«Назад | Вперед »


Главная  /  Генеалогия  /  Ярмухаметово



http://ufagen.ru/places/burzyanskiy/yarmukhametovo.html

Ярмухаметово  (Мазалы)

Дачи Кананикольского и Вознесенского заводов теснили земельные угодья деревни - вот почему в устье речки Мазалы Тамак завели хутор с 12 домамаи. В 1834г. хутор перерос в деревню Ярмухаметово (Мазалы) по имени ее основателя Ярмухамета Янчурина (сыновья Кагарман, Кахатаран, Ахметзян). В другом документе его фамилия -Зианчурин.

 

Баласаҡ хәтирәләре

Мин Аждаһа йылының Буға йондоҙлоғо аҫтында, матур яҙ айҙарының береһе майҙа, Маҙалы тигән ауылда (Йәрмөхәмәт тип тә йөрөтәләр) донъяға килгәнмен. Тәбиғәте менән бай булған Маҙалы тауҙар, урмандар араһында урынлашҡан. Уның бер яғынан - Иҙел, икенсе яғынан Маҙалы шишмәһе аға, уның һыуы һыуыҡ, бер ваҡытта ла ҡоромай.

Атай-әсәйҙәр мал көтөп, һунарсылыҡ менән шөғөлләнеп, үҙҙәренә күрә иген сәсеп көн күргәндәр.

Миңә бер ай булғас, Әтек ауылына күскәнбеҙ һәм минең бала сағым шул ауылда үтте. 3-4 йәш самаһы булғандыр, күрше Хәл имә инәйҙәргә йүгереп инә лә китә торғайным. Ул Баймөхәмәтов Абдрахман ағайҙың әсәһе, Рәхимдең өләсәһе булаинде. Уларҙың кәзәләре була торғайны. Хәлимә инәй гөбөрләтеп тороп һауа торғайны. Шул гөбөрләгән тауышҡа минең тыпырлатып бейегәнем саҡ ҡына хәтерҙә ҡалған.

Ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө. Уҡымай инем әле, Баймөхәмәтов Йософ бабай менән Ғәрифә апайҙарҙың ҡыҙҙары Рәйсәгә уйнарға бара торғайным. Бер ваҡыт тегеләр әтәс салдылар. Ҡаҙанда һурпа бешә, ә әсәйем мине алып ҡайтырға килде. Әтәс ашап ҡайтам, ҡайтмайым, тип тик ултырам. Урындыҡтың төп яғына менеп киткәнмен. Ахыры, әсәйем алып ҡайта алмағас, Ғәрифә апай:

"Ярай, ашап ҡайтһын инде", - тигән булды. Үҙҙәренең дә балалары күп бит инде.

Элек байрамдарға бал ҡойоп, икенсе ауылдан ҡунак саҡыралар ине. Улар 2-3 көн йоҡлап ҡунаҡ булалар. Бөр мәл ҡунаҡтар минең һымаҡ ҡыҙҙарын да алып килделәр. Әсәйҙәр икенсе өйгә ҡунаҡҡа киттеләр. Беҙгә үҙебеҙгә күрә эш ҡушып киттеләр. Беҙ улар киткәс, баҡырса төбөндәге шәкәрле генә балды эсеп йоҡлап киткәнбеҙ. Уянып китһәм, теге ҡыҙ ҙа йоҡлап ята. Ябак ҡыҙы ине ул. Уятып булмай бит быны. Уянмағас, ауыҙына ҡыҙыл әсе борос тыҡҡайным, бына илай башламаһынмы - тымыҙып бул­май. Мин ҡурҡа башланым, хәҙер әсәйҙән эләгә инде тип...

Көҙгә 1-се синыфҡа уҡырға киттек. Балалар әҙ ине, 5-6 бала булғандыр. Беҙҙе Ғөбәева Фәниә тигән апай уҡыта башланы. Ярты йыл уҡытҡайны, ауырып ҡайтып китте. Беҙ уҡыманыҡ, шикелле. 4-се синыфҡа еткәс, Әнисә Әхәт ҡыҙы менән Лиза тигән апайҙар килде, Мәсетле районынан инеләр. Әнисә апайҙың сәсе оҙон була торғайны, ултырғысҡа ултырһа, иҙәнгә тейә ине. Мин уның сәсенә ҡарап тик йөрөй торғайным. Ул балаларҙы әрләмәне, асыуланғанын бер генә лә хәтерләмәйем. Бер мәл улар беҙҙе Бөрйәнгә экскурсияға алып килделәр. Әнисә апай аяғына осло дағалы туфли кейгән, нисек йәйәү килеп еткәндер инде. Маҙалыла туҡтап, тамаҡ ялғап алдыҡ. Беҙ бәләкәй саҡтарҙа Әтектең юлы насар, соҡорло була торғайны. Бер көн киләһең, йоҡлап, икенсе көн саҡ ҡайтаһың. Ауылда ике генә йөк машинаһы, улары ла эштән бушамай. Хөсәйенов Миңлебай менән Хәсәнов Миңлеғәле ағайҙар йөрөй торғайнылар шофер булып. Йөк өҫтөнә ултыртмайҙар. Беҙҙең ултырғы килә бит инде. Дәфтәр, руч­ка алыр әсән дә Бөрйәнгә килергә кәрәк. Инәлә торғас, бер мәл ағайҙарҙың береһе ултыртты. "Ул­тыр сразы, юл насар бит, заразы", - тигән булды. Ул һүҙҙәрҙе мин оҙаҡ ҡына онота алмай йөрөнөм.

Электр уты юҡ ине әле, дәресте шәм менән әҙерләй инек. Мин әҙәби китап уҡырғаярата торғайным. Хәҙер мин балаларҙың китап уҡығанын күргәнем юҡ. Беҙ шәмдең кәрәсине бөткәнсе уҡый торғайныҡ. Минең атай һунарға шәп булды. Иртә менән тороп сығып китер ине, таң атыуға ҡорон, һуйырын йә булмаһа селен алып ҡайта ине, балығын да тотто. Уның мылтығы ситке өйҙә эленеп тора торғайны. Тәртип боҙорға ярамай, ул мылтыҡтан ҡурҡа торғайным. Беҙҙең Орлик исемле атыбыҙ булды, атайым атҡа һоло һала ла, тауыҡтар ашамаһын, ҡыуып тор, тип мине ҡуя. Мин таяҡ тотоп тегеләй-былай һелтәнеп тора инем, ат мине тибеп осорҙо, бүтәнсә бер нәмә лә хәтерләмәйем. Бүтән ат эргәһенә барманым, хәҙер ҙә аттан ҡурҡам.

Киноға бик ебәрмәнеләр әсәйҙәр, үҙемдән бәләкәй балаларҙы ла ҡарашырға кәрәк, тағы ла 5 тин аҡса ла кәрәк, ул аҡса юҡ әле ул. Магазинға тауыҡ йомортҡаһы алып барып берәй нәмә алаһың да, сдачаһы һиңә киноға ҡала инде. Бер мәл шулай Зәйтүн ағай һатыусы ине, йомортҡалар бысраҡ булғандыр инде, тауыҡтарыңа әйт, аяҡтарын һөртөп менһен ояға, йомортҡаһын бысратмаһын, тип әйтеп ҡайтарҙы. 7-се, 8-се синыфта уҡығанда оло­лар менән бергә звеноға силосҡа йөрөй торғайныҡ. Ауылда ҡарт-ҡоро ғына ҡала, эшһеҙ кеше булманы. Зиннур ағай бригадир ине. Ул көн һайын кемгә ҡайҙа эшкә барырға өй беренсә йөрөп әйтеп сыға. Әллә ней эсеп йөрөгән кеше лә булманы.

Йәй етһә, атайымды звеновод итеп ҡуйырҙар ине. Күп йылдар көтөүсе, ферма мөдире булып гел маҡталып эшләне. Элек көтөү ҙә булды, хәҙер берәү ҙә көтөү көтөргә теләмәй.

Бына шулай, баласаҡ хәтирәләрен уйлаһаң, күп инде улар. Ул гел генә иҫкә төшә, һағындыра.

Мәҙинә БАРЫЕВА

Һүрәттә:

айыуҙың алдына ултырғаны - атайым,

уҡытыусы Фәйзулла ағай менән беҙҙең күрше Рәхим,

эргәһендә ҡыҙы Розалия,

ситтә баҫып торған малайҙар -Рәхимдең ҡустылары Фәйзулла менән Ғәйзулла.

Таң. 20 сентябрь 2012 йыл.

 

 

«Назад | Вперед »


 

 

 

 

            

 

Староусманово 

 Татыгас


Версия для печати
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS