…тарихты мөмкин тиклем эскерһеҙяҡтыртырға кәрәк. Сөнки тарихты күрәләтә үҙгәртеү халыҡҡа хыянат итеү була. Әгәрҙә инде шун­дай билдәле бер ниәт менән яҙылған тарихты бер һүҙһеҙысынға алып, төҙәтмәйенсә күсереп таратыусылар бар икән. улар үҙенә икеләтәҙур ғәйеп ала. Үҙхалҡының тарихы һәр кемдең күңеле аша үтә: дөрөҫяҡтыртылһа, кеше күнелен ул дауалай, боҙоп бирелһә — яралай. Шуны оноторға ярамай.

Әкрәм Бейеш . “Бөрйәндәр”


Стела (һәйкәл-колонна) асыуға нигеҙ итеп күрһәтелгән тарихи ваҡиғаларҙы 

Тарыуал яланына  бәйләргә тырышыу дөрөҫлөккә дәғүә итә алмай – Р.Г. 








2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга


Традициям верны  |  Будет стела  |  Есть стела  |  Бөрйәндәр

 

«Назад | Вперед »




     Башҡорттар борон-борондан мөһим тип һаналған, көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләрҙе, бер урынға йыйылып, кәңәш ҡороп хәл итер булған. Башкҡортостандың хәҙер­ге көньяҡ-көнсығыш төбәгендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең дә ундай ерҙәре булған, әлбиттә. Шуларҙың береһе
- әлеге Йылай­ыр районы биләмәһендәге Айҙа болон яланы, икенсеһе - Бөрйән районына ҡараған Атайсал яла­ны. 
Күптән түгел Баймаҡ районы де­легацияһы күрше Бөрйәнгә сәйәхәт ҡылды һәм, шул яланға барып, ырыу бағанаһы урынын билдәләп, хәтер яңыртып ҡайтты. Делегация составына был изге эште ойошто­роусылар: райондың "Атайсал" аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Рәшит Яҡшыбаев, ағзалары Әхиәр Ис­хаҡов, Миҙхәт Байрамғолов, Бай­маҡ мәсетенең имам-мөхтәсибе Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев, "Баймаҡ - ТВ" операторы Хәйҙәр Көмөшбаев һәм ошо юлдарҙың ав­торы индек. Яҡын киләсәктә Бөрйән һәм Баймаҡты тоташтырасаҡ тура юлдан, тәүәккәлләп, иртәнге сәғәт етелә сәйәхәткә сыҡтыҡ. Бетерә ауылынан һуң алты саҡырым самаһы ур­ман аша йырындарҙы, соҡорҙарҙы һанай-һанай бара торғас, төҙөлөп ятҡан шоссеға барып төртөлдөк. Ярай әле Икенсе Этҡол ауыл дауа­ханаһы беҙгә УАЗ автомашинаһы менән ярҙам итте, водителе Ир­шат Йәғәфәров та тәжрибәле бу­лып сыҡты, юғиһә ул юлдарҙан үтермен тимә. Артабан инде тигеҙ шоссенан елдерәһең генә! Оло юл төҙөлөп бөтһә, шул рәүешле ике район араһында "осоп ҡына" йөрөргә мөмкинлек тә булыр әле тиҙҙән. Барыр еребеҙ - Бөрйән районы­ның Әтек ауылынан арыраҡ бер ялан. Шуға ла алдан һөйләшеп-килешеп, шул ауылда осрашырға һүҙ ҡуйышҡайныҡ. Өс сәғәт тигәндә, тәғәйен ергә барып еттек. Унда беҙҙе Әтек ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәйрүзә Ишбулатова ҡаршы алды. Бергә килгән аҡһаҡалдар был яҡтың хозур тәбиғәтенә һоҡланып, һынамсыл ҡараштары менән ауыл­ды күҙәткән арала башлыҡ менән донъя хәлдәре хаҡында гәпләшеп алдыҡ. Әтек - боронғо ауыл (1704 йылда нигеҙ һалынған). Оло юлдан бер яҡ ситтәрәк, бейек-бейек тау­ҙар уртаһында, ҡарурман араһын­да, Ҡана йылғаһы буйында иҫ кит­кес мөғжизәле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан был ауыл тәү ҡараш­тан уҡ үҙенең төҙөклөгө, йый­наҡлығы менән әсир итте. Унда биш йөҙләп кеше йәшәй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мед­пункт, клуб - лайыҡлы тормош өсөн кәрәкле учреждениеларҙың бөтәһе лә бар. Урамдарға 1997 йылда ас­фальт түшәлгән. Халыҡ башлыса малсылыҡ, ҡортсолоҡ менән көн итә. Ауылдан алты саҡырым алыҫлыҡта ғына Иҙел (халыҡ бын­да Ағиҙелде шулай тип йөрөтә) аға. Иң мөһиме, Фәйрүзә Зәйтүн ҡыҙы­ның әйтеүенсә, эшһеҙ аптырап йөрөүселәр, эскелек менән мауығыусылар юҡ. Йәштәр бе­лемгә ынтыла, күбеһе Сибай ҡалаһында уҡый. Тик барлыҡ ауыл­дарға тиерлек хас проблема бында ла бар: 40-лап егет өйләнмәй йөрөй. Сөнки ҡыҙҙар ауылда ҡал­май, мәктәпте тамамлау менән бәхет эҙләп ҡалаларға сығып китә, шау-шыулы оло тормош диңгеҙенә сума. Тик бәхеткәйҙәрен генә таба алалармы икән?Әңгәмә ҡорған арала хужалар ҙа килеп етте. Бөрйән районы муници­паль районы хакимиәте башлығы Ирек Зарипов, район советы рәйе­се, уның социаль-гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Ғүмәрова, урындағы "Таң" гәзите мөхәррире Юлай Маннапов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Ямғурсина, шулай уҡ Өфө ҡунаҡтары - филология фәндәре докторы, профессор, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лау­реаты Әхмәт Сөләймәнов, уның улы, Башҡортостан рәссамдары союзы рәйесе урынбаҫары Йәлил Сөләймәнов менән бергәләп Ил­гиҙәр ағай Имәнғолов оҙатыуында үрҙә телгә алынған яланға юл ал­дыҡ. Бер яҡтан - текә ҡая һәм шырлыҡ, икенсе яҡтан тәрән упҡын араһынан ҡойоло урындарға бата-сума, район үҙәгенән махсус саҡыртылған "Урал" автомашинаһында һелкенә-һелкенә яй ғына алға шыуышабыҙ. "Шыуышабыҙ" тим, сөнки бейек һәм текә ҡаялы тауҙарға шәп менеп булмай. Бөтә күңеле менән рәсемгә һәм шиғ­риәткә ғашиҡ Миҙхәт ағайыбыҙ түҙмәй, тәбиғәттең һәр мөйөшөнә һоҡланып, илһамланып бара. "Был ожмахтың һәр метры картинаға то­рошло", - ти ул, хисләнеп. Элек беҙҙең ата-бабаларыбыҙ был урынға нисек барған икән, тип тә уйлап ҡуябыҙ. Улай тиһәң, атҡа ме­неп алһаң ни, юл да кәрәкмәй бит ул... Башҡорт Сусаниныбыҙ - Илгиҙәр ағай, ысынлап та, илде күп гиҙгән, ахырыһы, шәп оҙатыусы булып сыҡты: ун биш саҡырым самаһы сәйҡала-сайҡала бара торғас, ниһайәт, Иҫке Тарауыл ауылы янындағы Атайсал яланына килеп еттек. Бейеклектә, урман араһында ятҡан был тәбиғи яландың майҙа­ны ла ҙур ғына - 400 гектар. Леген­даларҙа һөйләнеүенсә,, уның аҫтында бушлыҡ, имеш. Йәғни, ха­лыҡ телендә атап йөрөтөлгәнсә, унда вертикаль йүнәлеш буйынса һуҙылған Сыңғырауыҡ мәмерйәһе бар. һәм ул ғына ла түгел, мәмерйә Шүлгәнташ менән дә ер аҫтынан тоташҡан, имеш. Ә ниңә, булырға мөмкин, тәбиғәт мөғжизәләре аҙмы ни? Ағиҙел йылғаһының ҡаялары күренеп торған яланда Әтек бесәнселәре кәбән ҡоя, саҡ ҡына арыраҡ "Ҡана" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баҫыуы һарғайып күренә. Ҡола ялан ур­таһында ике мөһабәт ҡарағай һәм уларҙан саҡ ҡына ситтәрәк ҡайын ағастары үҫеп ултыра. Ауыл ҡарт­тарының һөйләүенсә, ырыу баға­наһы булараҡ хеҙмәт иткән ҡайын йәки имән ағасы элек тап шул урындараҡ торған. Шунда ете ырыу вәкилдәре йыйылып кәңәш ҡорған, мөһим ҡарарҙар ҡабул иткән. Шуға күрә, күмәкләп кәңәш тотҡандан һуң, яңыртылған ырыу бағанаһын, йәғни, хәҙерге тел менән әйткәндә, стеланы шул тирәгә ҡуйырға ҡарар ителде. Күпереп үҫкән үләнде ура­тып сабып, урынды яңылышмаҫ өсөн оло ҡаҙыҡ ҡаҙап китергә ки­лештек. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ, Бөрйән егеттәре әҙерләгән ҡайын бағананы әрсеп, ике яҡлап ослап, ергә ҡатып ҡуйғас, Әхмәт Сөләймәнов, Әхиәр Исхаҡов, Рәшит Яҡшыбаев ағайҙар тарихҡа байҡау яһаны, был эштең, йәғни хәтер яңыртыуҙың зарурлығын, мөһимлеген билдәләне. Аҙаҡ инде Хөрмәтулла хәҙрәт изге урынға, үтә лә файҙалы эштең башланғы­сына фатиха биреп, аят бағышла­ны. Бағананың бер урынын балта менән уйып алып, шунда имзала­рыбыҙҙы ҡалдырып китергә лә онотманыҡ. "Ошо урында киләсәктә ете ырыу башҡортоноң тамғалы ағасы тергеҙеләсәк" тигән тәрән мәғәнәле һүҙҙәр аҫтына дүрт ырыу вәкилдәре ҡул ҡуйғас, ниәте­беҙҙе йомғаҡлап ҡуйырбыҙ, иншал­ла. Әле стеланың төрлө вариантта­ры ҡарала. Иң яҡшыһы һайлап алынғас, быйыл көҙҙән дә ҡалмай, шул урынға килтереп ҡуйыу күҙаллана. Әхмәт ағай Сөләймәновтың хыялындағыса, буласаҡ стелаға ете яҡтан юл килеп тоташһа ине. Юл тигәндәй, иң тәүҙә шул мәсьәләне хәл итеү кәрәктер. Сөнки стеланы ҡуйып та, унда яҡын барырлыҡ булмаһа, тарихи урынды етемһерәтеп ҡалдырыуҙан ни фай­ҙа? Ул бит йәштәрҙе алып килеп, күрһәтеп, тарихыбыҙҙы онотмай, быуындан-быуынға күсерә килеү маҡсатында эшләнә. Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Ирек Зариповтың белдереүенсә, был башланғыс бөрйәндәрҙә яҡлау та­басаҡ. Иманым камил, баймаҡтар ҙа ситтә ҡалмаясаҡ. Башҡортостан­дың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә инеүенең 450 йыллығы алдынан тарихи ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк тантана итер: ете ырыу­ҙың дуҫлығын символлаштырған бағана тергеҙелер һәм киләсәктә лә беҙҙе ата-бабаларыбыҙ васыя­тына тоғролоҡҡа, тик изге эштәргә әйҙәп торор, тигән өмөт менән та­ралыштыҡ беҙ ул көндө Бөрйән еренән. 

Илһам ЙӘНДӘҮЛӘТОВ.

Баймаҡ - Әтек - Баймаҡ.

АВТОР фотоһы.



«Назад | Вперед »



 

Будет стела

Есть стела

 

Версия для печати
 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS