2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга


«Назад | Вперед »


Главная  /  О нашей деревне  /  Топонимика



Әтек: ер – һыу атамалары


Был легенда 1927 йылғы олатайым Зәки Зәкир улы Баймөхәмәтов тарафынан 1940 йылдың 15 июнендә яҙып алынған булған , үкенескә ҡаршы ауылдағы 1982 йылдың 20 июнендәге көслө ҙур янғын ваҡытында яҙмалары бөтөнләйгә юҡҡа сыҡҡан , әммә олатайымдың хәтерендә һаҡланған. Мин, Иҫәнгилдина Резеда 1990 йылдың 13 февралендә яҙып алдым.




Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Ғәҙәмшина Рәйсә Ғәриф ҡыҙы эшкәртеүендә

Әтек ауылы тирә–яғының ер–һыу атамаларының исемлеге һәм улар тураһында тарихи мәғлүмәттәр.

 

Тау исемдәре

Ташморон    ауылдың уң осонда урынлашҡан. Элек – электән тәбиғәттең төрлө һынауҙарына бирешмәй үҙ көндәрен кисергән. Урыны йылғаға һыйынып, морон формаһында алға сығып тора.

Суҡҡарағас – Ташморон тауының дауамы булараҡ, уға тоташып тора. Был тауҙың битләүе тотошлайы менән ҡарағас ағасы менән ҡапланған, араһында йыуан, оҙонлоғо 25 – 30 м еткән 15 – 20 – ләп солоҡ ҡарағастар була торғайны. Уларҙың күбеһен йәшен атҡан, йә ҡартайып ҡолап бөттөләр, ә ғәҙәти ҡарағастар әле лә ауылдың йәме булып ултыралар.

Аҡтау              Суҡҡарағас тауының дауамы булып тора. Тауҙың үҙәк өлөшө һәм башы яланғас, ҡырҙан, ысынлап та, ағарып торған кеүек, ҡыш көнө бигерәк тә исеменә тап килә.

Күс юлы        Элек ауыл халҡы йәйләүҙәргә күскәндә ошо тау бите аша үткән юлдан китә торған булған. Ауыл халҡы икегә бүленеп, ике урынға күскән. Ауылдың уртаһында мәсет булған. Мәсеттең үр яғы Түбәйорт тигән ергә, ә түбән яғы Бәләкәй Салажы яланына күскәндәр

Әтек ауылына нигеҙ һалыусылар булып тарихи мәғлүмәттәр буйынса Баймаҡ районы II Этҡол ауылы кешеләре ошо юлдан күсенеп килеп ултырғандар.

Ноҡот тауы – Тау яланғас, ағас юҡ, тәбиғәттә һирәк осрай торған ҡырағай сәтләүек – ноҡот күпләп үҫә торғайны. Яҙ көндәре алһыу сәскә атып, тау бите матур төҫ ала ине. Ауылда кәзә – һарыҡ күп булып үрсегәс, ноҡотто бөтөнләй бөтөрҙөләр, тип әйтергә мөмкин.

Хәҙрәт юлы - Әтек ауылында Бөрйән районында беренселәрҙән булып Баймаҡ районы II Этҡол ауылының Хәлил исемле байы мәсет төҙөтә. Етем ҡалған Мөхәмәтшәриф исемле малай Хәлил байҙың йәй көндәре малын көтә, ә ҡыш көндәре уҡый. Малай бик отҡор булып сыға. Хәлил бай, артабан уҡыуын дауам иттереү өсөн, Мөхәмәтшәрифте Бохараға уҡырға ебәрә. Унда уҡып, хәҙрәт дәрәжәһе алып ҡайтҡас, Хәлил Әтек ауылына мәсет төҙөтә һәм Мөхәмәтшәрифте хәҙрәт итеп алып килә. Мөхәмәтшәриф хәҙрәт тирә – йүнгә йөрөгәндә, ошо тау битенән үткән һуҡмаҡ буйлап йөрөр булған.

Бешәлетау – Тау бите ҡуйы ҡарағай ағасы менән ҡапланған булған. Элек көслө янғын булып, урман янып бөткән. Хәҙер бөтөнләйе менән ҡарағай ағасы ҡалмаған, тик исеме генә һаҡланған халыҡ телендә.

Һимеҙтай      тәүге исеме, телдән телгә күсеп, килеп еткән. Мәғлүмәттәр буйынса, Әтек ауылында Рәхмәтулла исемле бай булған. Ул Ғәрәбстанға хажға барған. Шуның өсөн Рәхмәтуллахажы тип йөрөткәндәр. Ул бик күп ат тотҡан. Яҙ һәм көҙ көндәре уның аттары ошо тау битендәге ҡарағайлыҡ урманында йөрөгәндәр. Көндәрҙең береһендә уның бер аты тауҙан шыуып үлә. Бының өсөн бай ат ҡараусы ялсыһын бик ҡаты туҡмаған, йәнәһе, һинең йүнһеҙлегең арҡаһында ниндәй һимеҙ тайым әрәм булды, тигән.

Ослотау        Конус – пирамидаға оҡшап, башҡа тауҙарҙан үҙенең ослайып сығып торған түбәһе менән айырыла.

Бәйет тауы – Ямғыр яумағанда, йә оҙаҡ ямғыр яуһа, ауыл халҡы йыйылып сығып, ошо тау битләүендә теләк теләп, төрлө доғалар уҡып, аллаға ялбарғандар.

Тирмән тауы – Был тауға һыйынып ҡына ҙур булмаған йылға аға. Ул Ҡана йылғаһына һул яҡтан килеп ҡушыла. 1930 йылдарҙа ошо йылғаның Ҡанаға ҡушылған урынын быуып, һыу тирмәне төҙөйҙәр. Был тирмән ошо тирәләге иң ҙур тирмәндәрҙең береһе була. Тирмәнсе булып, үҙенең оҫталығы менән тирә– яҡта дан ҡаҙанған Миңлеғолов Ғиниәт тигән кеше эшләй. Тирмән һуғыш башланыр алдынан туҡтай, сөнки тирмәнсе Монасип ауылы тирмәнен төҙәтеү эшендә, аңғармаҫтан, тирмән ташына йығылып ауыр яранан үлеп китә.

Ҡыя юл -           Әтек ауылы кешеләре Иҫке Тарыуал, Тәтегәс, Ырғыҙлы яҡтарына йөрөгәндә ошо тау битенән ҡыялатып ҡына юл ҡаҙып сыҡҡандар. Бара – тора ул ҙур юлға әүерелә.

Ҡаҙғантау    Кананикольск менән бәйләнеш тотоу өсөн берҙән – бер юл ошо тау аша үткән. Кананикольскиҙа баҡыр иретеү заводында баҡыр иретеп, арба - саналарға тейәп, ошо юлдан Иҙелгә ташығандар. Унда, һалдар эшләп, баҡырҙы тейәп, Иҙел буйлап түбән аҡҡандар. Ырымбурҙан генерал-губернатор килеп, Ырғыҙлы яғына, Кананикольскиға бара тип, урындағы властар, халыҡты йыйып сығарып, юлды ҡаҙҙырып төҙөткәндәр. Шунан ҡалған инде ул тау исеме.

Шыуҙырғыс – Элек кешеләр ағасты сортаментҡа турап, ат менән тау башынан аҫҡа табан шыуҙырып, тәгәрәтеп төшөргәндәр. Шыуҙырыу өсөн билдәле бер киңлектә тау башынан аҫтына тиклем ағасын ҡырҡып сыҡҡандар. Шунан һуң йылға ярына төшөрөп, һал менән түбән яҡҡа, ялан яҡтарына ағып барып һатып,үҙҙәренә кәрәк – яраҡтарын алып ҡайтып көн күргәндәр.

Сейәлетау   Тау бите ҡарағай урманы менән ҡапланған, араһында сейәлек күп булған. Тик көслө янғын булыу сәбәпле тау битендәге ҡарағай урманы менән сейә ҡыуаҡтары бөтөнләйе менән янып бөткән. Хәҙер яланғас тау булып ҡалған, ер еләге була, ә сейә – юҡ.

Әбей үлгән – Тау емеш – еләккә, йыуаға бик бай булған. Яҙ көнө асығып бер әбей сығып китеп йыуа йыйып ашап йөрөгәндә, серле рәүештә бер таш өҫтөндә ултырған килеш үлә. Шунан ҡалған исем, тиҙәр.

Артышлытау – Тау бите аҫтан башына тиклем түшәлеп үҫкән артыш ҡыуаҡлығы менән ҡапланған.

Ҡыҙҙар ҡарауылы   Легендалар буйынса, ҡайҙандыр килгән кеше ауыл ҡыҙҙарын йыйып алып китә, имеш, тигән һүҙ тарала. Серле рәүештә халыҡ үҙҙәренең ҡыҙҙарын йәшереү өсөн белендермәй генә ошо тау ҡуйынында йәшереп тотҡандар. Ашау – эсеү өсөн алмашлап, һиҙҙермөй генө аҙыҡ ташығандар һәм ҡыҙҙарҙы алмашлап ҡарауыллағандар, имеш.

Туҡмаҡ           Ауыл халҡы ошо тау аша һалынған һуҡмаҡ юлдан Иҫке Собханғолға, Ябаҡҡа, Маҙалыға йөрөгәндәр. Тау итәге яланғас. Нисектер, халыҡ уны Тупаҡтау тип атай. Шунан һуңыраҡ Туҡмаҡтау тип йөрөтә башлағандар.

Кәзәтау         Тау ауылдың түбәнге осонда урынлашҡан. Ауыл кәзәләрен шул тау итәгендә көтә торған булғандар.

Аҡбикә тауы – Аҡбикә тауы тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Борон бер ҡарттың Аҡбикә исемле ҡыҙы була. Үҙенә ун икенсе ҡатынлыҡҡа һоратып, Аҡбикәгә бер бай килә. Аҡбикә байҙы яратмай һәм ҡасып китә. Бай белеп ҡала һәм артынан ҡыуа сыға. Аҡбикәне ҡыуып етеп, тотоп алһа, ул таш һынға әйләнгән, ти. Шунан башлап Аҡбикә тауы тип атала.

 

 

Ялан – туғай исемдәре

Ҡана яланы – Ялан Әтек менән Мәндәғол ауылы араһында тау башында урынлашҡан.

Ҡана туғайы - Әлеге Әтек ауылы ултырған урын һәм йылға буйындағы туғайлыҡтар элек Ҡана йылғаһы үҙәне булған. Ваҡыт үтеү менән йылға үҙенең үҙәнен үҙгәртә барған һәм ул ерҙәр әкренләп кенә тупраҡ һәм үҫемлектәр менән ҡаплана килгән.

Йәнһыуалған – яланы ауылдың һул яғынан 6 км алыҫлыҡта тау башы яланы. Элек, ер эҙләп, кешеләр ҡайҙа уңайлы, шул ергә барып ултырғандар. Бында ла ҡайҙандыр 3 – 4 ғаилә килеп ултырып, йәшәй башлаған. Ваҡыт үтеү менән ниндәйҙер сәбәп арҡаһында бер көндө бөтә булған йән эйәһе үле булып сыҡҡан. Шуның өсөн шул исемде биргәндәр, имеш.

Тарыбай        яланы хәҙерге Әтек – Үркәс юлы эсендә урынлашҡан, ауылдан 8 км алыҫлыҡта.

Элекке осорҙа ергә ҡарата һәр кешенең үҙ өлөшө булған. Ошо яланға тары сәскәндәр, һәр саҡ мул уңыш биргән. Шул сәбәпле ошо исемде биргәндәр, имеш.

Ҡара һыйыр - яланы Әтек менән Иҫке Тарыуал ауылы юлы эсендә урынлашҡан, ауылдан 7 км алыҫлыҡта. «Бабсаҡ менән Күсәк бей» эпосында Ҡарағөлөмбәттең үҙ атаһы түгел икәнлеген, атаһы Бабсаҡ батырҙың ҡара эсле Ҡарағөлөмбәт уғынан йәне ҡыйылғанлығын белгән Күсәк, ата ҡонон ҡайтармаҡ булып, юҡҡа сыға. Ҡыпсаҡ илендә йөрөп, батырҙар йыйып, ир ҡорона тулғас, хәйер­се булып кейенеп Ҡарағөлөмбәт йәй­ләүенә килә. Уның ҡаты ойотҡанды өскә бүлеп, ике өлөшөн ашап сығыуынан да Ҡарағөлөмбәт һеркелдәп ҡуя. Йәмилә, әсәһе, бер ни ҙә һиҙмәй. Күсәк ғәскәре үгәй ата­һын тар-мар итә. Бөрйәндәрҙән бер йәнде лә һау ҡалдырмаҫҡа ҡарар иткән Күсәк, мин Ҡарағөлөмбәт нәҫе­ленән түгел, тип инәлгәс кенә 13 йәшлек бер ҡыҙҙы иҫән ҡалдыра. Ошонан (бер йәндән) район исеме Бөрйән ки­леп сыға ла инде. Күсәк еңелгән Ҡарағөлөмбәтте шыр яланғас ҡалдырып, танауынан тишеп бау үткәреп, ҡара һыйырға арты менән атландырып (Ҡара һыйыр яланының исеме лә - ошонан), Ҡыпсаҡ ырыуына юл то­тҡан, уны Ҡыпсаҡ ауыл­дарында мәсхәрәләп йөрөткән. Атайсал яла­нын үткәндә Күсәккә Ҡарағөлөмбәт инәлә икән: «Ыҙалатма, атай, сал да ҡуй,» - тип. Ошо­нан яланға Атайсал исе­ме йәбешеп ҡалған. Ә үгәй атаһынан үҙенә атай тип көсләп әйттергән Күсәк. Был да үҙенә күрә мәсхәрәләү, кәмләүҙең бер юлы булған...

Өкөй йәки Таш өй –   яланы тип тә йөрөтәләр, сөнки Ҡана йылғаһы буйында урынлашҡан был тауҙың йылға ситендә генә өң һымаҡ ҙур таш соҡоро бар, шуға уны өй тип атағандар. Бының турала шундай легенда йөрөй. Алдар батыр йәшәгән ауылдың бер һунарсыһы ошо өң эргәһендә таш башында ултырған аталы – инәле ике йән эйәһенең атаһын атып үлтергән, ә тере ҡалғаны сәстәрен биленә тиклем төшөрөп, тубыҡланып ултырып, илай – илай ҡарғай икән. Шунан күп тә үтмәй, Алдар ауылы кешеләре тулыһынса үлеп бөтәләр, имеш.

Борсаҡ һуҡҡан –          яланы Әтек – Иҫке Собханғол юлы эсендә, ауылдан 6 км алыҫлыҡта. Бер кеше үҙ өлөшөнә тейгән ошо урында ашлыҡ сәскән. Йыл һайын боҙ яуып, уның ашлығын юҡҡа сығарған. Шунан боҙҙо борсаҡ тип, «Борсаҡ һуҡҡан», тип атап йөрөтә башлағандар.

Түбәйорт яланы -        Әтек ауылынан 14 км алыҫлыҡта яҫы ғына тау түбәһе яланы. Ауыл халҡы элек йәйләүгә бер ни тиклем ваҡыт ошо яланға күсеп, йәйләү өсөн йорттар төҙөп, шунда йәшәгәндәр. Исеме шуға ярашлы.

Ҡурпы туғай               Ҡана йылғаһы тамағының ҡаршы яғында урынлашҡан. Ағиҙел ярының уң яғында. Йәй көнө үләнен бесән итеп йыйып алып бөткәс, көҙ көнөнә оҙон һәм ҡуйы булып ҡурпы үләне үҫә икән.

Ҡарасәс яланы         Әтек – Иҫке Собханғол юлы эсендә, ауылдан 8 км алыҫлыҡта ята. Ҡарасәс исемле ҡыҙ була. Атаһы һуғышҡа китә. Ҡыҙ әсәһе менән генә ҡала. Ул шундай матур, сибәр була. Күп тә үтмәй, әсәһе биҙ менән ауырып үлеп китә. Ҡыҙ яңғыҙы ҡала. Атаһы кешеләрҙе бик яратҡан була. Ләкин һуғыштан атаһының үлеүе тураһында ҡара ҡағыҙ килә. Ҡыҙ ҙа кеше йәнле була, уларға ярҙам итә, ләкин уның йәшәгеһе килмәй. Урманға барып, исем – фамилияһын яҙа ла аҫылынып үлә .Ул урынға «Ҡарасәс аҫылынған” ер тип исем бирәләр. Ә һуңынан ҡыҫҡартып, «Ҡарасәс» тип кенә йөрөтәләр.

Мерәҫ киткән яланы -             боронғо легендаларҙан һаҡланып ҡалыуынса Күскәрбәк-Иҫәнғазы ауылында Атанғол тигән бай йәшәгән. Ике ҡатыны булһа ла балалары булмаған. Шул сәбәпле Әтек ауылынан Мерәҫ исемле малайҙы аҫырауға (уллыҡҡа) алған. Бер ваҡыт бай Орск өйәҙе яғына юлға сыҡҡан ваҡытта серге (ыңғырсаҡҡа түшәр өсөн алтын – көмөш менән биҙәлеп эшләнгән түшәк) табып алған һәм был сергене үҙенә алған. Ваҡыт үтеү менән сергенең Атанғол байҙа булыуы тураһында халыҡ араһында һүҙ таралған, һәм һүҙ губерна чиновниктарына ла барып еткән. Оҙаҡламай серге эше буйынса тикшереү эштәре башланған. Әлбиттә, Атанғол бай сергенең фажиғәгә килтереүен белмәгән. Сергене табып алыуы тураһында тынған. Һуңынан губерна тикшеренеүселәре тарафынан тентеү үткәргәндә, серге Атанғол байҙа табылған. Шаһиттарҙың күрһәтеүе буйынса, был сергенең хужаһы (Орск чиновнигы) үлтерелеп, таланған булған, ә серге үлтереүселәр тарафынан ташлап ҡалдырылған. Губерна тикшеренеүселәре был сергенең фажиғәһендә Атанғол байҙың ҡатнашыуын белдергәндәр һәм эш буйынса яуаплыҡҡа тарттырылыуын әйткәндәр. Атанғол бай эштең асылына төшөнгәс, эштең нимә менән бөтәсәген аңлап, яҡлаусылар яллай башлаған. Һәм был попечителдәр – (суд коллегияһы, предварительный суд) яҡлаусылар эштең ауырлығын, ҙурлығын баһалап, Атанғол байҙан һалым түләү талап иткәндәр. Тикшереү эштәре оҙаҡҡа һуҙылыу сәбәпле һәм ҙур суммала сығымдар талап иткәнлектән, Атанғол бай һуңынан бөтөнләй бөлгән: өйөр – өйөр йылҡылары һәм башҡа малдары был сығымдарға етмәгән. Ошондай эштәрҙе күреп үҫкән Мерәҫте аҫырауҙан Атанғол бай баш тартҡан. Мерәҫ Әтеккә йәйләү яланына («Мерәҫ киткән» тип йөрөтөлгән яланға) ҡайтып киткән. Үҙенең етемлеген Мерәҫ, артабан йәшәүенең ауырлығын һиҙенепме, ҡырға сығып киткән. Ауыл халҡы малайҙы онотҡандарынса эҙләгәндәр. Ләкин малай табылмаған, ғәйеп булған. Күп йылдар үткәс, Мерәҫ ҡаҙаҡ ҡыҙына өйләнеп, ҡатыны менән Әтеккә ҡайтып төшкән. Мерәҫ менән ҡатынынан таралған аралыҡты шул ваҡыттан алып «инә ҡаҙаҡтар» араһы тип йөрөтә башлағандар. (Хәҙерге Мерәҫовтар, Сирбаевтар Мерәҫ нәҫелдәре булалар). «Мерәҫ киткән» яланының ҡиссаһы ла ошонан ҡалған. Олатайым һөйләүе буйынса, боронғо ҡарттар табып алған нәмәне үҙләштереүҙе оҡшатмағандар һәм был турала кешегә һөйләүҙе мотлаҡ тип уйлағандар.

Күскәрбәк Атанғол байҙың табып алған сергегә байлығы ла етмәгән, тип тә әйтә торған булғандар. Был легенда 1927 йылғы олатайым Зәки Зәкир улы Баймөхәмәтов тарафынан 1940 йылдың 15 июнендә яҙып алынған булған , үкенескә ҡаршы ауылдағы 1982 йылдың 20 июнендәге көслө ҙур янғын ваҡытында яҙмалары бөтөнләйгә юҡҡа сыҡҡан , әммә олатайымдың хәтерендә һаҡланған. Мин, Иҫәнгилдина Резеда 1990 йылдың 13 февралендә яҙып алдым.

Яулыҡ киҫкән            Борон – борон заманда бер бай йәшәгән. Ул кәйеф – сафа, мәжлес ойошторор булған. Ҡунаҡҡа йөрөүҙе йәки саҡырып ҡурай моңо тыңларға яратҡан. Бер мәл байрам ваҡыты килеп еткән. Был байрамға тирә- яҡтан да кешеләр килгән. Шул ваҡыт бай былай тип әйткән: «Кем дә кем, күҙ бәйләп, яулыҡ ҡырҡа, шул кешегә байлыҡ бирәм». Ниндәй генә оҫталар ярышмаһын, барыбер эштәре килеп сыҡмаған. Шул саҡ бер ярлы егете: «Мин ҡырҡып ҡарайым әле яулыҡты», - тигән. Һәм ул, күҙен бәйләп, аты менән сабып барып, яулыҡты ҡырҡҡан. Шул ваҡыттан алып был урынды «Яулыҡ киҫкән» ер тип йөрөтәләр.

 

 

Йылғалар

Ҡана - Ҡана йылғаһының уң ҡушылдыҡтары Оло Салажы, Бәләкәй Салажы, Мусағәле, Байғотоҡ Туҡмаҡ. Һул ҡушылдығы – Сапа йылғаһының тарихы билдәле түгел. Тик шундай имеш – мимештәр йөрөй. Алдар батыр ике тапҡыр тархан исеме алғас, уның ер – һыуҙары сикһеҙ күп булған. Ул үлгәс, ҡайҙандыр уның ҡыҙы килеп: «Минең атайымдың 32 Мусағәле, 46 Салажы йылғаһы булған. Шулар ҡайҙа?» - тип таптырып йөрөгән, имеш.

 

 

Күлдәр

Хисам күле – Ҡана йылғаһы ярында урынлашҡан. Хисам исемле ҡарт гел ошо күлдә өйрәк тотҡан, яры буйында урынлашҡан ағастарҙан муйылын, ҡомалағын йыйған, балыҡ тотҡан.

Мәрхәм күле – Мәрхәм исемле кешенең ғаиләһе булмаған. Гел ошо күлдә балыҡ тотоп, шуны ашап йәшәгән. Халыҡ шуның өсөн ул күлгә Мәрхәм исеме биргән. Хәҙер ҙә балыҡсы кешене «Мәрхәм» тиҙәр.

 

 

Шишмәләр

Әлмәс ҡотоғо (шишмәһе)  ауыл эргәһендәге тау аҫтынан ғына сылтырап сығып ята. Ул шишмәне һәр саҡ Әлмөхәмәт исемле ҡарт таҙалап, тәрбиәләп торған. Аҙаҡ үҙе лә йортон шул шишмә эргәһенә төҙөгән. Шунда йәшәгән. Шуға күрә халыҡ шишмәне «Әлмәс ҡотоғо» тип йөрөтә башлаған.

Тумарлыҡ шишмәһе -     еректәрҙән торған бәләкәй өйкөм урманда, тирә – яғында – һаҙлыҡ, сәсле түмәр үҫкән. Кешеләр унда барырға ҡурҡҡандар. Аждаһа, йылан бар, йәнәһе. Ысынлап та, төрлө йыландар күп булған, һаҙлыҡлы урын булғанға. Хәҙер һаҙлығы ла, сәсле түмәре лә кәмегән. Шишмәне, Иҫәнғазы ауылынан күсеп килгәс, Алғазин Хаммат бабай тәрбиәләп тота. Тирә – яғын кәртәләп, торба ҡуя. Кеше эсеү өсөн һыуҙы шунан ала. Әлеге көндә ул кәртәләгән ерҙә ағастар имен үҫә, ә кәртәләнмәй ҡалған ерендәге ағастар бөтөп бара, сөнки кәзәләр нимә ҡуя һуң ул?

Мусағәле      йылғаһына ла исем күптән бирелгән. Элек бер ҡатын булған. Уның Муса һәм Ғәли исемле улдары булған. Ире ауырып үлеп киткән булған. Малайҙарына ни бары 5 кенә йәш булған. Малайҙарын көтөргә хәле булмаған. Һыу буйына барып, ике малайын тоҡҡа һала ла һыуға ағыҙа, ә үҙенә бысаҡ сәнсә .Малайҙарҙың исемдәрен йылғаға бирәләр. Был йылға әлеге ваҡытта ла ағып ята.

 

 

«Назад | Вперед »

 

 

 

 

 

О замачательных людях

 

 

 

 

 

 

 


Если у Вас возникнут замечания, пожелания и добавления убедительно просим сообщить по адресуatikovo@rambler.ru

или позвонить по телефону: 8 (34755) 3-38-21

 


 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS