…тарихты мөмкин тиклем эскерһеҙ яҡтыртырға кәрәк. Сөнки тарихты күрәләтә үҙгәртеү халыҡҡа хыянат итеү була. Әгәр ҙә инде шун­дай билдәле бер ниәт менән яҙылған тарихты бер һүҙһеҙ ысынға алып, төҙәтмәйенсә күсереп таратыусылар бар икән. улар үҙенә икеләтә ҙур ғәйеп ала. Үҙ халҡының тарихы һәр кемдең күңеле аша үтә: дөрөҫ яҡтыртылһа, кеше күнелен ул дауалай, боҙоп бирелһә — яралай. Шуны оноторға ярамай.

Әкрәм Бейеш . “Бөрйәндәр”


Стела (һәйкәл-колонна) асыуға нигеҙ итеп күрһәтелгән тарихи ваҡиғаларҙы 

Тарыуал яланына  бәйләргә тырышыу дөрөҫлөккә дәғүә итә алмай – Р.Г. 







2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга


«Назад | Вперед »

Главная  /  О нашей деревне  /  Тарыуал яланы





Бөтә ырыу аҡһаҡалдары араһынан Бөрйәндең Иҫкебей, Ҡыпсаҡтың Ҡужаҡ, 

Тамъяндың Шәғәле тигән кешеләрен батшаға ебәрергә булғандар






Ишбулатова Ғелмикамал Зариф ҡыҙы хәтерләүҙәренән

   Иҫке Тарыуал ауылының оло быуын аҡһаҡалы-ағаһы Ишбулатов Уйылдан Ялалетдин улы һөйләп ҡалдырғандарҙы Йылайыр районының Ҡыҙҙар биргән ауылында йәшәүсе 1924 йылғы Ишбулатова Ғелмикамал Зариф ҡыҙы хәтерләүҙәренән яҙып алынды.

“Элек-электән башҡорттарҙың Урал тауы өсөн ҡанлы дауҙары күп булған. Дошмандар көнтыуыштан да, төшлөк яғынан да ябырылыр булған. Ҙур яу килгәндә, башҡорт ырыуҙары, бер-береһенә оран бирешеп, ғәскәр туплап яу ҡайтарыр булғандар.

Беҙҙең яҡтың ете ырыуы: бөрйән. ҡыпсаҡ, түңгәүер, юрматы, тамъян, ҡатай, үҫәргәндәр – бер булып ойошоп йәшәгән, бергә - бергә яу ҡайтарған. Һәр ырыуҙың башында бей торған. Ошо бейҙәр барыһы ла Мәсем тигән ханға буйһонған. Мәсем хандың йәйләүе хәҙерге Бөрйән ерендәге Мәсем тауы яланында булған, ти. Мәсем хан вафат булғас, уны бик ҡәҙерләп Ҡана йылғаһы тамағында ерләгәндәр.

“Борон заманда, иген сәсмәгән, бесән сапмаған, олатайҙар малдарына гел сәскә утлатып, үреш, ҡышлыҡ тибен эҙләп, ырыу-ырыу эркелешеп, ер-һыу өсөн бер-бере менән талашып, Уралды-төйәк итеү өсөн бер ырыу икенсе ырыуға көйәҫөйәҫ яу асып, бер-беренең йәйләүен баҫып, мал-тыуарын, бала-сағаһын, ҡатын-ҡыҙын талап йәшәгән саҡта, аранан аҡыллылар сығып, яусылар араһында һүҙ асҡандар: “Азаматтар, ырыу башҡа булһа ла, бауыр бер бит. Ошо янъяллашыуҙы туҡтатҡанда ла арыу булмаҫмы икән?” – тигәндәр, ти.

Яусылар һөңгөһөн ергә сәнсеп, һөйләүсене ауыҙы менән йоторҙай булып, керпек ҡаҡмай тыңлап торғандар. Ҡайһылары ауыҙына үлән ҡабып, башын түбән эйеп, уйлап ултырғандар, ти. Һөйләүсенән һүҙ сыҡҡан, һүҙгә эйәреп һүҙ киткән. Бары ла аҡыллы һүҙен хуп күреп, яулашыуҙы ташларға булғас, үҙе – баш, үҙе түш булып йөрөгән аҡһаҡалдар араһында шау-шыу киткән; үҙ-ара даулашып, һәр ҡайһы аҡһаҡал үҙе морон төрткән ханына барып, кәңәш-төңәш иткән, ярҙам һораған, ти. Хандар ашыҡмаған, элеккесә йәшәй биргән. аҡһаҡалдарҙың эше был яҡ менән дә сыҡмағас, аптырағандар. Һаман көслө ырыу көсһөҙ ырыуҙы талап, былай тороу ярамаҫ, бер ҙә булмаһа, Мәскәү батшаһына барып ҡарайыҡ, тип һүҙ берләштергәндәр, ти.

Ерле ерендә кәңәш итеп, тағы ла ырыу аҡһаҡалдары бер ергә йыйылып һөйләшкәндәр. Аҙаҡ сиктә бөтә ырыу аҡһаҡалдары араһынан Бөрйәндең Иҫке бей, Ҡыпсаҡтың Ҡужаҡ, Тамъяндың Шәғәле тигән кешеләрен батшаға ебәрергә булғандар, ти.

…Илселәр ҡайтып, халыҡ менән һөйләшеп бөтөүгә, батша кешеләре лә килеп еткән, ти. Батша ебәргән нәсәлниктәр килгәс, ат-хат еткән ерҙән ете ырыу халҡын Тарыуал яланына йыйғандар. Йыйында ырыу-ырыу яҡлашып, батырҙар көрәшкән, сәсәндәр әйтешкән, ҡурайсылар ҡурай уйнаған, йырсылар йырлаған. Аҡһаҡалдар, байҙар ат саптырған, уйын-көлкө яһап, көн уҙғарғандар, ти”.

Урындағы ҡарттарҙың һөйләүенсә, ырыу башлыҡтары Тарыуал яланына бергәләшеп имән бағана ултыртып, уға үҙҙәренең ырыу тамғаларын һуғып сыға. Был тамға ырыуҙарҙың үҙ-ара татыу, бер төптән булыуын аңлатҡан. Ул изге имән тип йөрөтөлгән. Изге имән бик оҙаҡ йәшәгән.

Әлеге ваҡытта Тарыуал яланындағы имән бағана һаҡланмаған.

 

 

 

 

 

 

 

Тарих белә: нисәлер йыл

Шанлы йылдар үткәнен.

Ҡайһы ерҙә, ҡайһы йылда,

Ниндәй йыйын үткәнен.

Тарих иҫләй: ете ырыу

Йыйынға йыйылғанын.

Аҡһаҡалдар йыйылышып,

Оло кәңәш ҡорғанын.

Был йыйынды ҡорғандар,

Тарыуал тигән яланға.

Килгән һәр бер аҡһаҡал,

Тамға ҡуйған имәнгә.

Оло ялан ситендә

Имән ағасы үҫкән.

Халыҡ уны хөрмәтләп,

Изге имән – тип әйткән.

Ырыу ағасы – имәнгә

Таҫма, тәңкәләр таҡҡан.

Ошо имән янында,

Ырыу бергә ойошҡан.

Дошман яуы ябырылғанда

Көслө оран яңғыраған.

Ете ырыу бер булып,

Оло яуҙар ҡайтарған.

Ете ырыу һалған тамға

Изгелек булып ҡалған.

Ата – бабаның үткәне

Тарихҡа һеңеп ҡалған.

Ошо изге урынды,

Йәндәй күреп һаҡлайыҡ!

Шанлы тарих үткәненә,

Тоғро булып ҡалайыҡ!

 

Сөләймәнова Рәшиҙә Ғиләж ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы





Сыңғырауыҡ
– это вертикальный колодец - вход в пещеру на северо-западной окраине Тарыуал ялана, самой большой поляны не только нашей деревни, но и во всем Бурзянском районе, гранищачая высоким горным склоном к левому берегу реки Белой.

Сыңғырауыҡ– (на баш.яз.) – названо местными башкирами издревна так, потому что всякий прдмет,камни, монеты…, брошенные в эту яму, падают слишком долго со звенящим своеобразным мелодичным звуком. 




 


«Назад | Вперед »


 



Сыңғырауыҡ

 Атайсал йыйыны

Традициям верны

Будет стела

Есть стела

 

 

 

 

 


Версия для печати
 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS