2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга





Мәктәп тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт

 

 Бөрйән районы Әтек ауылында тәүге мәктәп 1923 йылда асыла,

 ул 7 кластан тора.

 1928 йылда 3 йыллыҡ,

 1936 йылда  4 йыллыҡ,

 1937 йылда ете йыллыҡ итеп  үҙгәртелә,

 1957 йылда ете йыллыҡ мәктәп  4 йыллыҡҡа ҡалдырыла.

 1965 йылда 8 йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә.

 1992-1993 йылдарҙа мәктәп 11 йыллыҡҡа әйләнә.

 2011 йылда 9 йыллыҡ филиалға ҡалдырыла.

        

Первый медресе в Бурзянском районе открыто в 1913 году в деревне Атиково усилиями хэзрета Мухаметшарифа Давлеткильдина.  Он окончил Бухарское медресе, был очень просвещенным и грамотным человеком.

Давлеткильдин Мухаметшариф

Родился в 1864 г., Башкирия, Бурзянский р-н, д. Атиково; башкир;

образование среднее; б/п; мулла. 
Арестован 27 апреля 1931 г. 
Приговорен: , обв.: по ст. 58-10, 58-11, 58-13. 
Приговор: ссылка на 10 лет

Реабилитирован в августе 1989 г.

Источник: Книга памяти Республики Башкортостан

 

В 1923 году открывается семилетняя школа (учителя Байзигитов Усман, Хакимов Садрислам и др.).

В 1959 году зимой двухэтажное здание школы из-за случившегося пожара пришло в непригодность.

С 1992-1993 учебного года школа является средней общеобразовательной школой.

В 2011-2012 учебном году оптимизация затронула и нашу школу, школа стала филиалом Старосубхангуловской СОШ с 9 класс-комплектами.

 

Учителя старшего поколения сегодня на заслуженном отдыхе, многих уже нет в живых:

Чингизова Магира Хабибулловна,

Фазылова Зубайда Гайнановна,

Гадамшин Салават Шагишарифович,

Бикбулатов Айрат Магафурович,

Абдрахманов Файзулла Абдуллович,

Миндигулов Гайфулла Гадиятович,

Аетбаева Сайда Миннигалиевна,

Гадамшин Рамазан Галиевич,

Гадамшина Раиса Гарифовна,

Гадамшина Зифа Байгильдиновна,

Ишбулатова Раиса Галиевна,

Сулейманова Кунсылыу Хайбулловна,

Ишбердина Тансылу Давлетовна,

Сулейманова Рашида Гиляжевна,

Кильдиярова Раиса Хайбулловна.

    

Баймухаметова Регина в 2007-2008 учебном году стала участницей республиканской олимпиады по математике,

Грецу Аня завоевала 1 место на республиканской олимпиаде по рисованию,

Султангулов Ринат стал лауреатом республиканского конкурса по информационным технологиям среди школьников “Крит – 2007” в номинации “компьютерный художник – 2D графика”.

В 2008-2009 учебном году 90% учащихся из числа выпускников продолжили обучение в вузах.

Ежегодно на районных олимпиадах учащиеся занимают призовые места.


 

   Әтек ауылы иң боронғо ауылдарҙың береһе булып тора. Эргә-тирәләге күп кенә ауылдарға нигеҙ һалыусы ла Әтектәр була. Бөрйән волосында иң беренсе дини мәктәп тә Әтек ауылында асыла. 1913 йылда Мөхәмәтшәриф Дәүләткилдин хәҙрәттең тырышлығы арҡаһында тәүге мәҙрәсәгә нигеҙ һалына. Мөхәмәтшәриф хәҙрәт Бохарала юғары дини мәктәпте тамамлай. Уҡыған сағында Күгәрсен районында йәшәгән Шәмиғол хәҙрәт менән Баймаҡтан Мөжәүир хәҙрәттөр хәҙрәтте үҙҙәренең остаздары итеп күрәләр, сөнки Мөхәмәтшәриф уларҙан 2 йылға алданыраҡ уҡырға нгән, шул уҡ ваҡытта көслө шәкерт тә булған. Ул үрҙә әйтелеп үткән иптәштәренә бөтә яҡлап та ярҙам итә торғ­ан булған. Әтектә дини йолаларҙы ғына уҡытып сикләнмәгән, шәкерттәрен ғәрәп телендә уҡырға һәм яҙырға ла өйрәткән. Мәҙрәсә ике ҡатлы, дүрт бүлмәнән торған. Мәҙрәсә бинаһы эргәһендә тағы ике бүлмәле йорт төҙөтә (хәҙергесә әйткәндә, уҡытыусылар бүлмәһе, кәрәк-яраҡтар урынлаштырыу өсөн ҡулланылған). Мәҙрәсәгә күп көнә ауылдарҙан уҡырға киләләр, бына шуларҙың бер нисәүһе: Сабирйән Мөхәмәтҡолов, Мансур Рахманғолов, Хафиз Дәүләтбирҙин, Зәйнетдин Буранов, Ибраһим Ишкилдин, Шәкир Сәғитов, Мансур Сәғитов, Йомағужа Айытбаев. Күптәре мәҙрәсәне уңышлы тамамлап, хәлфә булып сығалар. Илдә барған сәйәси ваҡиғалар Әтеккә лә йоғонто яһамай ҡалмай. 1918 йылдың 23 ғинуарында «Сиркәүҙе дәүләттән һәм мәктәпте сиркәүҙән айырыу тураһында», 1918 йылдың 16 октябрендә «Берҙәм хеҙмәт мәктәбе тураһында», «Милли аҙсылыҡ өсөн мәктәптәр тураһында» декреттар баҫылып сыға. Был дәүләт акттары мәктәптәрҙә дингә бәйле предметтарҙы уҡытыуҙы туҡтатыуҙы, түләүһеҙ белем биреүҙе, ҡатламдар өсән мәктәптәрҙе бөтөрөүҙе, ма­лайҙар менән ҡыҙҙарҙы бергә уҡытыуҙы, туған телдә уҡыу мөмкинлеген аңлата. 1920 йылдың 16 ноябрендә «Наҙанлыҡты бөтөрөү» буй­ынса Бөтөн Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы төҙөлә. Ошоларға ярашлы, 1923 йылдың ноябрь айында Йы­лайыр кантонынан яңы ғына төҙөлгән канткомдың мәға­риф бүлеге инспекторы Си­ражетдинов килә һәм мәҙрәсәлә дини уҡытыуҙы бөтөрә. Сиражетдинов үҙе менән уҡытыусы итеп Баймаҡ районынан Байегетов Ус­манды алып килә. Усман бик талантлы кеше була, оҫта ҡурайсы ла, мандолинала ла матур итеп уйнай. Ул Әтектә бер йыл эшләгәс, икенсе яҡҡа эшкә китә. Уның урыны­на Матрай районы­нан Саҙрислам Хәкимов килә, ул 4 йыл уҡыта. Шулай итеп, 1923-1928 йылдарҙа эшләп килгән мәктәп бер си­ныфтан ғына тора. 1928 йыл­да партия Өлкә комитеты өндәүе буйынса халыҡ куль­тпоходы ойошторола. Уҡыты­усылар, студенттар, икенсе баҫҡыс мәктәп уҡыусылары, уҡый-яҙа бөлгән эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәр араһынан йәмәғәт башланғыстарында эшләүсе мәҙәни армия хеҙ­мәткәрҙәре штабтары төҙөлә. Был сараларҙың төп маҡсаты - халыҡты уҡырға-яҙырға өйрәтеү була. Ошоларға ярашлы, 1928 йылда 1 йыл­лыҡ мәктәп 3 йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Уның тәүге уҡыты­усылары Вәлитова Маһруй Фәттәх ҡыҙы, ул директор ва­зифаһын башҡара, Ислам Исхаҡов, Сираевтар була. 1934 йылда 3 йыллыҡ мәктәп 4 йыллыҡҡа әүерелдерелә. 1936 йылда 4 йыллыҡ мәктәп 7 йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Уның тәүге директоры Шаһи­вәли Муллағолов, завучы Ғәйнетдинов була. Мәктәптең матди базаһы ярайһы уҡ ны­ғына: 2 аты, 2 баш быҙаулы һыйыры була, бер ни тиклем иген һәм йәшелсә сәсеп үҫте­реп, мул ғына уңыш алалар. Уҡыуға Мәндәғол, Кейекбай, Маҙалы, Күскәрбәк, Иҫке Та­рыуал, Тәтегәс, Шүлгән ауылдары балалары килә. Уҡыусылар һаны йөҙҙән аша. Был осорҙа хужалыҡ эштәре менән Фәйзулла Моталов етәкселек итә. Һуғыштың тәүге осоронда мәктәп директорҙары булып Яхин, Фәтиховтар эшләй. Улар һуғышҡа алынғас, ди­ректор итеп Фәйзуллина Хәжирә Ғимран ҡыҙын тәғәйенләйҙәр. Уҡытыусы­лар етешмәй, шуға күрә яҡшы уҡыған һәм ошо мәктәпте бөтөүсе йәштәрҙе тәғәйенләйҙәр. Бына ула­рҙың ҡайһы берҙәре: 3. Сөнәғәтуллина, М. Айытбаева, Ғ.Айытбаев, С. Әбүбәкирова, Ә. Ишдәүләтова, Й. Ишдәү­ләтова һәм башҡалар. Улар үҙ эштәрен ҙур намыҫ менән башҡаралар. Мәктәпте йылы­тыу өсөн уҡытыусылар менән өлкән синыф уҡыусы­лары бәләкәй саналарҙа утын ташыйҙар, уҡыу-уҡытыу әсбаптары етешмәй. 1946 йылда директор итеп Мәфту­ха Заманова тәғәйенләнә. Мәктәп ярым емерек хәлдә була, тирә-яғы ташландыҡ, уҡыусыларҙың өҫ кейемдәре етешмәү сәбәпле, ҡайһыла­ры хатта уҡыуға йөрөй алма­ған осраҡтар була, өҫтәүенә, ашарға етешмәй. Ошо йыл­да райсовет ҡарары менән 100 килограмм иген кәбәге бирәләр. Яҙ көнө төрлө үлән-көпшәләр, һарына, ҡуян тубыҡ йыйып ашайҙар. 1947 йылда һуғыштан ҡайтҡан Ҡотлобаев Ғәле Төхвәт улын директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ул емерек хәлгә ҡалған мәктәп базаһын нығытыу өсөн күп көс һала, һуғыштан өлкән лейтенант булып ҡайтҡан Бейембәтов Әхмәт Атанғол улы физкультура уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Был фрон­товик уҡытыусылар уҡытыу-тәрбиәүи эште тейешле кимәлгә еткереү өсөн күп көс һалалар, уларҙың абруйы халыҡ араһында ла, мәктәп коллективында ла бик ҙур була. 1951 йылда Ҡотлобаев икенсе эшкә күсеү сәбәпле, мәктәп директоры итеп Бая­зитов Миһран Фазулла улы тәғәйенләнә. Был осор уҡытыусылары Зәйнуллина Зөбәтә һиҙиәт ҡыҙы - Миһ­ран Фазулла улының тормош иптәше, Мәрйәм Раҡаева, Фәнүзә Бикбаева, Әбдрах­ман Исмәғилев, Фәүзиә Бик­мәтова, Әхмәт Бикмәтов, башланғыс синыф уҡытыу­сылары Рәхимә Фәттәхова, Зәкиә Солтановалар эшләй. Мәктәп йыйыштырыусылары Мәғәфиә Хәйруллина менән Зәлифә Ямғурсина. Ошо осор уҡыусылары араһынан белем өсөн ынтылыусылар күп булды. Миҫал өсөн ула­рҙың бер нисәүһе: Ғәйнуллин Рәғип Рәжәп улы Башҡорто­стан ауыл хужалығы инсти­тутының ветеринария фа­культетын тамамлап, Әтек ауылында иң беренсе юғары белемле ветврач; Мөнир Ямғурсин техникум бөтөп - зоо­техник, Ниғәмәт Хәкимов 2 техникум бөттө. Роза Сәли­хова, Ғәйфулла Миңлеғолов, Фәйзулла Абдрахмановтар Башҡорт дәүләт университе­тының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамланылар. Солтан Миңлеғолов мәҙәниәт өлкәһендә Башҡортостан­дың атҡаҙанған хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды. Күптәре халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында намыҫ менән эшләп, ҙур абруй ҡаҙандылар. 7 йыллыҡ мәктәптең һуңғы сығарылы­шы 1957 йыл булды. Был осорҙа мәктәп директоры Тимерғәле Мәхмүтов ине. 1956 йылдан башлап мәктәп эшенә яңылыҡ индерелде: мәктәп-интернаттар, уҡытыу-тәрбиә учреждениелары төҙөлдө, уларҙа уҡыусылар туҡланыу һәм дөйөм ятаҡ менән тәьмин ителде. Ошо­ларға ярашлы рәүештә, пер­спективаһыҙ тип, ауылда­рҙағы 7 йыллыҡ мәктәптәрҙе бөтөрөп, 4 синыф базаһында башланғыс мәктәп итеп бөттөләр. Әтек ауылынан 20 уҡыусы төрлө синыфтарҙа уҡыу өсөн Иҫке Собханғол урта мәктәбенә китте, ләкин 20 уҡыусының тик 3-өһө генә уҡыуҙы дауам итеп, урта мәктәпте бөттө. Икәүһе үрҙә телгә алынды. Ошолар менән бер рәттәнТереғолов Владик Хәйрулла улы Өфө нефть институтын тамамлап, инженер булды һәм Татар­стан Республикаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. 1958 йылда мәҙрәсә бинаһы янып, балалар уҡытыу өсөн яраҡһыҙ була. Ашығыс рәүештә ауыл халҡы көсө менән 2 бүлмәле бина төҙөлә. Был осорҙа уҡытыу­сылар булып Гөлнур Аҡкилдина, Фәниә Ғөбәева, Әхәт Сәғитов, Мәфтуха һатыбаловалар эшләне. 1960 йылда Мәсәғүт педагогия училище­һын тамамлап, Мофаззалова Әнисә Әхәт ҡыҙы менән Хисмәтуллина Лиза Ғәбит ҡыҙы килде. Әнисә Мофаззалова 1967 йылда Иҫке Собханғол мәктәбенә эшкә китә, ә Лиза Хисмәтуллина 1982 йылда Мәсетле районына ҡайта. 1963 йылда Әтек ауылында Иҫке Собханғол урта мәктәбенең филиалы итеп 5-6-сы синыф уҡыусыларын уҡытырға рөхсәт бирәләр. Филиал булып 2 йыл эшләй. Был осорҙа уҡытыусылар Фәйзулла Абдрахманов, Мәрйәм Ҡасимова, Рәйсә Зарипова, Фәриҙә Ҡунафина, Шәриф Иҫәнғәлиндар эшлә­не. 1964-1965 уҡыу йылын бөтәһе 71 уҡыусы тамамлай. Уҡытыу 2 сменала алып ба­рыла. Әтек ауылында 8 йыл­лыҡ мәктәп асыу көнүҙәк мәсьәләгә әүерелә. Бер нисә тапҡыр дөйөм йыйылыш ҡарар ҡабул итеп, тейешле органда­рға мөрәжәғәт ителенде. Был осорҙа «Алға» кол­хозы рәйесе Бикбулатов Баһауетдин Әбдрахман улы, колхоздың партия ойошмаһы секретары бу­лып Иҫәнғәлин Шәриф Әшрәф улы эшләй һәм 8 йыллыҡ мәктәп асыуҙа уларҙың хеҙмәте бик ҙур. Документтар артынан Иҫәнғәлин бик күп йөрөп, ахыр сиктә Әтек ауылын­да 8 йыллыҡ мәктәп асыуға рөхсәт бирәләр. Мәктәп өсөн Кәнейҙән 4 бүлмәле бинаны алыуға рөхсәт бирәләр. Бинаны Әтеккә ташыуҙы колхоз рәйесе Бикбулатов ойош­торҙо, һөҙөмтәлә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бина Әтеккә ташылды. Төҙөүселәр бригадаһы менән Алғазин Солтан һәм Ишдәүләтов Һиҙиәттәр етәкселек итте, төҙөүселәр брига­даһы башлыса Иҫәнғазы ауылы ир-егеттәренән торҙо. Был эшкә бөтә колхоз эшселәре йәлеп ителде. Көсөргәнешле эштең һөҙөмтәһе булып яңы уҡыу йылына кил­тереп төҙөгән бинаның З бүлмәһе әҙер булды, ә дүртенсе бүлмәне икен­се сирек башына өлгөрттөләр. Шулай итеп, 1965 уҡыу йылын­да 8 йыллыҡ мәктәп үҙ эшен башланы, уның тәүге директоры Иҫәнғә­лин булды. Уҡырға Кей­екбайҙан, Ҡотандан, Яңы Тарыуал, Иҫке Тарыуал, Иҫәнғазы, Әтек ауылда­рынан 107 уҡыусы кил­де. Уҡытыусылар кол­лективы: Иҫәнғәлин, Зарипова, Абдрахманов, Ҡунафина, Сәлихова, Ҡарағолов, Булатов, Мо­фаззалова, Хисмәтуллиналар ине. Әйткәндәй, үҙ ғүмерендә төрлө ва­ҡыттарҙа эшләп киткән Минһаж Айытҡол улы Ҡарағолов Әтектә өс та­пҡыр эшләй, ә Булатов Кәрим Хыял улы Әтек мәктәбендә 2 йыл рус теле уҡытыусыһы булып эшләп китә. Әҙ генә һуңыраҡ Әтек мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы Муллаголов Марат Ғизитдин улы бер йыл эшләү осоронда ҙур абруй яуланы. Ошо осор уҡыусылары был ике уҡытыусыны әле лә һағынып һәм ула­рҙы данлап иҫкә алалар. 1965-1966 уҡыу йылын­да 8 йыллыҡ мәктәптең тәүге ҡарлуғастары, 7 уҡыусы сыға. 1966 уҡыу йылында мәктәптең 2 баш аты бар ине, 1967 йылда уҡытыусылар өсөн ике бүлмәле фатир төҙөлдө. Элекке башла­нғыс мәктәп бинаһы ин­тернат итеп ҡулайлаштырылды, унда балалар һаны 35-кә етте. 1968 йылда МТЗ-80 тракторы арбаһы менән алынды, 1969 йылда «Москвич-412» двигате­ле алынды, уның маҡса­ты мәктәпте электр энер­гияһы менән тәьмин итеү ине. Ошо осорҙа ике бүлмәле бина сафҡа инә, ул бина Ғәҙәмшин Шаһишәрифтең торған өйө була, мәктәпкә һатып алына һәм ир уҡытыусылар көсө менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эш ителенә. 1969 йылда Ш. Иҫәнғә­лин партия эшенә күсеү сәбәпле, мәктәпкә ди­ректор итеп Стәрлета­маҡ педагогия институ­тын бөтөп ҡайтҡан Бик­булатов Айрат Мәғәфүр улы тәғәйенләнде. Ошо йылдарҙа хөкүмәттең «һәр гражданға 10 класс белем» девизына яраш­лы, киске мәктәп ойош­торолоп, күп кенә ауыл кешеләре урта белем тураһында документҡа эйә булдылар. МТЗ-80 тракторы ДТ-54 сылбырлы тракторына алыштырып алына. Мәктәпкә, уҡытыусыла­рға утын-бесән ташыу күпкә еңелләште. Был осорҙа ла уҡытыу ике сменала алып барыл­ды. Балалар һаны ҡайһы йылдарҙа 170-кә етте. Хужалыҡ эштәре менән Миңлеғәле Күжәбаев, Насип Сәйфулли шөғөлләнһәләр, Бибиһан Зариф ҡыҙы Хәки­мова менән Ғәҙәмшина Сания Сәғит ҡыҙы мәктәп йыйыштырыусылары булып эшләнеләр. Айраттан һуң мәктәп директоры булып Арыҫ­лан Юлмөхәмәтов, Са­лауат Ғәҙәмшин, Ғәйфулла Миңлеғолов, Рамаҙан Ғәҙәмшиндар эшләнеләр. Р.Ғәҙәмшин Әтек ауыл Советы председателе вазифаһына һайланғандан һуң ,1990 йылда мәктәп директоры итеп Әбүбәкиров Нуретдин Бәҙретдин улы тәғәйенләнде. Халыҡтың һорауын ҡәнәғәтләнде­реп, 1992-1993 уҡыу йылында урта мәктәп итеп үҙгәртелде. Уҡытыу төрлө биналарҙа алып барылды. Урта мәктәп өсөн бинаны төҙөүҙә был осорҙа Бөрйән совхозы директо­ры булып эшләгән Яхин Дамир Сәлимйән улы­ның хеҙмәте айырыуса ҙур булды. Ул Әтек хал­ҡының район Советына һайланған депутаты бу­лараҡ, бина төҙөлөшөн тулыһынса үҙ контроленә алды. Был эшкә Әхәт Баймөхәмәтов етәкселегендәге төҙөүселәр бригадаһы булдырылды. Бина төҙөү эшендә ир уҡыты­усылар ҙа яҡындан ҡат­нашты. Һөҙөмтәлә, 1996 уҡыу йылында уҡыусы­лар яңы бинала уҡый башланылар, уҡытыу 1 сменала алып барылды. Ошонда уҡ мәктәпте йы­лытыу өсөн пар ҡаҙаны урынлаштырыла. Пар ҡаҙанын урынлаштырыу бинаһын ир уҡытыусы­лар бурап бирәләр. Хәҙерге ваҡытта мәктәп директоры булып Ғәҙәмшина Зифа Байгилде ҡыҙы эшләй. Мәктәптә уҡытыусылар башлыса ошо мәктәпте бөтөүселәр иҫәбенә комплектлана, кадрҙар етешә, һуңғы йылдарҙа юғары белем алыуға ҡыҙыҡһыныу, йылдан-йыл юғары уҡыу йорттарына инеүселәр һаны арта. Алдар батыр вариҫтары булараҡ, ауылыбыҙҙың киләсәге өсөн алып барылған тей­ешле эште Әтек мәктәбе коллективы һәр ваҡыт атҡарып сығыр, тип ыша­нырға ҡала.

 

( «Таң», 2009 йыл, 25-27 июнь, №71-72).

Ф. АБДРАХМАНОВ, хеҙмәт ветераны.

 

 

RS. С сентября 2009 года директором МОБУ СОШ д.Атиково назначен Кужабаев Забир Сабирович.

Заместителем директора по учебно-воспитательной работе работает Баймуратова Гульгена Сулеймановна, пионервожатой –Исламова Зульфия Файзулловна.

 




 


 
  Күмәк тырышлыҡ һөҙөмтәгә илтә

  

  Әтек мәктәбе коллективының да төп бурысы - илебеҙҙәге меңәрләгән мәктәптеке кеүек үк—уҡыусыларға төплө белем һәм тәрбиә биреү. Маҡсаттар аныҡ, бер, коллектив берҙәм булғанда быға ирешеү әллә ни ҡыйын түгел.

Әтек мәктәбендә 75 уҡыусыға 18 уҡытыусы белем бирә, шуларҙың етәүһе — беренсе, бишәүһе икенсе квалификация категорияһына эйә.

Директор Күжәбаев Зәбир Сабир улы әйтеүенсә, мәктәп яңы уҡыу йылын яҡшы әҙерлек менән башлап ебәргән: 192 кубометр утын әҙерләнеп, уның күп өлөшө ташылған, йәшелсәләрҙән кәбеҫтә, сөгөлдөр, картуф мул ғына уңыш биргән. Оҙон йәй буйы мәктәп баҡсаһы аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултырған. Әйткәндәй, мәктәп яны баҡсаһында эштәрҙең ыңғай ғына барыуында Ғәҙәмшина Айгөл Шәмсетдин ҡыҙының өлөшө ҙур. Йәйгелекке 21 көнлөк хеҙмәт һәм ял лагерына ла балалар теләп йөрөгән. Әтектәр тарихты өйрәнә, шәхестәр иҫтәлеген мәңгеләштереү юҫығында ла һынатмай - Сөләймәнова Рәшиҙә Ғиләжетдин ҡыҙы тыуған яҡты өйрәнеү музейын яңынан-яңы экспонаттар менән тулыландырыу өҫтөндә. Бөрйән ырыуы батыры Алдар Иҫәкәйевтең һәйкәлен дә ҡарап, йыл һайын буяуын яңыртып, эргә-тирәһен гөл-сәскәгә күмеп тоталар. Косметик ремонт үткән мәктәпкә һыуыҡтар башланыу менән имшетеп яғып торалар. Әле техперсонал төнлөктәрҙе тығыу, тәҙрәләрҙе ҡатлау менән мәшғүл.

«Мәктәптә үҙ эшенә яуаплы ҡараған, һөҙөмтәлелеккә ынтылған педагогтар: көрәшселәре төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә һынатмаған Зәйнулла Хәкимов, Михаил Грецу, Рамаҙан Ғәҙәмшин, "Йыл уҡытыусыһы — 2010" конкурсанты Фәнилә Нуриәхмәтовалар эшләй. Улар бар йәһәттән өлгө булырлыҡ. Былтыр профсоюз ойошторған спартакиадала Эльвира Йәрмөхәмәтова теннис буйынса беренсе урын алып, Белоретта үткән зона ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.

Уҡыусыларыбыҙ ҙа остаздарынан ҡалышҡандай түгел: Руслан Грецу "Йыл уҡыусыһы - 2010" конкурсында өсөнсө урын алды, Эльмир Мәжитов Стәрлетамаҡта көрәш буйынса район намыҫын яҡланы һ.б.

Мәктәбебеҙ ҡышҡа әҙерлек буйынса ярышта призерҙар иҫәбенә инде, район мәғариф бүлеге үткәргән "Райондың иң яҡшы ауылы", "Бөрйәндең күренекле шәхестәре" конкурстарында өсөнсө урын яуланыҡ. "Башҡортостан ынйылары" конкурсында уҡыусылар өсөнсө урынға сыҡты, шулай уҡ райондың 80 йыллығына арналған саралар рамкаһында ауыл ағинәйҙәре, аҡһаҡалдары менән фәһемле осрашыуҙар үтте.Күжәбаева Зөләйха, Баймөхәмәтова Яңылбикә инәйҙәр, Мәрәсов Хәсән бабайҙар эш хәтирәләре, тормош сәхифәләре менән уртаҡлашты, - ти Зәбир Сабир улы.

Эйе, мосолмандың ғәмәле ниәткә ҡарап баһалана, ти. Ниәттәре изге, маҡсаттары матур Әтектәрҙең. Эштәре лә уң, һөҙөмтәле булһын.

А. ҒАРИФУЛЛИНА.

«Таң», №117, 5 сентябрь 2010 йыл.


    По итогам подготовки школ к новому 2012/2013 учебному году среди неполных школ Атиковский филиал занял второе место в районе.

 

 

    Заведующий Атиковского филиала Старосубхангуловской средней школы

Кужабаев Забир Сабирович удостоен звания

«Отличник Просвещения Республики Башкортостан»

 

Август 2012 года.







Краеведческий музей   

организован в 2006 году. На нарах сложены п/pостельные принадлежности  и подушки с башкирским орнаментом. Киез тушек – войлок изготовлен из овечьей шерсти, ошпаренной в кипящей воде и валяной скалками несколько раз. Это очень трудоемкая работа, требующая много сил и терпения. На стене висит башкирская национальная одежда: женщины носили длинные платья с безрукавками – бишметом или еляном, обувь без каблука – ситек, мужчины – тубетейки, казакины или длинные халаты – еляны. Здесь женские украшения - старинные серебряные браслеты, кольца, кашмау – из монет. Чем больше было монет, тем богаче считалась невеста. На полках -  предметы старины, домашние принадлежности.

На каждом прикреплен ярлык с указанием названия, кем и когда была сдана та или иная вещь в музей. А это альбомы, посвященные нашим землякам. Шежерэ поколений красиво и эстетично оформлены на стендах. Материалы об Алдар батыре расположены на отдельной полке. Можете познакомится с родословной батыра, с портретом, написанным местным художником  Рамилем Имангуловым, учителем районной школы искусств. В стеклянных ячейках старинные монеты дореволюционного и советского периодов, документы ветеранов Великой Отечественной войны и их награды – медали и ордена.

 

 

 

Йәш быуынды мәҙәни һәм рухи хазиналарыбыҙ нигеҙендә тәрбиәләү, уҡытыу-тәрбиә эшендә халыҡ педагогикаһын киң файҙаланыу бөтә тулылығы менән көн тәртибенә ҡуйылды. Балаларҙа кешелеклелек, әҙәплелек, өлкәндәрҙе ихтирам итә белеү, шәфҡәтлелек кеүек сифаттар тәрбиәләү етди бурысҡа әүерелде. Милләтебеҙҙең телен, динен хөрмәт итеү, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү, өлкән быуын кешеләренең өлөгөлө тормошон, һөнәрҙәрен, шөғөлдәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен балаларҙың күңеленә һалыу – беҙҙең эшебеҙҙә төп бурыс. Шуға күрә беҙ мәктәптә тәрбиә эшен халыҡ педагогикаһына нигеҙләп ойоштороуға бирәбеҙ.

Ошо алынған маҡсаттарға ярашлы мәктәбебеҙ 2006 йылда Тыуған яҡты өйрәнеү” музейын асыуға өлгәште. Был музей ҡомартҡыларҙы һаҡлау урыны ғына түгел, халҡыбыҙҙың данлы үткәне, ауылдаштарыбыҙҙың ғөрөф – ғәҙәтенә шөғөлөн өйрәнеүсе изге йорттарҙың береһе булып тора. Музейҙы асыуға ауылдаштар, мәктәп уҡыусылары бик күп көс һалды. Уҡыусылар оло быуын кешеләренән бик күп ҡомартҡылар йыйыуға иреште. Музейҙа “Башҡорт өйө” бүлмәһендә тирүгә һуғыу станогы, ҡымыҙ бешеү өсөн батман, таш тирмәне, еҙ ҡомған, батмус, һуғылған балаҫ, ҡорама түшәктәр, сигелгән төрлө ҡул эштәре – уҡыусылар күңелен арбай, уларҙа ҡыҙыҡһыныу тойғоһо  арта.

Икенсе бүлмәлә төрлө эш ҡоралдары, балыҡ тотоу өсөн мурҙа, ураҡ, ҡорт һоҫоу өсөн моҙға, төрлө ер эшкәртеү ҡоралдары былар барыһы ла ауылдаштарыбыҙҙа һаҡланып ҡалған эш ҡорамалдары.

Музейға материал туплауҙа Әбдрахманов Фәйҙулла Абдулла улы күп көс һалды. Ул осорға Исәнғазы, Иҫке Тарыуал ауылдары юҡҡа сыҡмағайны. Ул ауыл кешелерәнән бик кенә әйберҙәр йыйып алынды.

Тамырҙарын юллаған, тарихын белгән, үткәнен онотмаған халыҡ үлемһеҙ тиҙәр. 2005 йылдың 10 ноябрендә Әтек ауылында исеме йырҙарҙа йырланған, легенда-риүәйәттәрҙә данланған, тарихи сығанаҡтарҙа урын алған легендар шәхес – Бөрйән ырыуы батыры Алдар Иҫәкәйевкә һәйкәл асылды. Был һәйкәлде асыу өсөн әҙерлек эштәре бер нисә йыл элек башланғайны. Уның тураһында мәғлүмәттәр йыйыу маҡсатында 2001 йылда мкәтәптең тарих уҡыутыусыһы Әбдрахманов Фәйҙулла Абдулла улы һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сөләймәнова Рәшиҙә Ғиләжетдин ҡыҙы Баймаҡ районы II Этҡол ауылына барып, бай ғына мәғлүмәттәр йыйып алыуға иреште. Алдар батыр иҫтәлегенә музейға бик күп материалдар тупланды. Үҙебеҙҙең ауылда ошондай шәхес сығыуы менән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Киләсәктә Алдар батырҙың биографияһын тулыландырыу буйынса бик күп эштәр эшләнер, халыҡ үҙ батырын мәңге онотмаҫ.





    


    


    


    






Мәскәүҙе лә күрҙек беҙ,

ти Әтек мәктәбенең 5-се синыф уҡыусыһы Илмира Алғазина.

Уҡыу отличнигы, шашка, шахмат ярыштарында ал бирмәүсе спортсы, йырларға, бейергә маһир ҡыҙ ул Илмира. Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, бик күп уңыштарға өлгәшкән. Республика буйынса шашка ярыш­тарында дүртенсе урын алып ҡайтҡан. Олатаһы, йылдың-йылы Ҡыш байрамдарында уҙғарылған ат ярыштарында призлы урындарҙы бирмәгән Рәхимйән Баймөхәмәтов хаҡында "Йылҡысы олатайым" тигән хеҙмәте менән эҙәрмәнлек эштәре буйынса республика конкурсында 3-сө урын яулаған.

- Өфөнән Мәскәүгә самолетта остоҡ. Беҙҙе "Гамма" отеленә урынлаштырҙылар. Президент шыршыһы 25 декабрҙә булды. Ваҡыты булмағандыр ул, Путин байрамға килә алманы. Мин башҡорт милли кейемендә йөрөнөм. Байрам бик күңелле, сағыу булды. Ике ҡумта кәнфит, уйынсыҡтар бирҙеләр. Баш ҡала буйлап экс­курсияла йөрөнөк. Мине иң аптыратҡаны - отелдәге бүлмәләр асҡыс менән түгел, карта менән асыла, - ти Илмира, тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

Ҡарағайға ҡарап тал үҫә, остазына ҡарап бала үҫә, тип белмәй әйтмәйҙәр шул. Илмираның атаһы Хәлит балаларының киләсәкке яҙмышына битараф түгел. Район хакимиәте стипендиаты, шашка буйынса респу­блика йыйылма командаһы ағзаһы булған улы Илфатты ла, Илмираны ла сатраш серҙәренә ихлас өйрәтә икән. Ҡыҙының документтары менән сетерекле хәл килеп тыуғас, атай кеше, күп уйлап тормай, төн уртаһында Өфөгә юллана һәм документтарҙы өлгөртә.

Китап уҡырға, шахмат-шашка уйнарға яратҡан Илмира бөгөн бер-бер артлы еңеүҙәр яулай, уңышҡа өлгәшә. Бының өсөн уның ныҡлы таянысы - ата-әсәһе, дәрте-сәме һәм маҡсаты бар.

А. ҒАРИФУЛЛИНА.

Һүрәттә: Илмира Кремль шыршыһында.

«Таң” №2-3, ғинуар 2014 йыл.



 

«Назад | Вперед »




 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS