2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга



 

«Назад | Вперед »

Главная  /  О нашей деревне  /  О замечательных людях



17 ғинуарҙа Иҫке Собханғол ауылының Ленин ура­мында, район мәғариф бүлеге урынлашҡан бинала күренекле яҡташыбыҙ, бар ғүмерен мәғарифҡа бағышлаған арҙаҡлы шәхес

Латиф Абдрахман улы Ҡаһарманов

иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

 

Описание: C:\\\\Documents and Settings\\\\Рамазан\\\\Мои документы\\\\Мои рисунки\\\\Л.А.Кагарманов.jpg

 

    Әүҙем крайҙы өйрәнеүсе, тарихи хәҡиҡәтте киләсәк быуынға еткерергә ты­рышып йөрөүсе Дамир Аллабирҙин һәм уның рухташтары ошондай изге эште бойомға ашырып, арҙаҡлы яҡташыбыҙ алдындағы изге бурысын, уларҙан ҡалған аманатты үтәне, рухтарын яҡтыртты.

Инеш һүҙ менән рай­он мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Шәрипов сығыш яһаны. Таҡтаташты асыу хоҡуғы Латиф Аб­драхман улының туғаны Сәлимә Исламғоловаға һәм тарихсы Дамир Аллабирҙинға бирелде.

   Оло шәхес иҫтәлегенә 1 минут тын ҡалғандан һуң һүҙҙе район хакимиәте башлығы Динир Әсғәт улы Әхмәтйәнов алды:

- .Ошондай изге эште атҡарыу ниәте менән янып йөрөгән ини­циатив төркөмдөң эше хуплауға лайыҡ. Үҙ шәхестәрен онотмаған халыҡтың киләсәге ҙур. Латиф Абдрахман улы оло хөрмәткә лайыҡ шәхес. Киләсәк быу­ын үҙенең шәхестәрен, геройҙарын белеп, фәһем алып үҫергә тей­еш, - тине.

   Латиф Абдрахман улы менән бер осорҙа эшләгән мәғариф ве­тераны Ғәлимйән Сибәғәт улы Ишбула­тов остазының кеше­леклеге, эш өсөн янып тороуы, алдына алғанын ҡуймағаны хаҡында бәйән итте:

- Мәғарифҡа бик күп яңылыҡтар индереүсе, 22 мәктәп, 18 балалар баҡсаһы төҙөтөүсе, мәктәптәр янындағы участкаларҙа баҡсасылыҡ эштәрен яйға һалыусы алдынғы ҡарашлы кеше булды ул. Ябайлығы, кеше­не аңлай белеүе, салт аҡылы, фиҙаҡәр хеҙмәте менән абруй яуланы. Уны элекке коллегалары хөрмәт итә, онотмай.

   Л. Ҡаһармановтын ҡатыны Зәйнәп Ал­тын ҡыҙы үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты, тормош иптәшенең хеҙмәтен баһалағандары, исемен онотмағандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. «Латифтың девизы:«Мин кешеләргә ярҙам итер өсөн йәшәйем, эшләйем!» — булды», тине ул.

   Туғандары исеменән Флүзә Ҡаһарманова сығыш яһаны.

Эйе, 1936 йылдың 2 апрелендә Ғәлиәкбәр ауылында донъяға килеп, 1958 йылда Стәрлетамаҡ пединсти­тутын тамамлағандан һуң Иҫке Собханғол мәктәбендә физика-математика уҡытыусыһы булып эш башлау­сы Латиф Абдрахман улы яҡты һәм оҙайлы хеҙмәт юлы үткән. 1959-1962 йылдарҙа Совет армияһы сафтарында ил алдындағы бурысын үтәй. 1967-1972 йылдарҙа Байна­зар мәктәбендә директор булып эшләй, 1968 йыл­да Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезында ҡатнашыу бәхетенә ирешә. 1972 йылдан район мәғариф бүлеген етәкләй. Иҫке Собханғол, Ағиҙел мәктәптәрендә дирек­тор булып эшләй. 1980-1997 йылдарҙа, йәмғеһе 22 йыл, райондың иң ҙур тармаҡтарының береһе — мәғариф системаһын етәкләй. Эшләгән дәүерендә Латиф Абдрах­ман улы үҙен оҫта ойоштороусы, һәләтле етәксе итеп күрһәтә, кадрҙар мәсьәләһен ыңғай хәл итеүгә тос өлөш индерә. Намыҫлы хеҙмәте, мәғариф өлкәһендәге уңыштары өсөн Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, "В. И. Лениндың 100 йыллығы хөрмәтенә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" миҙалы, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Ғүмеренең һуңғы көңдәренәсә халыҡҡа хеҙмәт итә — Бөрйән район Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Уның исеме, маҡтауға лайыҡ хеҙмәте, мәңге һүнмәҫ даны яҡташтары күңелендә яҡты нур булып һаҡлана, изге эштәргә әйҙәп, рухланды­рып тора.

   Бөлөр илдең балаһы бер-береһен бахыр, тир, бу­лыр илдең балаһы бер-береһен  батыр,  тир,  ти халыҡ мәҡәле. Крайҙы өйрәнеүселәрҙең изге ниәте арҙаҡлы шәхесебеҙгә таҡтаташ булып ҡалҡыуы — шәхестәрҙе данлауы, һанлауы, ысынлап та, батырлыҡҡа тиң.

А. ҒАРИФУЛЛИНА.

Һүрәттә: таҡтаташ асыуҙан күренеш.

Автор фотоһы.

2014 йыл, ғинуар.

 

 

 

 




 

          -Тора һал, тор, улым, һиңә нимә булған бөгөн. ҡалай оҙаҡ йоҡлайһың, ҡояш ауалап бара инде, ятма улайтып, ялҡау кешегә оҡшап, ана, атайың әллә ҡасан уҡ атын алып килеп, арбаһын майлап бөтөп бара...

   Шәмсетдин һиҫкәнеп уя­нып китте лә, атаһына ярҙамға ашыҡты.

            Зифа апай башлаған һүҙен төйнәп ҡуйҙы.Бынағайыш,уятмай китһәң .тағы ҡыйын ,барыбер арттан йүгереп барып етәсәк. Улай ҙа бала булыр икән ,эш өсөн үлә лә ҡуя инде .-Атаһы,әйҙәгеҙ сәйгә ,әтеү аҙаҡтан ҡабалана ла китә торғанһың. Анһыҙҙа, Зәйтүн ағай ҡырҡҡа ярылырҙай булып йөрөй. Йәй эштең иң тығын сағы. Бөгөн етмәһә, ҡорттар айыра башларға тейеш. Ҡортсоноң яйлап ултырып сәй эсергә лә ваҡыты юҡ. Бына әле лә ҡабалан ғына ҡапҡыланы ла сыға һалды. Ә бәләкәй Шәмсетдин атты егеп тә ҡуйған. Эй уңған малай ҙа инде. Тамаҡ бауына нисек көсө еткәндер.

* * *                                                                                                                                                                         

"Алға" крәҫтиәндәр хужалыгы умарта­сыһы Шәмсетдин Зәйтун улы Ғәҙәмшин (һурәттә) йәш булһа ла хеҙмәт биогра­фияһы ваҡиғаларға бик бай. Тауар балы алыу буйынса ул бер нисә тапҡыр район чемпио­ны булды. 1998 йылда йәнә бер хеҙмәт еңеуе яуланы. Ул республика ҡортсолары араһында барған ярышта еңеп сыҡты.

 * * *   

Нисек итеп данлыҡлы ҡортсо, ҡортсолоҡ буйынса белгес булып китә һуң Зәйтүн Ғәҙәмшин. Был турала ул бына нимә һойләй:     

- 1951 йылда армиянан ҡайтҡанда Әтектә "Ҡыҙыл юл" тигән промартель ине. Ҡайҙандыр күпләп умарта килтерәләр. Ә ҡарар кеше юҡ. Шунлыҡтан халыҡҡа һатыу   

һүрәттә: Башҡортостан Республикаһы чемпионы Шәмсетдин Ғәҙәмшин (уңда), уның ағаһы Зариф (һулда).

Уртала уларҙың атаһы Зәйтүн Ғәҙәмшин.

Ғ. ЙӘҒӘФӘРОВ фотоһы.

* * *

   ойошторола. Уйын­лы-ысынлы мин дә алырға булдым. Бына шулай 3.Ғәҙәмшин аңғармаҫтан ҡортсо булып китә. 13 йыл буйына үҙаллы шөғөлләнә. тәжрибә туплай.

Ауылда һатыусы булып эшләгән йылдарында ла ҡортон ташлап ҡуймай. Әтектә промартель бөтөп колхоз ойошторола. Уға "Алға" тигән исем бирелә. 1964 йылда беҙҙең районға бүтән райондарҙан 300 ғаилә ҡорт бүленә. Салау­ат, Чапаев исемендәге кол­хоздарға 100-әр, "Алға" менән "Яңы юл"ға 50-шәр баш.Зәйтүн Ғәҙәмшин Ишем­бай районынан 50 ғаилә (пакет) алып ҡайтып дадан­дарға күсереп ҡуя. Эшкә үҙаллы өйрәнеү бер, артабан уңышҡа өлгәшеү осон теоретик белем дә кәрәк. 3. Ғәҙәмшин быны яҡшы аңлай. Ҡорттарын имен-һау ҡышҡы һаҡлауға ҡуйғас, Архангелға 1 йы­ллыҡ курсҡа уҡырға китә. Уны тик яҡшы билдәлә­ренә генә тамамлап ҡайтҡас ихласлап эшкә то­тона. Хәҙер белем дә, прак­тика ла бар. Эшләргә лә ашләргә.

* * *

Район ҡортсолары араһында ойошторо­лған ярышта "Алға" крәҫтиәндәр хужа­лығы умартасыһы Шәмсетдин Ғәҙәмшин еңеүсе булды. 1998 йылда ул һәр умарта­нан 44-әр килограмм бал алған, күстәр һанын 10 процентҡа арттырған.

Хеҙмәт алдынғыла­рының район кәңәшмәһендә Ш. Ғәҙәмшинға район чемпионы, тигән маҡ­таулы исем бирелде һәм ҡиммәтле бүләк тапшырылды.

һүрәттә: Ш. Ғәҙәмшш

Ғ. МӘЖИТОВ фотоһы.

* * *

Ысынлап та, һынатмаҫҡа һүҙ бирә ул үҙенә. Ҡорттары ла үҙе кеүек әрһеҙ булып сыға. Күмәк ҡортто тәүге йыл ғына ҡышлауға индерһә лә, баяғы 50 баштың барыһы ла имен сыға.

Былай булғас, булды, арта­бан аш үҙенән-үҙе китәсәк, тип уйлай Зәйтүн эстән генә. Ҡыуанысының сиге булмай. Әммә әсе тирҙе түкмәйенсә бал алып булмаясағын күптән белә ине инде ул.

- Ҡортсолоҡто отошло тар­маҡҡа әйлдәндерәйем тиһәң, бал ҡортоноң үҙе кеүек уҫал да, егәрле лә. сыҙамлы ла бу­лырға кәрәк,- тип һөйләй ҡортсо.

Был сифаттарҙың барыһы ла бирелгән Зәйтүн ағайға. Әгәр улай булмаһа, хеҙмәттә һоҡланғыс уңыштарға өлгәшә алыр инеме?

1972-74 йылд­арҙа ҡортсолар араһында ойошторолған ярышта район чемпионы исеменә лайыҡ була. 1975 йылда "Өл гөл ө хеҙмәт өсөн" миҙалы менән наградлана. Эшләү дәүерендә йыл һайын Маҡтау грамота­ларынан, премияларҙан яҙмай.

- Иң күп тауар балы йылы­на уртаса 40-45-әр килограм­дан тура килә торғайны,- тип хәтерләй ул хәҙер.

Хәҙер инде данлыҡлы ҡорт­со Зәйтүн Ғәҙәм ш индың эш тәжрибәһен өйрәнеү осон сит-ят ерҙәрҙән дә килә баш­лайҙар. Данлыҡлы Бөрйән балын тәмләп ҡарағас, бының ысынлап та шулай икәненә тамам ышаналар һәм берәр генә күс булһа ла, һатып алып ҡайтыуҙы хәстәрләргә тото­налар.

Шулай итеп, 1967 йылдан пакет һатыу башлана. Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләренән киләләр. Үҙебеҙҙең район хужалыҡта­рына ла өлөш сыға.

3. Ғәҙәмшиндың ҡортсо­лоғо бер йылда ла балһыҙ бул­май, бер ваҡытта ла ҡорт үлмәй. Бынын сәбәптәрен ул түбәндәгесә аңлатты:

- Иң мөһиме - ҡорт асыҡмаһын. Ҡыш ашарына булһа, ул үлмәй ҙә. ауырымай ҙа. Ә ауырыу килеп эләкһә, уға ҡаршы көрәш сараларын да белергә кәрәк. Ҡорт теүәл ҡыш сыҡһа, бал йыймай ҡалмай, уның эше шул бит. -Йәнә шуныһы, мин һәр 10 ғаиләгә 1 запас инә алып ҡала торғайным. Был да ныҡ ярҙам итте.

Зәйтүн ағай күптән хаҡлы ялда инде. Ул ойошторған ҡортсолоҡ ышаныслы ҡул­дарҙа. Уның данлы тради­цияһы һаман да һаҡлана. Күс һандары ишәйә. Бал һурҙы­рыу кәмемәй. Ҡортсо-пенсионер ана шуға ҡыуанып бөтә алмай.

* * *

Бәләкәй Шәмсетдин атаһы Зәйтүн ағайҙан бер тотам да ҡапмай. Әтектән 2 сакырым самаһында гына ятҡан ҡортсолоҡҡа әсәһе Зифа апай менән атаһы көнөнә йөрөп эшләгәс, Шәмсетдин йыш ҡына ула­рҙан иртә торор була. Ҡал­дырып китерҙәренән ҡурҡа ул. Ә инде, йоҡлап ҡалһа, арттарынан бара һалып етә.

Бала бөтмәҫ һорауҙары менән атаһын йөҙәтеп бөтә. Нимә ул әре ҡорт, эшсе ҡорт, инә ҡорт, бала ҡорт? Был ту­рала атаһы улына диҡҡәт менән аңлата. Улар бөтәһе лә бер өйҙә йәшәйме? Бөтәһе лә бал йыямы?

Быныһын инде эш араһын­да ғына аңлатып биреп бул­май. Шуға күрә Зәйтүн ағай күп осраҡта буш ваҡытын бүлә. һәр төр бал ҡортоноң ниндәй вазифа башҡарғанын, йыйып килтерелгән нектарҙы балға әйләндереү өсөн күпме көс сарыф ителеүен, инә ҡортто ашатыу, елпетеп, һалҡын алдырып тороу өсөн дә айырым төркөм ҡорттар тәғәйенләнеүе тураһында ла аңлатып бирә.

Шәмсетдин Ғәҙәмшин ана шулай атаһының хеҙмәт мәктәбендә тәрбиә алып үҫә.

Шәмсетдин 1962 йылда тыуған. Урта мәктәпте Иҫке Собханғолда тамамлай. Артабан белемен арттырыу мөмкинселеге лә була уның. Тик күңеле ҡортсолоҡҡа ғына тартыла. Уҡыуҙы бөткәс тә атаһы янына эшкә бара. Ошоға тиклем иренең даими ярҙамсыһы булып йөрөгән Зифа апайға ла эш еңеләйә.

Шәмсетдин армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас та яратҡан эшен ташламай., йәнә атаһы эр­гәһенә ашыға.

Бер көндө теоретик белем, практик эш тураһында һүҙ сығып китә лә, атаһы әйтеп ҡуя. Улым, ти ул, эшеңде ни тиклем генә камил үҙләште­рһәң дә, ҡулыңда "ҡатырға" булмайынса тороп, яратҡан эш урыныңды мәңгелек минеке, тип әйтә алмайһың. Иртәгә берәү килер ҙә доку­ментын күрһәтер. Шунан һиңә китергә кәрәк була. Шуға күрә уҡып алырға кәрәк. Ә һинең быға һәләтең барлығына мин ышанам. Шәмсетдин ошо һөйләшкәндең көҙөндә үк Михайловкаға уҡырға китә. Атаһы әйтмешләй ысынлап та уҡыуға һәләте була егет­тең. Училищены тик бишле билдәләренә генә тамамлай.

Хәҙер инде дипломлы бел­гесте атаһының ярҙамсыһы итеп ҡуялар. 1986 йылда Зәйтүн Ғәҙәмшин хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡортсолоҡтоң яҙмы­шын улына тапшыра.

Тапшыра, тигәс тә, үҙе нигеҙ һалған, ойошторған ҡортсолоҡтоң юлын ул шыпа онотоп ҡуймай. Тәүге йылы көн дә, тигәндәй барып урай. Улына ярҙамлаша, кәңәштәрен бирә, өйрәтә.

Шәмсетдин дә атаһы ши­келле тырыш, ныҡыш булып сыға. Элек Зәйтүн ағайҙың исеме гәзит битенән төшмәһә, хәҙер Шәмсетдин унда йыш күренә башлай. 1996 йылда район чемпио­ны була. Былтыр ул йәнә бер ҙур еңеү яулай, һәр күстән 44-әр килограмм тауар балы алып, Республика күләмендә еңеп сыға. Шәмсетдин 1998 йылда 90 күсте ҡыш сығара. Шуның эсенән 30-ҙы даданы менән, 10-ды пакет итеп һатып ебәрәләр. Ҡорт һатыуҙан 30 мең һум самаһы саф аҡса кассаға инә. Шул йылды 3959 килограмм тулайым бал алына. Шуның 2197 ки­лограмы һатыла.

Бына ҡайҙа ул өндәшмәй генә килеп инә торған тере аҡса. Баяғы һатып ебәргән 40 баш ғаиләне бал йыйы­рға ҡушҡанда өҫтәмә 1 тон­на 700 килограмдан күберәк бал алыныр ине. Был баяғы ҡорт һатып

алған аҡсанан 22 мең һумға артып китә.

 Шуны ла әйтергә кәрәк: бал тәмле, үтемле булһа ла, беҙҙә ҡортсолоҡҡа иғтибар биреп еткерелмәй.

Шәмсетдин дә шул турала һөйләй. Күпме табыш бирһә лә, ошоға тиклем уның уртаса йыллыҡ эш хаҡы 150 һумдан үтмәгән. Ондоң, шәкәрҙең хаҡы менән сағыштырғанда, әйтәйек, был диңгеҙ менән күлде сағыштырған һымаҡ.

Был хаҡта оло ҡортсо Зәйтүн Ғәҙәмшиндең һүҙҙәрен иҫкә төшөрөү кәрәктер:

- Умартасының эшен, уның ни тиклем мәшәҡәтле икәнен етәк­селәр ҙә, бүтәндәр ҙә аңламай. Уның нимәһе бар, ҡорттарҙы яҙ сығарып ҡуйҙың да, йәй бал һурҙыр­ттың, көҙ кире индереп ҡуйҙың, тип уйлайҙар. Ә бит йәйге осорҙа тотош уңышты бер сәғәт ваҡыт хәл итергә мөмкин. Би­герәк тә ҡорт айырған ваҡытта саҡ ҡына һуңланыңмы - осто китте.

Ғөмүмән, Шәмсетдин Ғәҙәмшиндың умарта­лығында эш яйға һалынған. Быйылғы ҡортсолар кәңәшмәһендә ҡортсолоҡ­то тоҡомсолоҡ итеп үҙгәртергә булыр ине, бының өсөн байтаҡ нәмәләр етешмәй, тип кире яҡҡа ҡайырырға ты­рышып та ҡарағайнылар. Йәнәһе умарталар бер төҫкә генә буялған, бер раз­мерҙа ғына булырға тейеш һәм башҡалар, тип. Уныһы оҙаҡ түгел. Быйыл пакет һатмайынса ҡортсолоҡто икегә бүлергә тейештәр. Ана шунда ҙурыраҡтарын бер яҡҡа, бәләкәйҙәрен икенсе яҡҡа күсереп ул­тыртһалар, проблеманың яртыһы хәл ителде, тигән һүҙ. 

Икенсенән, Республика­ла еңгән өсөн генә был ҡортсолоҡҡа тоҡомсолоҡ исемен биргәндә бер ҙә хата булмаҫ ине. Ә Шәмсетдиндең эше ысын­лап та маҡтауға лайыҡ.

Ф.Бәшәровтың (Таң, 27 июль 1999 йыл) очерегы нигеҙ итеп алынды.             



Өҫтәлдә - Бөрйән балы!

Умартасылыҡ — ата-бабаларыбыҙҙың борондан үҙ иткән аҫыл кәсептәренең береһе. Шуныһы ҡыуаныслы - һуңғы йылдарҙа был кәсеп менән йәштәр ихлас ҡыҙыҡһына.

Әтек ауылында йәшәүсе умар­тасы Шәмсетдин Ғәҙәмшин дә үҙенең бал ҡорттарына булған мөнәсәбәте менән был һөнәрҙең ни тиклем кәрәкле һәм мөһим булыуын раҫлай килә. Атаһы Зәйтүн Ғәҙәмшин дә заманында билдәле умарта­сы була. Малайҙарын бәләкәй саҡтарынан үҙе менән бергә алып йөрөй.

- Иҫ белгәндән алып бал ҡорттары араһында үҫкәс, был эште мин яҡшы беләм. Бәләкәйҙән ҡанға һеңгәс, башҡа өлкәлә эшемде күҙ ал­дына ла килтермәнем, - ти Шәмсетдин Зәйтүн улы.

Армиянан ҡайтып, Өфө районының Михайловка ҡасабаһындағы һөнәрселек училищеһында умартасылыҡ буйынса белем алғас, тыуған ауылында умартасы атаһына ярҙамсы булып эш башлай. 1986 йылда атаһы Зәйтүн Ғәҙәмшин хаҡлы ялға сыҡҡас, йәш егет уның эшен ҡабул итеп ала һәм бына 24 йыл инде бал ҡорттары донъяһында ҡайнап йәшәй һәм эшләй. "Бер көн генә эшеңде ҡалдырып торҙоңмо, йыл буйына тир түгеүең юҡҡа сыға ла ҡуя. Аллаға шөкөр, атайҙан ҡабул итеп алғаны бирле бер генә күс тә үлмәне. Ҡорттар бит ул шул хәтлем нескә, һиҙгер, егәрлеләр. Шуға үҙеңә лә егәрле, тыныс булыу кәрәк. Ҡалғанына ул һине яйлап үҙе өйрәтеп ала", - ти ҡортсо, көлөп. Умартасыларҙың Миәкә районында үткән респу­блика конкурсында ҡатнашып, Шәмсетдин 2-се урын яулай. 2000 йылда Бөрйәндә үткән ошо уҡ конкурста беренселеккә сыға һәм Янғантау шифаханаһына юллама менән бүләкләнә. Тырыш хеҙмәте баһаланмай ҡалмай умартасының - бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, 1-се, 2-се дәрәжә  дипломдар, шулай уҡ " 1998-1999 йылдарҙа республикала иң күп бал алыусы" знагы менән бүләкләнә, 2001 йылда "Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ була.

1998-99 йылдар бал алыу өсөн уңышлы ғына була - бер ғаиләнән 53,5 килограмм бал алыуға өлгәшәләр.

Әлеге мәлдә "Ҡана" агрофирмаһының Шәмсетдин Ғәҙәмшин арендаға алған умарталығында 47 баш күс иҫәпләнә.

Бал ҡорто районыбыҙҙың йөҙөн билдәләүсе символик мәғәнәгә эйә. Шәмсетдин кеүек, бал ҡорттарының үҙҙәре кеүек, тынғыһыҙ кешеләр барҙа шифалы бал киләсәктә лә өҫтәлдәребеҙҙән өҙөлмәҫ һәм район даны булыуҙан туҡтамаҫ.

Г. БАЙМОРАТОВА.

«Таң», 2010 йыл, 7 октябрь, №118


 

























Әйтмәһен кеше, әйтһен эше, тизәр егәрле кешеләр хакында. Әтектәге почта бүлексәһе етәксеһе Күжәбаева Райхана Сәғәҙәт кызы хакында ла эше әйтә: утыҙ бишенсе йыл яраткан эшен намыҫ менән аткара, ауылдаштары алдында хаклы абруй каҙанған, элемтә бүлегенең эшен энәһенән ебенә тиклем белә.

Кеше түгел, эше  әйтә

"Благовещендә бухгалтерҙар курсын тамамлағас та элемтә бүлегендә эш башланым. Ошонан башҡа эште күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһын йылда ла уңышлы ғына үткәрәбеҙ. Халыҡҡа тауар ҙа һатабыҙ, оно ла, шәкәре лә була. Ауылдаштарыма рәхмәтем сикһеҙ: гәзит-журналға әүҙем яҙылалар, эшемдән  ҡәнәғәттәр", -ти Райхана апай.

1977 йылдан алып бер эштә эшлөгөн Райхана Сөғәҙөт ҡыҙының инде үҙ балалары ла ир еткән: улы Зәбир ауыл мәктәбендә директор, ҡыҙы Динә Монасипта башланғыс синыфтарҙы уҡыта. Ике балаға өләсәй Райхана апай. Ире Сабир ағай - механизатор, Альберт Сөлиховтың хужалығында эшләй. Оҙаҡ йылдар яратхан эшендә эшләп. тәжрибә тупланы Райхана Сәғәҙәт ҡыҙы, эшенән дә, тормошонан да ҡөнөғат. Ике ҡулға, бер эш, тот та көрөш, тиһәләр ҙә, кеше мөнән бөйле эштә сабырлыҡ та, аҡыл да, тәжрибә лә кәрәк.  Р, Күжәбаева ошо матур сифаттарҙың барыһына ла эйә.

А. РӘЖӘПОВА. һүрәттә: Р. Күжәбаева.

С. СӘҒИТОВ фотоһы.

”Таң”, 14 апрель 2011 йыл.

 

 

 Ике һыңар пар килһә,

йәки Бөрйән молдованы тарихы

 

 

Ысын парҙар, бер-береһен өҙөлөп һөйгән йәрҙәрҙең никахы күктә ярала, тиҙәр. Уныһын Хоҙай белә, әммә Бөрйән районының төпкөлөндә, Әтектә йәшәп ятыусы Грецулар хаҡында нәҡ шулай әйтеп була.

Бәй, 98 процент башҡорттар йәшәгән Бөрйәнгә был молдавандар ҡайҙан килеп сыҡҡан, тигән һорау ҡуйыр уҡыусы. Уныһы ла — яҙмыш ҡушыуы. Совет заманында армияла хеҙмәт итеүсе егеттәр менән хат алышыу тигән матур йола йәшәне. Үҙенең буласаҡ ҡайнағаһы менән бергә хеҙмәт итә Молдованың Кагул ҡалаһы эргәһендәге Румянцев ауы­лынан килгән Грецу Михаил Николаевич. Әтек егете һеңлеһенең адре­сын хеҙмәттәшенә бирә. Хат аша сәләмләшеү тора-бара оло дуҫлыҡҡа әүерелә. Әрменән ҡайтышлай, Өфөлә медсестра булып эшләп йөрөүсе Мәйсәрәгә һуғылмай түҙә алмай Михаил. Муйыл күҙле Бөрйән ҡыҙына бер күреүҙә ғашиҡ була. Унан, йолаһына килтереп әйттереп, Себер тарафтарына алып китә. Мурманск өлкәһендә йәшәй йәш ғаилә. Михаил рудникта эшләй, ГПТУ-ла уҡыта. Отпуск осоронда Бөрйәнгә килеп йөрөйҙәр. Шул мәлдә тәүге тапҡыр ҡуйы урманды, бейек-бейек тауҙарҙы, сылтырап аҡҡан шишмәләрҙе, ауыл кешеһенең тоғро дуҫы балтаны, салғыны күрә. Ҡайныһы, 40 йылдан ашыу ғүмерен урмансы һөнәренә бағышлаған

Бейембәтов Әүхәҙи Атанғол улынан бесән сабырға, оҫталыҡ эштәренә, ғөмүмән, крәҫтиән һөнәренә өйрәнә. 1989 йылда Бөрйәнгә күсеп

ҡайта Грецулар ғаиләһе. Өс йыл тигәндә башҡорт телен һыу кеүек эсә башлай Михаил. "Телгә өйрәнеү еңелдән булманы. Башҡорт теле

ауыр тел бит ул. Етмәһә, башҡортгар бер һүҙҙе күп мәғәнәлә ҡуллана.

 Тәүҙә русса өндәшһәләр ҙә, тырышып-тырмашып башҡортса яуап бирҙем. Миңә бит ошон­да йәшәргә, унан ни эшләп күп кеше миңә ярарға тырышып русса һөйләргә тейеш, мин яңғыҙмын,тимәк, миңә урындағы халыҡтың телен өйрәнергә кәрәк, тигән ҡарарға килдем. Хәҙер рәхәтләнеп "Таң" гәзитен дә уҡыйым.Уҡығанда һөйләгәнгә ҡарағанда ла күберәкте аңлайым. Балалар рус телендә лә, башҡорт телендә лә матур һөйләшә", - ти Михаил Николаевич.

"1990 йылда өй һалырға ниәт иттек. Ҡайным үҙе урманда йөрөп иң яҡшы ағастарҙы һайланы. Ул саҡта мин институтта уҡып йөрөй инем. Белорет аша ауылға ҡайтып киләм. Күрәм: беҙҙең өйҙө тотош ауыл кешеһе өмә яһап күтәреп ята. Минең ғүмеремдә иң бәхетле мәл ошо булғандыр. Ошондай ярҙамсыл, алсаҡ халыҡты күргәнем юҡ. Шатлығымдан да, рәхмәтемде белдерге килеүемдән дә күҙемдән йәштәр атылып сыҡты. 1991 йылда өйгә сыҡтыҡ. Инессабыҙ Себерҙә тыуғайны. Уға интернациональ исем ҡуштыҡ, ике милләткә лә уртаҡ булһын тип. Ул әле БГПУ-ла биолог-дизайнер һөнәренә уҡып йөрөй. Вадим исемле ул үҫтерә. 1991 йылда Аннабыҙ тыуҙы. Ул хәҙер Бе­лорет педагогия колледжының 4-се курсында уҡый. Төпсөгөбөҙ Рус­лан быйыл Магнитогорск дәүләт университетының информатика факультетына уҡырға инде. Шөкөр, балаларҙан уңдыҡ. Мәктәптә һәйбәт уҡынылар, әүҙем йәмәғәтсе булдылар, аҙып-туҙып йөрөмәйҙәр. Руслан былтыр "Йыл уҡыусыһы - 2010" конкурсында өсөнсө урын яуланы. Ғөмүмән, тормошомдан да, ҡатындан да, эшемдән дә уңдым мин. 22 йыл Әтек мәктәбендә төрлө фәндәрҙән уҡытам. Тәүҙә техно­логиянан уҡыттым. Уҡыусыларым менән төрлө сувенирҙар, шкатул­калар, ағас саналар, һандыҡтар, тәҙрә семәрҙәре эшләй торғайныҡ. Ағас эшенең серенә бер яҡлап ҡайным өйрәтһә, икенсе яҡлап хеҙмәт уҡытыусыһы булыуым төшөндөрҙө. Бөрйәнгә килгәнемдә таҡтаның ниндәй булыуын, һөйәндең нимә икәнен дә белмәй инем. Телгә өйрәнеүемә уҡыусыларым булышлыҡ итте:

дәрес һайын мең һорау бирәләр, мин уларға тырышып-тырмашып яуап бирәм. Балаларҙы, мәктәпте яратам мин. Уҡыусылар ҙа мине үҙ итте. Шөкөр, улар йылдың-йылы рәсем, география, черчение, тех­нология фәндәренән олимпиада- конкурстарҙа призлы урындар алып килә. Мәҫәлән, Зарипова Гөлнур быйыл фәнни-тикшеренеү эше буйынса район күләмендә беренсе урын алды. Уның эше әле республика конкурсына тәҡдим ителде. Гөлнур ауыл эргәһендә үҫкән йыуанлығы — 5 метр, бейе­клеге 45 метрлыҡ меңъйәшәр та­рихи ҡарағас тураһында ғилми эш яҙҙы. Был ҡарағаста солоҡ та бар. Унда үҙем дә менеп төштөм. Текә тау битендә үҫкәс, ҡурҡыныс. Киләсәктә уны кәртәләп, тарихи урын тип иғлан итеп, экскурсиялар ойошторорға мөмкин. Әйткәндәй, был ҡарағаста ырыу тамғаһы ла бар. Ғөмүмән, балалар үҙ тыуған яғының тарихын белеп үҫергә тей­еш", - тип хәл-әхүәлен бәйән итә М. Грецу.

Коллегалары ла ҡәнәғәт Михаил Николаевичтан: "Һәр эште еренә еткереп эшләй. Ул — балаларҙы, балалар уны ярата. Тырыш, пунктуаль, эшем эш булһын тип эшләй", - тиҙәр уның хаҡта.

"Мөғжизә булып, һеҙгә яңынан яҙмышығыҙҙы һайлау мөмкинлеге бирелһә, һеҙ икенсе юлдан китер инегеҙме, әллә әлегеләй башҡорт мөхитенә юлығып, Бөрйән башҡорттары араһында ғүмер итер инегеҙме?" — тип һорау бирәм.

"Юҡ, мин барыбер ошо яҙмышымды теләп һайлар инем. Мәйсәрәһеҙ, алсаҡ башҡорттарһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Миңә ошондай яҙмыш яҙғаны өсөн гел Хоҙайға рәхмәт әйтәм. Әйткәндәй, мин Мәйсәрәмә ғүмерем менән дә бурыслы: өйөбөҙгә ҡайным менән яҡтау ултыртып йөрөгән мәл. Бер саҡ күк йөҙөн ҡара болоттар ҡаплап, ялт та йолт йәшен йәшнәй башланы. Мин тәҙрә уйымы тапҡырында тора инем. Ҡайнымды ла, мине лә йәшен атҡан. Миңә нығыраҡ эләккән: тәнем, үпкә тирәһе янған. Иң ҡыҙығы, муйынымда көмөш сылбырҙа тәре бар ине. Ни мөғжизә менәндер сылбыр бөтөнләй юҡ булған, тәреһе өҙөлөп төшкән. Муйында сылбырҙың урыны ҡарайып ҡалды. Мин үле кеүек ятҡас, барыһы ла төңөлөп бөткән.

 Мәйсәрә йүгереп килеп, яһалма тын алдырып, массаж яһап, ергә, балсыҡҡа күмеп, аңыма килтергән. Дауаханала ла ятып сыҡтым. Ана шулай үлеп терелдем. Шулай ҙа йәшендән ҡурҡыу ҡалманы, көнөң бөтһә, ҡасан да бер инде. Аллаһҡа ышанам, ике динде лә ихтирам итәм. Мин бит алты милләт вәкиле йәшәгән ауылда тыуып үҫтем. Унда ғағауыздар, болгарҙар, украиндар, молдовандар, урыҫтар ҙа йәшәне. Милләт-ара татыулыҡ тыуған ау­ылдан башланды, бер-беребеҙҙе ҡыйырһытманыҡ. Атай-әсәйем үлеп ҡалды инде. Әсәйем, Акулина Ильинична, мине — молдован, ағайым Николайҙы украин итеп яҙҙыртҡан. Бер-бер хәл тыуһа, бер-берегеҙгә барып йөрөрлөк булһын, тигән. Әйткәндәй, минең телем — украин теле. Рус мәктәбендә уҡыным. Интернеттан Башҡортостан украиндары менән яҙышам, башҡорт араһында йәшәһәм дә, туған телемде онот­майым. Балаларға ирек ҡуйҙым: ҙурайғас, үҙегеҙ динде һайлап алығыҙ, тип. Аллаһ бер бит ул. Кешенең иманы күңелендә, йөрәгендә булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Минең документ­та милләтем — молдован, туған телем украин, уҡыған телем рус теле, йәшәйешем, йолаларым — башҡортса. Ислам динен ихтирам итәм. Яңыраҡ ҡына ҡайным мәрхүм булып ҡалды. Үҙ атайым кеүек яҡын кеше ине ул. Уға булған рәхмәтемде һүҙ аша еткереп булмай. Ныҡ ярҙам итте, тормошҡа, эшкә өйрәтте мине. Ул үлгәс, илағым килде, ә башҡорттар бит кеше үлгәс иламай, түҙҙем инде. Беҙҙә бит тағы кешене ерләгәс эсәләр, һеҙҙә улай түгел. Ашап бөткәс, Аллаһҡа рәхмәт әйтеп, Аллаһу әкбәр тейем, эште бисмилланан башлайым. Молдо­вандар виноһыҙ йәшәй алмай. Сәй тигән нәмәне унда һирәк эсәләр. Мәйсәрә килеүгә әсәйем һинд сәйе алып ҡуя ине. Балалар унда һут эсә. Мин хәҙер сәйһеҙ йәшәй алмайым. Саф башҡорттарҙың кәсеп-шөғөлөнә өйрәнеп бөттөм. Солоҡ та ябам, умарта ла тотам. Бал ҡорттарын ҡарағанда мин Мәйсәрәнең урынбаҫары инде. 19 баш умартабыҙ бар. Эш хаҡын студенттарға бүлеп бирәһең дә, бал, мал аҡсаһына йәшәйһең инде. 8 баш һауын кәзәбеҙ бар. Кәзәләр һаны 20-гә етә. Мәйсәрә йәй буйы ҡымыҙ эшләп һата. Кәзә ҡымыҙынан шәп нәмә юҡ инде ул. Бесәнде быйыл алыҫта, Биктамышта эшләнек. Үҙебеҙҙең " Беларусь" бар. Картуфты ла ауылдан 7 саҡырым алыҫлыҡтағы бөткән ауыл Иҫәнғазыла сәсәбеҙ. Ундағы ерҙең йомшаҡлығы — һөргәндән һуң баҫһаң, итегең күмелә. Ҡуңыҙ ҙа булмай, картуфы ла емерелеп уңа. Кешеләр араһында кәм-хур булмай йәшәргә тип тырышып ятыла инде. Өйҙәге йыһаздарҙы ла үҙем ҡулдан эшләнем. Беҙҙең яҡта ҡола ялан, емеш ағастары ғына үҫә. Машинаның кузовына менеп ҡараһаң, 30 саҡырым алыҫлыҡтағы ауыл күренә. Бында бит тау ҙа ур­ман. Бер йылы ағайымдар ҡунаҡҡа килде. Ҡасан бөтә ағастарығыҙ, тип теңкәне ҡоротто.Ҡана йылғаһына алып барғас, уның таҙалығына иҫе китте. Ышанмай төшөп тотоп ҡараны. Беҙҙә бындай төбө күренеп ятҡан һыуҙар юҡ. Ғөмүмән, Бөрйән ожмахында йәшәйем мин. Беҙҙең яҡта һыуҙар 80 метрҙан сыға, уныһы ла буръяҡ. Эш юҡ, хужалыҡтар тарҡалды, ауылдар бөтөү өҫтөндә. Сағыштырып ҡараһаң, Башҡортостан - сәскә атыусы ил! Ялҡау булмаған кеше Бөрйәндә лә бынамын итеп йәшәй ала. Үҙебеҙгә ҡайтһам, тын тарыҡҡан кеүек, һауа етмәй. Хәҙер ысын Бөрйән кешеһе булып бөтөлдө инде", - ти Михаил Николаевич, күңел сәхифәләрен аҡтарып.

Грецуларҙың күркәм өйө ауыл ура­мына йәм биреп ултыра. Мәйсәрә апай ҙа юҡты бар итергә тора. Уңған хужабикә ҡул станогында йөндән шәлдәр һуға. матур- матур гөлдәр үҫтерә, донъяһын ысынъяһау итеп тота. Мәктәптә умартасылыҡ нигеҙҙәре дәрестәре лә алып барған. Ике баш умартанан етегә еткергәндәр, уҡыусылары республика буйынса беренсе урын да яулаған. Әлеге лә баяғы замана шойҡаны—мәғәнәһеҙ ҡыҫҡартыуға эләгеп, эштән сыҡҡан. Хәҙер ҙә буш ултырмай, шәл һуға, йәйҙең йәй буйы ҡымыҙ эшләп һата, бал ҡорттарын ҡарай.

Ана шундай дан ғаилә йәшәй Әтектә.

Ике тәртә бергә тартҡас, донъя йөгө лә йылдам алға китеп улты­ра. Хәмер менән дуҫ булмағас, балаларын кеше итергә тырышып торғас, ҡылғандары ла изгелек кенә булғас,

донъялары ла бәрәкәтле, эштәре һөҙөмтәле Грецуларҙың. Иң мөһиме: был интернациональ ғаиләлә бер-береңде аңлау, бер- береңдең динен, йолаһын ихтирам итеү, йылдарҙа һыналған оло мөхәбәт хөкөм һөрә.

А. ҒАРИФУЛЛИНА.

«Таң» 12 март 2011 йыл.

 


ЭШҠЫУАРЛЫҠ - ЗАМАН ТАЛАБЫ

Ир табышы менән мырҙа

 

"Бөгөн үҙенсәлекле эшләнмәләргә һәм әүҙем тормош позицияһына эйә булған алдынғы фекерле байтаҡ ижад кешеләре бәләкәй һәм урта бизнеста эшләй. Беҙгә эш урындарын һаҡлап ҡалған һәм яңы урындар булдырған эшҡыуарҙарҙың башланғыстарын яҡларға кәрәк. Был  мәсьәләлә муниципалитеттар айырым әүҙемлек күрһәтергә тейеш"

(БР Президентының  БР Дәүләт-Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән).

 

Эшҡыуарлыҡ - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Ил, республика кимәлендә был тармаҡ айырым иғтибар үҙәгендә. Үҙ эшен асырға йөрьәт итеүселәргә дәүләт тарафынан субсидиялар, льготалы кредиттар ҡаралған.

2009 йылдың аҙағына Бөрйән районы муниципаль районында 380-дән артығыраҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты, шул иҫәптән 30 бәләкәй предприятие, 271 шәхси.эшҡыуар, 1 урта предприятие, 83 крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпкә алынған ине.

Күптән түгел эшҡыуарҙарҙың йыйылышы үткәрелеп, үткән йылға анализдар яһалды, киләсәккә бурыстар ҡуйылды. Шулай уҡ район эшҡыуарҙар советы һайланды. Уның яңы һайланған рәйесе - Азат Фитрат улы Баймөхәмәтов.

Азат Фитрат улы Әтек ауылында тыуған, әлеге ваҡытта ла шунда йәшәй. Себер тарафтарында байтаҡ хеҙмәт күнекмәһе алған егет тыуған ерендә төйәкләнеп, үҙ эшен асырға ниәт итә. Башлаған эш - бөткән эш, тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ үҙенекен итә -бөгөн Азаттың үҙ фермер хужалығы бар: мал көтә, пилорама асҡан. Киләсәктә умартасылыҡ менән дә етди генә шөғөлләнмәксе. А. Баймөхәмәтов менән эшҡыуарлыҡ, киләсәккә пландары хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Ғүмер буйы Себерҙә йөрөп булмай, ҡайтып, ауылда төйәкләнергә ҡарар иттем. Ә ауыл ерендә бөгөн эш урындары күп түгел. Шуға, ҡайҙандыр көтөп ятҡансы, үҙ эшемде асып ебәрергә булдым. Пилорама ултырттым. Унда 4

кеше эшләй. Ауыл халҡына төрлө хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ, төҙөлеш материалдары етештерәбеҙ. Бура ла бурап ебәрәбеҙ. Беҙҙең маҡсат - ағасты шул килеш ебәрмәү, ә эшкәртеп, төҙөлөш материалы рәүешендә һатыу.

Ағас менән бәйле бүтән эштәр ҙэ башҡарабыҙ заказ буйынса.

- Эшҡыуар булыу өсөн ниндәй сифаттар айырыуса кәрәк?

-Иң беренсе-тырышлыҡ. Сослоҡ, замандан артҡа ҡалмаҫҡа ынтылыу мөһим. Беҙҙә кеше совет заманынан ғәҙәт иткәнсә, кемдеңдер ҡушыуы буйынса эшләп өйрәнгән. Шул психологияны емереп, үҙеңә хужа булырға өйрәнеү кәрәк. Шәхси эш башлағас, һине кемдер контролләп, эшлә тип тормай - үҙ ҡарамағыңда. Кем тырышып, көндө төнгә ялғап эшләй, шуның эше алға китә.Үҙаллы эш башлағас, килеп тыуған төрлө сетерекле мәсьәләләрҙе лә үҙеңә хәл итергә тура килә. Уйлап эш итергә кәрәк.

Эшҡыуар булам тиһәң тик ултырмайһың инде, көнө-төнө сабаһың, шул саҡта ғына эш ырай.

- Күптән тугел Өфөлә семинар-кәңәшмәлә булып ҡайттың...

- Эйе, баш ҡалала үткән семинарҙа ҡатнаштым. Унда эшҡыуарҙарға тәҡдим ителгән кредиттар, льготалар хакында һүҙ алып барылды. Республика буйынса эшҡыуарҙар араһында башҡорттар әҙ икәнлеге билдәләнде. Белемле, алдынғы ҡарашлы милләттәштәргә ҡурҡып тормай, үҙ эштәрен асыуға ҡыйыу тотонорға кәңәш итер инем. Эш башлаусыларға төрлө кредиттар, субсидиялар ҡаралған. Улар менән файҙаланырға мөмкин.

-  Әйткәндәй,   1 майҙа район үҙәгендә үтәсәк байрам  сараларында эшҡыуарҙар ҙа әүҙем ҡатнашырға йыйына бит инде.

- Эйе, төрлө ярыштарға, уйындарға, шулай уҡ "Таң" гәзите кубогына эстафета ярыштарына үҙебеҙҙең команданы ҡуйырға иҫәп тотабыҙ. 1 май өсөнсө йыл рәттән Эшҡыуарҙар көнө тип тә билдәләнә.

Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан ветерандарыбыҙҙы ла иғтибарҙан ситкә ҡалдырмаҫҡа уйлайбыҙ. Әле быйыл һайланған состав менән ултырыш үткәреп алдыҡ. Киләсәктә лә бергәләп, уртаҡ маҡсат менән эшләрбеҙ тип ниәт итәм.

-  Ниәт-маҡсаттарығыҙ изге, эштәрегеҙ ҙә уң булһын.

һүрәттә: А. Баймөхәмәтов.

Т. БАҺАУЕТДИНОВА.

«Таң» 22 апрель 2010 йыл.





  

Иҫке Собханғол урта мәктәбенең Әтек филиалы

4- се синыф уҡыусыһы Алғазина Илмира Хәлит ҡыҙы

Етәксеһе Алғазина Розалия Рәхим ҡыҙы 

башланғыс синыфтар уҡытыусыһы                                                                                                               

    

Атһөйәр ир –уҙаман Баймөхәмәтов Рәхим Абдрахман улы


 Башҡорт халҡы борон-борондан ат йәнле булған. Уларға арнап «Урал батыр»,  «Аҡбуҙат», «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға»,  «Ҡара ат» кеүек эпостар, «Сибай ҡашка», «Ерәнсәй»  исемле йырҙар ижад иткәндәр. Ат исеме менән йөрөгән ер-һыу атамалары ла бихисап: мәҫәлән, Бөрйән районында урынлашҡан  «Йылҡысыҡҡан күле». Даны киң таралған «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостарында аҡ ҡанатлы толпар  батырҙарҙың ҡыйыу юлдашы булып һынландырыла. Йылҡы малын һаҡлауҙың даны килер быуындарға барып етһен өсөн, уларҙың исемдәрен мәңгеләштергәндәр.

Атҡа бәйле ырым-ишара ла бар беҙҙең халыҡта. Мәҫәлән, баҡсаңдан сыҡҡанда ат абынһа, юлға сығырға ярамаған, бәлә килер тигәндәр. Аттың эсеп бөтмәгән һыуын да дауаланыу өсөн ҡулланғандар. Аттың  дағаһы  ла ишек алдына ҡатылып ҡуйылған, сөнки ул ен-шайтандарҙан аралай тигән ырым бар. Был мәғлүмәттәр хаҡында һәр кем төрлө сығанаҡтар аша таныша ала.

Йылҡы малы һәм уларҙың ҡылыҡтары, файҙаһы хаҡында күберәк белеү теләге менән олатайымдарға юл тоттом. Сөнки минең олатайым районыбыҙҙың атһөйәр  ир-уҙаманы.

Минең олатайым Баймөхәмәтов Рәхим Абдрахман улы 1954  йылдың 15 ғинуарында донъяға килә. Әсәһе-Яңылбикә Хәлфетдин ҡыҙы Бөрйән районының  Мәндәғол  ауылы ҡыҙы, ә  атаһы – Абдрахман Әһел улы.  Ғаиләлә олатайым иң өлкәне.  Ул  ҡәҙимге балалар кеүек,  бала сағы Әтек ауылында  үтә.  Мәктәпте  тамамлағас,  армия  сафында моряк булып хеҙмәт итә.

SAM_0323.JPGХеҙмәт юлын Әтек ауылының Бөрйән совхозында малсы булып эш башлай. Ошо мәлдә Белорет районы Шығай ауылы ҡыҙы Әлфиә өләсәйем менән осрашып,  бергә ғаилә ҡоралар. Бәхетле ғаиләнең 4  балаһы бар. Беренсеһе минең  әсәйем  Розалия – һөнәре уҡытыусы.   Икенсеһе –  Инсур ағайым – һөнәре ветврач.Инсур ағайым һәм еңгәм Гөлназ 3 бала  тәрбиәләйҙәр. Өсөнсөһө Нәзифә апайым – һөнәре уҡытыусы. Иң бәләкәсе- Роберт ағайым һәм еңгәм Лилиә. Ағайым шофёр. Инсур, Роберт ағайымдар һәм Нәзифә апайым  йырларға яраталар. Район күләмендә төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар. Олатайымдарҙың ғаиләһен “Тыуған моңдар”,  Рәсәй каналының  “Ауаз” тапшырыуында  күрһәттеләр. 2012 йылда “Йәш беҙҙең күңелдәр” конкурсында ғаилә менән сығыш яһанылар.

Йылҡысылыҡ - халҡыбыҙҙың матди һәм рухи мәҙәниәтең айырылғыһыҙ өлөшө.

Башҡортостан Рәсәйҙә  аттар иҫәбе  буйынса икенсе  урында тора.

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең  “ Һөт йылҡысылығын үҫтереү, бейә һөтө (ҡымыҙ)  етештереүҙе арттырыу ” программалары ла  ыңғай хәл ителә.

Йылҡы малының файҙаһы бихисап: ите,  һөтө – ҡымыҙы,  ҡаҙыһы, ҡаҙылығы,   тиреһе  һәм башҡалар.

Олатайым үҙенең ихатаһында күпләп аттар  тота.  Йәйгелек күмәкләп аттарға бесән  әҙерләйбеҙ.  Аттары менән  утын, бесән ташый.

Олатайым ай һайын  1 атты тотона. Һуйырға әҙерләгән атты йәки тайҙы айырым тәрбиәләй.  Бер йылҡы малынан яҡынса 250 килограмм ит сыға. Бөгөнгө көндә йылҡы итенең 1 килограмы 250 һум тора , иттән 50-60 мең һумлыҡ табыш ала.

SAM_0351.JPGИтте ҡайҙа, нисек һатырға, тигән һорау олатайымды борсомай, сөнки ит һимеҙ,  татлы, һәр саҡ һатып алыусылар күп. Йылҡы ите күберәк булғанда район үҙәгендәге “Урал” ашханаһына тапшыра.

      Йылҡыны һуйған көндә ҡаҙы, ҡаҙылыҡ эшләйҙәр. Ҡаҙылыҡ әҙерләү тәртибе. Ҡаҙылыҡ өсөн: йылҡы ите, майы, борос, тоҙ,  йылҡы малының эсәге алына.                                                                         

       Әҙерләү: һуйылған йылҡының ҡабырға ҡаҙыһын буйлап ҡырҡалар, тоҙ, борос һалып  әҙерләп, 3  сәғәткә ултыртабыҙ.Эсәктәргә ошо ҡатнашманы тултырабыҙ, икенсе осон еп менән бәйләйбеҙ. Ҡаҙылыҡты һыуҙа, һурпала бешерәбеҙ. Ҡаҙылыҡты балалар яратып ашай. Ҡаҙы эшләү тәртибе: йылҡының эс майы, тоҙ, борос, йылҡы малының эсәге алына. Әҙерләү. Эсәккә ошо ҡатнашманы тултырабыҙ. Ҡаҙы йомшаҡ һәм туҡлыҡлы була. Иттә аҡһым күп. Сағыштырып әйткәндә, икмәктә 5-6 процент аҡһым бар, әммә уға бер нисә аминокислота етешмәй. Ә иттә быларҙың барыһы ла бар. Иттә аҡһым - 20 процент тирәһе, йылҡы итендә ул 22 процентҡа барып етә. Фәнни тел менән әйткәндә, ит - ул тулы ҡиммәтле аҡһым.
Башҡорттарҙың яратҡан ите булып йылҡы, һарыҡ, ҡош ите һаналған. Йылҡы итендәге май кислоталары айырыла, унда шыйыҡ булғандары өҫтөнлөк ала. Улар тиҙерәк үҙләштерелә, тимәк, йылылыҡ та, энергия ла күберәк бүленә. Шуға ла уның майы тиҙ туңмай, атеросклероз булдырмай. Һимеҙ йылҡы ите ашаған кеше һыуыҡ тейеүгә бирешеп бармай, өшөмәй. Етмәһә, йылҡы ите тиҙ боҙолмай, бәлки, уның составында антиоксидант барҙыр.
Йылҡы ите тураһында һөйләгәндә, йылҡы малының ҡабырға, ҡорһаҡ ите өҫтөнә үргән майынан яһалған ризыҡ - ҡаҙылыҡ тураһында ла әйтмәйенсә булмай. Ул беҙҙең милли бренд, билдә, тип әйтһәк тә яңылышмабыҙ. Ҡаҙылыҡта эс майы күберәк, ите әҙерәк, ул май ҙа туңмай, туңмағас, тимәк, холестерин булдырмай, ҡан тамырҙары стеналарына йәбешмәй.
 Йылҡы итенең ҡаҙыһы ла, ялы ла, һәр хәлдә, башҡорт өсөн донъяла иң тәмле ризыҡтыр ул.
Уның ысынлап та бер холестерины ла юҡ, майлы кислота составы бик файҙалы. Бөгөн рационды омега 3, омега 6 майлы кислоталары менән байытыу өсөн диңгеҙ балығын ашағыҙ, тип кәңәш итәләр. Организм өсөн үтә лә мөһим булған омега 3, омега 6 майлы кислоталары йылҡы итендә бар. Бына шуның өсөн дә беҙгә йылҡысылыҡты тергеҙеү кәрәк.

Олатайым ат ярата. Был һөйөү уға Абдрахман олатайҙан күскән. Уның өсөн һәр бер ат бала кеүек, уларҙы иркәләй, йылы һүҙҙәр әйтә, һөйөп яратып тәрбиәләй. Үҙенең атҡа булған һөйөүен ул үҙенең ике улына ла биргән. Бөрйән районында үткәрелгән ат ярыштарында ағайымдар гел алдынғы урындар алалар. Өфө, Сибай, ҡалаһында, Мәләүез, Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил  райондарында ла ат ярыштарында ҡатнашалар. Быйыл  Әбйәлил  районында – икенсе, былтыр Белорет районында- беренсе урындарҙы алып, ҡиммәтле бүләктәр менән менән бүләкләнделәр. Йыл һайын ҡыш көнө Силәбе өлкәһенең  Верхнеуральский ҡасабаһына ат ярыштары ҡарарға баралар. Олатайым йәш сағында ла ат ярыштарында әүҙем ҡатнаша, гел алдынғы урындар ала. “Ҡышҡы сана ярыштарында сана биҙәп, атта елдереп уҙыуы үҙе бер ғүмер”,- ти олатай. Бик көслө рухлы кеше ул. Ат ярыштарында  1976 йылдан алып, 36 йыл ҡатнаша. Бөрйән районында тәүге ат ярыштарын ойоштороусы яҡташыбыҙ Габитов Исмәғил Әхмәҙулла улы була.                                                               



Беҙҙең Бөрйән районы туризм өсөн бик уңай , бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Киләсәктә мин үҙ ауылымда ат менән сәйәхәт итеү өсөн төрлө маршурттар төҙөргә хыялланам. Атта һыбай йөрөү, бер яҡтан дауалау сараһы булһа, икенсе яҡтан, яйлап йөрөп тирә – яҡтың хозурлығы менән һоҡланырға мөмкин. Ҡарағай ағасының ылыҫын еҫкәп, иркен яландарҙа төрлө – төрлө сәскәләр матурлығы менән һоҡланып, ҡоштар моңон тыңлау һәр кемгә   сикһеҙ  рәхәтлек, киләсәк тормошҡа көс – дәрт бирер ине. Туристар ниндәй генә миҙгелдә килмәһен, сәйәхәт уларға оҡшаясаҡ. Сәйәхәттән һуң ағас өйгә инеү,  баллы сәй, йылҡы ите, ҡаҙылығы бигерәк тә хуш киләсәк . Әлбиттә, был  хыялды тормошҡа ашырырға көс, дәрт һәм сығымдар ҙа талап ителәсәк.

    Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға шуны еткерәм, ни өсөн мин олатайымды һеҙгә төрлө яҡлап һөйләнем,сөнки кешене башҡарған эше биҙәй. Олатайым оло ғаиләлә тәрбиәләнеп, бәләкәйҙән эшләп үҫеп,хәҙерге көндә лә күп итеп малдар көтөп,бесән эшләп,һәр бер эштән йәм табып, кәңәштәрен биреп, кешелекле, кеселекле булып йәшәй. Олатайымдың ғаиләһен ысынлап та атһөйәрҙәр  тип әйтергә  мөмкин. Олатайымдың иң өлгөлө алырлыҡ һыҙаттарының береһе - ул һәр саҡ айыҡ тормош менән йәшәй. Бер ваҡытта ла араҡы эсмәй, тәмәке тартмай. Баймөхәмәтовтарҙы – Бөрйәндең йәме, ғорурлығы тиҙәр.

Декабрь 2012 йыл.


 



- Апай, һиңә бер мәҙәк һөйләйем әле! — Ишектән атылып инәм дә тышта күргән ҡыҙыҡтарымды көлә- көлә апайыма һөйләй башлайым. Ә ул йылмайып ҡына тыңлай ҙа:

- Эй, йәш саҡ! Буштан ғына ҡыҙыҡ табып көлөүҙәр! — тип көрһөнөп ҡуя. Күҙҙәремде ҙур асып, апайыма текләйем. Ул минән ике йәшкә генә сшо, бер йыл элек кейәүгә сыҡҡайны. Әле әсәйемдәргә ҡунаҡҡа килгән, мин каникулдамын — Өфөлә ин­ститутта уҡып йөрөйөм. Ниңәлер апайымдың был һүҙҙәре һағайтты. Ул бәпес көтә ине...

Йәй үтте, көҙ етте. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Октябрь байра­мында илдә шаулап-гөрләп демон­страциялар үтә, беҙ, студенттар, шунда ҡатнаша инек, шуға ауылға ебәрмәйҙәр, һуңынан көн һорап ҡайтып киләбеҙ. Был юлы ла шулай иттек. Ҡайтып төшһәм, әсәйем ҡара янып йөрөй. Байрам көндәрендә апайымдың бәпәйе тыуырға тей­еш ине. Тәүге балаһы бит, үҙе лә бик аңламағандыр инде, тулғаҡ тотҡан сағында табип та, шәфҡәт туташы ла янында булмаған (бай­рам бит!). Тулғаҡ тотмай башлағас, ике көн үткәс, аптырап, баланы турап алырға мәжбүр булғандар. Оҙаҡ ҡарауһыҙ ятҡан, унан опера­ция яһатҡан апайымдың хәле үтә хөртәйеп киткәс, Өфөгә оҙатҡандар икән.

Баш ҡалаға килгәс, беренсе эшем Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһына барыу булды. Тик һуңланым. Уны икенсе дауаханаға ебәргәндәр. Ҡайҙа икәнде ундағы персонал белмәй. Иларҙай булып ныҡышҡас ҡына, мине йәлләп, бер шәфҡәт туташы Черниковка яғына ебәреүҙәрен, нейрохирургия бүлегенә икәнлеген әйтте. Ике көн буйы Черниковкалағы бөтә дауаханаламы урan сыҡтым, апайым юҡ. Икенсе көндө иң аҙаҡҡыһында ғына бер шәфҡәт туташы хәлемә инде. Ул 25-30 минутта барып етергә мөмкин булған Черкассы ауылында нейрохирургия бүлеге барлығын әйтте һәм миңә йәлләп ҡарап:

- Унда өмөтһөҙ тигәндәрҙе ебәрәләр бит, - тип әйтеп ҡуйҙы. Көҙгө көндә ҡараңғы тиҙ төшә. Илай-илай ҡайтып киттем. Ярай ҙа икенсе көн йәкшәмбе ине. Иртә менән Черниковкаға килдем, Чер­кассы автобусына ултырҙым. Да­уахана тигәндәре бер ҡатлы ғына ағас йорт икән. Таптым апайым­ды, ҡосаҡлаштыҡ. Шунда ҡулым шлангыға тейҙе, бил тапҡырында ине.

- Нимә һуң был? — тип белешәм.

- Ярау итә алмайым бит, ҡалдыҡтарҙы шуның аша ҡыуҙыралар, - ти, йылмайып, апай­ым. Кисәге һүҙҙәр ҡолаҡ төбөмдә яңғырап китте: “Өмөтһөҙ тигәндәрҙе ебәрәләр бит”. Ә апайымдың күҙе янып тора, бите лә алһыу ғына.

- Шәбәйерһең, - тим, - Кәйефең һәйбәт күренә. Уңарсы, шәфҡәтту- ташы килеп нимәлер әйтеп китте.

- Нимә әйтеп китте ул? — тип белешәм.

- Палатаны үҙебеҙ йыуабыҙ бит.

- Ҡалай йонсоталар һеҙҙе, ҡайҙа үҙем генә йыуайым, - тим.

Апайым баш сайҡай:

- Ауыр түгел, бында башҡа эш юҡ, үҙем йыуырмын әле швабра менән һә тигәнсе!

Улай эш тә эшләткәстәр, бик үк өмөтһөҙ ҙә түгелдәрҙер әле, тип уйлайым. Шулай апайыма тағы ике ялда килдем, ул шәбәйеп, ҡайтып та китте...

Тағы бер-ике йыл үткәндер. Яҙҙың матур көндәренең береһендә апайымды йәнә республи­ка дауаханаһына, балалар табыу бүлегенә ебәрҙеләр. Тәүгеһе хәүефле булғас, был юлы операцияға. Апай­ыма барып йөрөнөм. Улы тыуҙы. Дауахананан сығыр ваҡыт та етеп килә. Апайым, йөрәкһеп, еҙнәйҙе көтә. Иртәгә сығырға тигәндә еҙнәйем урынына Өфөгә әсәйем килеп төштө, самолет менән. Ул заманда “кукурузниктар” Өфө менән Бөрйән араһын яҡынайта ине. Өндәшмәй генә әсәйемдең ни һөйләрен көтәм.

Ул ваҡытта апайым менән еҙнәйем Әбделмәмбәт ауылында йәшәйҙәр ине. Еҙнәй, улдары тыуғанын ишеткәс тә, матайына ултырып, шатлығын ҡайны-ҡәйнәһе менән уртаҡлашырға тип, Тимергә юлға сыҡҡан. Байназар эргәһендә Ҡурыуҙы тауынан төшкәндә мотоциклының тормозы тотмай, машина аҫтына инен китә. Әле дауа­ханала. Ике көндән һуң ғына иҫенә килгән, бер ҡулын ҡырҡҡандар, гангрена башланыу ҡурҡынысы янаған.

Әсәйем менән ултырып, иртәгә апайыма нимә әйтеребеҙҙе һөйләштек: авария булған да еҙнәйҙең аяғы ауыртҡан, әле дауа­ханала, шуға килә алмай. Барҙыҡ. Апайымды бәпесе менән алып сыҡтыҡ. Апайымдың кәйефе китһә лә, белдермәне, тик:

- Аяғы ныҡ ауыртҡанмы? — тин һораны. Әсәйем: Ул тиклем түгел, - тине.

Икенсе көндө әсәйем—апайымдың әйберҙәрен, мин бәпесте күтәреп, аэропортҡа килдек. Самолет бул­ды. Шулай тиҙ генә Бөрйәнгә осоп килеп

төштөк. Тура дауаханаға барҙыҡ.

Мин һаман бәпесте күтәреп йөрөйөм, апайым еҙнәй ятҡан палатаға инеп китте. Ишек төбөндә торам. Апайым:

- Әхәт, Әхәт! — тип и иләп кенә әйткәнгә, еҙнәйҙең:

- Ы-ы-ы! — тигән тауышы ише­телде, башын ҡалҡытты. Шунда апайым:

- Әхәт, ҡулың ҡайҙа, ҡулың ҡайҙа ул? — тип еҙнәйҙе уратып ҡарап сыҡты. Апайымдың ошо әсенеүле һорауы ваҡыт-ваҡыт ҡолағыма яңғырап киткәндәй...

Апайымды табип янына саҡырҙылар. Сыҡҡас та, ауылға ҡайтҡас та ул еҙнәй хаҡында бер ни өндәшмәне. Мин ҡабат Өфөгә остом. Апайымдарҙың хәлен беле­шен торҙом. Еҙнәй яйлай шәбәйә башлаған. Айҙан ашыу дауаханала ятҡан.

Йәйге каникулға ҡайтҡанда апай­ым бәпес менән әсәйемдәрҙә ине. Мине шуныһы аптыратты: район биләмәһенә ингәс тә, кем минең менән һөйләшә, шул апайымдың, еҙнәйҙең хәлен һораша, һәм, ниңәлер, улар ҡабат бергә булмаҫ, моғайын, тип ҡәтғи генә әйтеп ҡуялар. Ҡайтҡас, был хаҡта апайыма ла өндәштем.

- һуң, һөйләрҙәр инде, илдең ауыҙына иләк ҡаплап булмай ҙаһа, - тине ул. Шунда мин, кеше ни генә һөйләһә лә, апайымдың үҙенсә эшләйәсәк көсөнә ышандым.

Дауахананан сыҡҡас, еҙнәйҙе ҡоҙалар үҙенең тыуған ауылы Әтеккә алып ҡайта. Әхтәм ҡоҙа менән Са­ния ҡоҙағый тиҙҙән апайым менән Артурҙы ла үҙҙәренә күсереп ала. Шулай башлана Ямғурсиндарҙың Әтектәге тормошо. Апайым шул көҙҙә үк — 1988 йылда мәктәп бу­фетына эшкә төшә һәм бөгөнгө көнгә тиклем мәктәп ашханаһында эшләй. Еҙнәй инвалидлыҡ юлланы. Йыл һайын Өфөгә комиссия үтергә йөрөнө. Әйтерһең, ҡырҡылған ҡул бер йыл эсендә ҡабат үҫеп сыға...

Туҡһанынсы йылдың июль ай­ында апайым Өфөгә килеп, опера­ция ярҙамында тағы малай тапты. Ул саҡта мин “Йәшлек” гәзите редакцияһында эшләп йөрөй инем. Бәпесте — Әсхәтте был юлы бер айға

ҡайтып китергә тейеш ине. Был юлы ла уны бала табыу йортонан алыу ваҡиғалары ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булып иҫтә ҡалған. Еҙнәне көтәбеҙ. Телефон аша килешелгәнсә, ул башта мин йәшәгән ергә килә, унан апайым янына барасаҡбыҙ. Эшем төшкө сәғәт 12-лә башла­на (гәзит элеү төнгө 12-гә, хатта 1-гә тиклем һуҙылып китә), еҙнәй килһә, эшкә тиклем апайымды барып алып өлгөрөрбөҙ, тип уй­лайым. Көтәм, көтәм, юҡ был. Аптырап, иртәрәк булһа ла эшкә киттем. Ауылға шылтыратам, еҙнәй самолетҡа ултырған. Ана килә, бына килә тип көтәм. Юҡ. Эштәгеләрҙән һораштыра башлағайным, шул асыҡланды: иртәнге рәттә үк бер ир мине телефондан һорашҡан, урында түгеллегемде әйткәндәр. Еҙнәй булғандыр, тип эштән һорап, апайым янына йүгерҙем. Моғайын, еҙнәй ҙә ундалыр, тим. Тик апайым мине: “Еҙнәйең ҡайҙа?” — тип ҡаршыланы. Яурын һелкетәм. Өндәшмәй генә ҡайттыҡ. Үҙебеҙ сәй әсәбеҙ, ике ҡолағыбыҙ — коридорҙағы аяҡ тауышында. Бына килер ҙә ишек туҡылдатыр кеүек. Юк, шаҡыманылар, һуң ғына йоҡларға яттыҡ. Йәкшәмбе көн ине. Ишек ҡағыуға уянып китһәк, сәғәт ун бер тулып уҙған... Ишекте барып асһам, унда... ике балдыҙы менән еҙнәй тора... Үҙҙәре көләләр. Көлә- көлә һөйләп бирҙеләр.

Еҙнәй самолеттан төшкәс, тура эшемә барған. Мин унда булмағас, ап­тырап, килгән автобусына ултырып (номерын иҫләй бит!), аэропортҡа барған һәм кире Бөрйәнгә осҡан. Осраған машиналарға һаға-һаға Тимергә барһа, әсәйем:

- Әллә күҙемә күренәһеңме? Бөгөн һин Өфөгә осҡайның бит, - тип ҡаршылаған.

Унда Земфира юҡ, - ти икән еҙнәй. Әсәйем, аптырағас, икенсе көн еҙнәмә ике балдыҙын эйәртеп ебәргән. Авариянан һуң еҙнәйҙең хәтере насарланғайны...

Тиҙҙән апайымдар бура һатып алып, үҙҙәренә нигеҙ ҡорҙо. Тау битләүендә ҡола яланда өй һалыуы, ай-һай, бик ауырға төшкәндер. Өйгә күскәс, һыуҙың алыҫ булыуы ла ҡаҡшатҡандыр. Ләкин апайым зарланырға яратмай. Киреһенсә, ул хәбәрҙе:

- Еҙнәйең тотоп тора, мин ҡаҙау ҡатам, шунда бер ҡыҙыҡ булды, - тип һөйләй.

Еҙнәң бесәнде тырмата, мин күбәләйем, кәбән ҡоям, - ти еңел генә итеп.

- Хәҙер малайҙарың үҫеп етер, ҡул араһына инер, иңеңдән ирҙәр эше төшөр, - тип йыуатам, апайым зарланмаһа ла.

- Еҙнәңдең ҡулы булмаһа ла, теле бар. Берәй эш эшләтергә булһаҡ, йүгереп йөрөп кешеһен таба. Шәп ойоштороусы ул. Унан туғандар ҙа ярҙам итеп тора, - ти апайым күрешкәндә.

Әхәт еҙнәй йәш сағында гитара уйнап йырлай торғайны. Сәхнәлә сығыш яһағанын да күргәнем булды. Шуға арнап, шиғыр ҙа яҙғайным:

Алдың да һин гитараңды

Ҡындарынан.

Наҙлап ҡына һыйпаштырҙың

Ҡылдарынан.

Тик гитараң өнһөҙ. Ниңә

Моң сәсмәй ул?!

Йән өҙөлә...

Буш еңең шул.

Күҙҙәрендә ташҡан моңдо

Һалып көйгә

Теләйһең дә...

Гитараңды

Элдең сәйгә.

Уға табан ҡулын һуҙа

Ике улың!

Моң булып улар яҡтыртыр

Ғүмер юлың!

Ысынлап та, егеттәр ҡул араһына инә башлау менән эш һөйөп үҫте. Хәҙер ҙә улар башта Тимергә төшөп бесән саба, унан ҡайтып, Әтектә үҙҙәренә эшләй.

-Егеттәр Әхтәм олаталарына оҡшап, икеһе лә көрәшсе. Малай ғына саҡтарынан һабантуйҙарҙа призлы урындар яуланылар. Артур СиБДУ- ның физкультура факультетын тамамланы. Диплом бирә торған көндө иртәнсәк әрме хеҙмәтенә алынды, төштән һуң апайымдар уның дипломын алып ҡайтты. Хеҙмәтен тамамлағас, Ғәҙелгәрәй мәктәбендә физкультура дәрестәре уҡытты. Йәш быуында спортҡа һөйөү тәрбиәләп, уҡыусыларын район, республика ярыштарына йөрөткәнен ишетеп торҙом. Спортсы булараҡ, йәй айҙарында Олимпия уйындары үтәсәк Сочи ҡалаһына эшкә барып, ярыштар уҙасаҡ урындарҙы үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтты.

Ә Әсхәт урта мәктәптән һун БДУ-ға инде. Ул да көрәшә. Үҙе уҡыған университеттың физика- техник институты данын биш йыл яҡланы. Быйылғы йыл уның өсөн бик уңышлы булды: ул Ҡазан, Күмертау, Бөрө ҡалаларында, Саҡмағош районында балаҫта көс һынашты. Саҡмағошта ре­спубликанан йыйылған утыҙлап көрәшсе араһында 4-се урын яулаһа, Күмертауҙа һәм Бөрөлә 1-се урындар алып ҡайтты. Ә Бөрйән һабантуйында үҙенең ауырлыҡ категорияһында егеттәр булмау сәбәпле, 75 кг ауырлыҡтар менән алышты, шулай ҙа һыр бирмәне — өсөнсө урынға сыҡты. Өфөлә быйыл ҡала көнөндә үткән көрәштә 70 кг ауырлыҡ категорияһында ул тағы еңеү яуланы!

Әсхәттең буш ваҡыты юҡ: ул йә тренировкала, йә ярышта, йә эштә... Эйе, эштә. Ата-әсәһенә көс һалмайым тип, эшләп тә, уҡып та йөрөнө. Быйыл уҡыуын тамамлап, районда эш башланы.

Артур менән Әсхәтте Бөрйән баһадирҙары тип әйтергә мөмкин. Сөнки улар бына нисәнсе йыл инде Бөрйән һабантуйҙарында ал бирмәҫ көрәшсе булараҡ билдәле. Апайым:

- Икеһе лә бер ауырлыҡ категорияһына ҡарағас, ҡайһы саҡ бер-береһе менән көрәшергә лә тура килә. Ул саҡта өлкәне — беренсе, кесеһе икенсе урында була. Ағаһын еңмәй Әсхәт, - ти.

Апайымдарға күптән юл төшкәне юҡ ине. Әхәт еҙнәйҙең 50 йәшлек юбилейында Артур менән Әсхәттең миҙалдарын күреп һоҡландым. Бер яҡ стена тулып, икенсеһенә сығып бара ине улар.

Байрамдарҙа Әхәт еҙнәй апайыма арнап яҙған бер шиғырҙы яттан һөйләй:

Һөйөүҙәрем икеләтә артты һиңә,

Бик ҙур бүләк миңә килтерҙең.

Шундай матур яҙҙың бер таңында

Донъя күрҙе минең малайым.

Рәхмәтемде һиңә аңлатырға

Ҡулдарыма ҡәләм алам мин.

Күңелемдәге барлыҡ изгелекте

Шиғыр юлдарына һалам мин...

Апайым тураһында яҙмау мөмкин түгел. Ни өсөнмө? Иңенә төшкән ҡайғынан күп ҡатын-ҡыҙ баҙап ҡала... Ә ул бар хәсрәт- ауырлыҡтарҙы ла ирҙәрсә күтәрә белде, еҙнәйемә икенсе ҡул, тоғро ҡатын булды. Балаларына ихтирамлы әсә лә үҙе. Шундай баһалирҙарың менән ғорурланмау мөмкин түгел! Апайымдың тормошо —ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Кем ул апай­ым, тиһегеҙме? Зәмиә Хәкимйән ҡыҙы Ямғурсина.

Егерме биш йыл мәктәп балала­рын тәмле аттары менән һыйлаған апайымды мәғариф бүлеге Маҡтау грамотаһы менән дә бүләкләгән. Эйе, ул был баһаға күптән лайыҡ, сөнки мәктәп ашханаһында булған һәр кем ул бешергән икмәк, бәлештәрҙе, аштарҙы маҡтап ашай.

Күптән түгел апайыма шылты­раттым. Әтектә мәсет асылған икән, Өфөнән Нурмөхәмәт хәҙрәт тә килгән. Ҡунаҡтарҙы мәктәп ашнаҡсылары һыйлаған. Шунда бер апай ҡунаҡтарҙан интервью алып йөрөгән район гәзите хәбәрсеһе Айһылыу Ғарифуллинаға Зәмиә апайымды күрһәтеп:

- Ошо ҡатын хаҡында яҙырға үҙем ҡәһәтләнәм дә ул, яҙығыҙ әле уның хаҡында матур итеп, - ти икән. Нисек килеп сыҡҡандыр, әлеге яҙмаларымды бер тынала ултырып яҙҙым ла ҡуйҙым...

Земфира АҠБУТИНА.


 

     






«Назад | Вперед »







Если у Вас возникнут замечания, пожелания и добавления убедительно просим сообщить по адресу


или позвонить по телефону: 8 (34755) 3-38-21

 


 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS