…тарихты мөмкин тиклем эскерһеҙяҡтыртырға кәрәк. Сөнки тарихты күрәләтә үҙгәртеү халыҡҡа хыянат итеү була. Әгәрҙә инде шун­дай билдәле бер ниәт менән яҙылған тарихты бер һүҙһеҙысынға алып, төҙәтмәйенсә күсереп таратыусылар бар икән. улар үҙенә икеләтәҙур ғәйеп ала. Үҙхалҡының тарихы һәр кемдең күңеле аша үтә: дөрөҫяҡтыртылһа, кеше күнелен ул дауалай, боҙоп бирелһә — яралай. Шуны оноторға ярамай.

Әкрәм Бейеш . “Бөрйәндәр”


Стела (һәйкәл-колонна) асыуға нигеҙ итеп күрһәтелгән тарихи ваҡиғаларҙы 

Тарыуал яланына  бәйләргә тырышыу дөрөҫлөккә дәғүә итә алмай – Р.Г.

Тулыраҡ...  








2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга


«Назад | Вперед »




Вәғәҙә үтәлде – ырыу бағанаһы тергеҙелде!

   Август урталарында Баймаҡтан делегация Бөрйән районына барып, борон башҡорттоң ете ырыу вәкилдәре йыйылған Атайсал (Тарыуал) яланында торған ырыу бағанаһы урынын билдәләп, ҡаҙыҡ ҡағып ҡайтыуыбыҙ ту­раһында "Йәшлек"тә мәҡәлә донъя күргәйне. Шуның дауамы рәүешендәөгөнгө яҙмала һүҙ ул ерҙә нисек итеп стела ҡуйылғанлығы хаҡында.Тәүге сәфәр барышында бер кем дә стеланың нисек булырын күҙ алдына ла кил­термәгәндер, бәлки. Бөрйән рәссамда­ры - үҙҙәренең, Баймаҡтан Миҙхәт ағай Байрамғолов үҙенең бер нисә эскизын тәҡдим итте. Алғараҡ сығып шуны әйтергә кәрәк, һөҙөмтәлә район вәкилдәренең дә

тәҡдимдәре иҫәпкә алынған уртаҡ бер вариант эшләнгән.

Был юлы Баймаҡтан Бөрйәнгә өс кешенән торған делегация юл алды: муни­ципаль район советы секретары Кирәймәргән Кейекбирҙин, урындағы телестудия директоры Мирза Кейекбирҙин һәм мин фәҡирегеҙ. Октябрь башында ике район етәкселеге тарафынан стеланы асыу тантанаһы планға алынған ине (ә унан бер көн алда баймаҡтар Атайсал яланына ба­рыл, стела тирәләй металдан эшләнгән ҡойма ҡуйып ҡайтты. Әйткәндәй, ул ҡойманы “Бай­маҡ ҡойоу-механика заводы “ асыҡ акционер­ҙар йәмғиәте әҙерләгән).

Бөрйәндәр был ваҡиға айҡанлы ат еткән ергә ат саптырып, хат еткән ергә хат ебәреп ете ырыу башҡорттарына хәбәр иткән булып сыҡты. Беҙҙән башҡа Бөрйәндән - ҡып­саҡтар, Әбйәлилдән - тамъяндар, Ғафу­риҙән табындар ҙа килгән ине. Нәҡ боро­нғоса, төрлөбөҙ төрлө тарафтарҙан йыйылған милләттәштәр тәүҙә Әтек ауы­лында осраштыҡ. Төндә яуып үткән ям­ғырҙан тағы ла нығыраҡ иҙелгән тау юлынан үрҙәге яланға ҡарай бик яй, ҡойоға бата-сума үрмәләйбеҙ. Бындай мәхшәрҙәрҙе күп татыған «УАЗ»дарҙан торған колоннабыҙ саҡ ҡына бара ла туҡтап бер аҙ хәл ала. Ҡайһы бер текәрәк урындарҙы автомашиналар көскә үтте, төшөп этергә лә тура килде. Көсәл менән тәғәйен яланға барып еткәс тә, тәҙрәләргә ҡаплаңдыҡ, барыбыҙҙың да стеланы күргеһе килә ине. Ҙур ғына майҙанлы яланда иң беренсе уның өҫкө өлөшө - ҡурай тажы ялтырап күренде. Яҡынайған һай­ын ете яғынан ете ырыу тамғаһы һуғылған 300 йыллыҡ мөһабәт ҡарағас та «бына мин!» тигән шикелле асыҡлана һәм ҙурая барҙы. һәм бына, ниһайәт, беҙ ғорур баҫып торған ете метр оҙонлоҡтағы стела янында. Тотош тарих сылбырын үҙ эсенә һыйҙырған ырыу ба­ғанаһы ла бит элек тап ошо урында торған, тиҙәр. Тантананы Бөрйән районы муниципаль рай­оны хакимиәте башлығы И. Зарипов асты.

-Тарих һандығы, ҡомартҡыларға бай ере­беҙҙә ҡунаҡтарҙы тәбрикләүгә бик шатмын,- тине Ирек Фәсхетдин улы. - Үткәндәрҙе белмәйенсә, киләсәккә юл юҡ. Былтыр Әтек ауылында Алдар батырға бюст ҡуйғайныҡ, быйыл иһә ырыу бағанаһын тергеҙәбеҙ. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тигәндәй, киләсәктә лә үҙ-ара фе­кер алышып, мөһим мәсьәләләрҙе уртаға һалып ,хәл итеп йәшәйек… Артабан хакимиәт башлығы стеланы эшләүгө күп көс һалыусы рәссам, Иҫке Собханғолдағы сәнғәт мәктәбе уҡытыу­сыһы Рәмил Иманғоловҡа, Бөрйән урман ху­жалығы етәкселегенә,был идеяның инешендә тороусы Баймаҡ районы тарихсыларына, аҡһаҡалдарына рәхмәтен белдерҙе.

Өфө ҡунаҡтары, профессорҙар, филология фәндәре докторҙары Әхмәт Сөләймәнов менән Ғайса Хөсәйенов та был изге эште хупланы, тарихҡа туҡталып үтте, ҡарағастан һәйкәлде уникаль күренеш тип атаны.

Баймаҡтар һам Бөрйән ырыуы исеменән район советы секретары Кирәймәргән Кейекбирҙин сығыш яһаны.

- Изге Рамаҙан айында, Республика көнө алдынан Бөрйән ерендә ошо символик стеланы асыу Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенең 450 йыл­лығына беҙҙең бәләкәй генә, әммә оло, тәрбиәүи мәғәнәгә эйә бер өлөш,-тине ул. -Тарихты тергеҙеп, хәтерҙе яңыртҡан был сара аҡыллы, киләсәкте алдан күрә, тойомлай белгән ата-бабаларыбыҙ алдында торған изге бурысыбыҙҙы, уларҙан ҡалған аманатты үтәү ул. Ҡасандыр тамғалы имән ағасы тосрған был яланда милләтебеҙҙең ете ырыу вәкилдәре йыйылған, шунлыҡтан бөгөн уларҙың эшен беҙ лайыҡлы дауам итергә тейеш. Был - заман талабы. Быны тарихи дөрөҫлөк ,ғәҙеллек үҙе талап итә. Беҙ, Баймак районында йәшәүсе Бөрйән һәм башҡа ырыу башҡорттары, был изге эште ҡуш ҡуллап хуплайбыҙ. Был урынға ҡуйылған әлеге стела - халҡыбыҙҙың шанлы һәм данлы үткәненә һәйкәл, яҡты киләсәгенә өмөтлө ишара ла ул. Йәш быуын вәкилдәре лә, беҙҙең улдарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ ҙа, мотлаҡ был урынды килеп күрергә, танып-белергә тейеш. Ә халыҡ йөрөһөн өсөн, әлбиттә, бында илтеүсе юлдың яҡшы булыуы шарт.

Оло әһәмиәткә эйә булған был сараны тәү башлап ойошторған, тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү өсөн янып йөрөгән яҡташтарыбыҙға беҙ рәхмәт әйтеп үтмәһәк яҙыҡ булыр ине. Ундай ағайҙарыбыҙ, Аллаға шөкөр, халҡыбыҙ араһында бар, тимәк, милләтебеҙ үҫешә, алға барыуын дауам итә. Уларҙың

башланғысын хуплап, күтәреп алыусы Баймаҡ, Бөрйән райондары хакимиәттәре башлыҡтарына, төрлө кимәлдәге етәкселәргә тарихҡа, милләтебеҙҙең яҙмышына битараф ҡалмауҙары өсөн киләсәк быуындар оло рәхмәтен белдерер.

Ете ырыуҙың дуҫлығын, тоғролоғон символлаштырған ошо стеланың ғүмере оҙон булыр, бер ниндәй замана шауҡымдарына, ел-ямғырға бирешмәй, изгелеккә, халыҡтарҙың берҙәмлегенә, яҡты киләсәккә әйҙәп торор ,тигән ышаныс белдерәбеҙ.

Бөрйәндәр һәм баймаҡтар августа ҡаҙыҡҡа уйып яҙып ҡалдырған вәғәҙәһен үтәне: Атайсал яланында стела ҡалҡып сыҡты. Тик уның янына барып йөрөрлөк, халыҡҡа күрһәтә алғандай яҡшы юл кәрәк, был үтә лә мөһим мәсьәлә. Халҡыбыҙ араһында, моғайын да, шул проблеманы хәл итерлек ир-уҙамандар табылыр, республика етәкселеге лә ярҙамынан ташламаҫ, тигән ышаныс бар. 

Илһам ЙӘНДӘҮЛӘТОВ. Баймаҡ - Әтек - Баймак.

АВТОР фотолары.

             Октябрь, 2006 йыл.


Тағы ла стела тураһында

 

 



«Назад | Вперед »




Сабантуй -2009


Версия для печати
 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS