2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга


«Назад | Вперед »


Главная  /  О нашей деревне  /  День сегодняшний



Вот моя деревня, вот мой дом родной...

д.Атиково 


Хужалыҡтар һаны – 158

2009 й.                                2010 й.

Халыҡ һаны                                                       481                                        510

Яңы тыуған балалар һаны                           9                                             7            

Үлем осрағы                                                                                                   4

Никах теркәлгән                                                                                            6

Өйләнмәгән ир-егеттәр һаны                                                                    48

Шул иҫәптән 25 йәшкә тиклем                                                                 30

                                                               Эре мөгөҙле малдар                                                      450

                                                               Кәзә – һарыҡ                                                                    362

                                                               Аттар                                                                                  74

                                                               Ҡош – ҡорт                                                                        976

                                                               Ҡорт семьяһы                                                                 190

Еңел машиналар                                                                            79

Трактор, белорустар                                                                    28

Студенттар һаны

юғары уҡыу йорттарында                                                                                          31

урта махсус уҡыу йорттарында                                                                               8

3 магазин, 4 пилорама, медпункт, ауыл мәҙәниәт йорто, урта дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, почта-элемтә бүлексәһе, муниципаль ауыл  хаҡимиәте, ООО «Ҡана» агрофирмаһы эш итә.

 

Күрһәткестәр ауыл хаҡимиәте башлығы Н.Б.Абубакировтың 10 март 2010 й. отчет докладынан алынды.

 

 

1234

             
              
1234


 



САЛАУАТ ДУҪТАРЫН ЙЫЙҘЫ

image1

 











27 июль көнө Әтек ауылында асыҡ һауа аҫтында «Салауат дуҫтарын йыя» исемле ҙур концерт булды. Райондың барлыҡ ауылдарынан тиерлек килгән ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы кисен мәктәп янына йыйылды.

Салауат Йәһүҙин 25 йәше тулыу айҡанлы райондаштарына бүләк эшләп, киң билдәле артистарҙы  саҡырғайны. Тирә-яҡҡа һибелгән халыҡты сәхнә алдына саҡырып, "Карауанһарай" эстрада- фольклор төркөмө йырсылары Салауат Мөхәмәтйәнов, Вилдан Яруллин, Венер Абдуллин, Гөлсөм Бикбулатова, Иҙел һағынбаев концертты башлап ебәрҙе. Сараның икенсе өлөшөн дәртле йәш йырсылар дауам итте. Иҙел Нурғәлин, Рәил Өмөтбаев, Ғәйсәр Миңлеғолов, Илнур Рамазанов, Ринат Ниғмәтуллин (Rnt), татар ҡыҙы Анна Сулимина (Анн Су) һәм махсус ҡунаҡ Радик Юлъяҡшин башҡарыуындағы йырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Тапҡыр телле, шаян һүҙле алын барыусылар Альмир Бамбучо (Альмир Мөхәмәтйәров) һәм Иҙел Нурғәлин, дәртле көйҙәр ҡуйыусы ди-джей Башстайл (Наил Тимербаев) тамашасыға бер генә минутҡа ла бойоғорға ирек бирмәне.

Халыҡ концертты кинәнеп ҡараны, рәхәтләнеп йырлап- бейеп күңел асты. Ҡарарға килеүселәр районда беренсе тапҡыр асыҡ һауа аҫтында ҙур байрам кисе ойошторған Салауа т Йәһүҙинға, йырсыларға рәхмә ттәр әйтеп, күтәренке күңел менән таралышты.

       Д. БАЙНАЗАРОВ.

«Таң”, № 90, 2015 йыл

 

.


   Күмәк тырышлҡ һөҙөмтәгә илтә

  Әтек мәктәбе коллективының да төп бурысы - илебеҙҙәге меңәрләгән мәктәптеке кеүек үк—уҡыусыларға төплө белем һәм тәрбиә биреү. Маҡсаттар аныҡ, бер, коллектив берҙәм булғанда быға ирешеү әллә ни ҡыйын түгел.

Әтек мәктәбендә 75 уҡыусыға 18 уҡытыусы белем бирә, шуларҙың етәүһе — беренсе, бишәүһе икенсе квалификация категорияһына эйә.

Директор Күжәбаев Зәбир Сабир улы әйтеүенсә, мәктәп яңы уҡыу йылын яҡшы әҙерлек менән башлап ебәргән: 192 кубометр утын әҙерләнеп, уның күп өлөшө ташылған, йәшелсәләрҙән кәбеҫтә, сөгөлдөр, картуф мул ғына уңыш биргән. Оҙон йәй буйы мәктәп баҡсаһы аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултырған. Әйткәндәй, мәктәп яны баҡсаһында эштәрҙең ыңғай ғына барыуында Ғәҙәмшина Айгөл Шәмсетдин ҡыҙының өлөшө ҙур. Йәйгелекке 21 көнлөк хеҙмәт һәм ял лагерына ла балалар теләп йөрөгән. Әтектәр тарихты өйрәнә, шәхестәр иҫтәлеген мәңгеләштереү юҫығында ла һынатмай - Сөләймәнова Рәшиҙә Ғиләжетдин ҡыҙы тыуған яҡты өйрәнеү музейын яңынан-яңы экспонаттар менән тулыландырыу өҫтөндә. Бөрйән ырыуы батыры Алдар Иҫәкәйевтең һәйкәлен дә ҡарап, йыл һайын буяуын яңыртып, эргә-тирәһен гөл-сәскәгә күмеп тоталар. Косметик ремонт үткән мәктәпкә һыуыҡтар башланыу менән имшетеп яғып торалар. Әле техперсонал төнлөктәрҙе тығыу, тәҙрәләрҙе ҡатлау менән мәшғүл.

«Мәктәптә үҙ эшенә яуаплы ҡараған, һөҙөмтәлелеккә ынтылған педагогтар: көрәшселәре төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә һынатмаған Зәйнулла Хәкимов, Михаил Грецу, Рамаҙан Ғәҙәмшин, "Йыл уҡытыусыһы — 2010" конкурсанты Фәнилә Нуриәхмәтовалар эшләй. Улар бар йәһәттән өлгө булырлыҡ. Былтыр профсоюз ойошторған спартакиадала Эльвира Йәрмөхәмәтова теннис буйынса беренсе урын алып, Белоретта үткән зона ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.

Уҡыусыларыбыҙ ҙа остаздарынан ҡалышҡандай түгел: Руслан Грецу "Йыл уҡыусыһы - 2010" конкурсында өсөнсө урын алды, Эльмир Мәжитов Стәрлетамаҡта көрәш буйынса район намыҫын яҡланы һ.б.

Мәктәбебеҙ ҡышҡа әҙерлек буйынса ярышта призерҙар иҫәбенә инде, район мәғариф бүлеге үткәргән "Райондың иң яҡшы ауылы", "Бөрйәндең күренекле шәхестәре" конкурстарында өсөнсө урын яуланыҡ. "Башҡортостан ынйылары" конкурсында уҡыусылар өсөнсө урынға сыҡты, шулай уҡ райондың 80 йыллығына арналған саралар рамкаһында ауыл ағинәйҙәре, аҡһаҡалдары менән фәһемле осрашыуҙар үтте.Күжәбаева Зөләйха, Баймөхәмәтова Яңылбикә инәйҙәр, Мәрәсов Хәсән бабайҙар эш хәтирәләре, тормош сәхифәләре менән уртаҡлашты, - ти Зәбир Сабир улы.

Эйе, мосолмандың ғәмәле ниәткә ҡарап баһалана, ти. Ниәттәре изге, маҡсаттары матур Әтектәрҙең. Эштәре лә уң, һөҙөмтәле булһын.

А. ҒАРИФУЛЛИНА.

«Таң», №117, 5 сентябрь 2010 йыл.




    По итогам подготовки школ к новому 2012/2013 учебному году среди неполных школ Атиковский филиал занял второе место в районе.

 

 

    Заведующий Атиковского филиала Старосубхангуловской средней школы

Кужабаев Забир Сабирович удостоен звания

«Отличник Просвещения Республики Башкортостан»

 

Август 2012 года.


 

 


ЭШҠЫУАРЛЫҠ - ЗАМАН ТАЛАБЫ

Ир табышы менән мырҙа

 

"Бөгөн үҙенсәлекле эшләнмәләргә һәм әүҙем тормош позицияһына эйә булған алдынғы фекерле байтаҡ ижад кешеләре бәләкәй һәм урта бизнеста эшләй. Беҙгә эш урындарын һаҡлап ҡалған һәм яңы урындар булдырған эшҡыуарҙарҙың башланғыстарын яҡларға кәрәк. Был  мәсьәләлә муниципалитеттар айырым әүҙемлек күрһәтергә тейеш"

(БР Президентының  БР Дәүләт-Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән).

 

Эшҡыуарлыҡ - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Ил, республика кимәлендә был тармаҡ айырым иғтибар үҙәгендә. Үҙ эшен асырға йөрьәт итеүселәргә дәүләт тарафынан субсидиялар, льготалы кредиттар ҡаралған.

2009 йылдың аҙағына Бөрйән районы муниципаль районында 380-дән артығыраҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты, шул иҫәптән 30 бәләкәй предприятие, 271 шәхси.эшҡыуар, 1 урта предприятие, 83 крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпкә алынған ине.

Күптән түгел эшҡыуарҙарҙың йыйылышы үткәрелеп, үткән йылға анализдар яһалды, киләсәккә бурыстар ҡуйылды. Шулай уҡ район эшҡыуарҙар советы һайланды. Уның яңы һайланған рәйесе - Азат Фитрат улы Баймөхәмәтов.

Азат Фитрат улы Әтек ауылында тыуған, әлеге ваҡытта ла шунда йәшәй. Себер тарафтарында байтаҡ хеҙмәт күнекмәһе алған егет тыуған ерендә төйәкләнеп, үҙ эшен асырға ниәт итә. Башлаған эш - бөткән эш, тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ үҙенекен итә -бөгөн Азаттың үҙ фермер хужалығы бар: мал көтә, пилорама асҡан. Киләсәктә умартасылыҡ менән дә етди генә шөғөлләнмәксе. А. Баймөхәмәтов менән эшҡыуарлыҡ, киләсәккә пландары хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Ғүмер буйы Себерҙә йөрөп булмай, ҡайтып, ауылда төйәкләнергә ҡарар иттем. Ә ауыл ерендә бөгөн эш урындары күп түгел. Шуға, ҡайҙандыр көтөп ятҡансы, үҙ эшемде асып ебәрергә булдым. Пилорама ултырттым. Унда 4

кеше эшләй. Ауыл халҡына төрлө хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ, төҙөлеш материалдары етештерәбеҙ. Бура ла бурап ебәрәбеҙ. Беҙҙең маҡсат - ағасты шул килеш ебәрмәү, ә эшкәртеп, төҙөлөш материалы рәүешендә һатыу.

Ағас менән бәйле бүтән эштәр ҙэ башҡарабыҙ заказ буйынса.

- Эшҡыуар булыу өсөн ниндәй сифаттар айырыуса кәрәк?

-Иң беренсе-тырышлыҡ. Сослоҡ, замандан артҡа ҡалмаҫҡа ынтылыу мөһим. Беҙҙә кеше совет заманынан ғәҙәт иткәнсә, кемдеңдер ҡушыуы буйынса эшләп өйрәнгән. Шул психологияны емереп, үҙеңә хужа булырға өйрәнеү кәрәк. Шәхси эш башлағас, һине кемдер контролләп, эшлә тип тормай - үҙ ҡарамағыңда. Кем тырышып, көндө төнгә ялғап эшләй, шуның эше алға китә.Үҙаллы эш башлағас, килеп тыуған төрлө сетерекле мәсьәләләрҙе лә үҙеңә хәл итергә тура килә. Уйлап эш итергә кәрәк.

Эшҡыуар булам тиһәң тик ултырмайһың инде, көнө-төнө сабаһың, шул саҡта ғына эш ырай.

- Күптән тугел Өфөлә семинар-кәңәшмәлә булып ҡайттың...

- Эйе, баш ҡалала үткән семинарҙа ҡатнаштым. Унда эшҡыуарҙарға тәҡдим ителгән кредиттар, льготалар хакында һүҙ алып барылды. Республика буйынса эшҡыуарҙар араһында башҡорттар әҙ икәнлеге билдәләнде. Белемле, алдынғы ҡарашлы милләттәштәргә ҡурҡып тормай, үҙ эштәрен асыуға ҡыйыу тотонорға кәңәш итер инем. Эш башлаусыларға төрлө кредиттар, субсидиялар ҡаралған. Улар менән файҙаланырға мөмкин.

-  Әйткәндәй,   1 майҙа район үҙәгендә үтәсәк байрам  сараларында эшҡыуарҙар ҙа әүҙем ҡатнашырға йыйына бит инде.

- Эйе, төрлө ярыштарға, уйындарға, шулай уҡ "Таң" гәзите кубогына эстафета ярыштарына үҙебеҙҙең команданы ҡуйырға иҫәп тотабыҙ. 1 май өсөнсө йыл рәттән Эшҡыуарҙар көнө тип тә билдәләнә.

Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан ветерандарыбыҙҙы ла иғтибарҙан ситкә ҡалдырмаҫҡа уйлайбыҙ. Әле быйыл һайланған состав менән ултырыш үткәреп алдыҡ. Киләсәктә лә бергәләп, уртаҡ маҡсат менән эшләрбеҙ тип ниәт итәм.

-  Ниәт-маҡсаттарығыҙ изге, эштәрегеҙ ҙә уң булһын.

һүрәттә: А. Баймөхәмәтов.

Т. БАҺАУЕТДИНОВА.

«Таң» 22 апрель 2010 йыл.




 

 

   Не ищите виновных - все виноваты, и никто не виноват

 На местах этих развалин когда-то стояли корпуса достаточно крупного товарно-молочного комплекса

  отделения "Алга" совхоза "Бурзянский" с более тысячью голами крупнорогатого скота 

 



В уцелевших чудом зданиях ныне содержатся (существуют) несколько десятков коров ООО Агрофирмы "Кана"





ЭШҠЫУАРЛЫҠ

Уңғандар биҙәй ауылды

Заман талабынан ҡалышмай, үҙ эшен асыусылар ауылдарҙа байтаҡ хәҙер. Етештереү өлкәһендә тырышып хеҙмәт иткән эшҡыуарҙар бары тик хуплауға лайыҡ.

Әтек ауылында йәшәүсе Фәнүз Хәсән улы Мәрәсов өс йылдан ашыу теплица ҡороп, йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнә. Быйыл да ул 100 мең һум күләмендә субсидия алып, заказ буй- ынса каркастар менән полиокарбанат- тан 50 м2 теплица эшләткән һәм һыу насосы урынлаштырған.

- Ғинуар айынан теплицала төҙөкләндереү эштәрен башхарҙым, мейес сығарып, йылылых үткәрҙем. һәр эштең үҙ михнәте тигәндәй, те­плица даими температура тәьмин итеүҙе талап итә. Шуға күрә, һыуыҡ көндәрҙә көнө-төнө 2 сәғәт һайын ут яғып торҙом.

Үткән йылғы ҡоролоҡта йәшелсә үҫтереү ҡыйыныраҡ булды, шуға күрә һыу мәсьәләһен хәл иттем. Яңы насос ҡуйып, теплицаға һыу юлы үткәрҙем. Шулай ҙа үткән йылда уңыш булды, район үҙәгенә ике тонна кәбеҫтә тапшырҙым. Ҡыяр, помидор һәм башха иәшелсәләрҙе ауыл магазиндарында һатыуға ҡуйҙым.

Быйыл иһә йәшелсөне күберәк һәм төрлөләндереп сәсергә тырыштым. Кәбеҫтә сәселгән майҙанды ике тапҡырғаҙурайттым. Теплицағаҡыяр, помидор, баклажан, борос,ҡарбуз,ҡауын һәм башҡаһын ултырттым. Ҡыяр май башынан уңыш бирә башланы,ҡарбуздар ҙа тиҙҙән өлгөрә инде, - ти Фәнүз Хәсән улы.

А. АҠЫЕВА.

Автор фотоһы.





ҠӘҘЕРЛЕЛӘРЕБЕҘ

 

ХЕҘМӘТЕ БАҺАЛАНДЫ

 

   Донъяла шул тиклем матур, наҙлы ике һүҙ бар. Улар "атай" һәм "әсәй" тигән тылсымлы һүҙҙәр. Бала теле лә ошо ике һүҙ менән асыла. Балаға әсәй нисек кәрәк булһа, атай ҙа шу­лай уҡ кәрәк. Ата-әсәйле тулы ғаиләлә үҫкән бала тулы бәхетле баласаҡ кисерә. Шөкөр, бала­лары, ғаиләһе әсен йән атып, яҡындарын ҡурсып йәшәгән атайҙар бихисап. Әтек ауы­лында йәшәүсе атайыбыҙ, ҡайным, олатайыбыҙ Сәлихов Фәрит Байғужа улы ла шундай атайҙарҙың береһе. Ул 1950 йылда Иҫке Тарыуал ауылында тыуған. Башланғыс белемде Кәней мәктәбендә алғас, артабан Әтек мәктәбенә юллана. Уның уҡыу йылдары Тарыуал, Әтек, Иҫке Собханғол мәктәптәре араһында үтә. Тарыуалдан Иҫке Собханғолға йәйәү йөрөп уҡып бөтә. 10-сыны яңы ғына тамамлаған йәш егетте Иҫәнғазы мәктәбенә уҡытырға ебәрәләр. Шулай хеҙмәт юлын башлай. Унда бер йыл эшләгәс, "Бөрйән" совхозының "Алға" бүлексәһенә эшкә төшә. Күп йылдар совхоз­да ат ҡараусы булып эшләй. Мәле еткәс, Мәҡсүт һылыуы Ғәшүрәгә әйләнеп, донъя көтә башлайҙар. Йәш ғаиләлә бер- бер артлы балалар донъяға килә. Ҡәйнәм - һауынсы, ҡайным көтөүсе булып эшләй. Ярты ғүмерҙәрен хужалыҡ эшенә бағышлаған кешеләр улар. Ҡайным ферма мөдире, бригадир йөгөн дә тарта. Шул етәксе урындарҙа эшләгәнендә уның ойоштороу һәләте лә нығыраҡ асыла - кешеләр менән тиҙ генә уртаҡ тел табып, эшкә йәлеп итә. Әле лә ул кешеләр менән кәңәшләшеп эшләй һәм йәшәй.

Үҙе яңғыҙ үҫһә лә, ғаиләһе ишле генә - ҡәйнәм менән 7 балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы ҡәҙерләп үҫтергәндәр. Хәҙер балаларының барыһы ла башлы-күҙле булып бөттө инде. Ҡайным һәр ҡайһыбыҙға донъя төҙөшөргө ярҙам итте, уның аҡыллы кәңәштәре тормош көткәндә лә бик кәрәк. 8 ейәндәренә, 5 ейәнсәрҙәренә ҡәҙерле олатай-оләсәй булып, уларға ҡарап шатланып йәшәй ҡайным менән ҡәйнәм. Әсә тәрбиәһендә үҫкән ҡайныма бөтә ир-ат һөнәренә лә үҙаллы өйрәнергә, тормошта үҙ аҡылы, тырышлығы, беләк көсө менән юл ярырға тура килә. Бөгөн ул һәр атҡан көнгә ҡыуанып, бына тигән итеп донъя көтә, балаларының алтын терәге. Ҡайнымөсөн быйылғы йыл айы­рыуса иҫтәлекле - ул 60 йәшлек  юбилейын билдәләне һәм ошо уңайҙан уға Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды. Был оло Хөкүмәт наградаһы - ҡәҙерлебеҙҙең оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итеүеөсөн юғары баһа.

Кеше матур эше менән, тибеҙ.  Хеҙмәттә үткән ғүмер - алтын ғүмер ул.

 

Гүзәл СӘЛИХОВА, Әтек ауылы.

«Таң»17 август 2010 йыл.

 





АФАРИН!

Бер ауылдың уңғандары

 

   Бынан 40 йыл элек хеҙмәт юлымды Әтек 8 йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып баш­лап киткәйнем. Фатирҙа өлгөлө йорт хужаһы, һуғыш һәм хеҙмәт вете­раны, урмансы Бәҙрет­дин ағай менән Зәйнәп апай Әбүбәкировтарҙа яттым. Улар береһенән- береһе матур, аҡыллы З бала үҫтерәләр: Зәйтүнә - 8-се, Нуретдин - 5-се, Ғизетдин - 2-се класта­рҙа уҡыйҙар ине. Йыл­дар үтеү менән уларҙың балаларына яҡшы тәрбиә, белем, һәнәр би­реп, башлы-күҙле итеп ҙур тормош юлына сы­ғарған изге күңелле, оло йөрәкле кешеләр булған икәненә инанаһың. Әүҙҙәре күптән гүр эйәһе булғандар инде.Балаларының һәр бе­реһе ата-әсә рухына тап төшөрмәй,тирә-йүндәгеләрҙе һоҡландырып, татыу һәм матур донъякөтәләр,һәнәрҙәренә намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итәләр, хәҙер үҙҙәре олатай- оләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, бала­ларына ныҡлы терәк- таянысбулып. етеш. мул тормошта ғүмер ки­серәләр: үҙ парҙарын, үҙ бәхеттәрен тыуып үҫкән ауылдарында табып, Зәйтүнә һәм Фәйзулла Әбдрахмановтар, Нуретдин һәм Наилә Әбүбәкировтар, Ғизет­дин һәм Рәхимә Әбүбәкировтар тыуған төйәгендә ерегеп, кинә­неп йәшәйҙәр. Зәйтүнә оҙаҡ йылдар мәҙәниәт йорто директоры, Ну­ретдин - мәктәп дирек­торы, Ғизетдин - «Алға» АХК-һында эшләй.

Ғизетдин ауыл мәктәбен тамамлағас, совхозда төрлө эштәрҙә йөрөп тора ла, Белорет ҡалаһында ДОСААФ мәктәбендә уҡып, шо­фер һәнәренә эйә була. Хеҙмәткә алынғансы төрлө эштәрҙә йөрөй ҙә, армиянан ҡайтҡас ма­шинаһында ла, малсы­лыҡта ла эшләп ҡарай. Ҡатыны фермала

эшләгәс, ул да малсылыҡ­та эшләй башлай, бара- тора үҙе лә малсылыҡ һәнәрен үҙ итә. Башта быҙау, тана, һыйырҙа­рҙы көтә. Ҡышын - 30 баш, йәйен - 2 кеше 160-лап баш башмаҡ тәрибәләйҙәр.

- Бер-береңә ярҙамла­шып, кәңәшләшеп, бер һүҙҙән эшләгән иптәш­тәрең дә барҙыр әле, - тигәс:

-Булмай ни. Мөхәмәтҡужин Ринат Урал улы, Байморатов Миңлеғәле Хөснөтдин улы һ. б., һанап бөтөп булмай инде уларҙы, ху­жалар ҙа һәйбәт беҙҙә, тик үҙең генә ялҡау бул­ма, - ти йылмая Ғизет­дин.

    «Тырышҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан»,тигәндәй, Маймыл йы­лында Ғизетдин Бәҙрет­дин улына бәхет йыл­майҙы. Намыҫлы хеҙмә­те өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡ­таулы исемгә лайыҡ бул­ды. Ҡатыны Рәхимә Әбдрахман ҡыҙы менән бик татыу йәшәйҙәр, 4 бала үҫтерәләр: Ришат- ветфельдшер һәнәрен ала, совхозда төрлө эштә эшләй, Светлана - СПТУ- ла уҡып, балалар баҡса­һында тәрбиәсе ярҙам­сыһы, Рамзит - 11-се, Фәрзәнә - 5-се класта уҡып йөрөйҙәр.

Ғизетдиндың тағы бер һоҡланғыс яғы бар - район  күләмендә үткәрелгән ҙур сарала­рҙа, ат ярыштарында ҡатнашып, йыш ҡына беренсе урындарҙы яулай. Атанан күргән уҡ юнған, тигәндәй, улы ла йыл да ат ярыштарын­да көс һынаша. Бына шундай өлгөлө, уңған ғаилә йәшәй Әтектә.

С. АҪЫЛҒУЖИНА.

Мораҙым ауылы.

Һүрәттә: Бәйгенән һуң бүләк алыуы күңелле.

 

 






«Ҡана» агрофирмаһы эшселәре өсөн дә ағымдағы йыл мал аҙығы әҙерләү һәм башҡа хужалыҡ эштәрен атҡарып сығыу өсөн ҡаты талаптар ҡуйған. Ҡыштың һалҡын булыуы, йәйҙең ҡоро килеүе улар өсөн уңғанлыҡҡа һынау булған.

Әлеге мәлдә хужалыҡта бөтәһе 73 баш һыйыр малы, 19 баш ат, 45 баш ҡорт күсе иҫәпләнә. Хужалыҡ етәксеһе Альберт Сәлихов билдәләүенсә, агрофирма ҡышҡа әҙерлек менән ингән. Ҡуралар йылытылған, мал аҙығы әҙерләнгән, етмәгәнен ситтән йүнләп 10 тонна һалам, 2 тонна бесән һатып алынған. Шулай уҡ 25 тонна иген, 13 тонна һоло, 200 килограмм күп йыллыҡ, 450 килограмм бер йыллыҡ үлән орлоҡтары ҡайтарылған.

- Башҡа хужалыҡтарҙан айырмалы рәүештә, беҙ ит етештереү йүнәлешендә эшләйбеҙ. Малсылар Әлфир Сәлихов, Зөфәр Татлыбаев, механизаторҙар Сабир Күжәбаев, Сәғит һәм Юныс Баймөхәмәтовтар төп эштәренән тыш, башҡа эштәргә лә өлгөрәләр. Ҡушҡан эште еренә еткереп үтәйҙәр. Хужалыҡта бер ДТ, ике МТЗ тракторҙары бар. Техника иҫкерһә лә, запас өлөштәр һатып алып, йүнәтеп тотонабыҙ. Рационға килгәндә, һәр баш мал иҫәбенә 3-әр килограмм һалам, кискелеккә 2 килограмм бесән, 1,5 килограмм ҡатнаш аҙыҡ бирелә. Киләсәктә, мал һанын тағы ла ишәйтеп, продукция етештереүҙе арттырыу күҙ уңында тотола. Ә әлегә малдарҙы имен-һау ҡышлатып сығарыу - беҙҙең төп бурыс, - ти Альберт Фәрит улы.

 

Г. БАЙМОРАТОВА.

һүрәттә: хужалыҡ етәксеһе  А.Сәлихов.

«Таң» 4 декабрь 2010 йыл.





ХУЖАЛЫҠТАРҘА

 

Төп шарт — малды ҡара ергә баҫтырыу,

тиҙәр «Ҡана» агрофирмаһы ЯСЙ-һында

 

     Хужалыҡ етәксеһе Альберт Фәрит улы Сәлихов әйтеүенсә, ҡаналар ит малдарын үрсетеүгә күскән. "Бөгөнгө көндә хужалыҡта 68 баш һыйыр малы, 18 баш йылҡы иҫәпләнә. Малдарҙы Зөфәр Татлыбаев менән Әлфир Сәлихов ҡарай. ЯСЙ-ла йәмғеһе 17 кеше эшләй. Эш хаҡын процентлап булһа ла түләп киләбеҙ, һалымдар ҙа түләнә. Малсылар эш хаҡын 5 меңдән ашыуыраҡ, тракторсылар аҙыраҡ ала. Бөгөн Сибайҙан 6 тонна иген килеүе көтөлә, уны фураж итеп һалдырырға ниәтләйбеҙ. Хәлебеҙҙән килгәнсе үҙебеҙ бесән эшләнек, 25 тонна булды. 10 тонна һалам һатып алдыҡ, 21 тонна фураж ҡайтарттыҡ. Әле бесән бар, март башында субсидия аҡсаһына Архангелдән 7 тонна бесән алып ҡайттыҡ. Фуражды Азат Сәлихов һалдыра, өйрә итеп бешерә. Малдарға уҫаҡ оно ла ашатабыҙ. Көндәлек рацион һәр мал иҫәбенә иртәнге кило ярым ҡоро фураждан, кискә бешереп бирелгән ике кило­грамм өйрәнән, 4 килограмм бесәндән ғибарәт. Бөгөн тәүгә бер һыйырыбыҙ быҙауланы. Көҙгөлөк эшселәргә эш хаҡы иҫәбенән мал бирҙек, техника, пилорам хеҙмәте күрһәтәбеҙ, алған фураждан да аҙыраҡ өлөш сығарҙыҡ. Ағас алып,шуны һатып, эш хаҡы иҫәбенә таратабыҙ. Мал һанын кәметмәнек. "Иҙел" коопера­тивына һыйыр итенең килограмын — 45, йылҡыныҡын 50 һум менән тереләй тапшырҙыҡ. "Иҙел" кооперати­вынан 100 мең һумға кредит алғайныҡ, шуны ошолай ҡапланыҡ инде. Хужалыҡтың ике "Беларусь"ы, 1 ДТ-75 тракторы бар. Техника бик иҫке. Стәрленән 35 мең һумға лимузин тоҡомло үгеҙ һатып алдыҡ. Ҡыш буйы малдарға йәйек ташып ашаттыҡ. Көн йылытһа, йылаға сығырға тип торабыҙ. Миндеғәле Хөснөтдин улы Бай­моратов ауылға яҡын ғына ерҙә бер аҙыраҡ йыла бар, ти — ишемгә ҡушым булыр, тигән ниәттәбеҙ. Нисек булһа ла малды ҡара ергә баҫтырырға, баш һанын кәметмәҫкә иңде иҫәп", - ти А.Сәлихов.

"Ҡана" агрофирмаһы ЯСЙ-һында бөтә ғүмерен малсылыҡҡа бағышлаған кешеләр ҙә эшләй. 32 йыл тыуған хужалығы тип тир түккән Миндеғәле Байморатовты бында һәр береһе һанлай. Крәҫтиән эшен энәһенән-ебенә тиклем белгән Миндеғәле Хөснөтдин улы малсылыҡҡа ғына байтаҡ йылдарын бағышлаған. Быйыл ғына йәйләүгә бармай ҡалған ул. Унда ла эшселәрҙе алмаштырып ял иттерергә өлгөргән. Нәҡ уның кеүек үҙ эшенә мөкиббән бирелгән эшселәрҙән тора ла инде бөгөн ауыл хужалығы. Хужалыҡ етәксеһе лә Миндеғәле ағайҙың эшенән ҡәнәғәт. "Һәр яҡлап ярҙам итергә, тормош тәжрибәһенән сығып, кәңәш- төңәше менән дөрөҫ юҫыҡландырырға ғына тора", - ти Альберт Сәлих улы уның хаҡында.

 

А. РӘЖӘПОВА.

һүрәттә: М. Байморатов.

С. СӘҒИТОВ фотоһы.

«Таң» 17 март 2011 йыл.








Йәштәрҙә - дәрт, сослоҡ

 

 






"Ҡана" агрофирмаһы ЯСЙ-һында Миндеғәле Бай­моратов кеүек оло быуын кешеләре менән бер рәттән Зөфәр Татлыбаев кеүек йәштәр ҙә эшләй. Ололар тәжрибәһе менән алдырһа, йәштәр таһыллығы, сослоғо менән һыр бирмәй. Зөфәр Ғәлимйән улының эшенән хужалыҡ етәксеһе лә, хеҙмәттәштәре лә ҡәнәғәт.

"Ҡушҡанды ғына түгел, ҡушмаған эште лә эшләргә атлығып тора. Эшем эш булһын тип тырыша. Зөфәр кеүек йәштәр булғанда, эш тә ырай, һөҙөмтә лә күренә", - тиҙәр уның хаҡында.

 

А. ҒАРИФУЛЛИНА.

һүрәттә: 3. Татлыбаев.

С. СӘҒИТОВ фотоһы.

«Таң» 19 март 2011 йыл.




« ШӘХСИ  ХУЖАЛЫҠТАРҘА»

Әтек ауылында халыҡтан һөт йыйыу яҡшы ойошторолған. Шәхси хужалыҡтар араһында һөттө айырыуса күп тапшырыусы хужабикә - Ямғурсина Рәйлә Янсаф ҡыҙы.

Рәйлә апай беҙҙе ихлас ҡаршы алып, үҙ хужалығы менән таныш­тырып үтте.

- Өс һыйыр һауам. Иртәнге һәм киске һауымдан йәмғеһе 25 литр һөт тапшырам.Һәр һыйырҙан бер һауымда 5-6 литр самаһы һөт һауыла. Бер литр һөттө 6 һум менән "Иҙел" кооперативы ҡабул итеп ала. Күпме тапшырғанымды яҙып, үҙем өсөн иҫәп-хисап дәфтәре алып барам. Айына һөттән генә 4000-4500 һум тирәһе килем алам. Уның араһында йомортҡа һатам, һөт аҡсаһына ҡушымта ла була.

Ваҡытында совхозда алдынғы һауынсылар рәтендә 11 йыл маҡталып эшләнем. Маҡтау ҡағыҙҙарын һәм "Таң" гәзите битендә баҫылған фотомды үтә бер йылылыҡ менән һаҡлайым, һаулығым насарайыу сәбәпле, мәктәпкә иҙән йыуыусы булып урынлашып, 17 йыл эшләнем.

Эшһеҙ ҡалһам да, зарланған юҡ - шәхси хужалыҡта ла эш етерлек. Тормош иптәшем менән хужалығыбыҙҙа өс ат, өс һыйыр, башмаҡ, ҡош-ҡорт үрсетәбеҙ. Тик быйылғы ҡышты сығыуға бесән етеңкерәмәне. Ауыл хакимиәтенә шәхси хужалыҡтарға һалам бүлгәне өсөн рәхмәт, шуның көсө менән күгүләнгә имен баҫылды. Бына хәҙер ҡыҙыу бесән мәле етте, һәр кемгә мал аҙығын етер­лек әҙерләргә яҙһын, - ти Рәйлә апай.

А. АҠЫЕВА.

һүрәттә: Әтек ауылы уңғаны Р. Ямғурсина.

Автор фотоһы.

«Таң”, 5 июль 2011 йыл.






Йәштәргә өмөт ҙур   

<!--[if !mso]-->


Һуңғы йылдарҙа хөкүмәтебеҙ ауыл ерендә йәшәүсе, эшләүсе йәштәрҙе күтәреү, уларға эш һәм тормош шарттары булдырыу маҡсатында байтаҡ эштәр атҡара. Шуларҙың береһе — аграр вуз тамамлап, ауылға эшкә ҡайтҡан йәштәргә 100 мең һумлык грант һәм 3 йыл дауамында эш хаҡтарына өҫтәмә рәүештә 7 мең һум күләмендә аҡса түләү. Ошондай бәхет тәтеүсе йәш белгестәребеҙ ҙә юҡ түгел. Шуларҙың береһе — "Урнәк” МУСП-һының ветеринар табибы Марсель Исламов.

Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап ҡайтҡан йәш белгес “Үрнәк” МУСП-һында эш башлай. Хужалыҡ етәкселеге лә уның эшенән ҡәнәғәт.

Беҙ Марселде эш урынында тап иттек. “Быйыл ветстанция белгестәре ярҙам итеп, һыйырҙарҙы яһалма ҡасырҙыҡ. Малдарға ваҡытында профилактик укол дар һалына. Эш башлауыма әле бер йыл да тулмаған. Ветстанция начальнигы Р.Хәлиуллин, белгестәр, хужалыҡ етәкселеге һәр йәһәттән ярҙам итергә генә тора. Йәштәрҙе ошолай күтәрмәләгәстәре эшләге килеп кенә тора”, - ти Марсель!

Эйе, тәжрибә бер кѳндә түгел, йылдар дауамында туплана. Эргәңдә ҡулы менән дә, теле менән дә ярҙам итерлек ағай-эне булғанда, Марсель кеүек йәш белгестәрҙән эш ҡалмаҫ.

А. ҒАРИФУЛЛИНА.

һүрәттә: йәш белгес  М. Исламов.







Бында сәләмәт быуын үҫә

Балалар баҡсаһы- мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәрҙең икенсе йорто. Ә инде унда һәр бала теләп йөрөһөн, күңелдәрендә яҡшы тәҫъораттар ғына ҡалһын өсөн педагогтар бар көстәрен һалып, тырышып эшләй. Әтек ауылы балалар баҡсаһы районда алдынғылар рәтендә. Оҙаҡламай яңы уҡыу йылы етә, йәй буйы ты­нып торған баҡсалар тағы шат тауыштарға күмеләсәк. Бөгөн баҡсала ҡышҡа әҙерлек эштәре нисек, киләһе быуынды шәхес булараҡ тәрбиәләү йәһәтенән ниндәй эштәр алып барыла ? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Әтек ауылы балалар баҡсаһы мөдире М. Ғәҙәмшинаға мөрәжәғәт иттек.

-   Мәйсәрә Илхан ҡыҙы, мәғлүм булыуынса, һеҙ етәкләгән баҡса районда иң яҡшыларҙың береһе. Баҡса хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп үтһәгеҙсе?

        -Әтек ауылы бала­лар баҡсаһы 1986 йыл­дан алып эшләй. Ҡағиҙә булараҡ, йыл һайын унда төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Тәрбиәләнеүселәр һаны артҡас, уңайлы шарттар булдырыу өсен, төкәтмә төкәттек. Йыһаздар, башҡа кәрәк-яраҡтаяңыртылып тора. Элегерәк тәрбиәләнеүселәрҙең һаны 15 булһа, хәҙер 20-гә етте. Төҙөкләндереү эштәрен тамамлағас, балаларҙы ҡабул итә башлайбыҙ.

- Әлеге мәлдә баҡсала әҙерлек эштәре нисек бара, ҡышҡылыкка бина әҙерме, тәрбиәләнеүселәр өсөн тейешле шарттар булдырылғанмы?

-Баҡсаны 15июндә япҡас та төҙөкләндереүҙе башланыҡ. Әле был эштәр, тамамланды, яңынан мейес сығарттыҡ.

Утын килтерелеп, балалар майҙансығы яңыртылһа, ба­лалар баҡсаһы тулыһынса әҙер буласаҡ. Кәрәк- яраҡтарға килгәндә, барыһы ла етә, шулай уҡ ата-әсәләр матди яҡтан ярҙам итеп тора­лар. Уңыш та йылдағынан на­сар түгел. Ҡыҫҡаһы, балалар теләп йөрөһөн өсөн, барлыҡ шарттарҙы ла булдырырға тырышабыҙ. Йоҡо, уйын бүлмәләрен йыл да матур итеп йыһазландырабыҙ, улар өсөн сюжетлы-ролле уйын мөйөштәре булдырабыҙ, китапханабыҙ бар.

-Балалар менән ниндәй методикаға, программаларға таянып эш итәһегеҙ?

-Беҙҙең баҡса хеҙмәткәрҙәре, шәхес тәрбиәләүҙе кесе йәштән башларға кәрәклеген бе­леп, төрлө маҡсатлы эштәр алып бара. Тәрбиәсе Г. Дауытова  менән му­зыкаль белем биреүсе

Г. Сәйетғәлина балаларҙы тәрбиәләү, уларҙың ижади һәләтен үҫтереү өсөн бар тырышлыҡтарын һала.


Балаларҙы тәрбиәләгәндә төрлө саралар, традици­он, традицион булмаған алымдар ҡулланыла, айы­рыуса экологик тәрбиәгә ҙур иғтибар бирелә. Балаларҙы экскурсияларға алып сығып, тәбиғәт, ер-һыу атамалары менән яҡындан таныштырабыҙ. Г. Ғәлиеваның "Башҡорт балалары өсөн уҡытыу- тәрбиә программаһы", 3. Нафиҡованың "Балалар баҡсаһында математика" һәм башҡа программа­лар буйынса кескәйҙәрҙең һәләтен, телмәрен үҫтереү маҡсатында, төрлө эштәр алып барыла. Тарихыбыҙ менән таныштырыу бе­ренсе урынға ҡуйылған. Башҡорт халҡының йолала­рын, тормошон, мәҙәниәтен сағылдырған тирмә, мил­ли костюмдағы ҡурсаҡтар, сәңгелдәк, тирмән, һауыт- һабалар ҡуйылған мөйөштә балалар рәхәтләнеп уйнайҙар. Сәләмәтлеккә лә айырыуса иғтибар бирелә, төрлө физик күнегеүҙәр, сыныҡтырыу процедуралары башҡарыла.

-     Ата-әсәләр менән эш алып барыламы, киләсәккә ниндәй уй-маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?

-      Балалар баҡсаһы, әлбиттә, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш. Төрлө йыйылыш- сараларҙы бергә үткәрәбеҙ, килеп тыуған мәсьәләләрҙе шунда уҡ хәл итеү юлда­рын ҡарайбыҙ. Байрамдар, кисәләр үткәреүҙә, ремонт эштәрендә һәр саҡ ярҙам итеп торалар. Киләсәктә тағы ла тырышып эшләргә, балалар тәрбиәләүҙә яңы алымдарҙы ҡулланып, тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшергә, тигән маҡсаттар менән йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ.

-      Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Г. БАЙМОРАТОВА

«Таң» 19 август 2010 йыл.

 



Таныш булығыҙ: яңы исем

СӘХНӘ  МАТУРЛЫҠТЫ  ЯРАТА,

ти йәш йырсы Ғайсар МИҢЛЕҒОЛОВ

 

    Йыр-моң донъ­яһы ниндәйҙер бер сихри тартыу көсөнә эйә. Үҙе йырламаған кеше лә моңға тартыла, эстән генә көйләп йөрөй. Ә йырлай белгәне тормошон йырһыҙ күҙ алды­на ла килтермәй. Бәләкәй сактан ашнаҡсы булырға хыялланған Ғайсарҙы ла йыр уҙенә әйҙәй. Һүҙем - сәхнәгә күптән түгел генә сыкһа ла, алсаҡлығы, сибәрлеге, моңло, йом­шаҡ тауышы менән йәш ҡыҙҙарҙың йөрәген йышыраҡ тибергә мәжбүр иткән йәш йырсы Ғайсар Миңлеғолов тураһында.

 

     БӨРЙӘН районының Әтек ауы­лында тыуып үҫкән егеттә, бәләкәй саҡтан йырларға яратһа ла, ашнаҡсы булыу теләге көслө була. Төрлө торттар, кекс, былау беше­рергә яратҡан Ғайсар 9-сы синыфта ғына йыр менән ныҡлап шөғөлләнергә ҡарар итә. Районда йыр конкурстарында ҡатнашып, урындар яулай. 11-се синыф­ты бөткәс, һис икеләнеүһеҙ Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә имтихан тота һәм уҡырға инеп китә. Күренекле йырсы Тәнзилә Үҙәнбаева кла­сында уҡый. Классик әҫәрҙәргә, халыҡ йырҙарына ла ҡыҙыҡһыныуы арта. Быйыл уның сығарылыш йылы. Әммә Ғайсар үҙен артабан бүтән өлкә­лә лә һынап ҡарарға теләй. Уны геоде­зия ҡыҙыҡһындыра. «Ә йыр, хобби һымаҡ, күңел талабы һымаҡ, һәр саҡ минең менән буласаҡ», - ти егет.

Былтыр 1 сентябрҙә Салауат майҙа­нындағы концертта Ғайсарҙы компози­тор Риф Арыҫлан күреп ҡала. Шулай итеп, йәш йырсының «Серле күҙҙә­рең», «һине иҫкә алғанда», «Көҙҙәрем» тигән тәүге йырҙары «Юлдаш» радио­һы аша яңғырай башлай. Уның тауы­шын күп кенә йәш йырсыны сәхнәгә сығарған Радик Юлъяҡшин да оҡшата. Күп тә үтмәй, тәүге гастролгә Силәбегә лә сығып китәләр. Аҙаҡ Радик Юлъяҡшин, Наил Ибраһимов, Тимур Вәлитов, Илгиз Абдрахмановтар менән Стәрлетамаҡ, Ишембай, Баймаҡ, Сибай ҡалаларында, Стәрлебаш, Баймаҡ, Ғафури, Хәйбулла районда­рында «Һин әҙерме?» концерт про­граммаһы менән сығыш яһайҙар. «Тамашасы иғтибарын, һөйөүен яулар өсөн йырсы бүтәндәрҙән айыры­лып торорға тейеш. Тауышы менән дә, кейеме, стиле, йөҙө менән дә. Һәм, әлбиттә, йыр ҙа мәғәнәле булһын. Сәхнә матурлыҡты ярата», - ти Ғайсар. Матурлыҡ тигәндән, йөҙө генә сибәр түгел егеттең, күңел донъяһы ла матур. Спиртлы эсемлектәр эсеү, тәмәке тар­тыу - уның өсөн ят күренеш. Мәсеткә йөрөй. Кешеләрҙе иманлылығы, алсаҡлығы, иллелеге, тырышлығы өсөн дә ихтирам итә. Замана тырыш, белем­ле кешеләрҙеке, тигән фекерҙә Ғайсар.

Егет тормошта бөтә нәмәгә лә өлгө­рөргә тырыша. Уҡып йөрөй, сәхнәлә сығыш яһай, дуҫтары менән аралашырға, күңеленә ятҡан бүтән эштәр менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Ижади пландар ҙа ҡора - бер төрлө генә йыр стилендә туктап ҡал­маҫҡа иҫәбе. Классик әҫәрҙәр, халыҡ йырҙары, Европа стилендәге заманса йырҙар, «Гәлсәр һандуғас» стиле - ваҡытың, тырышлығың, ижади ҡома­рың ғына етһен.

Ғайсар исеме «ҡайнар шишмә» тигәнде аңлата. Ата-әсәһе улдарының тормоштоң бөтә йәмен тойоп, ҡайнап йәшәүен теләп, уға ошо исемде ҡушҡандыр. Ғайсар һынатмай, тип әйтергә була. Артабан да яңы үрҙәргә ынтылып, үҙ тамашасыһын табып, йырҙары менән беҙҙе ҡыуандырып торорға яҙһын.

 

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.

«Йәшлек», 24 май 2011 йыл.





Хәҙерге тормош — ожмах,

 

ти Әтек ауылында йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветера ны, II төркөм инвалиды, 34 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә пенсионер Нәҙирә Атанғол ҡыҙы Бейембәтова.

 

    Әтек ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Н. Әбүбәкиров менән өйөна барғанда, Нәҙирә инәй иртәнге эштәренән һуң ятып торған ине. Ни йомош менән килгәнебеҙҙе әйткәс, өтәләнеп килеп торҙо. "Олоғайғас, кешенең ибәтәйе буламы, гәзиткә тигәс, ҡупшы кейемдәремде кейәйем. Үңәсем балта һабындай күренеп тормаһын", - тип һөйләнә-һөйләнә кейем шкафынан ҡунаҡ кейемдәрен барлай башланы.

"Ошо ауыл кешеһемен. Әле булһа атайҙан ҡалған нигеҙҙә ултырам. Хеҙмәт юлымды леспромхозда башланым: ағасын да ҡырҡтыҡ, боҙон да уйҙыҡ, ҡыуғынын да ҡыуҙыҡ. Шунан мәктәптә йыйыштырыусы булын эшләнем. Пенсияға ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пунктында санитарка булып эшләп сыҡтым. Тәүге иремдән Булат исемле улым тыуҙы. Байтаҡ йылдар Айрат Бикбулатов менән йәшәйем. Ҡолаҡ ҡыбырлатҡан малым юҡ, ҡанат ҡаҡҡан ҡошом юҡ. Былтыр февраль айында район хакимиәтенән бер егет килде, исемен онотҡанмын, хәл- әхүәлемде һорашты. Өйҙөң рәте китеп бара, бер яҡҡа ығып тора. Социаль хеҙмәткәр килеп, иҙән-миҙәнде йыуып бирә. Картуф сәсәбеҙ, шөкөр, ашарлыҡ булды, һөттө магазиндан йә кешенән алабыҙ. Теш булмағас, әллә ни ит алмайым. Магазинда хәҙер бөтә нәмә бар бит. Күбеһенсә консерваларҙағы быҡтырылған итте алабыҙ. Булат улым Сибайҙан ай һайын ҡайтып, мине дауаханаға алын барып, дарыуҙар алып биреп тора. Хәҙер йәш тә олоғайып бара. һаулыҡ китеп тора: умыртҡа, ҡоймос һөйәгем ауырта - ыңғай тороп китә алмайым. Ишетмәүем бигерәк ҡыйын, күҙем дә насар күрә, етмәһә, һығылдыра. Шулай ҙа Хоҙайға ла, кешеләргә лә үпкәм .юҡ. Пенсияны хөкүмәт мәлендә биреп тора. Айрат мунса яғып төшөрә, донъяның эшен эшләй. Элек кенә ул, беҙ йәш мәлдә, этлектең ниндәйен генә күрелмәне. Хәҙер йәшәйем тигән кешегә бөтәһе лә бар. Тормош - үҙе ожмах", - тип йәшәйеш- торошон бәйән итә инәй.

Эйе. оло быуын кешеләре, инвалидтар, ветерандар хөкүмәтебеҙҙең иғтибар үҙәгендә. Заманында аслығын да, эштең ниндәйен дә күргән, юғына түҙгән ағинәйҙар, аҡһаҡалдар, ысынлап та, иғтибарға, ихтирамға лайыҡ. Уларҙың һәр береһенең яҙмышы - китапҡа торошлоҡ, ҡылғандары - йәштәргә өлгө, эшләгәндәре—һәйкәл ҡуйырлыҡ. Ҡартайған көндәрендә яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, һаулыҡ-таҙалыҡта йәшәргә яҙһын уларға.

 

А. ҒАРИФУЛЛИНА.

«Таң» 2 декабрь 2010 йыл.

 

 

Хужалыҡтарҙа

Эштәре көйлө бара

    Хужалыҡтар көҙгө баҫыу эштәрен теүәлләп, ҡышҡа әҙерләнә. Әле фермаларҙа аҙбарҙар ремонтлана,        бесән ташыла. Әтек ауылындағы "Ҡана" агрофирмаһында ла эштәр көйлө генә бара. Бында 83 баш һыйыр  һәм 20 баш йылҡы малы бар. Хужалыҡтың бөгөнгө хәле һәм ҡышҡа әҙерлектәре хаҡынла етәксе Альберт  Сәлихов таныштырҙы.

- Коллективта 10 кеше эшләй. Малсылар Зөфәр Татлыбаев менән Әлфир Сәлихов Тарыуал яланында һыйыр һәм йылҡы мал­дарын көтә. Трактори-стар Сәғит менән Юныс Баймөхәмәтовтар йәйен бесән эшләүҙә, ташыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. 130 тонна бесән әҙерләнек, әле шуның 50 тоннаһы ферма янына ташылды. Ҡалғанын ер туңғас та­шып аласаҡбыҙ. Яланда былтырҙай ҡалған бесән дәбар. Салауат исемендәге

хужалыҡтан 10 тонна фу­раж алырға һөйләшкәнбеҙ. Бухгалтер Гүзәл Сәлихова менән келәт мөдире Рәйсә Баймөхәмәтова ла үҙ эштәренә яуаплы ҡарайҙар, тырышып эшләйҙәр. Пило­рамала Зариф Ғәҙәмшин, Кәрим Күжәбаев һәм Азат Сәлихов эшләй. Йәйге осорҙа Хәләф Ибраһимов менән Ғәле Иманғолов бесән эшләүҙә ярҙам иттеләр.

Фермаларҙы ремонтланыҡ. Беҙҙең хужалыҡтың 147 гектар ере бар: шунын 50 гек­тары туңға һөрөлдө, ҡалғаны сабынлыҡ ере. Туңға һөрөлгән ергә яҙ күп йыллыҡ үлән сәсергә ниәтләйбеҙ, әлегә орлоҡ юҡ. Эшселәр барыһы ла ты­рышып эшләй, аҡсаны ла ваҡытында биреп барырға тырышабыҙ. Беҙҙең төп бурыс - малдарҙы имен ҡышлатыу, яҙғы сәсеүгә орлоҡ хәстәрләү. Техника ныҡ иҫкерҙе, уларҙы даими ремонтлап ҡына торабыҙ, -ти Альберт Сәлихов.

В. АФЗАЛОВА.

«Таң” №125, 27 октябрь 2012 йыл.



Йәш мастер

 

<!--[if !vml]--><!--[endif]-->Юлдаш Мирасов - Әтек ауы­лы егете. Мәктәптән һуң Өфө урман хужалығы техникумын тамамлаған. Мәле еткәс, хәрби хеҙмәткә саҡырылып, Екатеринбург ҡалаһында әрме мәктәбен үтеп ҡайта. Юлдаш - тыуған районына, уның хозур тәбиғәтенә ғашиҡ кеше, шуға ла ситкә бәхет эҙләп китеү хаҡында уйламаған да. Тыуған яғында һайлаған һөнәрө буйынса эш тә табыла егеткә - 2011 йылда "Бөрйән ур­ман" предприятиеһында хеҙмәт юлын башлай. Әле түбәнге келәт мастеры ваэифаһын башҡара. Етәкселәр йәш мастерҙың эшенән ҡәнәғәт. "Юлдаш һымаҡ тырыш, яуаплы хеҙмәтсәндәр булғанда, предприятиеның эштәре алға барасаҡ," - тиҙәр.

- Бында эшләү бик оҡшай. Эш хаҡым да ҡәнәғәтләнерлек, - ти егет. Юлдаш эшендә уңған хеҙмәтсән булһа, ғаиләһендә кәләше Дилбәргә ышаныслы терәк-таяныс. Уларҙың йәш ғаиләһендә мөхәббәткә сорналып, Юлиә исемле ҡыҙ үҫеп килә.

А. ХАФИЗОВА.

«Таң”, №31, 16 март 2013 йыл.



 

Зәлифә Ишдәүләтова (Ҡансурина) – Иҫәнғазы ауылы ҡыҙы.

“Атайым Һиҙиәт, әсәйем Фәғилә исемле инеләр. Беҙҙе, 8 баланы, үҫтереп, белемле иттеләр.

Иҫәнғазыла – 4-се, Әтектә 8-се класты тамамланым. Унан Өфөлә финанс техникумында 3 йыл уҡығандан һуң, Йылайыр районында бухгалтер булып эш башланым.

Хәҙер Баймаҡта йәшәйем. Оҙаҡ йылдар Баймаҡ дауаханаһында бухгалтер булып, аҙаҡ һалым инспекцияһында эшләнем.

Олоғайған һайын бала саҡ хәтирәләре йышыраҡ иҫкә төшә, тыуған яҡтар һағындыра.

Осоп ҡайтырҙай булаһың. Ләкин ауылыбыҙ юҡ инде...”, - тип яҙған хатында Зәлифә апай.

Ул шиғырҙар ижад итә икән. Шуларҙың бер нисәһен һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.

 

 

     Ауылым

Тыныс ҡына ине беҙҙең ауыл,

Машиналар һирәк үттеләр.

Урамында йәшел бәпкә үлән,

Унда балалар аунап үҫтеләр.

Ҡояш ҡалҡыу менән һәр бер өйҙән

Ялҡау ғына атлап мал сыға,

Көтөүсегә берәү ҙә ашыҡмай.

Тирә-яҡ ысыҡҡа мансылған.

Әсәй эстән генә көйләй-көйләй,

Утын өҫтәй, ана, усаҡҡа.

Атай утынлыҡтан йүгән алып,

Ат эҙләргә сыға сусаҡҡа.

Һәр бер аттың үҙенең ҡыңғырауы,

Ишетелә төрлө сыңлауҙар.

Ана, атай атты етәкләгән,

Төшөп килә Ҡыя юлынан.

"Ниңә, атай, атҡа һыбайламай,

Йәйәү ҡайтып киләң арымай",

"Ат бит, балам, көнө буйы эшләй,

Уны арытырға ярамай".

Арба майлай атай дегет менән,

Таҙа дегет еҫе тарала.

Һайғау тыҡҡан тәгәрмәс өйөрөлә,

Атай ситтән ҡарап тора ла:

"Арба әҙер, балалар, һеҙ әҙерме,

Ҡояш бөгөн ҡыҙыу буласаҡ.

Бесәңде күбәләп, кәбән ҡойоп,

Эште түңәрәкләп ҡайтыр саҡ".

Ат артынан төштөк йүгерешеп,

Кемуҙарҙан шаулап, уҙышып.

Ысыҡ ярып үткән арба юлы

Йөрәгемдә ҡалды уйылып.

 

 

     Хәтер

Көн уртаһы, ҡояш баш осонда,

Хәтәр эҫе итеп ҡыҙҙыра.

Тауыҡтарын йыйған сыбар әтәс,

Төш етте, ҡыҙын, тип ҡысҡыра.

Эй, баласаҡ, ғәзиз өй тупһаһы,

Һиндә күпме серем һаҡланған —

Өҙлөкһөҙ геүләгән күгәүендәр

Туҡталырға урын тапмаған.

Күбәләктәр уйнай ҡарамала,

һут эҙләй әрһеҙ бал ҡорттары.

Быҙау менән һыйыр бергә ҡайтты,

Әсәйҙән эләга бит тағы.

Барыһы ла иҫтә. Төтәп-төтәп

Самауыр ҡайнауын да һағынам,

Һигеҙ бала менән атай-әсәй

Бергә булһаҡ ине тағы ла...

Үҫкән саҡта барыбыҙ ашыҡтыҡ

Сығып китергә тип ауылдан.

Сәскә ҡырау ятып, олоғайғас,

Ашҡынабыҙ кире ҡайтырға.

Осрашырға ҡайттым ауылыма,

Хәтер ебен кире ялғарға.

Таныш һуҡмаҡтарҙан йүгерергә.

Үрмәләргә таныш тауҙарға.

Тауҙар ғына таныш, йылға таныш.

Таныш түгел урам, йорттар ҙа.

Юҡ, өйҙәр юҡ! Улар үртәлгәндәр

Минең кеүек янып уттарҙа.

Емерелгән нигеҙ төптәрендә

Алабута, әрем, кесерткән...

Ғәжәйеп — сүп баҫҡан баҡсабыҙҙа

Ҡара ҡарағаттар өлгөргән.

Бирешмәгән улар ел-дауылға,

Утҡа, етемлеккә, һалҡынға.

Ҡарағаттарымды күмерләнгән

Ғорур бағаналар һаҡлаған.

Рәнйеүҙәрем түгәм буш нигеҙгә,

Хәтер йомғаҡтарым һүтелгән.

"Бәләкәй ауылдарҙы бөтөрөргә!"

— Хөкүмәт ҡарары бит үтәлгән.

“Таң” №30, 14 март 2013 йыл.


Афарин!

17-21 октябрҙә Ишембайҙа шашка буйынса ре­спублика беренселеге үтте. Унда 16-18 йәшлек үҫмерҙәр көс һынашты. Был саранан бөрйәндәр ҙә ситтә ҡалманы. Илфат Алғазин менән Альбина һатыбалованың шәхси беренселектә 3-сө урын яулап ҡайтыуҙары хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Әтек егете Илфат бар жюри ағзаларын хайран ҡалдырып, «турнир асышы» тигән исемгә лайыҡ була.

Шашка буйынса республика беренселегендә Урал аръяғы райондарынан Хәйбулла, Йы­лайыр, Бөрйән һәм Сибайҙар ҡатнашты. Райондан 4 уҡыусыны алып барҙым, - ти Иҫке Собханғол мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, шашка, шахмат уй­ындары тренеры Тимур Динисламов.

- Турнирға республиканың төрлө төбәктәренән иң көслө шашка­сылар килгән. Унда 16 йәшкә тиклемге йәш категорияһында 25 кеше ҡатнашты. Шуларҙың икеһе 3-сө, ҡалғандары 1-се разрядлы шашкасылар, Рәсәй һәм респу­блика призерҙары, чемпиондар,

Илфат - турнир асышы

спорт мастерлығына кандидаттар. Илфат спорт мастеры кандидаты нормативын тулыһынса үтәне. Ләкин 3-сө разрядҡа эйә булғас, әлегә уға шашка уйындары буй­ынса 1 -се разряд бирелә. Турнир аҙағында тренерҙарҙы йыйып һөйләшкәндә, баш судья Д. Х. Сакаев призерҙарҙы, чемпиондарҙы еңгән Илфатҡа «турнир асышы» тигән баһа ҡуйҙы. Жюри уның уйнау һәләтенә хайран ҡалғайны. Уйлап ҡараһаң, юғары разрядлы, спорт мастеры кандидаттары менән уйнау еңелдән булмағандыр. ' Шулай уҡ яңыраҡ ҡына был спорт төрөндә үҙен күрһәткән Альби­на Һатыбалованың республика кимәлендәге тәүге сығышы ла яҡшы һөҙөмтәгә лайыҡ булды.

Сентябрҙән шашка, шахмат ярыштарына ныҡлап әҙерләнә башланыҡ. Әбделмәмбәттә үткән шахмат ярышында Илфат 4 йыл буйы яулап килгән беренселек­те яҡлап ҡалды. Ошо уҡ ярыш­та Альбина 3-сө урынға лайыҡ булды. Илфат шулай уҡ Урал аръяғы райондары араһында үткән шашка, шахмат уйында­рында ла уңышлы ҡатнашты. Ишембайҙағы шашка буйынса республика беренселегенән Почет грамотаһы һәм бронза миҙалдар алып ҡайттыҡ.

Март айында призерҙар шаш­ка буйынса Рәсәй чемпиона­тына һайлап алыу турында ҡатнашасаҡтар, - ти тренер.

Әйткәндәй, Илфат республи­ка кимәлендәге бәйгелә тәүгә ҡатнашмай, 2010 йылда Межгорье ҡалаһында үткән шахмат буйынса республика беренселегендә 4-се урын яулаған.

Әтек мәктәбендә уҡығанда шах­мат, шашка уйындары буйынса уға етеүсе булмай. Башланғыс синыфтарҙа шашка уйыны менән мауыҡһа, 6-сы синыфта ныҡлап шахмат уйнарға өйрәнә. Атаһы

менән Айтуған ағайы тәүге тренерҙары була.

- Ағайым мәктәптә шашка, шахмат түңәрәге асып, уйын менән мауыҡҡан балаларҙы йыйып алды. Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда мин дә йөрөй башланым. Тора бара был спорт төрө мине мауыҡтырҙы, арбаны, яратҡан шөғөлөмә әүерелде.

Ишембайҙа үткән чемпио­нат оҡшаны, яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. 1-сё разрядлы спорт­сылар, спорт мастеры кандидат­тары менән уйнау үҙемдә ышаныс арттырҙы. Унда уйын швейцар системаһы буйынса барҙы. Бөтәһе 7 тур булһа, һәр бер турҙа икешәр партия уйнаныҡ. 6 кешене еңдем, ә Европа чемпионы Григорий Ермаков менән уйын ике яҡтың да еңмәүе менән тамамланды. Башҡортостан чемпионы Алек­сандр Яковлевтан еңелдем. Бын­дай сарала ҡатнашыу киләсәктә шашка һәм шахмат уйындары буйынса спорт мастеры булыу теләген уятты. Физика, математи­ка фәндәрен яратам, Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инергә уйлайым, - ти Ил­фат.

Афарин! Ҡуйған маҡсаттарың тормошҡа ашып, яңынан-яңы үрҙәр һәм еңеүҙәр яуларға насип булһын.

А. АҠЫЕВА.

 «Таң” №128, 7 ноябрь 2013 йыл.

 

 

 

Кеше матур эше менән

АШЫ ТӘМЛЕ, ҠАРАШЫ ЙЫЛЫ

Әтек мәктәбе ашнаҡсыһы Ямғурсина Зәмиә Хәкимйән ҡыҙы үҙ эшен мөкиббән китеп, намыҫлы башҡарыуы менән коллективта хаҡлы ихтирам яулаған.

- 1988 йылдан алып ашнаҡсымын, уҡытып та ал­дылар - курс бөттөм. Шөкөр, эште еңеләйтәләр - әле йылы һыу үткәрәбеҙ тип йөрөйҙәр. Балаларға көнөнә өс тапҡыр ашарға бешерәбеҙәүҙәәләкәйҙәр, шунан - ололар, өсөнсө мөҙҙәттә күп балалы ғаиләнән сыҡҡандар ашай. Улар ҙа күп кенә - 33-34 тирәһе. Оҙаҡ йылдар бергә эшләгән коллегам - ашнаҡсы ярҙамсыһы Рәмилә Бейембәтова менән көн дә 60-лап баланы ашатабыҙ. Меню төрләндерелә - итле аш та, кәбеҫтә ашы ла, картуф, ярмалар ҙа бирелә. Мәктәп баҡсаһында быйыл килеп тороп кәбеҫтә, картуф уңды, сөгөлдөр ҙә мул булды. Винегрет, башҡа салат­тар эшләп ашатабыҙ. Икмәкте лә көн аша үҙем бешерәм. Итле ризыҡ булғанда иртәнге етелә үк эшкә киләм. Хужалыҡ мөдире Ғәлимә Мәзитова аҙыҡүлек менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеп тора, - ти Зәмиә апай.

Хәләле менән ике уланға - Ар­тур менән Әсхәткә матур тәрбиә биргәндәр, юғары белем алырға ярҙам иткәндәр Ямғурсиндар. Тырышлыҡтарын алға ҡуйып, эш тип йән атып, донъя йөгөн зарланмай тартыуҙары.

Кеше матур эше менән - Зәмиә апайҙың яуаплы, тынғыһыҙ эшенән йәм табып, балалар, ата-әсәләр рәхмәте ишетеп йәшәүе ошоға дәлил.

А. ҒАРИФУЛЛИНА.

«Таң” №131, 14 ноябрь 2013 йыл. 



Таныш булығыҙ: яңы исем!

"КЕШЕНЕҢ ҺӘР САҠ МӘШҒҮЛ БУЛЫУЫ ФЕКЕРЛӘҮ ҠЕҮӘҺЕН ҮҪТЕРӘ", -

ти бер юлы өс уҡыу йортонда белем алыусы йәш йырсы Ғайсар Миңлеғолов

Бөрйән районының Әтек ауылында тыуып үҫкән Ғайсар Миңлеғоловтың ижадын йәштәр тәү йырынан уҡ оҡшатты. Һөйкөмлө, бер аҙ оялсан егет үҙ-үҙен белгәндән бирле йырларға ярата. Уҡығанда мәктәп, ауыл клубы, район мәҙәниәт йорто сәхнәләрендә бик йыш сығыш яһай, төрлө бәйгеләрҙә ҡатна­ша. Баш ҡала сәхнәһенә, йәш йырсылар менән бер рәттән, 2010 йылдан сыға башлай. Туған мондар" телевизион конкурсында - "Өмөт", "Йәшлек-шоу - 2011" бәйгеһендә "Йыл асышы" номинацияһын ала һәм башҡа конкурстар лауреаты булып таныла.

- Ғайсар, яңылышмаһам, һин дип­ломлы йырсы?

-  Эйе, мин Өфө сәнғәт училищеһы­ның вокал бүлеген тамамланым. Ә бына бала саҡта бешеренергә ярат­тым, яҡындарымды төрлө тәмлекәс­тәр менән һыйлай инем һәм 9-сы класҡа тиклем ашнаҡсы буласаҡмын тип хыялландым. Әллә әсәйем мәрхү­мәнең мин ҡарынында саҡта һәр саҡ халыҡ йырҙарын башҡарыуы тәьҫир иткәнме, әллә байрам сараларында ауылда  сығыш  яһап,  төрлө  кон-

курстарҙа көсөмдө һынап ҡарауым сәбәп булдымы - ҡапыл ғына йырсы булырға теләнем. Мәктәп йылдарын­да Гөлсөм Бикбулатованың, Хәсән Усмановтың репертуарындағы йыр­ҙарҙы йырларға яраттым.

Сәнғәт училищеһынан һуң Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына көн­дөҙгө бүлеккә уҡырға индем. Ә Башҡорт дәүләт университетының социология бүлегендә, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акаде­мияһында ситтән тороп белем алам.

Бына һиңә мә! Бер юлы бер-береһенә бөтөнләй ҡағылышы бул­маған һөнәрҙәргә уҡыуы ауыр түгел­ме? Ә киләсәктә ҡайһыһын һайлая­саҡһың?

-  Еңел түгел, әлбиттә. Шулай ҙа белем алыуға ынтылыш миңә ҡанат ҡуя, һәр һөнәр ҡыҙыҡһыныу уята. Кешенең һәр саҡ мәшғүл булыуы мейенең өлгәш сифатын арттыра, фекерләү ҡеүәһен үҫтерә. Һөнәр­ҙәремдең төрлө булыуына ҡарамаҫ­тан, бала саҡ хыялына тоғро ҡалам -берәй ваҡыт баш ҡалала тик башҡорт аш-һыуын тәҡдим иткән ресторан, туҡланыу урындары селтәрен асырға тигән маҡсат ҡуйғанмын.

- Үҙең йырҙар ижад итәһеңме?

-   Үҙем яҙам, Рәил Өмөтбаев, Риф Арыҫлан, Радик Юлъяҡшиндың да йырҙарын башҡарам. Шиғырҙарға килгәндә, Айһылыу Шәйхисламова, Гөлнара Рәшитова кеүек авторҙарҙың ижадына өҫтөнлөк бирәм. Яңы баш­лап тороусы йырсыларға былай тип әйтергә теләйем - аранжировкаға аҡсағыҙҙы йәлләмәй, яҡшы сифатлы йыр яҙҙыртығыҙ.

- Иманым камил, һиңә ғашиҡ фанат ҡыҙҙарҙың һаны артҡандан-арта бара...

- Шулайҙыр, йырҙарым да күберәк һөйөү темаһына арналған бит, быны "Бәйләнештә" сайтындағы минең ижадыма арналған төркөмдә ҡатна­шыусылар һанынан да күрергә мөм­кин. Әйткәндәй, бында һигеҙ клоным бар, йәнәһе, мин булып теркәлеүсе­ләр. Шуға күрә минең исемдән аралашҡандарҙың барыһына ла ышанмағыҙ, тип өндәшәм фанаттарыма.

Ижадындағы һуңғы яңылыҡтарға килгәндә...

- Ошо көндәрҙә, йәғни 24 ноябрҙә "Өфө уттары" күңел асыу комплексы­ның "Колизео" клубында "Бәлә­кәсем" тип аталған тәүге концертым уҙасаҡ. Сара йырҙар альбомының презентацияһы булараҡ ойошторола. Моңло, күңелле йырҙарҙан тыш, тамашасыларҙы ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар көтә! Унда сәхнәләш дуҫ­тарым Рәил Өмөтбаев, Ян Лира, Йәмил Баймырҙин, "Наҙ" төркөмө һәм башҡалар ҡатнашасаҡ. Кон­цертты Әлмир Мөхәмәтйәров, Йәмил Ишмөхәмәтов алып бара. Йәштәрҙе диджейҙар - Фәтих, Яныш һәм Таһиров бейетәсәк. Барығыҙҙы ла көтөм ҡалам!

- Рәхмәт, Ғайсар! Уңыштар һиңә!

Л. ҺИҘИӘТОВА әңгәмәләште.

«Йәшлек”, 22 ноябрь 2013 йыл.




                                                                                 Йолаларыбыҙ

Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә...

Ҡаурый ҡанат - ҡаҙҙар ҡаңғылдаша,

Ҡош ғүмере - өҙөлөр ҡыл ғына.

Әсәй менән икәү ҡаҙ йолҡабыҙ,

Күҙ эйәрмәй етеҙ ҡулына...

Шағирө Флүрә Мырҙабаеваның шиғырындағыса, икәү түгел, ә күмәкләп - 85 йәшлек ауыл ағинәйе Яңылбикә Баймөхәмәтованың өйөндә ҡыҙҙары, килендәре, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡаҙ өмәһенә йыйылды. Мал көсө менән донъя көткән ауыл кешеһе өсөн был көн - ҙур байрам. Унда ҡаҙ йолҡоп ҡына ҡалмайҙар, таҡмаҡтарын әйтеп, көйләп-йырлап та күңел асалар. Мәҙәниәт йорто етәксеһе Дилара һәм китапханасы Айгөл Баймөхәмөтовалар ярыш ойошто­роп та ебәрҙеләр. Апалы-һеңлеле Рәзифә Ҡолмәнбәтова менән Гөлдөр Иманғоловалар йыр-таҡмак буйын-

са ла, ҡаҙ йолҡоу ярышында ла еңеп сыҡтылар. Афарин!

Яңылбикә инәйҙең ҡыҙҙары ла ҡалышманы. Донъяларын ҡалдырып тороп, барыһы ла ярҙамға килеп еткәндәр. Шулай булмай һуң, 10 балалы ғаиләлә тыуып, бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫкән бит улар. Эшһөйәрлек, барыһын да урын-еренә еткереп ҡуйыу кеүек сифаттарҙы ата-әсәнән үҙләштергәндәрҙер.

Ҡаҙҙарҙы йолҡоп бөткәс, өмәселәр уларҙы көйәнтәләргә элеп, йылға буйына юл тотто. Яңылбикә инәйме һуң өйҙә түҙеп ултырып ҡала торған кеше?! Ауырыштырып тороуына ҡарамаҫтан, йәштәр менән һыу буй­ына барып, боҙ өҫтөндә туҡылдата бейеп, дәртле йырҙарға ҡушылып, йәшәреп ҡайтты инәйебеҙ һыу буйынан.

Өйҙә табын күптән әҙер ине. Өҫтәл артыңда Яңылбикә инәй тормош ебен тағата башланы. Күпте күргән, кисергән ил инәһенең йәштәргә әйтер теләк-һүҙҙәре лә күп шул.

- Өфөлә йәшәүсе улым Хәбир һатып алып килеп бирҙе бәпкәләрҙе. 20 ҡаҙ үҫтерҙем. Быға тиклем үҙемдең ҡаҙҙар баҫа ине. Йыл да 40-50 тирәһе бәпкә сығартып, көтөп үҫтерә торғайным. Быйыл әҙерәк булды.

Бәләкәйҙән эшләп үҫтем. Әрһеҙ булдым. Олатайым да эшкә өйрәтте. Етем булыу ҙа быға сәбәп булғандыр. Шул арҡала уҡыу ҙа эләкмәне. 17 йәшемдән кейәүгә биреп тә ебәрҙеләр. Ҡартым, хәҙер мәрхүм инде, бик уҫал кеше булды. Ҡайтыр өйөм, көтөп торған атам-әсәм булмағас, барыһына түҙеп донъя көттөм. 10 баланы үҫтереүе лә анһат түгел бит. Элек бит магазиндарҙа бер нәмә лә булмағас, күберәк үҙебеҙгә көс түгергә тура килде. Ҡайҙа ул ял, йүгереп кенә йөрөп донъя көтөлдө, ләкин барыбер ваҡыт етмәй ине. Ишле балаға ризыҡ та күп кәрөк. Йыл һайын 70-ләп ҡаҙ-өйрәк аҫыраным, йылҡы малы 6-7 баш, һарыҡәзәләр 20-30-лап. Унан тыш, һыйыр-башмаҡтар, тауыҡтар... Ҡыш көндәре ойоҡ-бейәләй, шәл бәйләнем. Ҡап та һуҡтым, арҡан да ишә инем. Ҡулдар сейләнеп, ҡанға батып бөтөр ине. Ит бешерһәм, ҙур бер аштау тулырлыҡ итеп һалам. Балаларҙы туйҙырырға кәрәк бит. Шөкөр, балалар ҙа үҙебеҙ кеүек тырыш, ишле мал тотоп, етеш донъя көтәләр.

Бабайым 10 йыл ауыл көтөүен көттө. Ә хәҙер күпме кеше эшһеҙ йөрөй, ә мал көтөргә көтөүсе юҡ. Йәйҙәрен сәғәт 4-тә тора инем. Бабай урмандан атын алып ҡайтыуға көндәлек ашарына әҙерләп һалып, һыйырҙарҙы һауып, сәй ҡайнатып көтәм. Тиҙ генә ашай һалып, йә мин, йә балалар бергәләшеп көтөү йыйылғансы, Ташморон артына (ауыл эргәһендәге ҡаялы тау) мал ҡамап торорға барабыҙ. Ҡайтыу менән һөт бороп, балаларҙы мәктәпкә ебәреп, бәләкәйҙәрен тәрбиәләп, совхоз ниндәй эшкә ҡуша, шуға сығып кителә торғайны. Электән шулай йәшәлгәс, хәҙер ҙә тик ултырғы килмәй, һыйыр тотмағанға 5 йыл.

 

 

Хәҙер хәл самалы бит, ҡан баҫымы күтәрелеп бара. Шулай ҙа ҡош-ҡорттан өҙөлмәйем, йәшелсә-емеш, картуф үҫтерәм. Уларым килгән-киткәнгә ауыҙ иттерергә лә, күстәнәскә бирергә лә етә. Ҡыҙҙарым-уландарым, кейәү-килендәрем килеп хәлемде белешеп торалар. Ун балам - ун ҡыуанысым, шуларҙың уңыштарына шатланып йәшәйем.

Тормош шул тиклем матур бит хәҙер, ҡәҙерен генә белеп йәшәрлек. Бала саҡта мин өйҙәге ике һеңлемә, Заһира ла (Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улының әсәһе, хәҙер инде бөткән ауыл Маҙалыла бергә үҫкән туғаны) ҡустыларына ҡурмас ҡурып ашатырға тип, иген урғандан һуң ерҙән сүпләгән бер ус бойҙайыбыҙҙы ла тартып алып ҡалған саҡтары булды. Олатайҙа торғанда туҡ булмаһаҡ та, ас та йөрөмәнек, һөт-ҡатыҡ эсеп тере ҡалынды инде. Өй һайын барып, ҡул тирмәндәрен ватып йөрөй торғайнылар. Кеше­не бушҡа тиерлек эшләттеләр. Шуларҙы күреп үҫкәс, бөтәһенә лә шөкөр итеп кенә йәшәйем, - тип үҙенең күргәндәренең бер өлөшө хаҡында бик фәһемле итеп бәйән ҡылды инәй.

Күңелле табындан һуң өмәселәр Хәбир һәм Гөлсинә килтергән бүләктәрҙе алып, Яңылбикә инәйҙең үҙенә лә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп таралышты.

Эйе, ҡаҙ өмәләре - именлек, муллыҡ билдәһе. Донъялар имен торһон, әсәләр бала ҡайғылары күрмәһен!

Ф. НУРИӘХМӘТОВА.

Әтек ауылы.

«Таң” №142, 7 декабрь 2013 йыл.



Мәскәүҙе лә күрҙек беҙ,

ти Әтек мәктәбенең 5-се синыф уҡыусыһы Илмира Алғазина.









Подробно


Саунд-библиотечка


other   Школьный звонок
Дата: 22.01.13  Размер: 675.2 Кб  Скачать

Список категорий


 

 

«Назад | Вперед »


 

 

 

Топонимика

 

 

 

 

 

 


Версия для печати
 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS