Парижда ла булдыҡ беҙ

йәки 1812- 1814 йылғы Ватан һуғышы тураһында

 


1836-1839 йылдар эсендә бөтә Рәсәй буйынса 1812 йылғы Ватан һуғышындаҡатнашҡан ветеран-яугирҙәрҙең иҫәнҡалғандарын иҫәпкә алыу үткәрелә. Ләкин, минеңсә, иҫәпкә алыу теүәл үткәрелмәй. Юғарыла әйтелеүенсә, Бөрйән һәмҠарағай-ҡыпсаҡволостарынан, йәғни 6-сы кантондан бөтәһе мең ярым яугир һуғышҡа оҙатыла. Белеүебеҙсә, уларҙың күбеһе һуғыш яланында һәләк булған. Иҫәпкә алынғандар исемлегендә ни бары 63 кеше теркәлә.

Ғ. ИШБУЛАТОВ.Таң 2010 йыл, 8 апрель, №40


Түбәндә Бөрйән районы ауылдарынан 1812 йылғы Ватан һуғышындаҡатнашып, 1836-1839 йылдарҙа тере булған яугирҙәр тураһында мәғлүмәт бирелә.


 

Яугирҙәрҙең исем-фамилияһы

Наградалары

Йәшәгән урыны

.1.

Зауряд-хорунжий

Килдеғол Иглик улы Ибраһимов

"1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн",

"1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә" миҙалдары

Байназар ауылы

2.

Әбделмоьмин Нәҙерғолов

Икешәр көмөш миҙал

 

3.

Буранғол Әбделкәримов

 

 

4.

Ҡорманғәле Миңлейәров

 

 

5.

Ишназар Дәүләткилдин

 

 

6.

Ишбулат Науразбаев

 

 

7.

Рәхмәтулла Мәрәсов, 1793 йылда тыуған, һуңынан Нәби (Нәбиулла) ауылына күсә.

 

 

8.

Сирбай Байрамғол улы Әмиров, яу кырында һәләк була

 

 

9.

Аралбай Йәнекәев

 

Әбделмәмбәт (Үҙән, Иглик)

10.

Йәғәфәр Ишсурин

 

 

11.

Килдебай һырлыбасв

 

 

11

Байрамғол Игликов

 

 

13.

МөхәмәтәминҠошйетәров, һуңынан Яуымбай ауылына күсә

 

 

14.

ҮҙәнбайҠошйетәров, аҙаҡЯуымбай ауылына күсә

 

 

15.

Урядник Дәүләткилде Ҡулыҡасов

Ике көмөш миҙал

Тимер ауылы

16.

Мырҙа (Мырҙағол) Өмөтҡужин

 

 

17.

Юлдыбай Тулыбаев

 

 

18.

Аҡназар Иҫәнгилдин

 

 

19.

Ҡәһәрмән Сирбаев

 

 

20.

Ниғмәтулла Юлъяҡшин

 

Байғаҙы

21.

Урядник ДәүләтҡолҠолаҡаев

 

Бикташ

22.

Динмөхәмәт Бикташев 

 

 

23. 

Мырҙағул Рамазанов

 

Монасип

24.

Ғәлебай Рамазанов

 

 

25.

Зыянбирҙе Тойғонов

 

 

26.

Көмөшбай Булатов

 

 

27.

Буланбай (Буранбай) Айытҡолов

 

 

 

 

 

 

 Бөрйән волосы (олосо) ауылдары

28.

Аҙнабай Юлдыбаев

Ике көмөш миҙал

Әтек ауылы

29.

ИшмырҙаҠолһарин

 

 

30.

Яйыкбай Яңыбаев

 

Усман

31

Ишмырҙа Үтәғолов

 

 

32.

Арыҫлан Хәмитов

 

Кейекбай (Баштире)

33.

Иҫәнғол Килмәмбәтов

 

Иҫәнғазы (Күскәрбәк)

34.

Балдыбай Килмәмбәтов

 

 

35.

Усман Килмәмбәтов

 

 

36.

Йәрмөхәмәт Иәнсурин (Зиансурин)

 

Йәрмөхәмәт (Маҙал)

37.

Байрамғол Бәхтиоров

 

Яҡшығол

38.

ИсмәғилИҫәнбирҙин

 

 

39.

Байгилде Ишҡыуатов

 

 

40.

Ғөбәйҙулла Күлгәрәев

 

 

41.

Хәбибулла Күлгәрәев

 

 

42.

Зауряд-хорунжий ҠондоҙбайҠолдәүләтов

Ике көмөш миҙал

Собханғол (Алағуян тамағы)

43.

ҒәбделваһапҠужабеков

 

 

44.

Иҫәнғужа (Иҫәнғол)Ҡунаҡҡужин

 

 

45.

ҒөбәйҙуллаҠолдәүләтов

 

 

46.

ДәүләтҡолҠолдәүләтов

 

 

47.

Иомагол Алғаиров

 

 

48.

ИшмырҙаТГшбаев

 

Ишдәүләт

49.

Ғүмәр Моратшин

 

 

50.

Байбулат Арыҫланголов

 

Иҫке Мөсәт

51.

Ҡаҙыргул Ильяҡшин'

 

 

52.

Иг(ш)дәүләт Яҡшыдәүләтов

 

 

53.

һатыуҠаҙыбәков

 

 

54.

Ҡарағол Солтанғолов

 

Ғәлиәкбәр

Түңгәүер волосы (олосо) ауылдары

55.

Итбай Елекбаев

 

Аҫҡар ауылы

56.

Илсеғол Юлдашбаев

 

 

57.

Нәҙерғол Зыянбирҙин

 

 

58.

Әбүталип һырлыбаев

Ике көмөш миҙал

Мәһәҙей

59.

Ишмырҙа Яулыбаев

 

 

60.

Ғәбделғафар Әхмәров

 

 

61.

Юлбирҙе Баркотов

 

 

Тамьян волосы (олосо} ауылы

62.

Зауряд-хорунжий Ишкенә Көсөкҡолов

 

Ҡолғана

63.

Зитәнбай (Ситәнбай) Ниғмәтуллин

 

 




 

1914  ЙЫЛҒЫ  БЕРЕНСЕ  ДОНЪЯ  ҺУҒЫШЫ  БАШЛАНЫУҒА  - 100  ЙЫЛ

Бөрйәндәр- Беренсе  донъя  һуғышында

Барыһы ла хәйлә,

барыһы ла золом,

Улар тик һеҙҙе һаталар,

Беҙҙең башты

буштан бушҡа

Ҡанға батырып

юғалталар.

Дауыт Юлтый.

"Сумка" шиғырынан.

1916 йыл.

 

Беренсе донъя  һуғышы - егерменсе  быуатта  миллиондарҙың  ғүмерҙәрен өҙгән ҡот осҡос һуғыштарҙың береһе.

 

Беренсе донъя һуғышы 1914 йылдың 28 июленән алып 1918 йылдың 11 ноябренә  тиклем дауам иткән. 1939 йылдағы Икенсе донъя һуғышы башланыуға тиклем ул «Донъя һуғышы» йәки «Бөйөк һуғыш» исеме менән йөрөтөлгән. Беҙ уҡыған осорҙа уны "Им­периалистик һуғыш", оло­лар "Герман һуғышы" тип тә йөрөтәләр ине. һуғыштан алда донъяның иң ҡеүәтле дәүләттәре бер-береһенә ҡаршы торған ике альянсҡа берләшкән: Берләшкән  Ко­роллек, Франция һәм Рәсәй империяһынан  торған Ан­танта һәм Германия, Австро- Венгрия һәм Италиянан Үҙәк дәүләттәр берлектәре барлыҡҡа килгән. Һуғыш ба­рышында альянстарға башҡа дәүләттәр ҙә ҡушылған: Антантаны Италия, Япония һәм Америка Ҡушма Штаттары, Үҙәк дәүләттәрҙе иһә Ғосман империяһы һәм Болгария тулыландырған. Шулай итеп, донъя тарихындағы иң оло һуғыштарҙың береһенә 70 миллиондан ашыу кеше йәлеп ителгән.

һуғыштың тәүге йылдарын­да уҡ Өфө губернаһынан 300 мең кеше армияға алына, Өфөгә тән йәрәхәттәре алған 800 яугир ҡайтарыла, арта­бан да яралы һалдаттарҙы лазаретҡа әйләндерелгән уҡыу йорттарына килтереү дауам итә. Өфө губернаһынан 1917 йылға 323,2 мең кеше (эшләгән ир-аттың 45%- ы), Ырымбур губернаһынан - 160,3 мең кеше (49,6%) мобилизациялана. Фронт өсөн 1914—1916 йылдарҙ  халыҡтан 25 меңдән артыҡ ат йыйып алына.

һуғышта ике яҡтан да юғалтыуҙар ҙур була, ғәскәрҙәр ныҡ хәлһеҙләнә. Ошо донъя күләмендәге һуғышҡа Бөрйән районы­нан киткәндәрҙең дә күбеһе тыуған иленә әйләнеп ҡайта алмай.

Юнир Салауатов, пенсионер:

- Миңә 14-15 йәш булғанда, йәғни 1960 йылдарҙа, ни эшләптер, яугирҙәр тураһында аҙ һөйләй торғайнылар, улар үҙҙәре лә һуғыш тураһында һөйләргә әүәҫ булманы. Ола­тайым Мөтиғулла Салауатов Беренсе донъя һуғышында рядовой һалдат булған һәм уға граждандар һуғышында ла ҡатнашырға тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы йылда­рында, йәше оло булғас, уны хеҙмәт фронтына ебәрәләр. ("Киске Өфө" гәзите, 19, 2009 йыл.).

Исмәғил Ишбаев, мәғариф ветераны:

- Атайым Ишбаев Сәхиулла Мәхийән улы 1882 йылғы. Беренсе донъя һуғышында артиллерист була, орудиены аттар менән алып йөрөгәндәр. 1915 йыл  ике яҡ та химик ҡорал ҡулланыуҙан тартын­май. Тоҡанып киткән газ һуғышының береһендә  атай­ым ағыулана һәм тыуған ауы­лына ҡайта. Ҡайтҡас, "Марс" колхозында ҡортсолоҡта эшләне. Мәндәғол ауылы янында ҡортсолоҡ эшендә йөрөй торғайны. Берлектең Үрге Ыҙмаһында ла аласыҡ ҡороп ҡорт ҡараныҡ, атайым мал да ҡараны. Беҙҙе Баҙал, Мәсем тауҙарына ла алып йөрөр ине. Атайым 1946 йыл­да үлеп ҡалды.

Рамаҙан Ғәҙәмшин, уҡытыусы-пенсионер:

- Беҙҙең дә олатай Ғәҙәмша Дәүләткилдин Беренсе до­нъя һуғышында үлеп ҡалған. Яуҙа үлеп ҡалыусылар исем­леге табылғас, тыуған яҡты өйрәнеүсе - эҙәрмәндәр мәғлүмәттәр табырына ыша­нам.

Сәлихйән Дәүләтбирҙин, һуғыш һәм мәғариф  вете­раны:

-Зарипов Зәкир Мөхәмәтғариф улы (1881 йылғы) Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, полко­вой мулла, БДҺ Мосолмандар полкы хәрби революцион комитетында ағза булып хеҙмәт  итә. 1930 йыл Кеме­рово өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһына һөргөнгә ебәрелә. Брәтәк ауылында 95 йәшендә үлә.

Мәрйәм һатыбалова, хаҡлы ялда:

- Һатыбалов Юныс Хәким улы (1890 й.) Герман һуғышында ҡатнашҡан. Яуҙа бик оҫта немец уҡсыһы беҙҙекеләрҙе сәпәп тик ята икән, ахыры, атайым түҙмәй, артынан барып, мылтыҡтың приклады менән үлтерә һуҡҡан. Дәһшәтле, ҡаты алышта яралана, һул яҡ ҡулы, арҡа, яурын башы алты урын­дан штык менән сәнселгән. Моргта һушына килгән. Харь­ков, Одесса госпиталдәрендә ята. 1917 йыл һуғыштан ҡайта. Гөрләтеп донъя көтөп, 1991 йыл 101 йәшендә үлеп ҡалды.

-

 

Беренсе до­нъя һуғышында ҡатнашыусылар исемлеге:

 

Аҫҡар ауылынан:

Зәйнетдинов Нәжметдин Зәйнетдин улы (1888 й.), Ғиззәтуллин Ғибат Ғиззәтулла улы (1888 й.), Ғәлиуллин Ди­нислам Ғәлиулла улы (1887 й.),

 

Аралбай ауылынан: Арал­баев Ғүмәр, Әмирханов Йомағужа.

 

Байназарҙан: Салауатов (Нотоғулла) Мөтиғулла Шах­нияз улы (1892 й.), Назаров Мөхәмәҙиә Әбсәләм улы (1894 й.), Мансуров Нәжметдин Хәйретдин улы (1894 й.), Ма­ликов Рамаҙан Абдулла улы (1892 й.), Ҡасҡынов Салауат Мөфтәхетдин улы (1890 й.), Ҡоҙашев Хәмит Ғәле улы (1890 й.), Идалин Мостафа Б. (1892 й.), Исламғолов Ғәлиәхмәт (1892 й.), Дәүләтшин Нурәхмәт Дәүләтша улы (1892 й.), Байна­заров Ағзам Абдулла улы (1893 й.), Алтынбаев Ғибәҙулла Канифулла улы (1892 й.), Ай­ытбаев Фазлетдин Заһретдин улы (1895 й. Әтек), Үтәбаев Рәсүл Насырйән улы (1895 й.) һ.б.

 

Тимер ауылынан: Бәҙәмшин Ханнан Зарип улы (1896 й.), Мырҙағолов Талха Су­фиян улы(?), Мырҙағолов Фәсхетдин Суфиян улы (1891 й.), Яубаҫаров Хәйбулла, Дәүләтбирҙин Әхмәтсафа һөйөндөк улы, Дәүләтбирҙин Әхмәтзата Иблийәмин улы (1892 й.), Аллабирҙин Хажнетдин Ғәләүетдин улы, Аллабирҙин Нәжметдин Ғәләүетдин улы (1894 й.), Алтынбаев Фәтхислам Әҙелмырҙа улы (1896 й.), Ал­тынбаев Фәсхетдин Ғәҙел улы (1892 й.), Яманғолов Айытҡол, Яубаҫаров Моста­фа, Ҡолдобаев Хөснитдин Хөсәйен улы (1895 й.), Мырҙағолов Шәрифйән Йәһүҙә улы, Ҡолдобаев Олоҡман, Алтыншин Ғибәҙәтдин, Яубаҫаров Һибәтулла, Ҡөҫәпҡолов Әбдрәхим, Ҡыуандыҡов Абдрахман, Күсәрбаев Ғилметдин Әхмәтдин улы (1891 й.).

 

Нәби ауылынан:

Мөфтәхетдинов Дәүләтғәле, Һатыбалов Юныс Хәким улы (1890 й.), Рәхмәтуллин Ҡәһәрмән Ғәлләметдин улы (1894 й.).

 

Мәндәғолдан: Иманғолов Абдразаҡ Ханнан улы (1895 й.), Йәлмәнбәтов Хәлил Ма­нап улы (1891Й.), Йәлмәнбәтов Ғәбиҙулла Усман улы (1896 й.).

 

Брәтәк ауылынан:

Айытҡолов (Ҡаипҡолов) Кираметдин Зәйнетдин улы (1890 й.), Зарипов Зәкир Мөхәмәтғариф улы (1881 й.).

 

Кейекбай ауылынан: Кей­екбаев Һиҙийәт Арыҫланғәле улы (1895 й.), Алтыншин Ғинийәт Зәйнулла улы (1887 й.), Алтыншин Мөжәүер Ғибат улы (1896 й.), Хәйруллин Ғәле Хәйрулла улы (1895 й.).

 

Килдеғолдан: Исҡужин Садиҡ Сөләймән улы (1894 й.), Һағынбаев Суфийән Сәйәх улы (1896 й.).

 

Мәҡсүт ауылынан: Мо­стафин Хәким Өмөтҡол улы (1895 й.), Әхмәтов Байрамғәле Ишмөхәмәт улы (1895 й.).

 

Яңы Монасиптан:Төлкөбаев

Сәғит Ғәле улы (1897 й.), Бу­ранбаев Ғәлиәхмәт X. (1891 й.), Йәғәфәров Мөжәүер Әхмәр улы (1892 й ), Әйүпов Нәжметдин Исхаҡ улы (1896 й.).

 

Исламбай ауылынан:

Кәримов Әхмәҙулла Зәйнулла улы (1887-1943 йй.), Кәримов Хәлит Зәйнулла улы (1896 й.), Хәйбуллин Әбделғәни (полковой мулла була), Аратов Шөғәйеп Хәсән улы (1891 й.).

 

Иҫке Собханғол ауылы­нан: Мусин Зариф Ғайсин улы (1889 й.), Мөхәмәтйәнов Сәлих Сафиулла улы (1894 й.), Ҡорманғолов Булат Абдулла улы (1891 й.), Бураҡаев Сын­тимер Хафиз улы (1889 й.), Әхмәтов Байрам Ишмөхәмәт улы (1895 й.), Айҙағолов Сәлих Гәрәй улы (1896 й.).

 

Яуымбай ауылынан: Сафин Ғинийәт, Назаров Сәхиулла.

 

Иҫке Мөсәттән: Ҡулбирҙин Әбделғәлим, Ҡулбирҙин Хәйрулла.

 

Яңы Мөсәттән: Ҡасҡынбаев Хәйрулла Абдрахман улы(1892й.), Ишкинин Шәһишәриф Сәмиғулла улы (1890 й.).

 

Ғәҙелгәрәй ауылынан:

Хәлиуллин Дәүләтгәрәй Бәҙретдин улы (1893 й.), Сәғитов Фәхретдин Насрет­дин улы (1888 й.).

 

Ҡолғананан: Килдейәров Йәнъегет Килдейәр улы (1887 й.), Сирбаев Ғәлиулла Зәйнетдин улы (1891 й.), Ғәлин Ибраһим Вәхит улы (1888 й.).

 

Мәһәҙейҙән:Дәүләтшин Нурәхмәт Нурмөхәмәт улы (1892 й.).

 

Әбделмәмбәттән:Усма­нов Әхмәтйәр Шәйхислам улы (1893 й.), Усманов Мөхәмәҙиә Зәйнулла улы (1890 й.), Сәхиуллин Садиҡ Дәүләт улы (1892 й.), Усманов Фазлетдин Сәйфетдин улы, Мөхәмәтҡолов Сабирйән, Ғәликәев Хисаметдин, Мәсәғотов Кәбир Хаммат улы.

 

Әтектән: Ямғурсин Нурғәле (1895 й.), Айытбаев Сабитулла Муса улы (1892 й.), Айытбаев Хәсән, Айытба­ев Утарбай, Дәүләткилдин Ғәҙәмшә (һуғышта үлеп ҡала), Күжәбаев Абдулла, Күжәбаев Әбделмән Ғәббәс улы (1892 й.), Әбүбәкиров Минһаж Ғәлләм улы, Ишбаев Хисамет­дин, Этбаев Хәсән.

 

Яңы Собханғолдан: Балдыбаев Вәлит Ғәлләм улы (1893 й.), Хоҙайбирҙин Тимерйән Йәнбирҙе улы (1896й.), Мырҙабаев Зәйнулла, Мырҙабаев Ғәлемырҙа Ғәлиулла улы (1896 й.), Мырҙабаев Йомағужа Бор­хан улы (1895 й.), Мырҙабаев Рәхмәт Хәйрулла улы (1894 й.), Мырҙабаев Нотфул­ла Сөләймән улы (1893 й.), Ҡыуандыҡов Әхмәтвәли (1892 й.), Ҡарағолов Ғәфүр Хәким улы (1895 й.), Балдыбаев Ялал Ғәлләм улы (1889 й.), Ҡарағолов Ғаффар Хәким улы (1895 й.).

 

Яуымбайҙан:Ҡарасурин Бу­лат Зәйнетдин улы (1895 й.).

 

Үрге Нөгөштән: Яубаҫаров Ғәни (Ғәйнетдин) Сөләймән улы, Иҫәнаманов Ғәббәс Бая­зит улы (1892 й.), Аҫылғужин Уйылдан Мөхәмәтдин улы (1894 й.).

 

Ырғыҙлынан:Кинйәбаев Иркәбай Мырҙабай улы (1892 й.), Кәримов Насрулла Әхмәҙулла улы (1894 й.), Ҡотлогилдин Хәбибулла Д.(1896 й.).

 

Иҫәнғазынан: Ҡотлобаев Хәбиулла Хәлил улы (1895 й.), Иҫәнғазин Йәһүҙә (1891 й.), Иҫәнғазин Вәлиулла Шаһивәли улы (1893 й.), Алғазин Сәғит Шаһимырҙан улы (1895 й.), Алғазин Сирғәле Тимерғәле улы (1895 й.), Юл­дыбаев Муллагилде Булат улы (1896 й.).

 

Бикташтан:Хәсәнов Ғәлиәхмәт Әлмөхәмәт улы (1891 й.), Байморатов Аб­драхман, Байморатов Хәбибрахман

 

Ҡыҫыҡтан:Мырҙағолов Низаметдин Ғинийәт улы (1892 й.).

 

Ҡолғананан (Ҡалғаһау): Әлибаев Хаммат Байғаҙы улы, Бикбаев Йосоп (1875 й.), Бикбаев Зиннәт, Бик­баев Зәйнетдин, Бикба­ев Сәйфулла, Бикбаев Фазлиәхмәт.

 

Байғаҙынан:Исмәғилев Нурғәле Исмәғил улы (1888 й.), Псянчин Ғаззәли Мәхмүт улы (1894й.), Эткәрин Ғилметдин Муллағол улы (1895 й.).

 

Мораҙымдан:Тулыбаев Ишбулды Мәрхәм улы (1894 й.).

 

Иҫке МонасиптәнРахманғолов Мансур, Ишемғужин Мәжит Абдулла улы (1893 й.), Буранов Мо­таллап (1893 й.), Буранов Кәлимулла Хәйретдин улы (1892й.),Ишбулдин Ибраһим Хәсән улы (1892 й.), Хәлитов Шәрифулла Ҡасим улы (1893 й.), Юлбирҙин Шәриф (1892 й.).

 

Иҫке Усмандан: Сөләймәнов Тәхәүей Ғиззәтулла улы (1892 й.), Ҡунаҡбаев Мәғәфүр Кәрим улы (1890й.), Бикмырҙин Усман Сафа улы (1896 й.).

 

Яҡшығолдан: Сәйфуллин Хәйретдин Сафый улы (1892 й.), Ишбулдин Ибраһим Хәсән улы (1892 й.)

 

Яңы Усмандан: Әбдрәшитов Хәйретдин, Әбдрәшитов Мәрхәметдин, Әбдрәшитов Әһлетдин, Әбдрәшитов Исмәғил, Әбдрәшитов Ғәлимырҙа, Әбдрәшитов Айытҡол, Әбдрәшитов Оморҙаҡ Әхмәтғәле улы (1893 й.), Малабаев Шаһишәриф, Малабаев Фазылетдин, Малабаев Рама­зан, Малабаев Нәжметдин, Ишморатов Мөлөк, Иш­моратов Мырҙагилде, Ишморатов Әбделғәзе, Ишморатов Кинйәғол, Мәжитов Әхмәтсафа, Мәжитов Әхмәтшәриф, Мәжитов Солтан, Мәжитов Нәсибулла, Ҡолһарин Әбдрәхмән, Ҡолһарин Бәхтиәр, Ҡолһарин Зиннәт (фронтта үлә), Ҡолһарин Кинйәғол, Ҡолһарин Ҡасим, Баймөхәмәтов Сибәғәт, Вәлиев Мәжит, Әйүпов Хәмит, Әйүпов һибәт, Ҡунаҡбаев Ғәлиулла, Ҡунаҡбаев Ғәҙейәт, Ҡунаҡбаев Ғиниәт, Шахморатов Ишмөхәмәт, Ишдәүләтов Хаммат, Бикбулатов Ғабдулла, Хәлитов Усман.

 

Беренсе донъя һуғышы - до­нъя тарихында ғы иң фажиғәле осорҙарҙың береһе, кешелек хәрбиҙәр араһынан  ғына ла 10 млн. кешеһен юғалта.

Һуғыш арҡаһында башланған аслыҡ, эпидемия­лар һәм башҡа һәләкәттәр үлемдең артыуына һәм тыуымдың кәмеүенә килтерә. Беренсе донъя һуғышы йыл­дарында Германияла һуғыш әсирҙәре өсөн тәғәйенләнгән Цоссен лагеры эшләй. Мосол­ман халыҡтарынан булған тотҡондар өсөн төҙөлгән был махсус хәрби төрмәнең мәсете лә булған. Үҙҙәренең әсирлеккә эләгеүҙәре хаҡында тыуған иленә хәбәр, хат та яҙа алғандар. Әсиргә туғандары менән аралаша алыу хоҡуғы бирелеүе үҙе күп нәмә хаҡында һөйләй. Хатта немец ҡыҙҙарын эйәртеп алып ҡайтҡан яугирҙәр ҙә булған.

Районыбыҙҙа хәрби- тарихи йәмғиәт ойошторо­лоп, киләсәктә Беренсе до­нъя һуғышы ҡаһармандары  иҫтәлегенә бағышланған саралар үткәреү, һәйкәл асыу ҡаралған. Ҡаһарман яугирҙәрҙең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында районда һәйкәл асыу ҙа күҙаллана. Иң мөһиме - һуғышта һәләк булғандарҙың исемдәрен теүәлләргә кәрәк. Ошо юҫыҡта һуғыш һәм мәғариф ветераны С. Дәүләтбирҙин, Яңы Усман ауылынан мәғариф вете­раны В. Мәжитова, тарих уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр эҙләнеү эшендә ихлас ҡатнашып, Беренсе до­нъя һуғышы яугирҙәренең исемлеген тергеҙеүгә өлөш индерҙеләр. Әлеге көндә То­больск ҡалаһында фронтта үлеп ҡалыусылар, әсиргә эләгеүселәр, тән йәрәхәттәре алыусылар тураһында  мәғлүмәттәр яҙылған 7,7 миллион карточка һаҡланыуы асыҡланған. Һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәр теҙмәһе өҫтәлер, асыҡланыр тигән өмөттәбеҙ, сөнки әлеге көндә ғалимдар тарафынан да тикшереү эштәре алып ба­рыла.

Үткән йыл 1 августа Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Беренсе до­нъя һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнде. Тотош дәүләттәр юҡҡа сыҡҡан, миллиондарса кеше һәләк булған һуғышты оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

 

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, райондаштар! Тарих яҙыу, бигерәк тә район тарихын, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр теҙмәһен барлау бер кешенең генә ҡулынан килерлек эш түгел. Алдағы көндәрҙә лә онотолған яугирҙәр теҙмәһе сафы күбәйер, сөнки халыҡ хәтере бар һәм йәшәй. Беренсе до­нъя һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр теҙмәһенә ҡарата үҙ фекерегеҙҙе белдерһәгеҙ, өҫтәмәләр индерергә теләһәгеҙ, хаталарҙы төҙәтһәгеҙ, бик яҡшы бу­лыр ине. Тарихты бергәләп тергеҙәйек. Дөйөм эштән ситтә ҡалмайыҡ!

 

Быйыл бөтә донъя фажиғәле, шул уҡ ваҡытта иҫтәлекле датаны билдәләне - Беренсе донъя һуғышы башланыуға теүәл йөҙ йыл тулды. Ошо айҡанлы Рәсәй кимәлендә Бөйөк һуғыш ҡаһармандары иҫтәлегенә бағышланған саралар үткәреү, һәйкәлдәр асыу ҡаралған. 1 августа Мәскәү ҡалаһының “Еңеү паркында" ла яуҙа ҡатнашҡан ҡаһарман яугирҙәргә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Бөрйән районында ла Бе­ренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр теҙмәһе булдырылған һәйкәл асыу күҙаллана.

Беренсе донъя һуғышы 10 миллиондан ашыу кешенең ғүмерен ҡыйған, 20 миллиондан күберәге ғәрипләнгән йә ағыуланған. “Таң гәзитенең 27, 29 май һандарында сыҡҡан “Бөрйәндәр Берен­се донъя һуғышында" мәҡәләһенән һуң күп хәбәрҙәр алдыҡ. Гәзит биттәрендә Мәрйәм Һатыбалованың, Ғәлимйән Ишбулатовтың Берен­се донъя һуғышына арналған мәҡәләләре донъя күрҙе. Яуҙа ҡатнашҡан яугирҙәр теҙмәһе тулылана, арта килә, бына улар:

 

Аралбайҙан: Сәитбаталов Шәкир Мырҙабулат улы (1881 йылғы, полк муллаһы булған, Әмирханов Зекрия Шаһийән улы. Ҡондоҙбаев Сибәғәт.

 

Аҫҡарҙан: Дауытов Хәмитулла Әхмәҙулла улы, Зәйнетдинов Фәтхулла, Ғәлиуллин Зәйнулла.

 

Байғаҙынан: Хәйбуллин Хәбибрахман Абдулла улы (1888-1918 йй.), Ишҡолов Хәмит, Ишҡолов Ғелмитдин, Эткәрин Ғелмитдин.

 

Брәтәктән:  Елисеев Антон.

 

Иҫәнғазынан: Ҡолмәнбәтов Рәхмәтулла Сәйфулла улы (1896-1954 йй.),

Иҫәнғазин һиҙиәт (үлеп ҡалған), Иҫәнғазин Хәлфетдин (1889 йылғы). Ҡолмәнбәтов Ғәлләм, Ҡотлобаев Фәтхулла, Татлыба­ев Ғөбәйт, Ҡотлобаев Әхмәтзата, Ҡотлобаев Төхфәт, Ҡунаҡбаев Фәтхулла.

 

Исламбайҙан:Ҡәйепҡолов Кирам, Ғәлләметдинов Яма­летдин.

 

Иҫке Усмандан: Иш­булатов Ялал.

 

Яңы Усман ауы­лынан: Ишморатов Сирғәле.

 

Ғәлиәкбәрҙән:Әхмәтов Атаул­ла, Ғәбитов Абдул­ла Муса улы, Ғәбитов Хажмөхәмәт Йософ улы, Ғәбитов Абдрахман Муса улы, Ғәбитов Әптелғазы Муса улы (фронта үлә), Ғәбитов Ғәбделғафар Муса улы (фронта үлә).

 

Үрге Нөгөштән: Юламанов Ишҡужа Йәһүҙә улы (1892 й.), Иҫәнаманов Шәйхислам (1882 й.), Айгашкин Ағзам (1896 й.), Аҫылғужин Ғөбәйт Мөхәмәтһаҙый улы.

 

Ғәҙелгәрәйҙән: Ишморатов Шаһиғәле Фәйзулла улы, Иш­моратов Шаһийән Хәйбулла улы, Сафин Аллаяр Шәрифулла улы.

 

Кейекбайҙан: Алтыншин Ғинийәт Ғәйнулла улы, Алтыншин Мөжәүер Ғибат улы (1895 й.).

 

Ҡолғананан: Ғәләүетдинов Хызыр (1881 й).

 

Килдеғолдан: Яхин Мәхмүтдин Муллағәлләм улы (1879 й.)

 

Мәндәғолдан: Ишкил­дин Ваһап Мөхәмәтйән улы.

 

Мораҙымдан:Сөләймәнов Фәттәх.

 

Мәһәҙейҙән: Солтанов Әхмәт.