…тарихты мөмкин тиклем эскерһеҙяҡтыртырға кәрәк. Сөнки тарихты күрәләтә үҙгәртеү халыҡҡа хыянат итеү була. Әгәрҙә инде шун­дай билдәле бер ниәт менән яҙылған тарихты бер һүҙһеҙысынға алып, төҙәтмәйенсә күсереп таратыусылар бар икән. улар үҙенә икеләтәҙур ғәйеп ала. Үҙхалҡының тарихы һәр кемдең күңеле аша үтә: дөрөҫяҡтыртылһа, кеше күнелен ул дауалай, боҙоп бирелһә — яралай. Шуны оноторға ярамай.

Әкрәм Бейеш . “Бөрйәндәр”


Стела (һәйкәл-колонна) асыуға нигеҙ итеп күрһәтелгән тарихи ваҡиғаларҙы 

Тарыуал яланына  бәйләргә тырышыу дөрөҫлөккә дәғүә итә алмай – Р.Г. 








2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга


Традициям верны  |  Будет стела  |  Есть стела  |  Бөрйәндәр

«Назад | Вперед »




 ЙОЛАЛАРЫБЫҘ

Шөкөр, тарихи хәтер йә тарихи ҡомартҡыларға ҡарата, ҡайһыларына төптө хата, ҡайһыларына күпмелер дәрәжәләге дөрөҫ булмаған мөнәсәбәттәр төҙәтелеү өҫтөндә. Үткәнен белмәгән милләттең киләсәге юҡ, тигән әйтемде раҫлағандай, быйыл Хөкүмәтебеҙ шәжәрә байрамдарын үткәреү хаҡында мөһим ҡарар сығарҙы. Был ҡарарҙың нәҡ Төҙөкләндереү йы­лында тап килеүе икеләтә баһалы, сөнки, бөйөк Аҡмулла әйтмешләй, кешегә камил булыу өсөн тышҡы таҙалыҡ ҡына түгел, эстең таҙа булыуы ла шарт... Эйе, шәжәрә байрамдары үткәреп, беҙ ваҡ донъяуи мәшәҡәттәр баҫып китеңкерәгән ру­хыбыҙҙы ла "төҙөкләндерҙек".

 

Тарыуал (Атайсал) яланын­дағы Атайсал йыйыны үткәрелгән изге урынға, ҡасандыр ете ырыу­ҙың тамғалы ағасы үҫеп ултырған ергә, Бөрйән, Баймаҡ районда­рындағы дүрт ырыу вәкилдәре яңыраҡ эҙләнеү экспедицияһы ойошторҙо. Изге башланғыстың һөҙөмтәһе итеп шул урынға ҡул­тамғалы ҡаҙык ҡағылды. Ә 5 октябрҙә Бөрйән районы өсөн генә түгел, башҡорт халҡы­ның нигеҙен тәшкил итеүсе ете ырыу вәкилдәре, тимәк, тотош республика өсөн тарихи ваҡиға — алда әйтелгән Атайсал йыйыны үткән ерҙә һәйкәл-колонна асыл­ды. Колоннаның авторы — рәссам Рәмил Иманғолов, ырып-юныусы — Мөхәррәм Вахитов. Төп бағана— 9 метрлыҡ колонна — Баҙал итәгендәге 300 йыллыҡ ҡарағас­тан эшләнгән. Ҡолас етмәҫлек бағананың ер өҫтөндәге өлөшө — 7 метр, был да үҙенә күрә символ-кинәйә: ете ырыу берлеге; ете — изге һан. Ҡыҫҡа бағаналар (улар ҙа етәү), Баймаҡ ҡойоу-ме-ханика заводында ҡорос һәм суйындан эшләнгән, уларҙы то­таштырыусы сылбырҙар ҙа Баймаҡтан. Был мөһим сарала республи­каның билдәле академиктары, филология фәндәре докторҙары, профессорҙар Ғ.Б. Хөсәйенов, Ә.М. Сөләймәнов, Бөрйән райо­ны хакимиәте башлығы И.Ф. Зарипов, район хакимиәте башлы­ғының социаль-гуманитар мәсьә­ләләр буйынса урынбаҫары Р.Ш. Ғүмәрова, Баймак район Советы секретары К.Ә. Кейекбирҙин, "Һаҡмар" гәзите мөхәррире И.М. Йәндәүләтов, Әбйәлил районы­ның Тамьян ырыуы вәкилдәре, "Осҡон" гәзите мөхәррире С.И. Фәйзуллин, райондың Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусылары, Таһир мулла Ал­тынбаев һәм башҡалар ҡатнаш­ты.

Район хакимиәте башлығының социаль-гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Ш. Ғүмәрова, ете ырыу союзының тарихи тамғалы ағасы урынына колонна ҡуйыуға арналған танта­наны асып, һүҙҙе район хакимиә­те башлығы И.Ф. Зариповҡа бир­ҙе. өрйәнде ысын мәғәнәһендә тарих һандығы, рухыбыҙ сәңгел­дәге, эпостар үҙәге, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады гәү­һәрҙәре төйәге тиһәм, һис тә ха­та булмаҫ. Беҙҙең Бөрйәнебеҙҙе Шулгәнташ мәмерйәһе, "Урал ба­тыр", "Аҡбуҙат" эпостары аша бөтә ил белә. Шул уҡ ваҡытта Бөрйән — асылып бөтмәгән сер һандығы, сөнки әлегә ныҡлап өйрәнелмәгән, тик оло быуын ке­шеләренең хәтерендә генә һаҡ­ланып ҡалған бихисап рухи бай­лығыбыҙ бар. Уларҙы өйрәнеү, һаҡлау һәм киләсәк быуынға ет­кереү — изге бурысыбыҙ, — тип башланы сығышын хакимиәт башлығы. — Республиканың һәр районында тиерлек "Һаумыһы­ғыҙ,

ауылдаштар!", шәжәрә бай­рамдары матур йолаға әйләнде. Әйткәндәй, беҙҙең район иң беренселәрҙән булып шәжәрә бай­рамын үткәрҙе.Үткәнде белмәйенсә, килә­сәкте төҙөү мөмкин түгел. Тари­хыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә иғти­барлы булайыҡ. Үткән йылда Әтек ауылында Алдар батырыбыҙға һәйкәл асһаҡ, бөгөн ниәтләштергән маҡсатыбыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн ошо изге урынға йыйылғанбыҙ.

Тарихи документтар ҙа, шәжә­рәләр ҙә, фольклор ҡомартҡыла­ры һәм топонимик сығанаҡтар ҙа ете ырыу берләшмәһенең булыуын дәлилләй.Тарихи ҡомартҡыларҙан күре­үебеҙсә, шул замандарҙа уҡ ха­лыҡты борсоған мәсьәләләрҙе аҡһаҡалдар тырым-тырағәй хәл итмәгән, ә уртаға һалып һөй­ләшер булған. Бөгөнгө йыйындың ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге урында үтеүе лә беҙҙең кәңәшле эш һөҙөмтәһе. Был киләсәктә үҙ-ара кәңәшләшеп, бар мәсьә­ләләрҙе уртаға һалып хәл итеүгә бер этәргес көс булһын ине", — тине ул, һүҙен йомғаҡлап.

Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, академик Ә.М. Сөләймә­нов: "Борон да ете ырыу вәкил­дәре ошонда йыйылғандыр, Аҡ батша башҡорттарҙы Рәсәйгә ҡушылырға саҡырғас, кәңәш-төңәш итеп, 4 вәкилде батшаға ебәргәндәрҙер, сөнки кворум булған. Августа ошо урынға ҡаҙыҡ ҡаҡҡанда ла кворум булды — дүрт ырыу вәкиле ҡатнашты. Иван IV үлгәс, 1616 йылда Романовтар тәхеткә килгәс, Жалованный Грамоталағы хоҡуҡтар сик­ләнә башлай. Шунан иҫәпһеҙ-һанһыҙ ихтилалдар башлана. Па­вел I йыйындарҙы туҡтата. Шулай ҙа ашығыс мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн башҡорттар йәшерен рәүештә йыйын ойошторор була. Айҙа - болонда йыйын үткәрәләр, Атайсалда. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу ырыуҙы белеү кәрәк икәнле­кте танытты. Бөгөн беҙ тарихи хәтеребеҙгә йөҙ борғанбыҙ икән, үҙ дәрәжәбеҙҙе үҙебеҙ күтә­рәбеҙ, тигән һүҙ", —тине.

Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе И.С.Ғүмәров: “Быйыл беҙ Ҡолғона ауылынан алыҫ түгел ерҙә, Ташмәсет астыҡ, унда ғибәҙәт ҡылдыҡ. Бөрйәндә тари­хи урындар күп. Ил, республика етәкселеге беҙгә был тәңгәлдә эшләргә мөмкинлек биргән. Халҡыбыҙҙың киләсәген тәьмин итеү өсөн уның үткәнен белеү кәрәк»,- тип үҙ фекерен белдерҙе.

Ғафури районының "Табын" гәзите мөхәррире, Табын ырыуы вәкиле С.М. Ғәлиуллин: "Ете ырыү берләшеп йыйын үткәргән изге тупраҡҡа аяҡ баҫыуыма шат­мын. Тарихыбыҙҙы тергеҙеү өҫ­төндә артабан да бергә эшлә­йек", — тине.

Иҫке Собханғол муллаһы Та­һир Алтынбаев, вәғәз һөйләп, Ал­лаһы Тәғәләнең ризалығы менән ата-бабаларыбыҙҙың рухтары шатланһын, халҡыбыҙҙың тарихы хәтеребеҙҙән юйылмаһын, ете ырыу берлегенең, тотош халҡы­быҙҙың ҡаҡшамаҫ берҙәмлеген символлаштырыусы тамғалы ағас колонна сүрәтендә тергеҙелеп ҡалҡып баҫты — ул мәңгелек, ә ил-көнөбөҙ имен, бәлә-ҡазаһыҙ булһын, халҡыбыҙ күкрәп сәскә атһын, тип аят бағышланы.

Бына Тарыуал яланын иңләп, Атайсал йыйынын хәтерләтеп, ер менән күкте тоташтырып, ваҡыт­лыса ғына үткәндәргә ҡайтарып, күңелдәрҙе елкендереп, Й.Ш. Иҫәнғәлин менән Д.А. Рәхмәтул­лин башҡарыуында ҡурай моңо сыңрай, Ете ырыуҙың үлемһеҙ гимны — "Урал" йыры халҡы­быҙҙың данлыҡлы үткәненә лә, бәрәкәтле бөгөнгөһөнә лә, өмөтлө киләсәгенә лә мәҙхиә бу­лып яңғырай...

Тамғалы ағас — символик ко­лонна сүрәтендә баҫып, ғаләм­дең үҙен сәләмләй төҫлө. Юҡ, онотмаған башҡорт үҙенең тари­хын, онотмаҫ та. Ошо изге эште ниәттән ысынбарлыҡ иткән улда­ры барҙа, киләсәге лә өмөтлө, яҡты булыр уның.

 

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

Бөрйән районы.

 


«Назад | Вперед »


 

 

Есть стела


Версия для печати
 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS