2010- -2020

Возобновлен   2022



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

Алдар батыр иҫтәлегенә

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний

Есть Дорога
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск

В защиту Отечества


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга


«Назад | Вперед »




  
РӘСМИ ХРОНИКА

Дүрт төбәкте Рәсәй составына алыу хаҡындағы закондарға ҡул ҡуйылды


               

Рәсәй Президенты Вла­димир Путин Донецк һәм Луганск халыҡ республика­ларын, шулай уҡ Запоро­жье һәм Херсон әлкәләрен Рәсәй Федерацияһы сос­тавына алыу тураһындағы закондарға ҡул ҡуйҙы.

Белеүебеҙсә, был төбәктәр 23 - 27 сентябрҙә Рәсәйгә ҡушылыу буйынса референ­дум үткәрҙе һәм халыҡтың төп өлөшө тарихи тыуған иленә ҡайтырға теләк белдерҙе. 30 сентябрҙә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запоро­жье һәм Херсон әлкәләре етәкселәре Мәскәүгә килеп, ҡушылыу килешеүенә ҡул ҡуйҙы.
Рәсәй Президенты илебеҙҙең дүрт яңы төбәге етәкселәрен тәғәйенләү тураһындағы указдарға ла ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһына - Денис Пу­шилин, 
Луганск Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһына - Леонид Па­сечник
Херсон әлкәһе етәксеһе вазифаһына - Владимир Сальдо һәм
  За­порожье әлкәһе етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Евгений Балицкий тәғәйенләнгән

















ВАТАН ҺАҒЫНДА


                     Ил һаҡларға китте ир-егеттәр


28 сентябрҙә районыбыҙҙан 68 ир-егет туғандаш биләмәләрҙе азат итеүҙә ҡатнашыу өсөн Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә юлланды.


21 сентябрҙә Рәсәй Президенты В. Путин тура эфирҙағы мөрәжәғәтендә, Рәсәй Оборона министрлығының һәм Генераль штабтың тәҡдимен хуплап, илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителеүе тураһында белдерҙе. Өлөшләтә мобилизациялау Рәсәйҙе, уның суверенитетын, территориаль бөтөнлөгөн һаҡлау һәм Рәсәй халҡының именлеген тәьмин итеү өсөн ҡабул ителгән. Тәү сиратта запастағылар, Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт иткәндәр, билдәле бер хәрби-иҫәп белеменә һәм тейешле тәжрибәгә эйә булғандар саҡырыла, тип белдерҙе ил етәксеһе.