2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга


«Назад | Вперед »


Главная  /  Генеалогия  /  Староусманово



http://ufagen.ru/places/burzyanskiy/usmanovo3.html

Староусманово

 

Деревня Усманово основана атиковцами. Возникла перед 1786 г. Через девять лет в ней было 13 дворов с 35 мужчинами и 33 женщинами. Находилась на территории, отошедшей по договору Вознесенскому медеплавильному заводу на р. Иргизлы. В 1814г. еще 15 семей из д. Атиково переселились в новую деревню. Через 64 года в деревне стало 37 домов, где проживало 115 мужчин и 110 женщин. Советская перепись 1920г. показала две деревни- в Староусманове было 27 дворов с 162 жителями, в Новоусманове - 49 дворов, где проживало 262 человека. Высшую духовную должность ахуна в волости выполнял Аюп Тавадилов, прибывший сюда из д. Сибаево. Отметим несколько имен зачинателей известных сегодня фамилий. Это- Утябай Абдрашитов, Урмантай Юлдашбаев, Тунга-тар Иргалин, Ишкузя Илбулов, Илназар Бультрюков. Жители занимались главным образом скотоводством. На 34 двора приходилось лошадей - 155, коров - 101, овец -22, коз - 27 голов. Как правило, у полукочевых жителей количество поголовья коров уступает поголовью лошадей. На 190 жителей деревни было засеяно в 1842 г. по 4 четверти (32 пуда) озимого и ярового хлеба. Два жителя деревни Яхья Кинзебаев и Сапий Аккусю-ков- участники войны 1806-1807 гг. с Францией. Боевые действия четырех башкирских полков в корпусе генерала М. И. Платова происходили на территории Пруссии и Польши. Об этом писали в своих книгах, вышедших еще в 1810г. в Петербурге и Лондоне, донской казак П. Чуйкевич и английский офицер Роберт Вильсон. По словам второго, с неприятелем вели бои 1500 башкир \"со стальными шлемами и одетые в кольчугу\". Описывая сильную стычку с французской кавалерией, Р. Вильсон отмечал \"личную храбрость\" башкир, которые, прибыв в армию, сразу бросились на французов вместе с другими казаками вплавь через р. Ал-лер. Башкирские конники, стреляя из луков, \"с большим эффектом атаковали отряды врага, захватив пленных\". О результативном действии \"безшумного оружия\"- стрел башкир можно найти немало материала в его книге. Описал он и такой интересный случай: \"Французский офицер, раненный в бедро стрелой, вынул ее, но был всерьез встревожен ложным представлением о стрелах, якобы отравленных, и под этим впечатлением провел ночь в ужасной тревоге и даже на следующее утро он не был разубежден в своем заблуждении\"80. После заключения Тильзитского мира башкирские полки по возвращении в Оренбург были расформированы. В освободительной войне 1812г. против нашествия Наполеона участвовали с 15-м полком рядовые Яикбай Яны-баев и Ишмурза Утягулов, награжденные двумя серебряными медалями.

 

 

 

                     


 

Ҡәҙерле редакция! Гәзиткә яҙыр өсөн ҡулыма тәүгә ҡәләм алдым. Ҡасандыр гөрләп торған, тик өс тиҫтә йыл элек бөтөрөлгән ауылды күргәндән һуң үҙемдең ки­серештәрем тураһында яҙып ебәрергә булдым. Ул ауыл­дың исеме Иҫке Усман тип аталған.

...Бер туҡтауһыҙ быҫҡаҡлап ямғ­ыр яуа ла яуа. Әйтерһең дә, ҡасан­дыр аҙашып ҡалған, олатайымдың талғын ғына уйнаған ҡурай тауышы. Ул гөрләп торған ауылын, мәж ки­леп донъя көтөп йәшәгән ауыл­даштарын һағынып та, үпкәләп тә уйнағандай тойолдо миңә. Аяҡһыҙ булһа ла, ошо ауылдың тотҡаһы, кәңәшсеһе, етәксеһе бул­ған олатайыбыҙ Ишбулатов Уйыл­дан Ғиләж улы. Ни сәбәплелер олатайыбыҙ был донъянан баҡый­лыҡҡа күскәндән һуң яйлап ауыл да бөтә. Бәләкәй ауыл булһа ла, заманына күрә мәктәбе лә, магази­ны ла була уның. Автобустан килеп төшкәс, бөтәбеҙ ҙә тынып ҡалдыҡ. Бар ерҙә - тын­лыҡ, бушлыҡ, еүешлек. Нисектер шомло булып китте. Тик бер тауыш үҙәкте өҙә - Рәзилә апайымдың һыҡтап илауы. Апайым ошо ауыл­да оләсәйем менән Ҡотан ауылы­на күскәнсе бергә йәшәгән. Ул ва­ҡытта апайыма ни бары 4 йәш бул­ған. Бала хәтерендә күп нәмәләр һаҡланып ҡалған. Иларлыҡ та шул. Элекке нигеҙҙәрҙе киндер, ке­серткән баҫып бөткән. Тик... Улар араһында ятып ҡалған нигеҙҙәр, һирәк кенә һерәйешеп ултырған бағаналар, ҡасандыр бында бәләкәй генә урамлы ауыл булыу­ын һөйләй. Хужалары ҡалдырып киткән тутығып бөткән тимер кой­калар, һауыт-һабалар ҙа әлеге көнгә хәтлем ихаталарында ята. Ихатанан ҡаршыға кемдер килеп сығыр кеүек тойола. Их, ошо ни­геҙҙең хужабикәһе сығып: «Туҡта, балам, Мәхмүзә менән Уйылдандың кинйә ҡыҙы Нәзиләнең ҡыҙы булаһыңмы?» - тип һораһа ине. Тик берәү ҙә сыҡмай шул. Ауыл осондараҡ, тау итәгенең аҫтында, урынлашҡан оләсәйем менән олатайымдың нигеҙенә килеп еттек. Ейән-ейәнсәрҙәре, кейәү-килендәре өнһөҙ генә ихатаға үттек. Ҡасандыр ауылдың йәме булған алты мөйөшлө өйҙөң нигеҙенә ҡарап уйға ҡалдыҡ. Ҡапҡанан ингәндә өй нигеҙе һулаҡай яҡта урынлашҡан. Ә ҡапҡа, ул да ҙурҙ­ан эшләнгән булған, халыҡ теле менән әйткәндә - урыҫ ҡапҡаһы. Эй, Хоҙай, өй хужаһының бөтөнләй аяҡтары булмаған бит. Нигеҙҙәрҙең ошо көнгә тиклем шул килеш тиер­лек һаҡланыуы бында бөтмөр хужа менән хужабикә йәшәгәне тураһын­да һөйләй. Йәшелсә баҡсаһында иҫәпһеҙ-һанһыҙ умарталар ултыр­ған. Бал ҡорттары безелдәшеп Та­рыуал яланының иң шифалы сәскәләренән бал йыйғандарҙыр. Ихатаның һәр мөйөшөн ентекләп ҡарайбыҙ, иҫтә ҡалдырырға тыры­шабыҙ. Туҡта, киндер араһында ни ята? Бер яҡта - арба, ә икенсе мөйөштә ике ҡул ярҙамында этеп йөрөтә торған, ҡулдан эшләнгән ар­баның һөлдәһе ята. Ҡасандыр ола­тайыбыҙға аяҡ урынына хеҙмәт иткән арбалар, эткестәр, йылдар үтеүенә ҡарамаҫтан, беҙ - Уйылдандың рухы, хәтирәһе, тип ятҡан­дай тойолдо. Апайымдың бәләкәй сағында күрше ҡыҙы менән уйна­ған сәхнәләй ҙур ташын да таптыҡ. Тик өҫтөндә балалар уйнамағас, таш өҫтөнә мүк үҫеп бөткән. Ҡаршы тауға менеп, ҡасандыр ошонда, аҫта, йәйрәп ятҡан Тарыуал ауылы­ның эргә-тирәһен байҡаныҡ. Анауында,йылға аръяғындағы матур аҡланда Сәбилә инәй менән Ураз­бай бабай ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫырап йәшәгән. Юлыбыҙҙы олатайымдың, инәй­емдең, бабайымдың һәм башҡа ту­ғандарҙың мәңгелеккә киткән йорт­тарына табан дауам иттек. Ауыл­дан күпкә ситтә ята был изге урын. Тау итәгендәге ағастар араһында һирәк-һаяҡ буралар күренә, һуңғы йылдарҙа ғына кәртәләүен яңырт­һалар ҙа, сереп емерелгән урындар бар. Тырыша торғас, олатайымдың да ҡәберен таптыҡ. Миңлебикә ин­әйемдең хатта ошо көнгә хәтлем фотоһүрәте һаҡланған. Ауырлыҡ менән булһа ла Арыҫлан бабайым­дың, Йәмилә инәйемдең дә ҡәбер­ҙәрен таптыҡ. Зыяратта бик боро­нғо бер ҡәберҙе лә күрергә тура килде. Ҙур гына ташҡа боронғо та­мға ҡуйылғайны. Уның күсермәһен һыҙып алдыҡ. Тик беребеҙ ҙә уҡый алманы. Ошонда ҡуйылған әруахтарҙың рухына тормош иптәшем Ҡадир аят бағышлап уҡыны. Был донъянан киткән туғандар һәм әсәйем рухы алдында нисектер күңелгә еңел булып китте. Әсәйем мәрхүмә тере сағында гел генә: «Балаларым, мин һеҙҙе үҙемдең тыуған нигеҙемде күрһәтергә алып барам», - ти торғ­айны. Тик йылдар үтә торҙо, бары­рға тура килмәне. «Әйҙә, әсәй, беҙҙе алып бар,» - тип беребеҙ ҙә ҡуҙғал­маныҡ шул. Көтмәгәндә, 48 йәшендә генә, әсәйебеҙ фани донъ­яларҙан мәңгелек донъяға күсте. Күңелдә үкенеүҙәр генә ҡалғайны, исмаһам, беребеҙ ҙә ҡуҙғалманыҡ, тип. Был донъянан әсәйемдең ки­теүенә 7 йыл тулғандан һуң, йыл­лығына йыйылғанда шул теманы ҡуҙғаттыҡ. Ишбулатов Фәтих ағай­ым менән еңгәйебеҙ Гөлсирә лә килгәйне. Ағайымдар үҙҙәренә сен­тябрь айына беҙҙе, йәғни әсәйем­дең 7 балаһын, ҡунаҡҡа саҡырҙы. Иҫке Тарыуал ауылы ағайымдарға 15 саҡырымдай ғына алыҫлыҡта урынлашҡан булған. Шөкөр, һөйләшкән көнгә барыбыҙ ҙа йыйылдыҡ. Тик әсәйемдең кинйә малайы – Айнуры ғына, алыҫ ҡала­ла эшләгәнгә күрә, ҡайта алманы.Ағайымдарға, еңгәләребеҙгә, Ғәбиҙә апайға һәм ағайымдарҙы тыңлап,автобус биреп торған урман хужалығы етәкселә­ренә рәхмәтлебеҙ. Улар беҙҙе ола­тай-бабайҙарыбыҙҙың ере, ғүмер иткән төйәге менән осраштырҙы (Иҫке Тарыуал ауылына бәләкәй машиналар менән барып булмай икән. Шул ҡәҙәре бейек, текә тау­ҙан төшөргә тура килә).

...Үҙ ғүмеремдә сентябрь айында йәй мәлендәге кеүек ҡойоп яуған ямғырҙы күргәнем юҡ ине. Әйтерһең дә Ер-әсәнең, бөткән ауыл нигеҙҙәренең әсенеп илаған күҙ йәштәре беҙҙе оҙатып ҡалды.

Рузалия ҠАҺАРМАНОВА. Яңы Усман ауылы.



Күңел йәдкәре

Уйылдан олатай

 

Аҡ ҡағыҙҙы алдыма һалып, уйҙарымды күел төпкөлөндә һаҡланып ятҡан хәтирәгә йүнәлттем. Өлкән быуын кешеләре аша ишетеп, әсәйемдәр һөйләүе буйынса иҫтә ҡалған беҙҙең өсән оло шәхес булған олатайым Уйылдан Ғиләж улы Ишбулатов хаҡында бәйән итмәксемен.

 

Уйылдан олатай Бөрйән райо­ны Иҫке Тарауыл ауылында урта хәлле ғаиләлә 1904 йылда тыуған. Әммә уға әсә ҡуйынында оҙак наҙланырға яҙмай, бәләкәс Уйылданды ҡалдырып, әсәһе йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсә. Тормош дауам итә, ир уртаһына ла етмәгән Ғиләж олатай яңынан ғаилә ҡороу тураһында уйлай. Әтек ауылында йәшәүсе Мәймүнә исемле ҡыҙға яусы ебәрә. Ҡыҙ яусыны кире ҡаҡмай, кейәүгә сығырға риза була.

Үгәй әсә ҡыйырһытмаһа ла, етемлек үҙен һиҙҙермәй ҡалмай - Уйылдан йәшләй генә ҡара эшкә егелә. Етем бала моңло була, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер - сослоғо булып, ҡурай уйнарға өйрәнә. Уҡыу, яҙыуға барымы шәп була. Тик олатайыма яҙмыш тағы ҙур, аяуһыҙ һынауын ебәрә. Көҙгө көндө. Тарауыл яланына мал эҙләргә бәрғанында, көн кискә ауышҡас, ул эргәлә торған кәбән башына менеп йоҡларға ята. Их, шул мәлдә генә ауылға әйләнеп ҡайтҡан булһа... аяҡтарынан яҙмаҫ ине. Халыҡтың "Маңлайыңа ни яҙылған, шуны күрәһең" , тигән мәҡәле бар бит. Иртән уянғанда Уйылдандың ике аяғы ла хәрәкәтһеҙ була. Һау-сәләмәт булып, мал эҙләргә генә сыҡҡан 12 йәшлек малайҙы ярты

кәүҙәһе хәрәкәтһеҙ килеш табып алалар. Ул дәүерҙә кем генә төпкөл ауылдан больницаға алып йөрөһөн инде. Мәлендә медицина ярҙамы күрһәтелһә, бәлки, атлар ҙа ине.

Көслө рухлы Уйылдан төшөнкөлөккә бирелмәй. Атаһы уға ҡул менән этеп йөрөрлөк коляска һымаҡ нәмә эшләп бирә. Дәртле егет, ҡурайын алып, халыҡ менән бергә йөрөй. Тиҙҙән активист, уҡыуға, яҙыуға маһир Уй­ылдан Ғиләж улын яҡташтары ауыл етәксеһе итеп ҡуялар. Күңелен биреп халҡына, ауылдаштарына хеҙмәт итә ул. Йәйгеһен бесән мәлендә, көҙөн ураҡ ваҡытында ҡырҙа ҡыуыш ҡороп ятып эшләйҙәр. Иртәнсәк олатайым эшселәрен ҡурай уйнап уятыр булған. Планды һәр ваҡыт үтәп барғандар. Ул йылдарҙа репрессия шауҡымы төпкөл Тарауыл ауылын да урап үтмәй. Ошаҡсылар, олатайыма нахаҡ бәлә яғып, район етәкселәренә еткерәләр. Үҙ аяғы менән атлай ҙа алмаған кешене Белорет төрмәһенә алып барып ябалар. Бер нисә ай ултырғандан һуң аҡлайҙар. Аҡланғас, ауылдаштары олатайымды күтәреп алып ҡайтҡандар.

Илем, ерем, ауылдаштарым тип янып йөрөгән етәксене яҡташтары хөрмәт иткән. Отчет бирергә Әтек ауылына барырға булһа, атын егеп, үҙен арбаға күтәреп ултыртып ебәргәндәр.

Репрессия елдәре төн уртаһында әҙ ҡапҡаларҙы -ҡаҡмаған. Өләсәйебеҙ Мәхмүҙәнең дә йортон урап үтмәй ул. Балаларын етем ҡалдырып, тәүге ирен төрмәгә алып китәләр. Яңғыҙ әсәгә ике батаны аяҡҡа баҫтырыу, ай-һай, еңел булмағандыр. Иренән хәбәр-хәтер булмағас, өләсәйем менән олатайым сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Йәмилә, Фәғилә инәйҙәрҙән тыш, уларҙың матур-матур өс балалары була - Арыҫлан бабай, Миңлебикә инәй һәм әсәйем Нәзилә. 18 йәшлек Арыҫландың бесәнгә киткән еренән үле кәүҙәһен алып ҡайталар. Миңлебикә инәй ҙә йәшләй был донъянан баҡыйлыҡҡа күсә. Күҙгә күренеп буй еткергән балаларын юғалтыуҙы ауыр кисерә олатайым. Йөрәк үҙен белдерә баш­лай. Дарыуҙар менән дауаланмаған ул, үҙенә көс өҫтәр өсөн ҡоротҡа ҡара борос, аҡ май һалып эсер булған. Кеҫәһендә һәр ваҡыт ҡорот, борос йөрөткән.

1969 йылда йөрәк сиренән үлеп ҡала Уйылдан олатай. Ул мәрхүм булғандан һуң, һүнгән шәмдәй, ауыл да бөтә башлай. Шаулап торған бер урамлы ауыл етмешенсе йылдарҙа юҡҡа сыға. Олатайымдың алты мөйөшлө өйөн Әтектән Фәрит ағай Сәлихов һатып алған. Ул йорт бөгөн дә бар.

Үҙе кеше көнлө булһа ла, рухы көслө булған олатайымдың. Уны бөгөн дә иҫкә алып һөйләйҙәр. Мин дә олатайым менән бик ғорурланам. Уның кеүек шәхестәрҙән фәһем алып йәшәргә кәрәк.

РузалиәҠАҺАРМАНОВА.

Яңы Усман ауылы.

Таң 12, 31 ғинуар 2013 йыл.

 




06.06.10   Ауылдаштар осрашты

   

6 июндә Иҫке Тарыуал ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр хөрмәтенә обелиск яңыртылды, ҡорбан салынды, аят уҡытылды, һуңынан төрлө ярыштар үткәрелде, аш-һыу табыны әҙерләнде.

 Был сара Байғужа улы Фәрит Сәләхов тарафынан ойошторолдо, уныү улы Азат Сәләхов ҡорбан салыу өсөн һарыҡ тәкәһе бүләк итте.


                                                                                           Фоторепортаж


123456789





«Назад | Вперед »



 Татыгас


Версия для печати
 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS