2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга


«Назад | Вперед »

Главная  /  О нашей деревне


О нашей деревне


               20 июня 1982 года. Вид до и после пожара.

 

Хәҙерге Әтек ауылының тәүге урыны Ҡана йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған урынынан 1,5 - 2 км үрҙәрәк булған. Был урындар Ҡана йылғаһы үҙәненә ҡараған аҡланда урынлашҡан, Ағиҙелдән иҫкән көслө ел бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ үтеп инә, һәр саҡ көслө ел. Шул да сәбәп булғандыр, көслө янғын һөҙөмтәһендә ауыл тулыһынса янып юҡҡа сыҡҡан.

1982 йылда Әтек ауылы  тағы ҙур янғынға дусар була.


Год 2000-й

 


 


 ТАРИХ

            Зыялылар үҫкән ауыл 

 

Һәр ауылдың үҙ зыялылары булған кеүек, Әтек ауылының да зыялылары булған.

Шуларҙың икәүһенә генә туҡталып китәйек.

 

Беренсеһе. Әтек ауылының үткәне Алдар батыр Иҫәкәевкә ба­рып тоташа. Алдар баты­рҙың кем булыуын һәр ҡыҙыҡһынған кеше бел­әлер. Ул Рәсәй геройы­на лайыҡ кеше. Тик уның тыуып үҫкән ауылы ту­раһында аныҡ ҡына фе­кер юҡ. Алдар Иҫәкәев ауылына ҡағылыш­лы мәғлүмәттәрҙе бер саҡ Иҫәнғазы ауылы аҡһаҡалы Иҫәнғазии Вәлиулла Шаһивәли улы һөйләгәйне. Ул ба­бай 1893 йылда тыуып, 93 йәшендә донъя ҡуя. Уның менән аралашҡан кеше бабайҙың зирәкле­генә, шул тиклем хәтер­ле булыуына, үткән ва­ҡиғаларҙы күп белеүенә иғтибар итмәй ҡалмаған­дыр. Заманына күрә уның яҡшы грамотаға эйә булыуы ла билдәле. Уның ғәрәп, рус телдә­рендә иркен генә уҡый, яҙа һәм һөйләшә белеүе ошо хаҡта һөйләй. Дини яҡтан да бик яҡшы ғына белемле була. Юғары уҡыу йортонда уҡыған студенттар, фәнни дис­сертация өҫтөндә эшлә­үселәр Вәлиулла ба­байҙың тупһаһын күп та­паны.

Хәҙерге Әтек ауылының тәүге урыны Ғәҙәмшин Шәмсетдин ҡортсолоғо урынлашҡан урындан саҡ ҡына уңдараҡ Ишегалды тауы аҫтында булған, Ҡана йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған урынынан 1,5 - 2 км үрҙәрәк. Ошо урында тау йылғаһы Байғотоҡ Ҡанаға ҡоя. Был урындар Ҡана йылғаһы үҙәненә ҡараған аҡланда урынлашҡан, Ағиҙелдән иҫкән көслө ел бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ үтеп инә, һәр саҡ көслө ел. Шул да сәбәп булғандыр, көслө янғын һөҙөмтәһендә ауыл тулыһынса янып юҡҡа сыҡҡан.

Хәҙерге Әтек ауылы урынынан саҡ ҡына өҫтә, Салажы йылғаһы тамағында бөрйән ырыуы исемен йөрөткән Алдар ауылы урынлашҡан булған.

Алдар Иҫәкәевте батша хөкүмәте яуыз рәүештә 1740 йылда Минзәләлә язалап үлтерткәс, батша хөкүмәтенең йәшерен бойороғо була. Ул Алдар ауылын бөтә кешеләре менән юҡ итеү. Тарихта уның тураһында бер мәғлүмәт тә ҡалырға тейеш түгел тип иҫәпләнгән. Был яуызлыҡты аҫтыртын рәүештә ауылға төрлө яҡтан ут төртөп, бөтә кешеләре менән яндырып, бойомға ашыралар. Ауыл ғына түгел, уның эргә тирәһе көслө ут ялҡыны аҫтында ҡала. Был янғынды янған йөҙйәшәр ҡарағас төптәренең күпләп һаҡланыуы ла дөрөҫләйҙер. Алдар ауылы тулыһынса юҡ ителгән.

Янғындан һуң Әтек халҡы хәҙерге урында төпләнә. Был урындар төньяҡ елдәренән Кәкүкле урманы менән ышаныслы һаҡланған була (70-се йылдарҙа был урман тулыһынса юҡҡа сығарылып, һөрөнтө ерҙәргә әүерелдерелә).

Был ваҡиғалар сама менән 1745-1750 йылдар осо­рона тура килә. Ошо уҡ мәғлүмәтте Әтек ауылы аҡһаҡалы Айытбаев Йомағужа ба­бай ҙа бәйән иткәйне.

 

Икенсеһе. Мөхәмәтшәриф хәҙрәт тари­хы менән бәйле. Дәүләткилдин Мөхә­мәтшәриф бик иртә үкһеҙ етем ҡала. Тормош һуҡмағы уны хәҙерге Баймаҡ районы Рауил ауылына алып килә. Билал ауылы муллаһы Хәлим хәҙрәт уны үҙ ҡарамағына ала. Йәй көндәре Мөхәмәтшәриф хәҙрәттең малын көтә, көҙ еткәс мәҙрәсәлә уҡый. Мөхәмәтшәриф үҙенең отҡорлоғо һәм тырышлығы менән хәҙрәттең иғтибарын йәлеп итә, уны ярата. Мәҙрәсәне тамамлағас, бер нисә шәкерт менән Мөхәмәтшәрифте арта­бан уҡыуҙы дауам итеү өсөн хәҙрәт Үзбәкстандағы Бохара ҡалаһына ебәрә. Юғары дини мәктәпте уңышлы та­мамлап, хәҙрәт титулын алып Мөхәмәтшәриф Рауил ауылына ҡайта. Хәлим хәҙрәт Мөхәмәтшәрифкә ҡыҙы Ғәлимәне биреп, кейәү итә. Хәлим хәҙрәттең тәҡдиме буйынса Мөхәмәтшәриф хәҙрәт Ғәлимә абыстай менән Әтек ауылына йәшәргә ҡайта. 1868 йылда Хәлим хәҙрәт үҙ аҡсаһы­на Әтек ауылында мәсет һалдыра, ә 1913 йылда 4 бүлмәле ике ҡаттан то­рған мәҙрәсә төҙөтә. Хәлим хәҙрәт ике тапҡ­ыр хажға барып ҡайтҡан, ҙур абруйлы һәм бик бай мулла була. Ул үҙенең тәрбиәләп үҫтергән ма­лайын кейәү иткәс, шуғалыр ҙа инде Мөхәмәтшәриф хәҙрәткә ныҡ ярҙам итә.

Уның тәүге «ҡарлуғас­тары» түбәндәгеләр: Иҫке Монасиптан Буранов Зәйнетдин, Рахманғолов Мансур, Яңы Мона­сиптан Төлкөбаев Сәғит, Ғәҙелгәрәйҙән Сәғитов Уйылдан, Ҡыпсаҡтан Мөхәмәтҡолов Сабирйән, Мәндәғолдан Ишкилдин Ибраһим, Әтектән Дәүләткилдин Хафиз, Айытбаев Йомағужа һ. б. Улар артабан хәлфә (уҡытыусы) булып китәләр. Уларҙың күптәре һуңынан волость аппаратын­да ла эшләй.

Әтек ауылында был тарафтарҙа иң тәүге дин мәктәбе - мәҙрәсә асы­лып, тирә-яҡ ауылдарҙ­ан бик күптәр килеп уҡып, хәлфә булып сы­ғалар. Ошо килеп уҡығандар араһында Сәғитов Шәкир, аҙаҡ сәсән булып танылған Мөхәмәтҡолов Сабирйән, уҡытыусы Мансур Рахманғоловтар Әтек мәҙрәсәһенән тор­мошҡа юл асыуcы шәхестәр булған. Шулай уҡ Айытбаев Йомағужа хәлфә лә заманына күрә арыу ғына белемле була. Үрҙәге килтерелгән мәғлүмәттәрҙең авторы Мәрәсов Зәйнетдин Әхмәтйән улы, ул 1850 йылда тыуып, 1920 йылда үлә, был мәғлүмәттәр уның улы Мәрәсов Фәйзрах­ман Зәйнетдин улынан яҙма рәүештә алынды. Ул 1908 йылда тыуған. Мөхәмәтшәриф хәҙрәт менән Ғәлимә абыс­тайҙың

5 балаһы була. Улдары Әбделкәрим, Мотаһар, Әбделхәким, ҡыҙҙары Фәтиха, Хөснә.

Оло улы Әбделкәрим Манапова Нәзирәгә өйләнә, ҡыҙҙары була, уға Асия тип исем ҡуша­лар. Әбделкәрим иртә донъя ҡуя. Асия Әхтәмов Кәлимуллаға тормошҡа сығып, ишле генә балаларына әсәй булып, оҙаҡ ҡына йәшәп һуңғы йылдарҙа донъя ҡуйҙы. Ҡыҙҙары Хөснә Рахманғолов Мансурға кейәүгә сыға, әммә яҙмыш уларҙы айыра. Уларҙың балалары бул­май. 1923 йылда мәҙрәсәне ябып, яңыса уҡыу систе­маһына күсәләр. 1923 йылдың ноябрь айында Йылайыр кантонынан канткомдың мәғариф бүлеге инспекторы Сира­жетдинов килә. Ул үҙе менән тәүге уҡытыусы итеп Байегетов Усманды алып килә. Тәүге латин хәрефе менән уҡытыусы Байегетов Усман була. Ул Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы егете. Хәҙерге көндә 1925 йылда тыуған улы Байегетов Сала­уат, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылында йәшәй. Килене Собханғол ауылы ҡыҙы.

Шулай итеп, Әтектә тәүгеләрҙән бу­лып яңыса уҡыу-уҡытыу башлана. 1928 йылда өс йыллыҡ, 1934 йылда дүрт йыллыҡ итеп үҙгәртелә, ә 1936 йылда ете йыллыҡ була. Мөхәмәтшәриф хәҙрәт ғаиләһе менән 1931 йы­лға тиклем ауылда йәшәй. 1931 йылда уны ҡулға алалар һәм Стәрлетамаҡ төрмәһенә ябалар, ул шул төрмәлә донъя ҡуя. Ҡулға алыныуының сәбәбе - мулла, совет власының дошма­ны мөһөрө баҫыла. Ғәлимә абыстай ҡыҙы Хөснә һәм кесе улы Әбделхәким менән Баймаҡ яҡта­рына ҡайтып китә. Улар шул яҡтарҙа йәшәп, донъя ҡуялар.

Әбделхәким зәғиферәк була. Ләкин заманына күрә белемле бухгалтер булып танылып, райондың ҙур ойошмаларын­да эшләй. Уның хәҙер өс улы - Дәүләткилдиндар республика күләмендә дәрәжәле урындар биләй. Был мәғлүмәттәрҙе Әтек ауылы ҡыҙы, хәҙерге көндә район үҙәгендә йәшәүсе Хәсәно­ва Мәстүрә Хәбибулла ҡыҙы раҫлай. Заманын­да улар ут күрше булып йәшәгәндәр.

Әтек ауылында тәүге уҡыты­усы Мөхәмәтшәриф хәҙрәт була. Яңыса уҡый башлауға 83 йыл, ә 7 йыллыҡ белем биреү башланыуға 70 йыл ва­ҡыт үтеп бара.

Күренеүенсә, Әтек ауылының да бай тари­хы, танылған зыялыла­ры булған.

 

Таң, 6 апрель 2006 йыл №36 (8464).

Фәйзулла АБДРАХМАНОВ.

Әтек ауылы.

(Материал  А.Ваһаповтың иҫкәрмәләре менән үҙгәртеп алынды)

 

 

RS. Дәүләткилдин Мөхәмәтшәриф. 1864 йылда тыуған, башҡорт. Әтек ауылында йәшәгән, мулла. 1931 йылдың 27 апрелендә 58-10, 58-11, 58-13 статьялары буйынса 10 йылға һөргөнгә ебәрелгән. 1989 йылдың 28 авгусында аҡланған.

 


ШАҢДАУ

              Тарих биттәрен байҡап

 

Гәзиттең  6 апрелдә сыҡҡан һанында Фәйзулла Абдрахмановтын «Зыялылар үҫкән ауыл» тигән мәҡәләһе донъя күргәйне. Унда Әтек ауылы кешеһе (мул­лаһы) Дәүләткилдин Мөхәмәтшәриф тура­һында һүҙ бара. Ләкин мәҡәләлә яңылыш­лыҡтар осрай. Шуға асыҡлыҡ индермәксе булдым.

Мөхәмәтшәриф хәҙрәт ҡайныһы биргән аҡсаға 1915 йылда Әтектә мәҙрәсә һала һәм балалар уҡыта башлай. Уның тәүге «ҡарлуғас­тары» түбәндәгеләр: Иҫке Монасиптан Буранов Зәйнетдин, Рахманғолов Мансур, Яңы Мона­сиптан Төлкөбаев Сәғит, Ғәҙелгәрәйҙән Сәғитов Уйылдан, Ҡыпсаҡтан Мөхәмәтҡолов Сабирйән, Мәндәғолдан Ишкилдин Ибраһим, Әтектән Дәүләткилдин Хафиз, Айытбаев Йомағужа һ. б. Улар артабан хәлфә (уҡытыусы) булып китәләр. Уларҙың күптәре һуңынан волость аппаратын­да ла эшләй.

Мөхәмәтшәриф хәҙрәттең өс улы, ике ҡыҙы була. Хәләл ефете Факиһа түгел, Ғәлимә абыс­тай. Улдары Әбделкәрим, Мотаһар, Әбделхәким, ҡыҙҙары Фәтиха, Хөснә.

Хәҙрәтте 1930 йылда төрмәгә алып киткәс, Әбделхәким әсәһен, апайҙарын Баймаҡ райо­нына күсереп алып китә. Әбделхәким зәғиферәк була. Ләкин заманына күрә белемле бухгалтер булып танылып, райондың ҙур ойошмаларын­да эшләй. Уның хәҙер өс улы - Дәүләткилдиндар республика күләмендә дәрәжәле урындар биләй. Был мәғлүмәттәрҙе Әтек ауылы ҡыҙы, хәҙерге көндә район үҙәгендә йәшәүсе Хәсәно­ва Мәстүрә Хәбибулла ҡыҙы раҫлай. Заманын­да улар ут күрше булып йәшәгәндәр.

Әтек ауылында тәүге латин хәрефе менән уҡытыусы Байегетов Усман була. Ул Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы егете. Хәҙерге көндә 1925 йылда тыуған улы Байегетов Салауат, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылында йәшәй. Килене Собханғол ауылы ҡыҙы.

Йәнә шуныһы, Баймаҡ районында Рауил ауылы юҡ.

Гәзиттә баҫылған мәҡәләгә ошоларҙы өҫтәргә теләгәйнем.

Иҫкә Собханғол ауылы.

Абдулла ВАҺАПОВ.





Ташөй– эта пещера на левом берегу реки Кана находится недалеко от деревни. На правом – чуть выше на живописном месте находится пасека.

Ташөйдословный перевод - Каменный дом – пока ни кем не исследован, возможно, и у него имеются свои секреты, ведь напротив него в далеком прошлом была основана деревня Атиково. По приданию сильный пожар полностью уничтожил деревню, в результате наши предки вынуждены были переселиться на 1,5-2 км выше по течению на нынешнюю территорию населения, более защишенной от ветров, окруженная горами и массивным лесом с северной стороны. Кстати, уничтожение этого леса в 60-ые годы в целях увеличения пахотных земель лишило деревню от естественной защиты от ветров, возможно, оно сыграло в какой-то степени роковую роль при новом пожаре 1982 года, в результате чего полностью сгорела более половины деревни почти мгновенно из-за бушующего пожара, усиленного столь сильным ветром.

 

 

 



 



Автор фотографий Ишбаев Ильгам Р.




 Места здесь облюбованы бобрами

  


 

  

 


   


 

Автор фотографий Баймуратова Илюза Г. 
 


 



 






  

См так же


Сыңғырауыҡ
 – это вертикальный колодец - вход в пещеру на северо-западной окраинеТарыуал ялана, самой большой поляны не только нашей деревни, но и во всем Бурзянском районе, гранищачая высоким горным склоном к левому берегу реки Белой.

Сыңғырауыҡ – (на баш.яз.) – названо местными башкирами издревна так, потому что всякий прдмет,камни, монеты…, брошенные в эту яму, падают слишком долго со звенящим своеобразным мелодичным звуком. 

Сыңғырауыҡ – возможный, наиболее приемлемый перевод на русский язык –Сынгырауык – из-за капризных пожеланий одних называют теперьПропащей ямой, какКаповой пещеройпереименовали знаминитую, уникальную, всемирно известную пещеру Шульган Таш, богатую своими легендами, эпосами, воспетую в песнях и кубаирах башкирского народа.  





Далее


В центре деревни – обелиск воинам-односельчанам, погибшим в Великой Отечественной войне. 

 



М
әктәп тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт

 


Бөрйән районы Әтек ауылында тәүге мәктәп 1923 йылда асыла, ул 7 кластан тора.

1928 йылда 3 йыллыҡ,

1936 йылда  4 йыллыҡ,

1937 йылда ете йыллыҡ итеп  үҙгәртелә,

1957 йылда ете йыллыҡ мәктәп  4 йыллыҡҡа ҡалдырыла.

1965 йылда 8 йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә.

1992-1993 йылдарҙа мәктәп 11 йыллыҡҡа әйләнә.

Подробно... 




                             Краеведческий музей   

Подробно...

Детский сад


Балалар баҡсаһы- мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәрҙең икенсе йорто

Яҡынайған һайын ете яғынан ете ырыу тамғаһы һуғылған 300 йыллыҡ мөһабәт ҡарағас та «бына мин!» тигән шикелле асыҡлана һәм ҙурая бара, һәм бына, ниһайәт, беҙ ғорур баҫып торған ете метр оҙонлоҡтағы стела янында. 


   


                           Сельский дом культуры


Потомственный тархан  Алдар Исекеев


   

  




«Назад | Вперед »


 

 

 

День сегодняшний 

Топонимика

О замечательных людях

 Это и есть наша история 

Тарвал яланы

Сабантуй -2009

Версия для печати
 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS