке­нәгәгә яҙалар. Шул ва­ҡытта Күскәрбәк ҡарт оло улының исемен ауыл исеменә яҙҙыра, бөгөн­гө көндә лә ауыл Исәнға­зы тип йөрөтөлә.

Күскәрбәк ҡарт 100 йыл йәшәп үлә. Исәнға­зы 103 йәштә донъя ҡуя. Исәнғазының Йыһанша исемле улы 104 йәш йә­шәп үлә. Йыһаншаның улы Шаһиәхмәт 1916 йылда үлә (107 йәш йәшәй). Шаһиәхмәттең улы Шаһивәли 1912 йылдың 22 апрелендә 52 йәш йәшәп үлә, ә Шаһивәлиҙең улы —Исәнғазин Вәли 90 йәшкә етеп үлә. Ағаһы Һиҙиәт империалистик һуғышта үлеп ҡала.

Икенсе улы Хәлфетдин (1889 йыл тыуған), Вәлиҙән һуңғы­һы Зекриә исемле була (1901 йыл, 15 декабрҙә тыуған). 1922 йылдан алып 1968 йылға тиклем Сызрань ҡалаһында йә­шәй. Исәнғазының ҡус­тыһы Алғазының Дауыт, Ғәҙелша, Вәлиша, Нәҙер­ша, Юлдыбай исемле ул­дары була. Ғәҙелшаның улы Шаһимарҙан, Ша­һимарҙандың улдары — Сәғит, Солтан (Солтан бабай әле лә йәшәй). Вәлишаның улы Ғәзиз, Ғәзиздың улы Ғәли (Әлеге көндә Исәнғазы ауылын­да һатыусы булып эш­ләй). Юлдыбайҙан нә­ҫел: Алғазин Сирғәли, Юлдыбаев Муллагилде (Башҡаларының зыяраты юҡ).

Мәрхүм Вәли бабай 7 быуынын белгән бит! Ил­дәрбәк, Арсланбәк, Күс­кәрбәк, Исәнғазы, Йы­һанша, Шаһиәхмәт, Ша­һивәли. Хәҙерге ваҡытта ете быуынын белгән ке­шеләр бик һирәктер ул...

Шулай итеп, күп дә­үерҙәрҙән йәшәп килгән Исәнғазы ауылы был.

3. ФАЗЫЛОВА.

Авторҙан: Мин был мәғлүмәттәрҙе үҙе иҫән саҡта Исәнғазин Вәли бабайҙан яҙып алдым.

 

 



 

      Башҡорт АССР-ы Үҙәк Башҡарма Комитеты (ЦИК) Президиумы һәм Халыҡ Ко­миссарҙары Советы (СНК) 1930 йылдың 20 авгу сындағы ҡарары менән Башҡортостан­да административ бүленештә кантондар һәм волостәр бөтөрөлөп, райондар бар­лыҡҡа килә. Шулай итеп беҙҙең Бөрйән районы Ба­шҡарма комитеты төҙөлә. Бөрйән районы Башҡарма комитетыңда халыҡ хужалығы тармаҡтары буйынса бүлектәр булдырыла. Райондың һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире итеп Исәнғазы ауылында тыуып үҫкән 38 йәшлек Исәнғазин Вәли Шаһивәли улы тәғәйенләнә. Исәнғазин В. Ш. үҙ ваҡыты­на күрә белемле, эшен тыры­шып башҡарыусы, абруйлы етәкселәрҙең береһе булып һанала. Уның етәкселегендә Иҫке Собханғол ауылының ам­булаторияһы менән 35 койкаға иҫәпләнгән дауахана бинаһы төҙөлөп эксплуатацияға тап­шырыла. Шулай итеп, Исәнға­зин В. Ш. бүлек мөдире бу­лараҡ, 1930-36 йылдарҙа һа­улыҡ һаҡлау учреждениеһы­ның эшен юлға һалыу буйын­са күп көс һала. В. Исәнғазин район күләмендәге күренек­ле шәхестәрҙең береһе генә түгел, ул Башҡортостандың Үҙәк Башҡарма комитеты ағзаһы итеп тә һайланған (Ба­шҡортостан Республикаһы Верховный Советы депутаты кеүек була).

1934 йылдың ғинуар айында үткән Бөтә Башҡортостан Со­веттарының IX съезында Бөрйән районынан делегат бу­лып ҡатнаша. 1937 йылда үҙенең тыуған ауылы Исәнғазыға ҡайта. Бөрйән лесхозын­да урман технигы булып, өлгөлө эш күрһәткестәре менән хаҡлы ялға сыға. Вәли Шаһивәли улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, миҙал­дар һәм ордендарға лайыҡ бу­лған яугирҙарҙың береһе. Ул ғаиләһендә 5 бала тәрбиәләп үҫтереп, үҙаллы тормошҡа баҫтырған өлгөлө атай ҙа бул­ды.


И. ИШБАЕВ,

хеҙмәт ветераны, һүрәттә: Советтарҙың IX Бөтә Башҡортостан съезы де­легаты, 1930-1936 йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөди­ре булып эшләгән В. Ш. Исәнғазин. |


КАРАГАЧ-ДЕРЕВО ВЕКОВОЕ

              (ҠАРАҒАС-ЙӨҘЙӘШӘР АҒАС)


…Наша цель-встерится с бурзянским долгожителем Валиуллой-бабаем Исяангазиным. О нем в народе ходят легенды. Старик, якобы, до революции сторожил мечеть, был хранителем древних книг и рукописей, участвовал в трёх войнах, говорят еще, что он ясновидищий, аксакал… Некоторые даже добавляют с таинственным видом: “У него, оказывается, имеется шежере, знаете на чем?- на шкуре медведя…”. Мы наконец-то поехали на родину Валиллы-бабай- деревня Исянгазино.Нет, от Валиуллы-бабая не веет духом потусторонних сил.Оказалось даже, что он всегда считал себя убежденным атеистом. Поэтому слухи и всякоие небылицы о его незыурядных способностях-выдумки шутников. А то что он прошёл три войны- первую мировую, гражданскую и Великую Отечественную-совершенно правда.

-          Сколько Вам лет, дед?

-          Не скажу,-и хитро прищуривает глаз.-Скажу - проболтаетесь, и молодухи на меня перестанут смотреть.Затем, став серьезным, продолжает: “ Джигит я,сынок,сердцем чую,джигит.Рядом с девятью поставь три пальца,вот и посчитай, сколько мне лет”.

Девяносто три года. На первый взгляд цифра небольшая, я знавал людей и постарше его. Бывало азербайджанские, абхазские или грузинские старожилы обращались ко мне с только им свойственной гордостью “браток”,”брат”, но никогда  не говорили”сынок”.

А если подумать, разве в счете лет истина? Скорее, она в смысле жизни.

   Жизнь Валиллы-бабая-это книга, вобравшая в себя не только личную историю, но и драматизм, тяжелые переживания и счастливые страницы истории своего народа… На одном дыхании рассказывает он нам, как в течение трех лет, с 1914 по 1917 год, участвовал в империалистической войне, дошел до Варшавы, заслужил Георгиевские кресты.И о тяжелой контузии, и о том как стал чемпионом по бегу, и об участии в тайных собраниях “большевиков-агритаторов”. Вернувшись с фронта, работал у помещика Пимернова, сплавлял лес по Кане, рубил дома…Валиулла-бабай не остался в стороне от революционных преобразований начала века. Он верил в счастливое будущее своей деревни, Родины, а потому был в гуще событий Великого Октября.

В 30-х годах колхозное движение доходило до Исянгазов. Жители деревни тащили на общий двор, кто что мог: личный скот, имущество. Так было создано в деревне коллективное хозяйство “Большевик”. Его первым председателем избрали Валиуллу Шагивалеевича Исянгазина: он и по-русски хорошо говорить и грамоте обучен, знает родовые знаки семей близлежащих дервень, в политике разбирается-как-никак участник революции!

    В первый же год посеяли пшеницу, построили склад. Взяли делянку для строительства первой фермы. Только колхоз так и не смог подняться на ноги. То ли непогода , то ли недоверие людей то ли низкая эффективность труда, только люди стали выходить из колхоза.Остались в нем лишь двое-Валиулла, он же председатель, и его жена-член колхоза.Колхоз продолжал жить. Когда по республике начали собирать пожертвования на выпуск тракторов, колхоз “Большевик” перевыполнил план: из Исянгазов отправили Георгиевские кресты Валиуллы-бабая и родовые серебряные украшения его жены.

    Руководство только что организованного района назначает предприимчивого председателя руководителем здравоохранения. На этой должности он проработал до 1936 года. За это время.Валиулла Шагивалеевич был избран членом ЦИКа Башкирской АССР восьмого созыва.На первое заседание Валиулла приехал прямо с работы: на плечах казакин (домотканая фуфайка), просторная рубашка, широченные шаровары, на ногах выдавшие виды ситеки (домашние сапожки).Председатель БашЦика Афзал Тагиров, известный уже писательи государственный деятель, взглянув на него испытующе, произнес:

-Ты, брат, сейчас член првительства автономного государства,я думаю, не подобает в таком виде появляется здесь...

-Товарищ председатель…у меня в кармане…

-Не ройся в карманах. На, возьми бумажку, иди на склад. Потом поговорим.  Валиулла, вернувшись со склада, опять зашел к председателю, и он прикрепил на лацкан пиджак Исянгазино знак члена ЦИКа под номером 0155 и вручил удостоверение. Кстати, этот знак, после долгих лет я видел своими глазами. Валилла-агай хранит его как реликвию. Иногда, когда дорогие гости посещают его дом, он любит прикрепить это знак…

   …Осень 1941 года Сколько уже заявлений подавал Валиулла-агай, но не дают, добро- пока здесь нужен.Только в 1943 году Валиулла Исянгазин- уходит на фронт, сново он солдат. Участвует в освобождении Белоруссии, Литвы,Латвии.Валиулла-агай и сегодня все еще в строю. Он живет заботами тех, кто нуждается в нем, кому надо помочь, кто ждет его совета.    

  (Из рассказа писателя Сабира Шарипова)               



«Заброшенные, но не забытые»

 

     Баймуратова Гульзада Азаматовна (8 класс), д.Атиково

    Научный руководитель: Грецу Михаил Николаевич 

    Данная Исследовательская работа выполнена

     в рамках программы (кружка) «Мир глазами  детей»

 

Введение. Историческая справка

 

Заброшенная деревня– Исангазино. Место очень красивое, окружено скалами и горами. Чтобы добраться до неё надо переходить вброд две речки, одна из которых течёт у подножия горы прямо по краю деревни. В реках водятся очень много рыб. Рыболовство играла большую роль в жизни жителей Исангазино.  Данный объект можно использовать в воспитательных , туристических целях, сельскохозяйственной промышленности. Еще местные жители занимались  бортничеством. Так как  деревню окружают густые леса, очень много толстых деревьев, именно в их дуплах  живут  дикие пчелы. Бортничество была  одной  из важных отраслей хозяйства жителей. Мне известно, что сейчас и в наше время в окрестностях деревни находятся 36 бортей.

   Почему умирают деревни? Почему в деревнях, где кипела жизнь, играли свадьбы, рождались дети,  была школа,  где все жители были заняты сельскохозяйственным трудом, вдруг покидали родные места и уезжали кто куда? Свое исследование я посвящаю деревни, которой нет на карте Бурзянского  района, как нет в ней и жителей. Но живет народная память, пока живы люди, которые родились в деревне Исангазино и в их паспортах в графе "Место рождения" - указана  несуществующая деревня Исангазино.  Я хочу  знать  и помнить, откуда мои родители, какая у них была Малая Родина.

 

Памятник-печь бабушки Алмабика

 

   До сих пор среди высоких трав стоит, словно памятник, печь, сложенная бабушкой Алмабика.

Ввиду того, что у бабушки не было денег, чтобы купить кирпичи, она собрала камни и подняла- сделала себе печь своими руками.

Это было не простая женщина. Она была повитухой и давала жизнь, принимала жизнь в свои руки при рождении каждого ребенка в этой деревни. Глядя на эти остатки печи, мы –правнуки спрашиваем: “Что за эта бабушка?” и слышим в ответ, что это самое крепкое сооружение, которого создала своими руками та самая Алмабика, которая дала жизнь твоей маме, тете, дяде и многим другим.

 

Легендарное место

 

   Как результат моего исследования можно считать рассказ моей бабушки о легендарном Заки Валиди. С её слов было так. Во время гражданской войны, когда зеленые отступали, они проходили через нашу деревню, моя мама рассказывала: ихний штаб находился в нашем доме. Когда они уходили предупредили жителей, что за ними придут белые, и чтобы они спрятали оружие, скот, хлеб. Они ушли через Ишей в сторону Темясово. И её мама, моя прабабушка Юмахултан, всегда с уважением говорила про Заки Туган. Действительно, после них пришли белые, грабили деревню, допрашивали жителей, расстреливали неугодных, но и они отступили под напором красных. Пришли красные и установили Советскую власть. 

 

История моего дедушки Гильметдина

 

    Мой дедушка Кульбаитов Гильметдин воевал во время Великой Отечественной войны в рядах 112-ой Башкирской кавалерийской дивизии кавалеристом. Дошёл до конца войны. Был награждён медалями и орденом Красной Звезды.

                             

 Заключение

 

Деревня, не существующая на картах, не забыта людьми Исангазино. Нет ни единого человека в Атиково, который не знает деревню Исянгазино. Пока жив хоть один человек, который знает о деревне, дервня будет существовать. Люди, которые жили в этой деревне, их дети не забывают, ездят туда каждый год . Устраивают праздники,  ходят за грибами, ягодами. Там даже есть Обели́ск в память участникам Великой Отечественной  войны. Хочу сказать, что будущие поколения должны знать об этой деревне, о деревне Исангазино с богатейшей  историей.

В результате своего исследование я хочу создать в социальной сети “ В контакте” группу “Исангазино”, в которой могли бы общаться все те, кто когда-то жил или имеет родительские корни из этой деревни.  

 

 

Жертвы политических репрессий в СССР из д.Исангазино

 

1.       Ишдавлетов Сайфулла Сулейманович: 1888 года рождения

Место рождения: БАССР, Бурзянский р-н, д. Исянгазино;

2.       Кульбаитов Ягуда Альмухаметович: 1868 года рождения

Место рождения: БАССР, Бурзянский р-н, д. Исянгазино;

3.       Алгазин Султан Шагимырданович. Родился в 1906 г., д. Исангазино

4.       Ишдавлетова Сахима. Родилась в 1892 г.,

5.       Ишдавлетов Хидият Гиниятович. Родился в 1922г.,

6.       Ишдавлетов Гиният Сулейманович. Родился в 1881г.,

 Декабрь 2012 йыл.

 

          

 

           

 



26.06.10. Иҫәнғазыла байрам


Иҫәнғазы ауылында һаумыһығыҙ, ауылдаштар байрамы үтте.


Фоторепортаж  (Х.Зарипов әҙерләне)


12345678910111213141516






КЕШЕНЕ ЭШЕ ДАНЛАЙ


Быйылғы йәй миңә күп мөмкинлектәр асты, донъяға ҡарашымды, күңел даирәмде киңәйтте. Быларҙың сәбәбе - гимназияла уҡыу туҡтап торған арала, каникулда, район ашханаһына эшкә төшөүем һәм һәйбәт кешеләр менән танышыуым. һеҙгә һөйләйәсәк һүҙем шуларҙың береһе, "Шүлгән" ҡулланыусылар йәмғиәте ашханаһының өлкән ашнаҡсыһы Ишмөхәмәтова Вәзирә Ғәле ҡыҙы тураһында.

Кешене эше данлай, тиҙәр. Бөтә ғүмер юлын тынғыһыҙ хеҙмәттә, халыҡ мәнфәғәте өсөн көс түгеүҙә үткәргәндәргә һәр саҡ һоҡланам һәм айырыу­са бер ихтирам менән ҡарайым. Вәзирә Ғәле ҡыҙы тап ана шундайҙарҙан.

Ҙур, көслө йылға иң тәүҙә шишмә, инеш булған кеүек, уның хеҙмәт юлының нисек башланғанын һораным.

- Хеҙмәт юлым 1975 йылдың июль айында, Мәләүез профессиональ-техник училищеһын тамамлап, район ашханаһына килеүем менән башланып китте, - ти Вәзирә апай.

Бер йыл ғына ашнаҡсы ярҙамсыһы булып йөрөгәндән һуң, өлкән ашнаҡсы итеп үрләтелеүе лә, әлбиттә, күп нәмә хаҡында, иң тәү сират­та, Вәзирә Ғәле ҡыҙының тырышлығы, талапсанлығы, маҡсатына ирешеүсәнлеге хаҡында һөйләй. Тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана уның. Күп тапҡыр рай­он хакимиәтенең, район ҡулланыусылар йәмғиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, 1978 йылда «Социа­листик ярыш еңеүсеһе" тигән билдәгә, "Ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы" миҙалына лайыҡ була, 2008 йылда «Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһы ветераны» исе­ме бирелә.

-     35 йыл дауамында һуҙылған тынғыһыҙ эшегеҙ оҡшаймы? - тип һорайым.

-     Оҡшай. Был һөнәрҙән башҡа ғүмеремде күҙ алдыма ла килтерә алмайым, тип яуап бирә Вәзирә Ишмөхәмәтова.

Тормошта йыш булып торған туй, тыуған көн, бан­кет кеүек сараларҙы ойошто­роу, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндереү - былар барыһы ла ашнаҡсы һәм уның сменаһы яуаплылығына инә.

2005 йылдың 5-6 июлендә үткән Урал аръяғы журна­листары кәңәшмәһенә һәм "Таң" гәзитенең 70 йыллығына саҡырылған ҡунаҡтарҙы юғары кимәлдә хеҙмәтләндергәне өсөн Вәзирә Ғәле ҡыҙына "Таң" гәзите редакцияһының Почет грамотаһы бирелә.

Вәзирә Ишмөхәмәтованың ҡул аҫтында эшләгән ашхана хеҙмәткәрҙәренең ауыҙынан уның тураһында тик йылы һүҙҙәр генә ишетәһең. Улар бына нимә тиҙәр: "Вәзирә апайыбыҙ үҙ эшенә мөкиббән киткән, йәне-тәне менән би­релеп, янып эшләгән кеше. Уның бер минут та тик торғанын күрмәҫһең. Ул талапсан да, ғәҙел дә, егәрле лә. Иң мөһиме - ул һайлаған һөнәре, вазифаһы менән ғорурлана, үҙе эшләгән район ҡулланыусылар йәмғиәте ойошмаһының абруй­ын күтәрергә тырыша".

Әлегә шул сменаның кескәй генә бер вәкиле булараҡ, мин дә хеҙмәттәштәремдең әйткән һүҙҙәренә бар йөрәктән, ихлас күңелдән ҡушылам.

 

А. ЙӘМИЛЕВА.

Яңы Собханғол ауылы.

«Таң» 17 август 2010 йыл.



Иҫәнғазы һандуғасы

Фирүзә Миңлебай Ҡыҙы Йәнгирова-Ҡолмәнбәтова 1962йылдың 17 октябрендә әле бөткән ауылдарҙан иҫәпләнгән Иҫәнғазыла тыуған. Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай, артабан Әтек 8 йыллык мәктәбендә. Иҫке Собханғолда белем ала. Өфө урман техникумын тамамлай. Хәҙер Йылайыр районының Ҡыҙҙарбиргән ауылында йәшәй.

Бөрйәненән моң алған якташыбыҙ шиғырҙар ижад итә, төрлө конкурстарҙа еңеү яулай.

 Ауылым

Нисәнсе ҡат ҡайтам ауылыма.

Ауылыма, бала сағыма,

Һерәйешеп ҡаршы ала мине

Иҫке ҡапҡа, серек бағана.

Ҡаршы алмай мине, ҡолас йәйеп.

Ҡыҙым ҡайтҡан, тиеп әсәйем.

Атайымдың өгөт-нәсихәте.

Көсө-дәрте менән йәшәйем.

Аратауҙа етемһерәп ҡалған,

 Еләк йыймай унда ҡыҙ-ҡырҡын.

Тик яҙыуҙар ҡалған Ташбашында,

Ағас баҫҡан инде тау һыртын.

Бала саҡта баҫып тора инем

Ослотауҙа, ҡая башында.

Ҡанаттарым булһа, осорға, тип,

Хыяллана инем ошонда,

Һәбеш тауы миңә көс-дәрт бирҙе,

Мәңгелек таш, текә ҡаяһы.

Саңҡ-саңҡ итеп оса бик бейектә

Бөркөттөң дә ниндәй саяһы.

Тау аҫтында йәйрәп аға Ҡана,

 

Балығы күп ине бит унда.

Тынып ҡалған ул да, хәҙер инде

Өйрәк-ҡаҙҙар йөҙмәй һыуында.

Ауылым юҡ, өйҙәр ҡалмаған шул,

Сүп үләне баҫҡан урамын.

Ҡайтҡан һайын,күңелдәрем тулып.

Ерҙәренә ятып иланым,

Һәйкәл тора бейек тау башында.

Ата-олатайҙарға ҡуйылған.

Барыһының исем-шәрифтәре

Таш плитәгә соҡоп уйылған.

Күпме ғүмер өҙгән ҡәһәр һуғыш.

Бик күбеһе кире ҡайтмаған...

Беҙ уйнаған ҙур түңәрәк таш та

Әллә ҡартайғанмы... сатнаған...

Йәйрәп ятҡан хәтфә болондарҙа

Мал көтөүе хәҙер күренмәй.

Ерек, тал-тирәктәр тамырланып.

Ҡолас йәйеп үҫә, иренмәй. .. .

Ауылымды иҫкә төшөрҙөм дә

Бына әле ҡайттым тағы ла...

Ҡаршы алмай инде мине хәҙер

Иҫке ҡапҡа, серек бағана...


«Таң” №12, 31 ғинуар 2013 йыл.





БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ БАШЛАНЫУЫҒА - 100 ЙЫЛ

Иҫәнғазин Вәлиулла Шаһивәли улы фәһемле, мәғәнәле тормош юлы үткән. Уның теүәл өс йыл буйы, 1914—1917 йылдарҙа, империалистик һуғышта Варшаваға тиклем михнәтле яу юлы үтеүе, мәргәнлеге, үҙе һөйләгәнсә, «Нипрейәтел разведчиктарын тупылдатып ҡырғанға» батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн Бөтә донъя һуғышында Георгий тәреләре миҙалы менән бүләкләнеүе, ауыр контузия алғанға тиклем үҙ полкында йүгереү буйынса бер кемгә лә ал бирмәүе, ҡасып-боҫоп ҡына большевик- агитаторҙарҙың сығыштарын тыңлауы - былары оло яҙмыштың бер сәхифәһе генә әле. Ағаһы Иҫәнғазин Һиҙиәт Шаһивәли улы империалистик һуғышта үлеп ҡала. Әйткәндәй, изге Георгий тәреһе («һалдат тәреһе») дәрәжәләргә бүленә, көмөштән яһала, хәрби шарттарҙа башҡарылған ҡыйыулыҡ өсөн генә бирелә.

Иҫәнғазин Вәлиулла Шаһивәли улы 1893 йылдың 3 мартында Иҫәнғазы ауылында тыуған. Ауылда атаһынан ғәрәпсә уҡырға- яҙырға өйрәнгән малай Әтек мәҙрәсәһен уңышлы тамамлай. Ул өс яуҙа: Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Батан һуғышында катнашкан.

“1914 йыл беҙҙең менән Австрия, Төркиә, Германия һуғышты. Беҙ Иҫәнғазы ауылынан 22 кеше һуғышта ҡатнаштыҡ: 13 кеше һуғышта үлеп ҡалды, 9 кеше төрлө йәрәхәттәрҙән зәғифләндек. Мин 1915 йыл тән йәрәхәте алып, Ростовта 23-сө номерлы ҡышҡы лазаретта ятып, дауаланып, шәбәйгәс тә үҙемдең часҡа ебәрҙеләр. 105-се Ырымбур полкының 27-се дивизияһында тағы Герман һуғышына керҙем.

1916 йыл ауыр контузия алып, Мәскәү ҡалаһына килтергәндәр. Унда 16-сы, 19- сы номерлы лазареттарҙа дауалап, сәләмәтләндереп, тағы үҙемдең часҡа ебәрҙеләр.

1917 йылдың февраль айында батшабыҙҙы тәхеттән ҡолатҡас, фронтта ла “Ирек!” тигән һүҙҙәр яңғырай башланы. 1917 йылдың октябрендә мин бик ҡаты сирләгәс, фронттан тылға оҙаттылар. Харьков ҡалаһында, Златоуст, унан Миәс станцияһында 1917 йылдың декабренә ҡәҙәр дауаланғас, ҡайтарып ебәрҙеләр. Ҡайтҡас, яралары уңалыр-уңалмаҫтан, аслы-туҡлы көйө Пименев тигән алпауытҡа бүрәнә ҡырҡып, Ҡана буйлап һал ағыҙыуҙар, бура бурауҙар, сайыр аҡтарып, туҙ һыҙырып, дегет ҡайнатыуҙар, туғын бөгөүҙәр... Оноторлоҡмо ни?!

1918 йыл Граждандар һуғышы башланып китте. Үҙебеҙҙең илдә аҡ һәм ҡыҙыл армия сафтары барлыҡҡа килеп, ҡапма-ҡаршы бәрелештәр башланды. Ярлылар Ҡыҙыл Армия, байҙар Аҡ армия яғында һуғышты. Декабрь айы Иҫәнғазы ауылына Смоленск полкы килде. Мин Ҡыҙыл Армия сафына керҙем. Ирәндек аҫтындағы Ҡыҙрас, Әхмәт, Өмөтбай, Билал, Түбән Ҡыҙыл ауылдары тирәһендә аҡтар менән ҡаты алыштар башланды. 1919 йыл февраль айы аҙағында сигенеп барғанда, Герман һуғышындағы тәүге контужен булған яңаҡҡа, ҡулға һыуыҡ тейеп, Ҡолғана ауылында ятып ҡалдым. Часым Стәрлетамаҡ яғына ыңғайланы. 12-се көн хәл кергәс, тыуған ауылға ҡайтып төштөм. 1919-1921 йылдар тиф ауырыуы көсәйеп, халыҡ ныҡ ҡырылды, Иҫәнғазы ауылының өстән бер өлөш кенәһе ҡалды”, тип үҙ блокнотына теркәп ҡуйған Вәлиулла бабай.

Октябрь революцияһының иленә, төйәгенә, үҙенә ирек, бәхет килтерәсәген ул Ҡыҙыл Армияға яҙылғас ҡына ныҡлап төшөнә. Башҡортостандың ҡайһы ғына тарафтарында йөрөмәй ул, аҡ бандаларға, эске дошмандарға ҡаршы арыҫландай һуғышып! Илдә тыныслыҡ урынлашып, үҙе башлы-күҙле булғас, бер нисә йыл йәнә урман эшендә кәсеп итә Вәлиулла. Әлеге лә баяғы, ҡыуғынға йөрөй, дегет ҡайната, сайырын да ағыҙа, һалабашын да һала, һунарға ла сыҡҡылай, балыҡ тота.

Башҡорт АССР-ы Үҙәк Башҡарма Комитеты (ЦИК) Президиумы һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының (СНК) 1930 йылдың 20 авгусындағы ҡарары менән [башкортостанда административ бүленештә кантондар һәм волостар бөтөрөлөп, райондар барлыҡҡа килә. Шулай итеп, беҙҙең Бөрйән районы Башҡарма комитеты төҙөлә.

1930 йыл. Колхозлашыу хәрәкәте Иҫәнғазы кеүек төпкөл ауылдарҙы ла ҡуҙғыта. Бында ла тиҫтәгә яҡын ярлы-ябаға, барлы-юҡлы мал-мөлкәттәрен берләштереп, колхоз булып ойоша. «Большевик»тың рәйесе итеп ҡасандыр арлы-бирле генә әфтиәк уҡый алған һәм имза урынына һуйыр аяғын хәтерләткән тамға сыймаҡлап йорөгән, хәҙер инде кәрәккәндә һәүетемсә русса һупалап, донъя хәлдәре ағышын сәйәси яҡтан апаруҡ дөрөҫ тойған, сатай- ботай ғына булһа ла яҙа белгән элекке ҡыҙылармеец Вәлиулла Шәһивәли улы Иҫәнғазин һайлана. Тары сәсәләр, келәт һалалар, мал ҡуралары өсөн диләнкә бүләләр... Үкенескә күрә, колхоз мандый алмай, аҫтыртын дошман ҡотҡоһона бирелеп, күптәр коллективтан ситләшә. Тора-бара «Большевик»та ике генә ағза - ирле-ҡатынлы Иҫәнғазиндар ҡала. Большевиктар партияһы сафында тормаһа ла, йөрәге коммунистарҙыҡына хас типкән Вәлиулла үҙе рәйес, үҙе бух­галтер, үҙе келәт мөдире. Со­вет тракторҙары эшләү өсөн фонд туплау башланғас, ул Георгий тәреләрен, ә ҡатыны затлы беләҙектәрен дәүләт файҙаһына тапшыра.

Йылдар үтә. Ғаиләгә берәм- һәрәм сабыйҙар өҫтәлә тора. Иҫәнғазы ауылында тыуып- үҫкән 38 йәшлек Иҫәнғазин Вәлиулла Шаһивәли улы райондың һаулыҡ һаҡлау бүлеге модире итеп тәғәйенләнә. Иҫке Собханғолда йәшәй башлайҙар. В. Иҫәнғазин үҙ ваҡытына күрә белемле, эшен тырышып башҡарыусы, абруйлы етәкселәрҙең береһе булып һанала. Уның етәкселегендә Иҫке Собханғол ауылының амбулаторияһы менән 35 койкаға иҫәпләнгән дауахана бинаһы төҙөлә.

1934 йылдың ғинуар айында үткән Бөтә Башҡортостан Советтарының IX съезында Бөрйән районынан делегат булып ҡатнаша. Шул осорҙа Иҫәнғазин Вәлиулла Шәһивәли улы Башҡорт АССР-ы Үҙәк башҡарма комитетына (VIII саҡырылыш) ағза итеп һайлана. Тәүге йыйылышҡа, йәғни баш ҡалаға, бесән эшләп йөрөгән ерҙән юллана ул. Өҫтөндә кәзәкей, киң яғалы күлдәк, шалбай салбар, аяғында иҫке ситек. БашЦИК рәйесе Афзал Таһиров Бөрйән вәкиленә һынсыл ҡарап тора, шунан тиҙ генә ниҙер яҙып, ҡулына ҡағыҙ тоттора.

- Ҡустым, һин автономиялы хөкүмәт ағзаһы бит хәҙер, бы­лай кейенеү батып етмәй.

- Минең, иптәш рәйес, кеҫәлә...

- Кисәге батыр һалдатты ғына кейендерерлек әмәл табырбыҙ. Хафаланма, мә, ошо ҡағыҙ менән келәткә барып әйлән.

Вәлиулла кире әйләнеп килгәс, танылған әҙип һәм дәүләт эшмәкәре уның яңы костюмына БашЦИК ағзаһы знагын ҡаҙай, 0155-се номерлы танытма тапшыра. Әйткәндәй, Вәли бабай алһыу знакты әлдән-әле ҡәҙерлегә кейгән костюмына беркетергә яратҡан.

Район Советында 1937 йылға тиклем эшләй ул. Эшләй, тип әйтеүе генә еңел, көнө- төнө халыҡ мәнфәғәттәрен ҡайғыртып сабыулай. Табиптар етешмәй, килгәндәре араһында тиҙерәк тайырға ғына ямһынып тороусылар ҙа табыла. Дауаха­налар һалыуҙы, яңы медпун­кттар асыуҙы юллай, урман бо­тап, район үҙәгенә тиклем ма­шина юлы үткәреүҙә ҡатнашыу, шунан тәүге машинала район үҙәгенә елдереп инеү - бөтәһе лә Вәлиулла бабайҙың хәтер блокнотына теркәлгән.

1937 йылда үҙенең тыуған ау­ылы Иҫәнғазыға ҡайта. Бөрйән лесхозында урман технигы бу­лып, өлгөлө эш күрһәткестәре менән эшен яратып башҡара ул. 1938 йыл Иҫәнғазы айы­рым “Большевик” тигән колхоз барлыҡҡа килтерҙе, рәйесе Сәлихов Әнүәр Хәйбулла улы булды. тәүге коммунистар Иҫәнғазин Вәлиулла Шәһивәли улы һәм Ҡолбайытов Ғилметдин Ғәлләм улы, тәүге комсомолец Ҡотлобаев Ғәле Төхфәт улы була.

1941 йыл, 4 ноябрь көнө. Военкоматҡа ғариза бирһә лә, Вәлиуллинды ҡапылда фронтҡа алмайҙар, ә Бело­рет металлургия заводына ебәрәләр. Илдә һуғыш бара, тимәк, ҡайҙа ла фронт! Тиҙ арала яңы һәнәр үҙләштерә егәрле Вәлиулла. Нормаһын ударниктарса тултыра башлай. «Домна, мартен мейестәре янында ҡанаттар етештереүҙә стахановсы булып бик яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеп, пре­миялар алып эшләнем», тиелә бабайҙың блокнотында. Әммә көтөлмәгән бәлә арҡаһында дауаханаға эләгә. 1942 йылдың 20 мартында аңғармаҫтан һул аяғының нәҡ йөҙлөгөнә һөйәктәрен йәнселдергәнсе тимер болванка килеп төшә. Бер центнер тартҡан болванка. Табиптар икеләнә тәүҙә: аяғын ҡырҡырғамы, юҡмы. Белорет дауаханаһында 1943 йылдың майына тиклем ятҡан. Шулай ҙа дауаланыу хәйерле тамамлана - әлеге мәҡәлә геройы башта ҡултыҡ, тора-бара ҡул таяғын да ташлай һәм үҙ ауылына ҡәҙимгесә ҡайта.

1943 йылдың май башында рядовой Иҫәнғазин йәнә яуҙа, йәнә Ватан өсөн изге һуғышта. Айырым танк батальонының штаб подразделениеһына эләгә ул. Белоруссия, Литва, Латвия ауылдарын һәм ҡалаларын илбаҫарҙарҙан азат итеүҙә, немец фашистарының 32-се Курляндия дивизияһын ҡамауҙа ҡатнаша. Командирҙар ҙа, йәшерәк һалдаттар ҙа ил­лене уҙған ыҡсым кәүҙәле «батька»ны ихтирам итә, ауыр минуттарҙа унан баш эймәҫкә өйрәнә, ял сәғәттәрендә мәҙәктәрен тыңлап кинәнә. Ә алыҫ Иҫәнғазыла... ауырыуҙан өҙлөгөп, ҡатыны вафат була. Биш ҡыҙ, бер ул үҙ алдарына аталары ҡайтҡансы нисек тә көн күрә, бирешмәйҙәр.

«Сентябрь айы Иҫәнғазы ау­ылына ҡайтып килдем. Бөйөк Ватан һуғышында ауылдан 19 кеше ҡатнашып, 12-һе һуғышта батырҙарса һәләк булды, 7-һе иҫән-һау, тән йәрәхәттәре менән ҡайттылар. 1967 йылда Иҫәнғазы ауылында 21 хужалыҡ ҡына тороп ҡалды», тип яҙып ҡалдырған үҙ блокнотына.

- һай, был һуғыш тигәндәре... Донъялар һаман тыныс түгел бит әле, шуныһы хөрт. Израйылы, Әмереге нимә ҡыланған була! - Аҡһаҡал стенаға ҡайышынан аҫылған транзисторға ым­лай.

- Гәзит-маҙар уҡырлыҡ рәт юҡ хәҙер, күҙ сыбарлана башлай. Йәшерәк саҡта ҡош- ҡортто осоп барған еренән дә атып төшөргөләй торғайным. Алты айыу йыҡтым, бүре лә алғыланым... - тип һөйләгән ул яҙыусы Сабир Шәриповҡа.

Вәли Шаһивәли улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, миҙалдар һәм ордендарғалайыҡ булған яугирҙәрҙең береһе. “Атайым 7 быуынын белгән бит! Илдәрбәк, Арсланбәк, Күскәрбәк, Иҫәнғазы, Йыһанша, Шаһиәхмәт, Шаһивәли. Ул ғаиләһендә 5 бала тәрбиәләп үҫтереп, үҙаллы тормошҡа баҫтырған өлгөлө атай ҙа булды. Шаһиәхмәттең улы Шаһивәли 1912 йылдың 22 апрелендә 52 йыл йәшәп үлә, ә Шаһивәлиҙең улы — Иҫәнғазин Вәли 90 йәшкә етеп үлеп ҡалды. «Совет власына эскерһеҙ, күп хеҙмәт иттем. Ил ҡотая, күңел көр - ҡәҙерен белергә кәрәк. Бигерәк тә йәштәргә” тигән һүҙҙәре әле лә хәтерҙә, - ти ҡыҙы Зоя апай Иҫәнғазина.

Күнелдә һығымта ярала: Рәсәй һалдаттары, шул иҫәптән яҡташтарыбыҙ ҙа, Тыуған илебеҙ өсөн Иҫәнғазин Вәлиулла Шәһивәли улы кеүек ҡаһар­мандарса һуғышҡан. Үҙ иленә, халҡына тоғро хеҙмәт иткән, тыуған тупрағына хыянатһыҙ булған, изге маҡсаттар менән янып йәшәгән кешеләр шулай оҙон ғүмерле булалыр. Был һуғыштан кемдәрҙәлер һарғайып бөткән хаттар, фотолар, “Георгий тәреһе" йәки миҙалы ғына һаҡланып ҡалғандыр. Хәбәрләшегеҙ. Батырҙар онотолмаҫҡа тейеш.

Д. АЛЛАБИРҘИН.

2014 йыл, 24 июль, кесе йома, № 86 (9714)

Сығанаҡтар:

“Иртәнге йыр". Өфө Башкортостан китап нәшриәте 1987 й.

Сабир Шәрипов “Ҡарағас

йөҙйәшәр ағас” хикәйә. 305- 311-се биттәр.

Иҫәнғазина Зоя Вәлиулла кыҙының (1936 йылғы) атаһы тураһында хәтирәләре.

В. Ш. Иҫәнғазиндың блокноты (архивы). РГВИА, Фонд 2719 - 105-се йәйәүле ғәскәр Ырымбур полкы.

Һүрәттә: В. Ш. Иҫәнғазин.






«Назад | Вперед »


 

 

 

 Мазалы

Староусманово 

 Татыгас

 

 

 

 

Все файлы и информация, находящиеся на данном сайте, были найдены в сети ИНТЕРНЕТ, как свободно распространяемые. Если Вы являетесь правообладателем той или иной продукции или информации, и условия на которых она представлена на данном ресурсе, не соответствуют действительности, просьба сообщить, с целью устранения правонарушения по адресу : 


Версия для печати
 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS