2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга



«Назад | Вперед »


Главная  /  О нашей деревне  /  Это и есть наша история



 

Халыҡ дошманы... Был һүҙ әле булһа ҡорос

йөрәклеләрҙе лә һиҫкәндереп, ҡурҡытып ҡуя. Үҙенән әллә

ниндәй ҡырағайлыҡ еҫе аңҡый... Былай ҙа ауыр заманда

ул шомло йылдарҙы ниңә иҫкә алырға, тип уйлар ҡайһы

берәүҙәр, әммә тап ошо "халыҡ дошманы" тигән ҡара

мөһөр күпме аҫыл заттарыбыҙҙың башына етте,

ғаиләләрен пыран-заран килтереп, тормоштарын

болғаны. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, тарихыбыҙға

кешеләр ҡаны менән яҙып ҡалдырылған ул аяуһыҙ

йылдарҙы халыҡ хәтеренән һис кенә лә юйып ташлап

булмай һәм, теләйбеҙме, теләмәйбеҙме, беҙ уларға

йылдар төпкөлөнән ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтырға,

бөгөнгө заман күҙлегенән йәнә һәм йәнә бер ҡараш

ташларға мәжбүрбеҙ.

Ишеттеме һине Ворошилов?

"Тыныс бул, Фәрзәнә, ха­фаланма, мин Ворошиловҡа хат яҙҙым", — тине осрашыу мәлендә (ир менән ҡатын­дың был һуңғы күрешеүе булып сыға) Рауил, түгелеп илаған ҡатынын йыуатып. Әллә ҡатынын йыуатты, әллә үҙенең һулҡылдаған йөрәген баҫырға теләне... Шулай ҙа ғәйебе юҡлығын иҫбат итеп, төрмәнән тиҙ арала сығарырҙарына ыша­на ине ул.

Йылдар үтте... Башҡа бик күп "халыҡ дошмандарын аҡлаған кеүек, нахаҡҡа ғәйепләнгән Рауил Дәүләткилдинға ла яҡты исемен ҡайтарҙылар. Әммә һәр ваҡыттағыса, һуңлап, үҙе үлгәс... Ә бит партия конфе­ренцияһында ҡатнашҡан, дәртләнеп донъя көтөп, райондың һалым инспекто­ры булып эшләп йөрөгән ауыл кешеһе Рауил Ғәҙәмша улы Дәүләткилдин яҙмы­шы менән нисек етте шулай уйнарға, ошондай за кәмһетелеүҙәргә лайыҡ инеме ни? Бөрйәненең саф һауаһын һулап, тормоштан ләззәт табып, ғаиләһе, ауылдаштары менән бергә-бергә йәшәргә хоҡуғы юҡ инеме уның? Аҙаҡ килеп, ниңә яҡын дуҫтарым тип иҫәпләгән кешеләр өсөн дә көндәрҙән-бер кендө "дош­манға әүерелде? Был бе реһенән-береһе сетерекле I һорауҙарға мәңге аныҡ ҡына яуап табып булмаҫ кеүек. Ә шулай ҙа...

ФСБ архивындағы материалдарҙан күренеүенсә, Рауил Дәүләткилдин республикабыҙҙың алыҫ

төбәгендә Совет власы төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. Крәҫтиәндәрҙе колхозға инергә өндәһенме, ярлы­ларға ярҙам итһенме - бер йәмәғәт эшенән дә ситтә ҡалмай. Был сифаттары уны шәхес кимәленә күтәрә. Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итеүе, Төркөстан атлылар бригадаһы составында баҫмасыларҙы ҡыуыуҙа, Мәскәүҙә уҙған ВКП(б) үҙәк комитетының 1929 йылғы партия конференцияһында, Башҡортостан делегацияһы составында колхозсыларҙың I съезында ҡатнашыуы ла Дәүләткилдиндың халыҡ араһында бик абруйлы кеше булғанлығын иҫбатлай. Иҫке Собханғол ауылында аҙыҡ-түлек бүлеге мөдире, Тимерҙә шифер фабрикаһы директоры урынбаҫары, "Марс", "Ҡыҙыл юл" колхоз дары парторгы, рәйесе -биләгән вазифалары уны йылдан-йыл үҫешә барған компетентлы белгес була­раҡ аса. Рауилды, көт­мәгәндә, 1941 йылдың 19 ғинуарында Совет власына ҡаршы кулак төркөмөндә контройошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләп, ҡулға алыу уның үҙенә генә түгел, туғандарына, яҡындарына ла аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир итә. Ҡулға алыу ҡарарында: "Дәүләткилдин НКВД органдарына элекке батрактар, ярлылар, ВКП(б) һәм ВЛКСМ ағзалары хаҡында ялған мәғлүмәттәр еткереп тороусы кулак контрреволюцион ойошма ағзаһы. Ойошмалағыларҙың ошаҡлауы һәм уйҙырмалары арҡаһында (58-се статьяның 2-се, 10-сы пункттары, 1-се, 11-се өлөшө буйынса) 8 ке­ше енәйәт яуаплылығына тарттырылды (бөтәһе лә азат ителде)", - тиелһә лә, эште өйрәнгәндә шуға ина­наһың - кеше өҫтөнә бысраҡ өйөлгәндән-өйөлә, әммә бер ниндәй ҙә кон­крет ғәйепләү күренмәй. Йәнәһе лә, Дәүләткилдин балаларын тәрбиәләүгә тей­ешле иғтибар бирмәгән, те­геләре фашист свастикаһы һүрәтен төшөргән. Тағы... советтарға ҡаршы көлә­мәстәр һөйләгән, тағы...

Башҡорт АССР-ы НКВД-һы Дәүләт Именлегенең Бөрйән район бүлеге начальнигына Рауил Ғәҙәмша улы Дәүләткилдинды ҡулға алыуға һәм тентеү үткәреүгә ордер бирелә.

1941 йылдың 19 ғинуарында ,сәғәт 1-ҙә тәүге һорау алыу башлана. Рауил үҙенең автобиографияһын­да НКВД органдары тара­фынан һөргөнгә ебәрелгән кейәүен һәм һеңлеһе Һылыубикә Зитарбаеваны иҫкә ала. Артабан да туҡтауһыҙ һорау алыуҙар менән яфалайҙар Дәүләткилдинды. Рауил ағай үҙенең яҡын таныштары исемлегендә 5 кешене атай. Әммә... Архив материалда­рын өйрәнгәндә, дошманың түгел, дуҫың һатыр, тигән мәҡәл тап шул заманға төбәп әйтелгәндер ҙә, тигән уйға киләһең. Ҡыҙғаныс, Рауил ағайҙың иректә, ты­ныс тормошта дуҫтарым тип иҫәпләгән кешеләре тап ауыр минуттарында уға ҡаршы сығыш яһай. Был хаҡта Рау­ил ағай, бәлки, үҙе лә белмәгәндер... Бер көн ки­леп, яҡындарыңдың хыянат итеүенән дә ауырыраҡ яра бар микән?! Хәйер, заманы шул булғас... Был осраҡта ауылдаштар түгел, ә уларҙы бер-береһенә ҡаршы ҡотор­топ, һөсләтеп, ошаҡ, ялған мәғлүмәттәр бирергә мәжбүр иткән замана ғәйеп­ле! Бер ғаилә кеүек йәшәгән ауыл кешеләренең бер-береһенә бәләкәй генә үсе, ҡоно ла булалыр, әммә шуны эшкә ҡушҡан дәүер йәнә мең-мең ғәйепле! Рауил Дәүләткилдиндың кулак төркөмөндә контрой-ошмала ҡатнашыуы ту­раһындағы бер ниндәй ҙә дәлил дөрөҫләнмәй. Үҙе әйтмешләй, уның “ үрҙә аталғандарға ҡаршы ялған мәғлүмәттәр биреүе мөмкин түгел, сөнки уларҙың береһенә лә үс тотмай". "Ҡыҙыл юл" колхозының партия бүлмәһендә фашист тәртибен яҡлап, Советтарға ҡаршы көләмәс һөйләүе лә буш хәбәр булып сыға.

 - ВКП(б) башлығы ҡатынының вафат булыуы ту­раһында көләмәс һөйләгәнһегеҙ...

- Һөйләнем, әммә күҙ алдығыҙға килтергәнсә түгел. Һеҙгә уны боҙоп, икенсе төрлө мәғәнәлә еткергәндәр.

- 1940 йылдың 5 декабрендә, ССР Союзы Конститу­цияһын байрам иткән көндө дөйөм колхоз йыйылышын­да Советтарға ҡаршы фекерҙәр менән сығыш яһағанһығыҙ...

- Юҡ.

- Дәүләт займы мәсьә­ләләре тураһында контррево­люцион көләмәстәр һөйләгәнһегеҙ.

-Юҡ...

Ғәжәп... Шул заман бөгөн булһа, барыбыҙ ҙа төрмәгә китер инек микән? Алла һаҡлаһын...

Дәүләткилдиндың эше буйынса тикшереү мәшәҡәттәре 1941 йыл­дың 25 мартында тамамлана һәм прокуратураға бирелә. Кеше ғүмере менән иҫәпләшмәгән был болғансыҡ, мәхшәр осор тағы бер зыялыбыҙҙың башына етә - 31 майҙа бер ғәйепһеҙ әҙәм балаһы, типһә тимер өҙөрлөк ир 15 йылға иркенән мәхрүм ителеп, рәшәткә артына ултыра... Бер-ике йыл үтеүгә ғаиләһенә, йөрәктән үлде, тигән йән өшөткәс хәбәр килә. Хәйер, йөрәктән үлде микән? Ул ваҡытта үҙҙәре атып та, ауырып үлде, тип яҙыу практикаһы булған. Аҙмы ни быға миҫалдар?!

... Ҡайһылай бер ҡатлы шул әҙәм балаһы?! Кешеләргә ба­ры изгелектәр генә эшләп өйрәнгәс, уларҙы ла үҙебеҙ кеүек күрепме, ғәҙелһеҙ ҡылана алыуҙарын башыбыҙға ла һыйҙыра алмайбыҙ... "Хафаланма, Ворошиловҡа хат яҙҙым..."

Ишеттеме һуң һине Ворошилов, Рауил ағай?

 "Атайым тураһында һүҙ ҡуҙғатмай инек, -

тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы Дәүләткилдиндың кесе ҡыҙы Елена. - Әйтерһең дә, ул ер йөҙөндә, уйҙарыбыҙҙа ла юҡ... Ҡурҡа торғайныҡ". Инглиз теле уҡытыусыһы Елена Рауил ҡыҙы менән еңел генә танышып киттек. Атаһының ниндәй һәйбәт кеше булғанлығы тураһында бер-ике һүҙ булһа ла яҙып сығыуыбыҙҙы үтенеп килгәйне редакцияға. Әхирәттәренең һөйөклө аталарына иркәләнгәнен күреп, ҙурая төшкән ҡыҙыҡай, бәлки: "Ғәйепле булмай сыҡһаң, атай, һинең тура­ла бөтәһенә лә рәхәтләнеп, ғорурланып һөйләр инем. Һинең хаҡта барыһы ла беләсәк!" - тип, күҙ йәштәре аша әрнеп, үҙ донъяһына бикләнеп кенә, үҙ-үҙенә һүҙ биргәндер? "Кем белә, атайымдың ҡулға алыныуы, бәлки, уның Бөтә Рәсәй Советтар съезында ҡатнашыуына бәйлелер?" Уйҙарын сыуалтҡан ошондай мең-мең һорауға яуап таба алмай тынғыһыҙлана Елена апай. Хәйер, был осраҡта кем генә дөрөҫ итеп яуап бирә алыр ине икән...

 ... Ире ҡулға алынғас, бөтә золом ҡорбандары ҡатындары кеүек үк, Фәрзәнәне лә һәр төрлө ауыр эштәргә һөйрәкләп йөрөтәләр. Ағас ҡырҡыу, һал ағыҙыу... Әсәһенең, башҡа апайҙар менән— бергә һамаҡлап, ауыр бүрәнәләрҙе көскә күтәреп алып һыуға ташлауҙарын әле булһа онота ал­май, асырғанып уяна Елена. Күкрәктән яҙғы һыу кисеп йөрөһөндәр әле?!

 

 

Ашарға ла юҡ. Беренсе донъя һуғышында ирен, ике улын юғалтҡан өләсәһе, атаһының әсәһе үлеп киткәнсе ат кеүек егелеп эшләне. Үҙе шулай көслө, егәрле ине ул. Ҡа­йындан сәйҙәр яһау, сабата үреү, ир-аттарға хром итектәр тегеү, балаҫ туҡыу, бесән сабыу бер ни торманы өләсәһенә. Үҙ аллаһы барҙыр был әбейҙең, тиҙәр ине ауыл­даштары. 97 йәшендә гүр эйәһе булды ҡарсыҡ.

Учалынан күсеп килеп, Өфөлә йәшәп ятҡан Еленаның икенсе өләсәһе, йәғни Фәрзәнәнең әсәһе, 1942 йылда ҡыҙын йәлләп, үҙенә саҡырҙы. Фәрзәнә балалары менән теүәл бер ай килә лә ҡуя Өфөгә. Бәхетенә күрә, Башпотребсоюзға тегенсе-моторист итеп эшкә алалар үҙен. Өләсәһенең ҡыҫыҡ ҡына, 12 квадрат метрлыҡ бүлмәһендә (бында биш ҡыҙы менән йәшәгән була) өйҙәш булып тора башлай Фәрзәнәнең ғаиләһе. Өлкәне Венера өҫтәлдә йоҡлаһа, Мөнирә менән Ле­на - өҫтәл аҫтында. Фәрзәнә иһә үҙенә саҡ ҡына ла ял итергә ирек бирмәй, төндәр буйы телогрейкалар тегеп сыға... Кем-кем, әммә эшләгән кеше юғалып ҡалмай инде ул. Һәр ваҡыт маҡталып, рәхмәттәр ишетеп эшләне Фәрзәнә. Ҡыҙҙар ҙа китапҡа йәбешеп ятып уҡырға тырышты. Ауылда бармаҡ төртөп күрһәтеп, мыҫҡыллаусылар күп булһа ла, бын­да уларҙың күрше-тирә, әхирәттәре, ғөмүмән, кешеләр менән аралашмауҙары арҡаһында "халыҡ дошманы" ҡыҙҙары икәнлеге тураһында белмәйҙәр ҙә тиерлек. Аталарына оҡшаптыр инде, бәләкәйҙән иҫәп-хисапҡа шәп булдылар. Ве­нера Санкт-Петербург финанс-экономик институтын ҡыҙыл диплом менән тамамланы. Әммә ғүмеркәйе ҡыҫҡа булды, ба­хырҙың... 36 йәшендә үлеп ҡалды. Мөнирә лә кооператив техникумды тик "5"-легә генә бөттө.

Елена Рауил ҡыҙы, Аллаға шөкөр, иҫән-һау эшләп йөрөй. Өфө кооператив техникумын тамамлап, заводта финансист вазифаһын башҡарҙы. Унан һуң алты йыл опера һәм балет театрында эшләне (театр эргәһендәге балет студияһын тама­млағайны). Ә аҙаҡ инде, апайҙары, беҙ уҡыныҡ, һин дә юғары белем алырға тейешһең, тип, БДУ-ға инергә өгөтләне.

- Ә атайығыҙҙың һеңлеһе Һылыубикә Зитарбаеваның яҙмышы нисек булып бөттө икән? - тип ауыр уйҙар менән борсоғаныма уңайһыҙланып ҡына һорай ҡуйҙым Елена Рауил ҡыҙынан.

- Өләсәйебеҙ үлгәс, ауылға ҡайтты. Дөрөҫөрәге, ебәргәндәр. Нимә тиһең инде? Яралы яҙмыш... Һөргөндән кеше булып ҡайтмайҙарҙыр, күрәһең... Лагерҙарҙа үткән тор­мошо хаҡында бер нәмә лә һөйләмәне, ғөмүмән, һөйләшмәҫ булды. Ҡайғыһынан эскегә һалышып, ыҙа сиктереүҙән башҡа үҙенә бер рәхәт күрһәтмәгән был донъяны мәңгегә ташлап китте.

Һиңә таш менән атһалар ҙа, аш менән яуап бир, ниндәйҙер яҡшылығың бар икән, уны киләһе быуынға ла өйрәтеп ҡалдыр, Яҡындарының бәхетһеҙлектәрен үҙ йөрәге аша кисергән Елена Рауил ҡыҙы быларҙы үҙенә йәшәү мәғәнәһе итеп алған. Төп шөғөлөнән тыш ул "Нимә ул мөхәббәт?", "Ғаилә - мөхәббәт мәктәбе" кеүек тәрбиә тема­ларына мәктәптәрҙә, университеттарҙа лекциялар уҡый. Шундай яғымлы, иҫ киткес һөйкөмлө апайға ҡарайым да: "Ауыр тормош нисек уҫалландырманы икән үҙен?" - тип уй­лайым. Ниңә асыу тотмай тирә-яҡҡа? Хәйер, бер уның ғына атаһы ҡорбан булғанмы ни... Тәбиғәтте ҡоротоуҙан бушамай­быҙ - үҙебеҙ үк зыянын күрәбеҙ. Ә илдәге ентекле уйлан­маған, мәғәнәһеҙ сәйәсәт арҡаһында күпме аҡыл эйәләренең ғүмере ҡыйылды?! Шәп нәҫел ҡалдырған Рауил ағай. Ейәнсәрҙәренең барыһы ла үҙ урынын тапҡан тормошта. Еленаның ғына ҡыҙҙары ла - береһе МДУ тамамлап, социаль факультетта аспирантурала уҡый, икенсеһе БДПИ-ның сит телдәр факультетын бөтөп, Америкала йөрөп ҡайтты.

- Ә атайымды Әтектә иҫләйҙәр, ти. Олораҡтары, Рауил Фәрзәнәһе менән Өфөлә тора бит ул, ти ҙә ҡуя икән.

Бәхәсләшмәйек, тере булып ҡалһын. Уйҙарҙа булһа ла... Сөнки һирәк тыуа Рауил ағай кеүектәр...

 

Наилә НУРҒӘЛИНА. ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Рауил Дәүләткилдиндың кесе ҡыҙы Елена; Рауил ҡатыны Фәрзәнә, улы Шаһишәриф, ҡыҙы Венера менән.

“Совет Башҡортостаны”.

 



http://lists.memo.ru/d10/f227.htm

Давлеткильдин Мухаметшариф

Родился в 1864 г., Башкирия, Бурзянский р-н, д. Атиково; башкир; образование среднее; б/п; мулла. 
Арестован 27 апреля 1931 г. 
Приговорен: , обв.: по ст. 58-10, 58-11, 58-13. 
Приговор: ссылка на 10 лет Реабилитирован в августе 1989 г.

Источник: Книга памяти Республики Башкортостан

 

Давлеткильдин Мухаметшариф Кутлугушевич

Родился в 1866 г., Башкирия, Бурзянский р-н, д. Атиково; башкир; неграмотный; б/п; колхозник. 
Арестован 4 августа 1937 г. 
Приговорен: , обв.: осужден по ст. 58-8, 58-10. 
Приговор: к лишению свободы на 10 лет Реабилитирован в мае 1989 г.

Источник: Книга памяти Республики Башкортостан

 

Давлеткильдин Абдулкарим

Родился в 1905 г. Проживал: Башкирская АССР, Бурзянский р-н, Атик. 
Приговорен: в 1929 г. 
Приговор: раскулачен

Источник: МВД Республики Башкирия

 

Давлеткильдин Мутагар

Родился в 1907 г., Башкирия, Бурзянский р-н, д. Атиково; башкир; образование начальное; б/п; рабочий. 
Арестован 27 апреля 1931 г. 
Приговорен: , обв.: осужден по ст. 58-10, 58-11, 58-13. 
Приговор: к лишению свободы на 5 лет Реабилитирован в августе 1989 г.

Источник: Книга памяти Республики Башкортостан

 

Алгазин Султан Шагимович   (1906,Башкирия, Бурзянский р-н,д.Исянгазино--,1937)

башкир, образование: начальное, б/п, к-з <Кызыл Юл>, председатель

Арест: 1937.12.23 Обв. по ст. 58-2, 58-7, 58-8, 58-9, 58-10, 58-11

Приговор: к лишению свободы на 10 лет

Реаб. 1959.09.11

Источник: Книга памяти Республики Башкортостан



 

 
















/Һүрәт - Әминова Шәһиҙә Искәнйәр ҡыҙы ғаилә альбомынан/

Алғы рәттә-       1.Дәүләткилдин Рауил Ғәҙәмша улы

                           2.Мәрәсов Фәйзрахман Зәйнетдин улы

                          3.Әминев Искәнйәр Ғәриф улы / Шәһиҙә инәйҙең атаһы/

                          4.Шәкир /малай -Шәһиҙә инәйҙең ағаһы/

Икенсе рәттә - 5.Мәстүрә Шәмиғолова/Мәрәсов Фәйзрахман ағайҙың буласаҡ ҡатыны/

                          6.Шәмиғолов Ғилман Әбелхәйер улы

                          7.Мәрәсов Дәүләтғәле

                          8.Баймөхәмәтов Һиҙиәт

                          9.Дәүләткилдина Вазифа /Рауил бабайҙың 1-се ҡатыны/

                       10.Шәмиғолова Зәкирә /Ш.Мәстүрәнең һеңлеһе/

Артҡы рәттә-     

                            Хәкимов Шәйәхмәт Ғәлиәхмәт улы

                            

                            Зөлхәмиҙә инәй

                            Хәлилов Зекриә Хафиз улы

                            

                            Ғәйнуллин Рәжәп Хаммат улы

                           

 

 

 

 

Ошо уҡ фото тураһында «Таң» гәзитендә түбәндәге мәҡәлә донъя күрҙе 

 

ФОТОЛАРҘА - ТАРИХ






Ҡәҙерле райондаштар, һеҙҙең иғтибарығыҙға Әтек ауылында бер төркөм кешеләрҙең 1931 йылда төшкән фотоһын тәҡдим итәм. Кемдер атаһын, кемдер әсәһен, өләсәһен, олатаһын таныр. Үҙенә күрә бер тарих бит ошо фото.Үкенескә күрә мин үҙемдең туғандарҙы ғына таныйым: беренсе рәттә, ултыралар (һулдан уңға) Ямғурсина Зәлифә, Йәнбирҙин Абдулла ( минең өләсәйемдең игеҙәгенең улы), Сирбаев Зәйнулла (1942 йылда Сталинградта һәләк булған), мыйыҡлы, таҡыя кейгән кеше – Ямғурсин Нурғәле (1905 йылғы рус-япон һуғышында, 1914 йылғы беренсе донъя һуғышында, граждандар һуғышында ҡатнашҡан), бәләкәй малай –Ямғурсин Бирғәле 1926 йылғы, 1944-1945 йылдарҙа япон милитаристарына ҡаршы һуғышта ҡатнашты, 1990 йылда донъя ҡуйҙы).

Баҫып торалар: Ямғурсин Ғәйфулла, Хәлилов Зекрия ҡатыны Йомабикә менән (Йәнбикә өләсәйемдең бер туған ҡустыһы).Ҡалғандарын танымайым.Бәлки үҙ туғандарын таныусылар булыр. Туғандарығыҙҙы онотмағыҙ.

Рафият ЯМҒУРСИН.

Ағиҙел ҡасабаһы.

“Таң” гәзитенән

 










Әтек ауылында тәү башлап комсомол ойошмаһы 1924 йылда ойошторола.

1924 йылдың сентябрь айында Йылайыр канто­нынан Дәүләтшин Ғөбәй тигән кеше килеп,

ауылдағы йәштәрҙе йыйып, йыйылыш үткәрә.

Йыйылыштың маҡсаты - ауылда ком­сомол ойошмаһы төҙөү була.

Дәүләтшин йәштәргә комсомол­дың мәғәнәһен аңлата, уларҙы комсомол сафына инергә саҡыра. Йыйылышта ҡатнашҡан ауыл йәштәренең күбеһе үҙ ризалыҡта­рын бирәләр. Был йәштәрҙең бөтәһе лә тип әйтерлек йәтим, йә ярлы ғаиләнән була. Беренсе ком­сомол сафына инеүселәр: Айыт­баев Ғиниәт, Хәлилов Зекриә, Ғәй­нуллин Рәжәп, Мәрәсов Фәйзрах­ман, Сафин Ҡасим, Дәүләткилдин Рауил, Баймөхәмәтов Һиҙиәт, Хөсәйенов Ноғоман, Латыпов Әбүталип, Ямғурсин Ғәйфулла, Этбаев Ишморат, Йәников Дәүләтбай,Мостафин Һиҙиәт.

Әтек ауылында төҙөлгән тәүге комсомол ячейкаһы секретары итеп Айытбаев Ғиниәт һайлана. Үрҙә һанап кителгән комсомолец­тарҙың бөтәһе лә ауылда Совет тормошон төҙөүҙә актив ҡатнаша­лар. Әкренләп ауылда комсомол­дар һаны арта. Айытбаев, Сафин, Латыпов, Этбаев, Йәников, Моста­фин Бөйөк Ватан һуғышында ил азатлығы өсөн баштарын һалалар, ә ҡалғандары һуғыштан ҡайтып, төрлөһө-төрлө ваҡытта донъя ҡуя. Хәҙер уларҙың береһе лә юҡ инде. Ошо осорҙарҙа комсомол ячей­каһы секретарҙары булып Дәүләткилдин Рауил, Хәлилов Зекриә, Мәрәсов Фәйзрахмандар эшләй. Шәмиғолов Ғилман, Күжәбаев Ҡәйүм, Айытбаев Мөҙәрис, Әминев Зәкир, Ибраһи­мов Ғәйфулла, Ғәббәсов Хөснөтдин, Хәкимов Сибәғәтулла, Сабитов Ғимран, Сәфәрғәлин Зәкир, Йәрмөхәмәтов Батыр, Ямғурсина Зәлифә, Баймөхәмәтова Сәғүрә, Мәрәсова Мәстүрә, Ямғурсина Вәхиҙә һәм башҡалар иң әүҙем комсомолецтар була. Был осорҙа комсомол секретарҙары булып Шәмиғолов Ғилман, Күжәбаев Ҡәйүм эшләй.

Илдә колхозлашыу осоро баш­ланғас, беҙҙең ауылда ла колхоз ойошторола. Колхозға тәүгеләрҙән булып үрҙә һанап кителгән йәштәр инә. 1929 йылда ауылда колхоз ойошторолоп, уның тәүге рәйесе итеп Дәүләткилдин Рауил һайла­на. Бөйөк Ватан һуғышы башланғ­ас, комсомолец егеттәрҙең күбеһе үҙ теләктәре менән яуға китә һәм күптәре яу яландарында ятып ҡала.

һуғыш осоронда, һуғыштан һуңғы ауыр ваҡыттарҙа ла комсомолец­тар үҙҙәрен һынатмай. Ауыл йәштәре апай-ағайҙарына һәр саҡ лайыҡлы булып, комсомол исемен ғорур йөрөттө. Миҫал өсөн шундай . бер ваҡиғаны һөйләп үтәйем. 1956 йылдың ҡышы ауыл халҡы өсөн бик ауыр булды, ҡар күп яуҙы, кол­хоз малының ашарына ташыу өсөн юл юҡ. Ошондай ҡатмарлы мәлдә колхоз етәкселәре, партия ойош­маһы ауыл комсомолец йәштәренә мөрәжәғәт итәләр. Йәштәр өмә ойоштороп, Әтектән 25 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Тәтегәс яланына тиклем аттар үтерлек юл көрәп сығалар. Шулай итеп, улар колхоз малын күпләп үлемдән һаҡлап алып ҡала. Был осорҙа комсомол ойошмаһы сек­ретары Хәкимов Ниғәмәт Абдул­ла улы ине.

Район комсомол ойошмаһы менән Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙул­ла улы, Баязитов Роберт Ишдәүләт улы, Уразаева Сәғирә Әхмәт ҡыҙы, Фәйзуллин Урал Рәшит улы етәкселек иткән осор­ҙарҙа ауылдарҙа комсомол тормо­шо бигерәк тә йәнле булды. Был иптәштәр ысын-ысынында комсо­мол патриоттары булдылар. Миңә лә улар етәкселегендә Әтек ауыл комсомол ойошмаһында оҙаҡ йылдар секретарь булып эшләргә тура килде. Һәр саҡ пла­нға ярашлы комсомол йыйылыш­тары үткәрелә, уларҙа хеҙмәт, тәртип, спорт, мәҙәни мәсьәләләр ҡарала торғайны. Комсомол ойошмаһының органы булған са­тирик гәзит «Һағыҙаҡ» бик үткер сыға торғайны һәм ҙур ғына тәрбиәүи функция үтәне. «Һағыҙаҡ»тан «сағылғандар» ҡабат унда эләкмәҫ өсөн бар ты­рышлыҡтарын һалалар. Ул осо­рҙа һәр кем эш менән шөғөлләнә, эскелеккә урын булманы, тип әйтерлек. Эскелек булмағас, тәртип тә яҡшы. Кистәрен клуб сәхнәһендә сығыш яһайбыҙ, да­ими рәүештә спорт ярыштары булып тора. Район күләмендәге спорт ярыштарында беҙҙең ауыл йәштәре һәр саҡ әүҙем ҡатнаш­ты. Комсомол ойошмалары ара­һында ойошторолған фести­валдәр, эстафеталар үҙе бер байрам була торғайны. Уларҙа музыкаль сығыштар ғына түгел, комсомол ойошмаһының эше ту­раһында отчеттар, киләсәккә пландар ҙа сағылыш тапты.

Комсомол дружинаһы отрядта­ры тәртип һаҡлауҙа ҙур көс бул­ды. Район етәкселеге планына ярашлы, «Алға» колхозында Үргейорт яланында комсомолец-йәштәр фермаһы ойошторолдо. Ферманың исеме лә шулай атал­ды, һауынсылар булып район комсомол комитеты путевкаһы менән килгән йәш ҡыҙҙар эшлә­неләр. Ферма Әтек ауылынан 30 саҡырым алыҫлыҡта ятһа ла, эш күрһәткестәре һәр саҡ яҡшы бул­ды. Йыш ҡына был ферма социа­листик ярышта еңеүсе булып, күсмә Ҡыҙыл Байраҡты, вымпел­дарҙы үҙҙәрендә тоттолар.

Һанай китһәң, комсомол ойош­маһының эшләгән эштәре бик күп булды. Беҙҙең быуын йәштәре ауылыбыҙҙа 1924 йылдарҙа бе­ренсе булып комсомолға инеү­селәр эстафетаһына һәр саҡ тоғ­ро булды. Йәштәр өсөн тормо­шҡа аяҡ баҫҡанда ысын-ысын­дан сынығыу мәктәбе булды ком­сомол. Беҙ комсомол сафында тәрбиәләнеүебеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ.

 

Фәйзулла АБДРАХМАНОВ.

Әтек ауылы.

 “Таң “

 





 

 

 

 

КҮҢЕЛ  ЙӘДКӘРЕ

Ике туған — ике яҙмыш

һүрәттәге ағайҙар хаҡында һүҙем. Береһе Хөснөтдин Ғәббәсов булһа,

икенсеһе - Зәкир Әминев.

  Зәкир ағай ҙа, Хөснөтдин дә бик бәләкәйҙән етем ҡалалар. Хөснетдиндең атаһы Ғәббәс улы тыумаҫ элек үк һуғышта ҡатнаша, уға тыуған иленә ҡайтыу насип булмай. Хөснөтдин атаһы һуғышта саҡта донъяға килә. 6 айлыҡ сабыйын ҡалдырып, әсәһе лә яҡты донья менән хушлаша. 90-ды үткән әбейгә сабыйҙы үҫтерешергә уның ике еңгәһе ярҙам итә. Был ике еңгәнеңдә ирҙәре яуҙан имен-аман әйләнеп ҡайта.

Зәкир Әминев мыҡты кәүҙәле һылыу егет булып үҫә. Атаһы репрессияға алына. Әсәһе лә ауырып үлгәс, дүрт бала етем ҡала. Таяҡтың ауыр яғы әлеге лә баяғы шул әбейгә тейә. Әйҙә тағы дүрт бала. Барыһын да шул әбей ҡарап үҫтерә. Үҙенең оло ҡыҙы Вәхиҙә ауырып үлеп китә. Зәкир ағай уҡыуға сосораҡ була, эш менән бер рәттән, хатта гәзиткә лә яҙыр булған. Ә Хөснөдтин ағай гел кара эштә булыша, колхоз эшенең береһен дө ҡалдырмай ине: һуғыштан алда иген дә саба, ике-ес ат егеп, ҡыр эшен дә башҡара. Йәштәре еткәс, икеһе лә кәләш алырға булалар. Зәкир ағай бер ай алдан Әбүбәкирова Сәлимәне, Хөснөтдин ағай Ғәлләмова Шәрифәне ала һәм оләсөлөренө алып киләләр. Сәлимә еңгәй менән Зәкир ағайҙы Тарыуалға хисапсы итеп ебәрәләр. Оҙаҡ та үтмәй, 4-5 айҙан, 41- се йылдың 21 апрелендә

армияға алып китәләр. Яҙ, бысраҡ мәлдә, йәйәү юлға сығалар. Бөрйәндәме, Стәрлеләме, уларҙы яңынан кейендерәләр. Был һүрәткә армияға алынған мәлдәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында төшкәндәр. Был ике етем ағайға ла ил һаҡларға киткән ерҙәренән кире әйләнеп ҡайтырға насип булманы.

Күптән түгел Бөйөк Еңеү байрамын билдәләнек. Был еңеүҙә уларҙың да өлөшө бар бит...

 

3. АЙЫТБАЕВА.

ТАҢ , 19 май 2011 йыл.







20 aвгycт, шәмбe, 2011 йыл.


Бѳгѳн  юбилeй, йәмәғәт. Эйe, тaп eгepмe йыл элeк илeбeҙ яңы hyкмaҡ haлғaйны. Әлe шyнaн китeп бapыш. Бap, бap, тaйпылыштap ҙa, apтылыштap ҙa. Шyның ѳcѳн дә юл бит yл. Әллә үpгә бapaбыҙ, әллә... hәp xәлдѳ, юлбaшcыпap  бapыбыҙғa  лa aлhыy быялaлы күҙлeк кeйҙepҙe индe. Ә-ә, юбилeй xaxындa  hүҙ бaшлaғaйным бит әлe.  Hиceгepәк бyлды hyң әлe yл яңыca тыyыy? Ҡaйhылaйыpaҡ итeп ҡыpҡылғaйны aл тaҫмa яңы hyҡмaҡҡa бaҫҡaндa? Hи ѳcѳн бapыhы лa был кѳндәpҙe «aвгycт фeтнәhe» тип aтaй?

ФETHӘ:  20  ЙЫЛ  ЭЛEK  ҺӘM  БѲГѲH

ЙӘKИ Yҙrэpeштәp hәp  cаҡ yң бyлha инe лә yл.Бeҙҙeң Baтaн йылъяҙмahы.

Нимә генә тимә, был – беҙҙең тарих. Беҙҙең Ватан йылъяҙмаһы.

AҠШ-тың билдәлe Aллeн Дaллecы 1945 йылдa yк бeҙҙeң илдe тapҡaтыpғa тигән мaҡcaт мeнән дoктpинa «ижaд итә». Yкeнecкә күpә, yның xыялы тopмoшҡa aшты.

1995 йылдың 24 oкгябpeңдә үткән штaбтap eтәкceләpeң бepләштepeлгән кoмитeты мeнән үткәpeлгән йәшepeн кәңәшмәлә yл caктaғы AҠШ Пpeзидeнты Б. Kлинтoн былaй ти: «Дoнъяның ҡeүәтлe дepжaвaлapын тapкaтыpғa бeҙ биxиcaп миплиapд дoллap capыф иттeк. Дүpт йыл эceндә coюздaштapыбыҙ мeнән бeprә 15 милпиapд дoллapғa тѳpлө cтpaтeгик ceймaл, йeҙәpләгән тoннa aлтын-кѳмѳш, бaшкa aҫылтaш aлдьrҡ. Бyлмaғaн пpoeкттapғa ышaнып, бeҙгә apзaн xaҡҡa күпмe aлюмин, цeзий, бepиллий, cтpoн- ций haтылды. Xaттa эшҡыyapҙapыбыҙ мeнән xәpбиҙәp был yңышҡa ѳмѳтләнмәгәйнe лә... Дoнъялa xaкимльrк итeү ѳcөн

CCCP-ҙың идeoлoгия нигeҙҙәpeн ҡaҡшaтып, бeҙ Aмepикaғa тѳп кoнкypeнт бyлғaн дәүләттe hyғыштaн ҡaн ҡoйoшhoҙ aлып cығa aлдьrк. CCCP-ҙың тapҡaлыyы hәм шyл apҡaлa бapлыҡҡa килгән яңы дәүләттәpҙe кoнтpoлләү иктиcaди тaбыш тa, тepe aҡca лa килтepә...»

Дoнъялa фeтнәнeң бep ҡacaн дa тyҡтaлғaны юҡ. Әйҙәүceләpe бap ҙaha.

 

Алһыу Ишемғолова.

“Йәшлек”, 20 август 2011 йыл.

/Материал ҡыҫҡартып алынды./

 



Илебе
ҙҙә дәүләт милкен шәхси кулдарға таратыуға юл асҡан ваучерға - 20 йыл

йәки Беҙҙе нисек төп башыбыҙға ултырттылар

Йышҡына редакциябыҙҙың  дежур телефонына ваучерҙарҙың киләсәге тураһындаҡыҙыҡһынып шылтыраталар. Һорауҙарҙы кәрәкле кешеләргә тәғә­йенләйбеҙ, әммә уларҙан күңелде ты­нысландырырҙай яуап ала алғаныбыҙюҡ. Гәзит укыусыларыбыҙ, ә нимә ул ваучер, ни өсөн ул беҙгә бирелде һуң, ти.


БЫЙЫЛ
  ваучер үҙенең 20 йыллыҡюбилейын билдәләне.

Уның бар­лыҡҡа килеүе совет милкен тара­тыуҙың тәүге этабы булды. 1992-1994 йыл­дарҙа предприятиеларҙың өстән бер өлөшө шәхсиҡулдарға күсте. Хатта бик яҡшы лозунг уйлап табалар - "Халыҡтыҡы - халыҡҡа". Ә ысынында иһә ябай халыҡситтә торопҡала. Дәүләт беҙгә 148 миллион ваучер тарата, һөҙөмтәлә бер нисә мең кеше генә, ысынлап та, байый.

1992 йылдың йәйендә Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельцин телеэфирҙа: "Беҙгә миллионлаған хосуси милек кәрәк, ә бер нисә миллионер түгел. Хосусилаштырыу ваучеры һәр беребеҙгә иҡтисадҡа юл  аса", -тип белдерҙе.

Тиҙҙән дәүләт предприятиелары хосусилаштырыла. Рәсәй Федерацияһы граждандары ҡулына яҡты киләсәккә билет – ваучер тапшырыла."Юл документын" тотоп "перронға" килгән халыҡ күпме көтһә лә, бәхет поезы килмәй. Унда бөгөн Рәсәйҙең 70 процент байлығын үҙ ҡулына алған байҙар китеп өлгөргән була.

 

Иҡтисади диверсия

Бөгөн социаль тигеҙһеҙлек буйынса Рәсәй Кения, Бурунди һәм Сенегал менән тиңлә­шә. Халыҡтың 10 проценты бөтә килемдең 33,5 процентын ала. 200 граждандың 62-һендә, доллар миллиардерҙарында, 12,5 триллион һум аҡса тупланған. Был бер йыл­лыҡфедеральҡаҙнанан да күберәк! Ельциндың һүҙҙәре раҫҡа сыға, тик киреһенсә - бер нисә миллионер һәм бер нәмәһе лә булмаған миллиондар барлыҡҡа килде.

Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, ваучерҙы халыҡҡа таратыу күҙбуяу өсән генә башҡарыла. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы В. Лисичкин шул ваҡытта хосусилаштырыуҙы юҡҡа ғына "тиңе булмаған иҡтисад диверсияһы" тип атамай. Ә иҡти­садсы Ю. Болдырев был хәлде "аңлы рәүеш­тә атҡарылғанҙур масштабтағы енәйәт" ти.

Ваучерға бәйле йомаҡтар күп. Мәҫәлән, Анатолий Чубайс, Маргарет Тэтчерҙың бер нисә йыл эсендә ни бары егермеләгән ком­панияны хосусилаштырыуынан көлә. Анатолий Борисовичтың командаһы иһә 1994 йылдың ғинуарынан июленә тиклем 284 эре предприятиены ваучерға әйләнде­рә. Ни өсән донъя рекордыҡуйырға шул тик­лемҡабаланғандар? Мәҫәлән, Көнсығыш Европала хосусилаштырыу процесын берҙә ашыҡтырмағандар. Унда халыҡтың иҡтисади шоктан арыныуын, баҙарҙағы хәлдең айы­шына төшөнөүен көткәндәр. Предприятие­лар пулемет темпында, теләһә кемгә тара­тылмаған.

Ә Рәсәйҙә ябай халыҡҡа бер нәмәне лә аңлатмайҙар, киң мәғлүмәт саралары аша ваучер тураһында мәғлүмәт булмай. А.Чубайс командаһы 1991 йылдың аҙағында чеклы приватизацияға документтар әҙерләй башлай. Был ваҡытта Юғары Совет, Көнсығыш Европа тәжрибәһен иҫәпкә алып, хосусилаштырыу иғәнәләре исемлеге тураһында закон әҙерләй. Уға ярашлы, һәр граждан дәүләттән үҙөлөшөн ала һәм уға шәхси иҫәп асыла. Унда йылдар дауамында аҡса килеп тора. Ваучерҙарҙы һатыу тыйыла. Был финанс пирамидалары, ваучерҙар менән спекуляцияға һәм башҡаҡырағайҡылыҡтарға юлҡуймаҫине. Әммә власть әһелдәре бындай вариантты хупламай. Һуңынан Чубайс оло кинәнес менән нисек юғары Советты төп башына ултыртыуы тураһында һөйләйәсәк. Анатолий Борисовичуларҙың закон проектын Президентуказыменән алмаштыра. Парламентканикулғатаралғас, Президент указы кабул ителә. Ялдан сыҡҡан депутаттар ярһыһа ла, бер нәмә лә эшләп булмай, яңы закон үҙкөсөнә инеп өлгөрә.

Беренсе ваучер хосусилаштырыуын 1993 йылдың декабрендә үк тамамларға йыйына­лар, әммә Аҡйортто утҡа тотоуға бәйле ваҡиғалар арҡаһында был датаны 1994 йыл­дың урталарына күсерәләр. Әйткәндәй, ризаһыҙлыҡтарҙың төп сәбәбе - парламент­тың Чубайс менән килешмәүе.

 

Үҙең ултырған ботаҡты сабыу

Ваучерҙы хөкүмәт ни өсөндөр Монета һарайынан түгел, ә Нью-Йорктағы "Делойт Туш Томатсу" корпорацияһынан эшләтә. Бының өсөн фәҡир ил сит илдән бер нисә миллион доллар кредит та ала, тиҫтәләгән сит ил консультантынан торған команданы йәлеп итә.Әйткәндәй, улар дәүләттең йәше­рен мәғлүмәтен оҫта файҙалана. Мәҫәлән, Чубайстың ярҙамсыһы, АҠШ гражданы Джонатан Хэй аукционда "Графит" компа­нияһы акцияларының өстән бер өлөшөн һатып ала. Һәм яңылышмай - компания хәрби авиацияөсөн углерод нигеҙендә деталдәр эшләй, бөгөн дә яҡшы табыш кил­терә.

Ниөсөн ваучерҙарҙа "10 мең һум" яҙыуы бар? Бер яҡтан, барыһы ла асыҡкүренә кеүек - тәүҙә бөтә дәүләт предприятиела­рын баһалайҙар. Дөйөм сумманан 35 про­центты алғандар һәм шул өлөштө халыҡҡа ваучер итеп таратырға булғандар.

Был ваҡытта Егор Гайдар, ваучерҙарҙы таратмаҫҡа, ә халыҡҡа аҡсалата бирергә кәрәк, тигән. Тик ул вариант башҡаларға оҡшамай. Ошо 35 процентты бар Рәсәй халҡына бүлгәндәр, һәр бер гражданға 10 мең һум тура килгән.

Хәйләһеҙ, әлбиттә, булмай. Предприятие­ларҙы баһалағанда (улар араһындаҙур порттар, нефть һәм химия заводтары, металлургия комбинаттары һ.б. булған) мәғ­лүмәттәр 1984 йылда үткәрелгән балансҡаҡарата эшләнә. Йәғни, уларҙың хаҡы совет һумдары менән иҫәпләнә. Шундай маневр арҡаһында предприятиеларҙыңхаҡы егерменән алып бер нисә йөҙтапҡырға кәмете­лә. 1993-1994 йылдарҙағы инфляцияны лаҡушһаң, бөтә Рәсәй иҡтисады яҡынса 2 мил­лиард доллар тип иҫәпләнгән.Был бер ядро станцияһы хаҡынан да кәм.

 

Донъялағы иң иҫәр ил

Хосусилаштырыуҙың икенсе этабы 1995 -1997 йылдарҙа була. Нәҡошо осорҙа олигархтар рәте тулылана.Бөйөк һәм берҡасан даҡаҡшамаҫтай тойолған СССР-ҙың милке аяуһыҙталана. Хосусилаштырыу иҫәбенән федераль бюджет ни бары 5,545 миллиард доллар йыйып ала.Һуңынан РФ Дәүләт Думаһы комиссияһы шәхсиҡулдарға күскән 500 эре предприятиеның ысын хаҡы 200 миллиард долларҙан ашыу булғанын иҫәп­ләй.

 

Башҡа һыймаҫлыҡ осраҡтар

Яңы ғына 35 миллион долларға сит илҡорамалдары алынған Останкино заводы 3,1 миллион долларға ғына һатыла. Силәбе трактор заводы (54,3 мең эшсе) ни бары 2,2 миллион долларға алына. Төньяҡдиң­геҙпароходсылығы һәм Мурманск флоты өс миллион долларға һатыла. Тағы ла шуныһы бар: предприятие­ларҙы таратҡанда, уларҙың буры­стары иҫәпкә алынмай. Завод-фаб­рикалар шәхсиҡулдарға күсеүен-күсте, ә бына бурыстары дәү­ләт иңендәҡала.

Бындай хаҡтарҙан аппетит үҫә генә. Шул саҡкиң билдә­ле булған залог аукциондары барлыҡҡа килә. "Империал", "Инкомбанк","Онэксим-банк", "Столичный" бан­кылары, "Менатеп" һәмАКБ халыҡ-ара  финанс компаниялары хөкүмәткә килешеү тәҡдим итә: дәүләт уларҙан хосусилаштырыуҙан килгән суммаға яраш­лы льготалы кредит ала, ә залогҡа килемле предприятиеларҙың акцияларынҡалдыра. Дәүләт бурысын түләмәгән хәлдә залог уларҡулына күсә. Асыҡтан-асыҡталау булһа ла, дәүләт жуликтар менән ризалаша. Был идея­ның авторы - "Онэксим" банкыһы етәксеһе В. Потанин. Бөгөн уның планетаның иң бай кешеләренең береһе икәнлеген яҡшы белә­беҙ.

1995 йылда Борис Елыдин залог аукцион­дары тураһындағы указғаҡулҡуйғас, РФ Финанс министрлығы шундай 12 килешеү төҙөй. Һуңынан асыҡланыуынса, банкирҙар дәүләткә кредитты үҙаҡсаһынан түгел, ә ваҡытлыса ирекле валютанан биргән. Ә уны Финанс министрлығы үҙе уларҙың иҫәбенә һалған. Бындай аҙымға донъялағы иң йүләр ил генә бара алалыр, дөрөҫөрәге - корруп­ция һаҙлығында батҡан чиновниктар ғына.

Залогҡа һалыу схемаһы буйынса, "Норильск никеле", "Сибнефть", "ЮКОС", "ЛУКОЙЛ", "Мечел","Сорғотнефтегаз", "Новолипецк металлургия комбинаты", "Мурманск диңгеҙпароходсылығы" шәхсиҡулдарға күсә. Иң күп аҡсаны В. Потанин түләй, бөтә предприятиеларҙың 51 процен­ты уныҡы. "Норильск никеле" уға 170,1 мил­лион долларға төшә. Хәҙер был компания­ның хаҡы - 12 миллиард доллар, саф табы­шы - З миллиард доллар. Икенсе урында М. Ходорковский килә. "ЮКОС"өсөн дәүләткә ул 169 миллион доллар бирә. Ә был нефть компанияһының ысын хаҡы 35 миллиард доллар тәшкил итә. "Мечел" уға 13 миллион долларға төшә, бөгөн уның хаҡы 12,5 милли­ард доллар тора. Бына шундай көлкөлө хаҡтарға, законға таянып, ил байлығы таратыла.

Быуат афераһыөсөн бөгөн дә бер кем дә яуап бирмәй. Ә төп жуликтар һәм бурҙар Лондон, Монте-Карлоларҙа типтерә. Чубайс,  Гайдар менән бергә СССР-ҙыңиктисадын һындырыуы хакындағорурланып һөйләүен дауам итә. Путин власҡа килгәндә Рәсәйҙе талау кампанияһына рөхсәт биреүсе Б. Ельцин үҙенә, Чубайсҡа һәм уның ғаиләһенә теймәҫкә, тигән шарт ҡуйҡан.

Цивилизациялы илдәрҙә халыҡпредприятиеларға һалынған акцияларынан аныҡдивидендтар ала - был пенсияға һәм эш хаҡына яҡшы өҫтәмә, Ә беҙҙең илдә ябай халыҡһуҡыр тингә зар-интизар булып йәшәй.

 

(Материалды әҙерләгәндә Рәсәй матбуғаты килтергән факттар файҙаланылды).

Гүзәл  БИКМӘТОВА

ЙӘШЛЕК.26 октябрь 2012 йыл.



    Как о привычных явлениях сообщают СМИ о новых хищениях госбюджета

 

МОСКВА, 21 дек — РИА Новости. Начальник управления государственной политики в сфере регулирования алкогольного рынка Федеральной службы по регулированию алкогольного рынка России и его посредники — адвокат и бывший федеральный судья — задержаны в Москве по подозрению в многомиллионном мошенничестве, сообщило ГУМВД по ЦФО в пятницу.

"Они подозреваются в совершении мошенничества и попытке хищения денежных средств коммерческой организации, осуществляющей свою деятельность в сфере хранения и реализации алкоголя", — говорится в релизе.

 

Показания на Сердюкова в деле "Оборонсервиса" есть давно, но экс-министра обороны не трогают - "Справедливость" - антикоррупционный портал

14:37 21 Декабря

Только вчера мы рассказали о двойных стандартах, которые демонстрируют следствие и суды в многомиллиардном коррупционном деле ОАО "Оборонсервиса": чем выше и богаче персона, тем нежнее с ней обходятся.

 

Газета.Ru

14:08 21 Декабря

Пресс-секретарь Владимира Путина Дмитрий Песков заявил, что в отношении экс-мэра Москвы Юрия Лужкова не возбуждалось никаких уголовных дел.

 

При установке в Москве камер видеофиксации нарушений ПДД похищено 25 млн рублей

21 декабря 2012 года 12:57

Смотрите оригинал материала на http://www.interfax.ru/society/news.asp?id=282132

 

 

 

 

 



«Назад | Вперед »





Тарыуал яланы

 

 

 

 

 

 

 

 


Если у Вас возникнут замечания, пожелания и добавления убедительно просим сообщить по адресу

или позвонить по телефону: 8 (34755) 3-38-21

 


 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS