…тарихты мөмкин тиклем эскерһеҙяҡтыртырға кәрәк. Сөнки тарихты күрәләтә үҙгәртеү халыҡҡа хыянат итеү була. Әгәрҙә инде шун­дай билдәле бер ниәт менән яҙылған тарихты бер һүҙһеҙысынға алып, төҙәтмәйенсә күсереп таратыусылар бар икән. улар үҙенә икеләтәҙур ғәйеп ала. Үҙхалҡының тарихы һәр кемдең күңеле аша үтә: дөрөҫяҡтыртылһа, кеше күнелен ул дауалай, боҙоп бирелһә — яралай. Шуны оноторға ярамай.

Әкрәм Бейеш . “Бөрйәндәр”


Стела (һәйкәл-колонна) асыуға нигеҙ итеп күрһәтелгән тарихи ваҡиғаларҙы 

Тарыуал яланына  бәйләргә тырышыу дөрөҫлөккә дәғүә итә алмай – Р.Г. 









2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга


Сынгырауык  |  Атайсал йыйыны

«Назад | Вперед »


Главная  /  О нашей деревне  /  Тарыуал яланы  /  Атайсал йыйыны


Атайсалда йыйын тергеҙелде

Бөрйәнде ысын мәғәнәһендә тарих һандығы, рухыбыҙ сәңгелдәге, эпостар үҙәге, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады гәүһәрҙәре төйәге тип атарға була. Һәр ер-һыу атамаһы исеме үҙе бер тарих - үҙе бер китап. Әлегә беҙҙе Шүлгәнташ мәмерйәһе, «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостары аша белһәләр, ситтәр түгел үҙебеҙ ныҡлап белеп бөтмәгән, әбей-бабайҙарҙың хәтер һандығында һаҡланған, телдән -телгә шымарып, үҫеп килгән бихисап рухи байлығыбыҙ бар. Тарих-ҡуласа, тип белмәй әйтмәгәндәрҙер. 9 августа Бөрйән районындағы иң ҙур тәбиғи ялан -Атайсалда (уны халыҡ Тарыуал яланы тип тә йөрөтә) - башҡорт ырыуҙарының йыйын үткәреү урынында ошо изге һәм тарихи яҡтан әһәмиәтле йолаға - ҙур йыйындар үткәреп ил-көн яҙмышын хәл итеүгә яңынан ҡайтыу тарихын тергеҙеү булды. Райондың Әтек ауылына ут күршеләребеҙ - баймаҡтар беҙҙән алда уҡ килеп торған, тарихҡа битараф булмаған аҡһаҡалдар, район зыялылары килгән ырыуҙаштарына. Республикала билдәле фольклорсы, профессор, академик Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов менән республиканың Ш. Бабич исемендәге эштәр премияһы лауреаты Жәлил Әхмәт улы Сөәймәновтың килеүе лә йыйынға баһа, мәртәбә өҫтәне. Ҡана йылғаһын үтеп, тауға күтәрелгәс, соҡор-саҡырлы юл ырыу йолаһын тергеҙәбеҙ тип яныусы уҙамандарҙы башкөллө «йотто». Урман сәнәғәте хужалығының «Урал»ы үкереп алға бара, беҙҙең «Буханка» ла бирешмәй, әммә район хакимиәте башпығы Ирек Фәсхет­дин улы Зариповтың «Нива-Шевроле»һе берәүҙе лә ет­кермәй. Ағастарға миллиметр теймәй, ҡуйы үлән араһында, соҡор-саҡырҙа күренер-күренмәй бара торғас, ниһайәт, Бөрйән кешеһе күҙлегенән ҡарағанда осһоҙ-ҡырыйһыҙ яла­нға етәбеҙ.

   Атайсал... Халҡыбыҙ яҙмышын хәл итеү көсөнә эйә булған, төрлө замандарҙа, төрлө ситу­ацияларҙа ете ырыу ха­лҡын дөрөҫ юл-юҫыҡҡа төшөрөү ҡеүәтенә, тари­хи әһәмиәткә эйә булған ялан ул. Хоҙай бирмеше менән ул Бөрйәндәге иң ҙур ялан иҫәпләнә. Май­ҙаны 400 гектар.

  «Бабсаҡ менән Күсәк бей» эпосында Ҡарағөлөмбәттең үҙ атаһы түгел икәнлеген, атаһы Бабсаҡ батырҙың ҡара эсле Ҡарағөлөмбәт уғынан йәне ҡыйылғанлығын белгән Күсәк, ата ҡонон ҡайтармаҡ булып, юҡҡа сыға. Ҡыпсаҡ илендә йөрөп, батырҙар йыйып, ир ҡорона тулғас, хәйер­се булып кейенеп Ҡарағөлөмбәт йәй­ләүенә килә. Уның ҡаты ойотҡанды өскә бүлеп, ике өлөшөн ашап сығыуынан да Ҡарағөлөмбәт һеркелдәп ҡуя. Йәмилә, әсәһе, бер ни ҙә һиҙмәй. Күсәк ғәскәре үгәй ата­һын тар-мар итә. Бөрйәндәрҙән бер йәнде лә һау ҡалдырмаҫҡа ҡарар иткән Күсәк, мин Ҡарағөлөмбәт нәҫе­ленән түгел, тип инәлгәс кенә 13 йәшлек бер ҡыҙҙы иҫән ҡалдыра. Ошонан (бер йәндән) район исеме Бөрйән ки­леп сыға ла инде. Күсәк еңелгән Ҡарағөлөмбәтте шыр яланғас ҡалдырып, танауынан тишеп бау үткәреп, ҡара һыйырға арты менән атландырып (Ҡара һыйыр яланының исеме лә - ошонан), Ҡыпсаҡ ырыуына юл то­тҡан, уны Ҡыпсаҡ ауыл­дарында мәсхәрәләп йөрөткән. Атайсал яла­нын үткәндә Күсәккә Ҡарағөлөмбәт инәлә икән: «Ыҙалатма, атай, сал да ҡуй,» - тип. Ошо­нан яланға Атайсал исе­ме йәбешеп ҡалған. Ә үгәй атаһынан үҙенә атай тип көсләп әйттергән Күсәк. Был да үҙенә күрә мәсхәрәләү, кәмләүҙең бер юлы булған...

   Совет осоронда Атай­салдың тарихи яғы ҡыҙыҡһындырмаған -уны иген алыр, бесән сабыр биләмә итеп кенә ҡараған­дар. Заман елдәре Атайсал­ды ла урап үтмәгән -1970-1971 йылдарҙа барлы-юҡлы ағастарын төбө-тамырынан йол­ҡоп ялан­ды «таҙартҡандар». Нәҡ шул осо­рҙа Атайсал - сал тари­хыбыҙҙы һаҡлаған урын үҙенең иң ҡиммәтле ха­зинаһынан - ете ырыу тамғаһы яҙылған дәү имәненән яҙа. Мәндәғол ауылы кешеһе, элекке механизатор Иманғолов Илгизәр Әбдразаҡ улы хәтерләүҙәренсә, ялан уртаһында, ысынлап та, дәү ағас булған. Уны һөрөп ырғытҡас, Ил­гизәр ағайҙың ҡарашын йыуан ағастағы тамға­лар йәлеп иткән. «Бәй, ни ғәләмәт был. Әллә зыярат булдымы икән? -тигән уй мейене телеп үтте. Кешеләргә әйтеп, күрһәтеп тә ҡараным -ҡыҙыҡһыныусы булма­ны», -ти ул. Тарихи хата «яһаған» Илгизәр ағайҙың бөгөн тарихи дөрөҫлөктө тергеҙергә китеп барыуы. Ниһайәт, Илгизәр ағайҙың тоҫма­лы буйынса ете ырыу ағасы булған урынды эҙләп табабыҙ. Яҡында ғына саталы бер-ике ҡарағай үҫә. Дәү имән йығылғанда бешә генә булғандарҙыр, күрәһең. Район хакимиәте баш­лығы И. Ф. Зарипов ырыу ағасы урынын билдәләп китеү өсөн ҡаҙыҡҡа ағас һайлап, уны Илгизәр ағай менән әрсеп, ослап ҡуй­ғас, сәфәрҙең кульминацияһына етәбеҙ: ир-егеттәр бисмиллалап ҡаҙыҡты ергә, ҡасандыр ете ырыу тамғаһы һуғылған меңйәшәр имән тамырҙарын ебәргән изге тупраҡҡа ултырта. Арҙ­аҡлы яҡташыбыҙ, аяҡлы энциклопедия Әхмәт ағай Сөләймәнов дүрт ырыу вәкилдәре алдын­да һүҙ ала: «Ағай-эне, борон ете ырыу аҡһаҡалдары ошо яла­нға йыйылып, ил-көн мәсьәләләрен уртаға һалып хәл иткән. Йый­ында ҡабул ителгән ҡара­рҙар ете ырыу халҡы өсөн һис шикһеҙ үтәлер закон булған. Иван дүртенсе батшалыҡ иткән осорҙа ошонда кәңәш-төңәш итеп, ил аҡылын туплап батшаға барып, үҙ фекерҙәрен белдереп, рус дәү­ләтенә ҡушылғандар. Иван дүртенсене башҡ­орттар ололап бөйөк кенәз, йәш Аҡбей батша, тип тә йөрөткән. Сөнки ул Жалованный Грамо­тала әйтелгән нәмәләрҙе үтәгән, таныған: башҡор­ттарҙың ергә булған хоҡуҡтарын һаҡларға вәғәҙә иткән, динде лә ирекһеҙләмәгән, ғөрөф- ғәҙәт, йолаларҙы ла сикләмәгән. Ғөмүмән, Рюриковичтар аҫаба­лыҡҡа ҡағылмаған, һуңынан, тәхеткә Романовтар килгәс, аҫабалыҡ ҡыҫымға алына, ошо сәбәпле ихтилалдар, күтәрелештәр сылбыры китә. Октябрь революци­яһынан һуң иһә Ленин аҫабалығыбыҙ тамыры­на балта саба.

Бөгөн беҙ ете ырыу тамғаһы ырылған ағас үҫкән, тарихи әһәмиәткә эйә булған, ырыуҙар бер-береһенә тоғро бу­лырға, ярҙам итергә ант иткән изге ерҙә изге эш башҡарабыҙ. Аҙ һанда булһаҡ та, бөгөн бында дүрт ырыу вәкилдәре йыйылған. Был да үҙенә күрә йыйын, изге йоланы яңыртыу. Ошо эшкә тотонғанбыҙ икән, ата-бабалар аманатына тоғробоҙ, уларҙың рухын рәнйетмәйбеҙ».  

 Аҡһаҡалдар стеллаға урын һайлай

  

 

Ата-бабалар рухына аят бағышларҙан алда Баймаҡ мәсетенең имам-хатибы Хөрмәтул­ла хәҙрәт Буранбаев бы­лай тине: «Элек-электән дошман беҙҙе өс нәмәнән яҙҙырмаҡ иткән: телдән, тарихтан, диндән. Шәйехзада Бабич «Ғәскәр доғаһы» шиғы­рында милләтем йәшәй икән, бер йәнемә милли­он үлем бир, ти. Уның был фекере күрәҙәлеккә тиң: ысынлап та, Бабичты тураҡлап үлтерәләр. Беҙҙең бай тарихыбыҙ, һутлы телебеҙ, үлмәҫ динебеҙ бар. Ошо өста­ғанға таянып, уларҙы ҡурсалап, башҡа халыҡ­тарға үрнәк булырлыҡ итеп йәшәйек. Бөгөн ата-бабаларыбыҙҙың рухын ҡуҙғатабыҙ, уларҙың ру­хына бағышлап, йәнә яҡты киләсәгебеҙ, үҙебеҙ азат булып йәшәү өсөн доға ҡылайыҡ».

  Тарихи ҡаҙыҡ ҡағылып, унда һәр ырыу вәкиле үҙ ҡултамғаһын ҡуйғас, район хакимиәте баш­лығы И. Ф. Зарипов: «Бөгөнгө уртаҡ идеябыҙ, эшебеҙ бойомға ашыр, Алла бирһә. Бөгөн эште башлап ҡына ҡуйҙыҡ. Ниәт - ярты ғәмәл, тиҙәр. Әле рәссамдарыбыҙ ошонда буласаҡ стелла-ның эскизын әҙерләй. Варианттар бар. Баймаҡтарҙың да фекеренә, тәҡдименә ҡолаҡ һала­быҙ. Тарихи үҙәк, мәҙәни урын итеү өсөн беҙгә, әлбиттә, был тәңгәл­дә республика кимә­ленә сығыу кәрәк. Бөрйәндәрҙең, баймаҡтарҙың был изге ниәт­тәре иғтибарһыҙ, һө­ҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ, тип уйлайым. Иң мөһиме -беҙ үҙ тарихыбыҙға бита­раф түгелбеҙ», - тине, һүҙен йомғаҡлап. Атайсалда тарих тергеҙелде. Киләсәккә ышаныслы барыу өсөн бөгөнгөнө генә түгел, үткәнде лә яҡшы белеү кәрәк икәнлегенә тағы бер инандырҙы был ваҡиға. Баймаҡ районы­ның «Һаҡмар» гәзите мөхәррире Илһам Йәндәүләтов, Баймаҡ районының «Атайсал» аҡһаҡалдар ҡоро ағзалары Яҡшыбаев Рәшит Тәхәү улы, Исхаҡов Әхиәр Мөхәмәт улы, Байрамғолов Миҙхәт Әсфәндиәр улы, Хөрмәтулла хәҙрәт Бу­ранбаев, «Баймаҡ-ТВ» операторы Көмөшбаев Хәйҙәр Әнүәр улы һәм Бөрйән зыялылары -халҡымдың аҫыл баға­налары данлы үткәнебеҙ менән киләсәктең үҙен тоташтырыусы ҡаҙыҡты ҡағып ҡайтты. Тарих йөрәктәрҙә булғанда, хәтерҙән төшөп ҡалма­ғанда, тергеҙелгәндә генә ҡиммәт шул...

 

А. ҒАРИФУЛЛИНА. һүрәттәрҙә: бында стелла ҡуйыласаҡ.

Автор фотолары.

 

 


«Назад | Вперед »



Традициям верны

Будет стела

Есть стела



Версия для печати
 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS