2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга





Детский сад


Балалар баҡсаһы- мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәрҙең икенсе йорто 

Бында сәләмәт быуын үҫә

Балалар баҡсаһы- мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәрҙең икенсе йорто. Ә инде унда һәр бала теләп йөрөһөн, күңелдәрендә яҡшы тәҫъораттар ғына ҡалһын өсөн педагогтар бар көстәрен һалып, тырышып эшләй. Әтек ауылы балалар баҡсаһы районда алдынғылар рәтендә. Оҙаҡламай яңы уҡыу йылы етә, йәй буйы ты­нып торған баҡсалар тағы шат тауыштарға күмеләсәк. Бөгөн баҡсала ҡышҡа әҙерлек эштәре нисек, киләһе быуынды шәхес булараҡ тәрбиәләү йәһәтенән ниндәй эштәр алып барыла ? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Әтек ауылы балалар баҡсаһы мөдире М. Ғәҙәмшинаға мөрәжәғәт иттек.

-   Мәйсәрә Илхан ҡыҙы, мәғлүм булыуынса, һеҙ етәкләгән баҡса районда иң яҡшыларҙың береһе. Баҡса хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп үтһәгеҙсе?

        -Әтек ауылы бала­лар баҡсаһы 1986 йыл­дан алып эшләй. Ҡағиҙә булараҡ, йыл һайын унда төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Тәрбиәләнеүселәр һаны артҡас, уңайлы шарттар булдырыу өсен, төкәтмә төкәттек. Йыһаздар, башҡа кәрәк-яраҡтаяңыртылып тора. Элегерәк тәрбиәләнеүселәрҙең һаны 15 булһа, хәҙер 20-гә етте. Төҙөкләндереү эштәрен тамамлағас, балаларҙы ҡабул итә башлайбыҙ.

- Әлеге мәлдә баҡсала әҙерлек эштәре нисек бара, ҡышҡылыкка бина әҙерме, тәрбиәләнеүселәр өсөн тейешле шарттар булдырылғанмы?

-Баҡсаны 15июндә япҡас та төҙөкләндереүҙе башланыҡ. Әле был эштәр, тамамланды, яңынан мейес сығарттыҡ.

Утын килтерелеп, балалар майҙансығы яңыртылһа, ба­лалар баҡсаһы тулыһынса әҙер буласаҡ. Кәрәк- яраҡтарға килгәндә, барыһы ла етә, шулай уҡ ата-әсәләр матди яҡтан ярҙам итеп тора­лар. Уңыш та йылдағынан на­сар түгел. Ҡыҫҡаһы, балалар теләп йөрөһөн өсөн, барлыҡ шарттарҙы ла булдырырға тырышабыҙ. Йоҡо, уйын бүлмәләрен йыл да матур итеп йыһазландырабыҙ, улар өсөн сюжетлы-ролле уйын мөйөштәре булдырабыҙ, китапханабыҙ бар.

-Балалар менән ниндәй методикаға, программаларға таянып эш итәһегеҙ?

-Беҙҙең баҡса хеҙмәткәрҙәре, шәхес тәрбиәләүҙе кесе йәштән башларға кәрәклеген бе­леп, төрлө маҡсатлы эштәр алып бара. Тәрбиәсе Г. Дауытова  менән му­зыкаль белем биреүсе

Г. Сәйетғәлина балаларҙы тәрбиәләү, уларҙың ижади һәләтен үҫтереү өсөн бар тырышлыҡтарын һала.


Балаларҙы тәрбиәләгәндә төрлө саралар, традици­он, традицион булмаған алымдар ҡулланыла, айы­рыуса экологик тәрбиәгә ҙур иғтибар бирелә. Балаларҙы экскурсияларға алып сығып, тәбиғәт, ер-һыу атамалары менән яҡындан таныштырабыҙ. Г. Ғәлиеваның "Башҡорт балалары өсөн уҡытыу- тәрбиә программаһы", 3. Нафиҡованың "Балалар баҡсаһында математика" һәм башҡа программа­лар буйынса кескәйҙәрҙең һәләтен, телмәрен үҫтереү маҡсатында, төрлө эштәр алып барыла. Тарихыбыҙ менән таныштырыу бе­ренсе урынға ҡуйылған. Башҡорт халҡының йолала­рын, тормошон, мәҙәниәтен сағылдырған тирмә, мил­ли костюмдағы ҡурсаҡтар, сәңгелдәк, тирмән, һауыт- һабалар ҡуйылған мөйөштә балалар рәхәтләнеп уйнайҙар. Сәләмәтлеккә лә айырыуса иғтибар бирелә, төрлө физик күнегеүҙәр, сыныҡтырыу процедуралары башҡарыла.

-     Ата-әсәләр менән эш алып барыламы, киләсәккә ниндәй уй-маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?

-      Балалар баҡсаһы, әлбиттә, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш. Төрлө йыйылыш- сараларҙы бергә үткәрәбеҙ, килеп тыуған мәсьәләләрҙе шунда уҡ хәл итеү юлда­рын ҡарайбыҙ. Байрамдар, кисәләр үткәреүҙә, ремонт эштәрендә һәр саҡ ярҙам итеп торалар. Киләсәктә тағы ла тырышып эшләргә, балалар тәрбиәләүҙә яңы алымдарҙы ҡулланып, тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшергә, тигән маҡсаттар менән йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ.

-      Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Г. БАЙМОРАТОВА

«Таң» 19 август 2010 йыл.

 


Бала баҡһаң, белеп 


тип белеп әйтә халыҡ. Тәрбиә мәсьәләһенә 

ҡағылышлы том-том ки­таптар яҙылһа ла, меңәр-меңәр педа

гогтар докторлыҡ диссертацияһы яҡлаһа ла, кешелек тарихының башы­нан алып бөгөнгәсә бала тәрбиәләүҙәге иң дөрөҫ һәм аныҡ рецепт әле табылмаған. Кем әйтмешләй, берәүҙәр халыҡ педагогикаһына, икенселәр ата-бабаһының тәрбиә ысулына, өсөнсөләр педагогтарҙың аҡылына мөрәжәғәт итә. Әтек бала­лар баҡсаһында иһә ошо тәрбиә алымдарының бөтәһенең дә ҡаймағын һөҙөп алып, балаларҙың аңына һеңдерергә тырышалар. Си­рек быуаттан ашыу баҡсала эшләүсе (1994 йылдан мөдир вазифаһында) Мәйсәрә Илхан ҡыҙы Ғәҙәмшинаның ҡул аҫтында 19 йыл педа­гогик стажы булған Гөлнара Дауытова, ашнаҡсы Мәрзиә Ғәҙәмшина, уның ярҙамсыһы Сәриә Иҫәнгилдина, ут яғып, кер йыуыусы Эльвира Байморатова бәләкәстәрҙең көнө файҙалы үтһен, улар мәктәпкә етерлек дәрәжәлә әҙер булып барһын өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй.

- Шөкөр, баҡсабыҙҙа ҡыш та йылы була. Бина иҫкереп бара инде. Иң мөһиме - ба­лалар теләп йөрөй. Картуф, йәшелсәләр үҫтереп алабыҙ. Быйыл да ҡыш ашарлыҡ кар­туф ҡаҙып алдыҡ. Канализа­ция үткәреп ҡыуандырҙылар. Бәләкәстәр хәҙер бәҙрәфкә эскә йөрөй. Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә 11 бала шөғөлләнә. Улар менән айырым программа буйын­са эшләйбеҙ. Ата-әсәләр балаларын ваҡытында һәм теүәл йөрөтөргә тырыша, - ти Мәйсәрә Илхан ҡыҙы.

Уйындары менән мәшғүл бәләкәстәрҙең генә ят кешелә эше лә юҡ. һәр кем үҙ эшенә мөкиббән. Тормош һәм эш тәжрибәһе туплаған

апайҙары, балам тип өҙөлөп тороусы әсәй-атайҙары ҡулында тәрбиә алғанға ла шат тауыштар тынмай был тирәлә.

А. ТАЙЫПОВА.

Һүрәттә:

бәләкәстәр дәрес ваҡытында.

Автор фотоһы.

«Таң» 2 ноябрь 2013 йыл










 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS