2010- -2016



 

Краеведческий музей

 

 

   Главная

Алдар Батыр
Я - Алдар Исекеев

О нашей деревне
Школа

Детсад

День сегодняшний
Топонимика

О замечательных людях
Это и есть наша история

Тарыуал яланы
Сынгырауык
Атайсал йыйыны
Традициям верны
Будет стела
Есть стела

Сабантуй - 2009
Сабантуй - 2014

Есть только МИГ
Это - интересно, но не только...

Вечная слава
Они сражались за Родину
Дети 40-х

Обелиск


Мой фотоальбом

Иман йорто


Генеалогия
Алдарово
Атиково
Исянгазино
Ярмухаметово
Староусманово
Якшигулово


Гостевая книга





КЛАСТАШТАРЫМ 


Егерменсе йылдар урта­һында Бөрйәндә мәктәп­тәр һаны күбәйгәндән-кү­бәйә бара. 1925-1926 уҡыу йылында волоста бишенсе мәктәп - Иҫке Собханғол ауылында беренсе баҫҡыс (башланғыс класс) мәктә­бе асыла. Мәктәп өсөн бина булмағанлыҡтан, тәүҙә уп Ҡолдәүләтов Шәмсетдиндең өйөндә урынлаша. Кәрәк-яраҡтар етешмәй, уҡыусылар урындыҡта ултырып уҡый. Йылайыр кантонынан кил­гән Орҡоя Ишмурзина мәктәптең тәүге уҡытыу­сыһы була. Беренсе клас­та тәүҙә 8 генә бала уҡый.

Иҫке Собханғол ауылы ошо йылдың декабрендә Бөрйән волосының үҙәгенә әйләнгәс, унда халыҡ һәм уҡыу йәшендәге балалар һаны арта. Шуға ла ауыл­дағы беренсе баҫҡыс мәк­тәбе волость күләмендәге терәк мәктәп итеп ойош­торола.

1928 йылдың сентяб­рендә Иҫке Монасип баш­ланғыс мәктәбе мөдире Ғимат Ихсанов ҡатыны Әминә менән Иҫке Собха­нғол мәктәбенә күсерелә һәм мәктәптә дүртенсе класс та асыла. Дүрт бүлмәле яңы мәктәп бинаһы

төҙөлөп бөтә.

Утыҙынсы йылдар башын­да мәктәптә уҡыусылар һаны тағы ла күбәйә, па­раллель кластар барлыҡҡа килә. Педагогтар коллек­тивына яңы уҡытыусылар Л.Ғәлиев һәм Ә.Миндеғолов өҫтәлә.

1934-1935 уҡыу йылынан башлап Иҫке Собханғол мәктәбе тулы булмаған урта мәктәпкә (ете йыллыҡ) , ә тағы ла өс йылдан - 1936-1937 уҡыу йылынан урта мәктәпкә әйләнде­релә. Мәктәпкә юғары һәм махсус урта белемле яңы уҡытыусылар килә. Райондағы берҙән-бер урта мәктәп булараҡ, кол­хоз һәм урындағы пред­приятиелар уның матери­аль-техник базаһын нығы­тыуҙа ярҙам күрһәтәләр. Яңы мебель,программаға ярашлы дәреслектәр, күр­гәҙмә материалдар алды­рыла, яңы класс бүлмәлә­ре, интернат төҙөлә.

Иҫке Собханғол урта мәктәбенең тәүге сығары­лышы 1939-1940 уҡыу йылында булырға тейеш ине. Ләкин класта уҡыясаҡ балалар бик аҙ булыу сә­бәпле, ул йылда сығары­лыш класс (унынсы класс) бөтөрөлөп торҙо.Туғыҙынсы класты тамам­лаған уҡыусыларҙың күбе­һе башланғыс мәктәптәргә уҡытыусы итеп ебәрелә. Улар араһынан тик Алғазин Зиннәт кенә 1940-1941 уҡыу йылында мин уҡыған унынсы класс уҡыусылары менән бергә урта мәктәп­те тамамланы.Шулай итеп, Иҫке Собханғол урта мәк­тәбе һуғышҡа тиклем тик бер генә сығарылыш яһап өлгөрҙө.

Бына Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлап, беренсе булып бында ат­тестат алып сыҡҡан уҡыусылар: Алғазин Зин­нәт, Айытбаев Мөҙәрис, Сәғитов Барый, Агишева Зәкиә, Байшоғорова Зөл­хизә, Сибәғәтуллина Зә­кирә, Юлсурина Гөлъямал, Ҡолдәүләтов Шәрәфетдин (фотола ул юҡ, төшмә­гән), класс етәксебеҙ Федорова Агрепина Антоновна.

1941 йыл, 21 июнь.

Бөйөк Ватан һуғышы баш­ланыу сәбәпле, Иҫке Со­бханғол урта мәктәбе икенсе сығарылышын тик 1947 йылда ғына яһай алды.

Беҙ, унынсы класты уңышлы тамамлаған һигеҙ уҡыусы, 21 июнь көнө мәк­тәптең беренсе сығары­лыш кисәһенә йыйылдыҡ. Кисә Алағуян йылғаһы буй­ында (хәҙерге пекарня эр­гәһе) үткәрелде. Халыҡ бик күп, бөтә ауыл йыйылғ­ан ине. Ҙур байрам бит -мәктәп тәүге сығарылыш яһай.

Ә иртәгәһенә иртәнге сәғәт дүрттә немец фа­шистары илебеҙгә иҫкәр­мәҫтән һуғыш башлап ебәрҙе. Кисә генә Иҫке Собханғол урта мәктәбе­нең унынсы класын тамам­лаған Алғазин Зиннәт, Ай­ытбаев Мөҙәрис, Байшоғ­орова Зөлхизә, Ҡолдәүлә­тов Шәрәфетдин, Сәғитов Барый һуғышҡа алындылар һәм фронтҡа оҙатылды­лар.

Класташтарым Зиннәт, Мөҙәрис, Шәрәфетдин яу ҡырҙарыңда ятып ҡалды. Улар ғүмерҙәрен биреп, еңеүҙе яҡынайттылар, лә­кин Еңеү көнөн үҙҙәре күрә алманылар. Егеттәр класташтарына үлемесле һуғыш барған ваҡыттарҙа ла хаттар яҙып торҙо.

Фронт хаттарын әгәр бергә йыйһаң,

Торор ине мең-мең томдарҙан.

Булыр ине,бәлки, хаталары,

Булмаҫ ине әммә бер ялған.

Ул хаттарҙа егет хыялдары-

Тере һүҙе, тере һөйләше.

Әсәләрҙең көнө-төнө уҡып,

Өмөт булып тамған күҙ йәше.

Һалдат хатын әгәр бергә йыйһаң,

Тыуыр ине быға ҡәҙәре

Һис булмаған һәм дә булмаясаҡ,

Йән тетрәткес йөрәк әҫәре.

Иҫке Собханғол урта мәктәбенең беренсе сығарылышы уҡыусыларынан әлеге көндә өсәүһе иҫән: Сәғитов Барый Ҡәйүм улы. Ул диңгеҙ офицеры. Икен­се ранг капитаны дәрәжә­һендә отставкаға сыҡты.

Сибәғәтуллина Зәкирә Ғатаулла ҡыҙы. Бөрйән һәм Учалы район мәктәп­тәрендә уҡытып, пенсияға сыҡты.

 

Бына Иҫке Собханғол урта мәктәбенең Х класын

тамамлаусы уҡыусылар. 1941 йыл, июнь.

 

һәм мин - Юлсурина Гөлъямал Солтангәрәй ҡыҙы. Мин дә бөтә ғүме­ремде балалар уҡытыуға арнаным.

Беҙ унынсы класта уҡыған ваҡытта, 1940 йылда, Стәр­летамаҡ ҡалаһында уҡыты­усылар институты эшләй башлауы тураһында ишет­кәйнек. Ошо институтҡа тәүге 120 студент ҡабул ителә. Ләкин һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йыл­дарҙа, институтҡа уҡырға барырға теләгебеҙ ҙур булһа ла, беҙҙе эштән ебәрмәнеләр. Уҡытыусы­лар бик кәрәк ине. Шулай ҙа уҡырға теләк көслө бул­ды, һәм Зәкиә, Зәкирә һәм мин ошо институтҡа инеп уҡып, 1954 йылда диплом алып сыҡтыҡ.

Һуғыштан яраланып ҡай­тҡан яҙыусы Хәким Ғилә­жев Стәрлетамаҡ уҡыты­усылар әҙерләү институ­тында беҙҙе башҡорт те­ленән уҡытты. Х.Ғиләжевтың сығарылыш кисәһендә беҙгә былай тип әйткәне хәтерҙә: «Бөрйән районы­нан килгән ҡыҙҙар, һеҙ ин­ститутта тырышып уҡынығыҙ, эштә лә шулай тырыш булығыҙ, һеҙгә ны­ҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле тормош, эшегеҙҙә уңыштар теләйем»,-тигәйне.

Беҙ уның теләктәрен аҡларға тырыштыҡ һәм ғүмеребеҙҙе намыҫлы хеҙмәт менән үткәрҙек, тип әйтә алам.

Һуғыш башланыр алдынан ғына мәктәпте тамамлаған класташтарымдың иҫтәле­ге булып миндә ошо фото һаҡлана. Иң ҡәҙерле ҡомартҡы ул минең өсөн. Һәр йыл һайын Еңеү бай­рамы көндәрендә ошо фо­тоға ҡарап, һуғышта ятып ҡалған тиҫтерҙәремде һағ­ынып иҫкә алам.

 

Гөлъямал ЮЛСУРИНА, мәғариф ветераны. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

 

 

 

 

     Мин Әтек ауылында йәшәйем. Ошо ауылдан бер ҡайҙа ла сығып йөрөгәнем булманы. Ошонда тыуып үҫтем һәм ошонда ҡартайҙ­ым. Үҙебеҙҙең ауылдағы мәктәптә 7-се класты тамам­ланым.

Беҙҙең Әтек ауылы элек-электән бик матур, ҙур ғына ауыл ине. Беҙ уҡырға барғ­анда мәсетте мәктәп иткәй­неләр, манараһы ла бар ине әле. Унан манараһын боҙҙолар. Бер нисә йылдан һуң мәсетте боҙоп, яңы мәктәп һалдылар. Әтектә ауыл Со­веты үҙәге ине, һыу тирмә­не, колхоз контораһы бар ине. Фермала бөтөн малдар булды. Ауылда ла малдар күп, уларҙы ике көтөүсе ат менән көтә торғайны. Ерҙе ат менән һөрҙөләр, бесәнде ҡул салғыһы менән сапты­лар, игенде лә ҡул көсө менән эшкәртеп алдылар. Бер ҙә сабылмай, урылмай ҡалғаны булманы.

Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, Финляндия һуғыш башлай. Йәш егеттәр һуғышҡа китеп, күптәре имен ҡайттылар. Ләкин күп тә тор­май, тағы Германия һуғыш башланы, һуғыш башланған көн һаман иҫемдә. Беҙ утау­ҙан ҡайтып килгәндә кис урамда йыйылыш бара ине. Ауыл Советы рәйесе Хәки­мов тигән ағай ине. Кешеләр илашып таралыштылар. Ир­тәгәһенә бик күп йәш ирҙәр һуғышҡа китте. Унан һуң да бер туҡтауһыҙ кешеләрҙе фронтҡа алып торҙолар. Ауылда ҡалған ғаиләләр, ҡатын-ҡыҙҙар көн дә һуғыш бөтөп, ирҙәрҙең ҡайтырын көтә.

Башҡорт атлы дивизияһы тип ике мәртәбә бик күп ирҙ­әрҙе йыйҙылар. Беҙ уларҙы оҙатырға барҙыҡ. Район үҙәгендә элекке сельпо ма­газины эргәһенән иҫке воен­коматҡа хәтле санаға егелгән аттар теҙелгән, улар һуғышҡа китә торғандарын тағып алғандар. Ҡурай тар­тҡан ир-егеттәр санаға улты­рҙылар. Военкоматтан элек­ке ОРС магазинына хәтле 4-әр рәттән ирҙәр теҙелеп ба­ҫып торҙолар. Алтынбаев тигән егет (исемен белмәй­ем) команда бирә ине. һуңғараҡ ул үҙе лә фронтҡа китте. Олораҡтар китеп бөткәс, 17-18 йәшлек егеттәрҙе ала башланылар. 1943 йыл де­кабрь айында атайым да һуғышҡа китте. Ул тәүге Гер­ман һуғышында булған һәм апаруҡ немецсә белә ине, тәржемәсе кәрәк тип алды­лар. Унан һуң ай ярым торҙомо-юҡмы, 17 йәшендә ағай­ым һуғышҡа китте. Күркәтауҙа эштә ятҡан еренән төндә йәйәү ҡайтып килде. Таңға тағы бер үҙе йәйәүләп военкоматҡа ки­тергә булғас: «Балам бер үҙеңә ҡыйын булыр», - тип әсәйем Бөрйәнгә хәтле уға иптәш булып оҙатып барҙы. Ҡыҙҙарҙы ла һуғышҡа, ҡайһыларын ФЗО-ға алдылар. Ауылда бөтә эш ололарға һәм беҙҙең кеүек йәш үҫмерҙәргә тейҙе. Бесән сабыу, йыйыу, кәбән ҡойоу, игендәрҙе урып алыу, молотилкала иген елгәреү, уларҙы тоҡҡа тултырып оҙатыуҙар беҙҙең иңгә төштә. Молотилканы әйләндерерлек, аттарҙы ҡыуырлыҡ та ир-ат булма­ғас, был эшкә Сәхипъямал исемле ҡыҙҙы ҡуштылар, ул атҡа шәп ине. Ҡыш булһа үгеҙ егеп бесән, һалам, утын ташыла. Ауыл­да аттар ҙа әҙ ҡалды. Улары ла ҡорсаңғы ауырыуы менән ыҙаланылар. Иген сәсергә орлоҡто ҡырҙан йөкмәп та­шыныҡ. Бер яҙҙа Брәтәккә ике мәртәбә барырға тура килде. Магазинға аҙыҡ-түлек, башҡа әйберҙәрҙе лә шулай ташыйбыҙ. Әсәйем ауыл Советында ҡарауылсы ине. Ауыл Советы рәйесе Бүребаев уны аслыҡтан ин­теккән ауылдың оло әбей-бабайҙарына көнөнә бер та­пҡыр аш бешереп ашатырға ҡушты. Ул да булһа тоҙһоҙ. Үҙҙәре тоҙ алып килеп болғ­ап эскән булалар. Яҙға табан ул әбейҙәр ҙә үлә башланы. Улар ғына түгел, аслыҡ ба­лаларҙы ла аяманы,улар ҙа күп үлде. һуғыштағыларға көн дә тигәндәй ойоҡбаш, өс бар­маҡлы бирсәткә, дәфтәр, ҡәләм, һабының һ.б. бармы-юҡмы тип торманылар, һалырға ҡуштылар.Төндәрен ултырып ойоҡ-бейәләй бәйләйбеҙ. «Еңеү өсөн» тип хәрби заем, лотерея, һалым мәжбүри иҫәпл­әнде, өҫтәп тағы ит, 8 кило май, йомортҡа, ғөмүмән, ху­жалығыңда нимә бар - бары­һын да тапшырып тораһың. Түләмәй ҡалһаң, эшкә сыҡ­маһаң - хөкөм. Яҙ еттеме - Ҡана йылғаһы­ның ҡарын көрәп боҙ уябыҙ, һыу таҙарһа, ҡыуғынға йөрөтәләр. Ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаның шул тиклем бүрәнәләрҙе һөйрәүгә нисек көсө еткәндер, хәҙер апты­райым.

Шулай фронт һәм тыл берҙәм тырыша торғас, дош­манды ла еңдек, һуғыш бөттө, күптән зарығып көткән еңеү килде. Иҫән ҡалғандар һуғыштан ҡайта башланы. Ауылда эш еңеләйҙе.

1946 йылдың ғинуар айын­да артелгә күстек. Һаман да ҡул көсө менән утын, йүкә, ағас ҡырҡабыҙ. Йүкә сереһә, ҡап, септә һуғабыҙ, арҡан ишәбеҙ. Яҙ булһа, һал һал­лап, һалыңды алып барып тапшыраһың да Йомағужа, Мәләүез, Стәрле, Боһорман тигән ерҙәрҙән йәйәү ҡай­таһың. Бер көнмө, ике көнмө тораһың да, тағын яҡын-тирә ауылға эшкә ебәрәләр.

1956 йылда тағы киренән колхоз ойошторолдо. Эшләгән эшебеҙ хеҙмәт көнө менән иҫәпләнде. Кол­хозға сөгөлдөр, картуф сәсеп, үҫтереп бирәбеҙ, си­лос соҡорон ҡул менән ҡаҙабыҙ. Бына шулай, хаҡлы ялға сыҡҡансы эшһеҙ торма­ным.

Бер йылы ауылда ҙур янғ­ын сығып, өйһөҙ тороп ҡал­дыҡ. Беҙгә ер, өй бирмә­неләр. Улыбыҙ ныҡышып йөрөй торғас, ер алып, өйҙө үҙебеҙ һалып индек.

Шулай йәшәп, ете балалы булып киттем. Балаға 40 көн булһа, эшкә сығаһың. Ул ба­лаларҙы ҡараған кеше юҡ, ясли тигән нәмәне ишеткә­небеҙ ҙә булманы. Аллаға шөкөр, имен-аман ҙурайышып бөттөләр. Биш улыбыҙ, ике ҡыҙыбыҙ булды. Малай­ҙар береһе лә тәмәке тарт­манылар. Атаһы ла тартма­ны. Хәҙер инде һәр береһе­нең үҙ донъяһы бар, эшләйҙәр. Хәҙер өйҙә беҙ ике ҡарт 53-сө йыл инде бергә донъя көтәбеҙ. Донъ­ялар матур хәҙер, йәнең теләгән нәмә бар. Эшләгән, йүнсел кешегә бөтә мөмкин­лектәр асыҡ. Тирә-яҡта ты­нысһыҙ булғанда, беҙҙең Ба­шҡортостанда, шөкөр, йөҙәрләгән милләт халҡы тыныс ҡына йәшәп ятабыҙ. Ошолай имен йәшәүебеҙҙә Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың хеҙмәте ҙур тип уйлайым. Рәхмәт уға. Арта­бан да шулай тыныс йәшәргә яҙһын.

Тик бер нәмә генә бер аҙ эсте бошора: иртән тороуға нәмәнең хаҡтары арта ла китә. Уныһы ла берәй ваҡыт яйға һалыныр әле тип өмөт итәбеҙ. Тик донъялар ғына имен торһон.

 

3. КҮЖӘБАЕВА.

Әтек ауылы. (Таң гәзитенән)

 

 

 

 

БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕҢ 50 ЙЫЛЛЫҒЫНА

ИШЕТКӘН – КҮРГӘНДӘРЕМ

Мин район гәзитенә яҙышҡаным булмаһа ла, уның һәр номерын бик ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Быйыл, мәҫәлән, 9 июнь айында Мөхтәр Сәғитов мәрхүмдең архивынан тип «Бөрйән рай­онының ырыуҙары хаҡында бер нисә һүҙ» тигән мәҡәлә баҫылғайны. Унда килтерел­гән ауылдар һам аралар исемлегендә минең тыуып үҫкән ауылым Әтек нишләптер телгә алынмаған. Бәлки, яңылыш төшөп ҡалғандыр, бер кемде ла ғәйепләмәйем. Ошоға тиклем ауылдашта­рымдың берәйһе шул турала һорап гәзиткә яҙыр тип көткәйнем дә, булманы, күрә­һең, ҡыҙыҡһынманылар.

Әсәйем мәрхүмәнең һөйләүе буйынса ғына иҫемдә ҡалғандарҙы ауылдаштарыма еткерергә булдым. Аралар исемлегенә килһәк, минең атайым - Күсәрбаевтар ҡалмаҡтар араһы, Айытбаевтарҙан Утарбай, Сабит һәм Абдрахмандар - мишәрҙәр, Мерәҫовтар - ҡаҙаҡтар, Иб-раһимовтар - сыуаштар, Әминевтар - татарҙар, Минлеғоловтар - муҡшылар араһы, ти торғайны әсәйем. Хатта бер ҡаҙаҡ ҡатынының Хәсән һәм Хөсәйен исемле игеҙәк улда­ры булып, шуларҙы ҡосаҡлап, ҡаҙаҡса һамаҡлап илап ултырғанын да һөйләй ине.

Беҙҙең Әтек ауылы Ҡана һыуын һыулай.1929-1930 йылдарға тиклем һәр кем үҙенсә көн күргән, кустарсылыҡ менән шөғөлләнгән.

Ағас әҙерләп Ҡана буйлап һал ағыҙғандар, дегет ҡайнатҡандар, дуға, сана табандары бөккәндәр. Арҡан ишеп. уларҙы яҡын тирәләге оло баҙарҙарға алып барып һатҡандар. Хәл­лерәк кешеләр күп кенә итеп умарта ла тотҡан. Мин биш-алты йәшлек сағымдан атайымдың нисек донъя көткәнен хәтерләйем. Ул Кананикольск урыҫтары менән бер­гәләп ағас әҙерләне, дисәтник булды. Заманына күрә белемле кеше ине, һәр кемгә ярҙам итергә тырышты, хәҙергесә әйтһәк, адвокат ролен дә үтәне. Шуға ла хат­та икенсе райондарҙан - Баймаҡтан, Йылайырҙан килеп

унан кәңәш һорай торғайны­лар. Яҙ етһә, сәсеү, көҙ -уңыш йыйыу, хатта ҡомалак әҙерләп киптереп, ҙур тоҡтарға тултырып баҙарға алып килә һәм он-ярма,тоҙ, кейем-һалым алып ҡайта торғайны. Бәләкәй генә сағымда урманда кесерткән араһында ҡомалаҡ тиреп ултырғанда­рым иҫемдә. Ә хәҙер икмәк әсетеү өсөн дә ҡомалаҡ әҙер­ләмәйбеҙ - бик анһат эш тү­гел шул.

Атайым, мулла улы булһа ла, дин юлында бигүк йөрөмәне. Мулла булып, гүр хәй­ере тип ярлы кешенең баш­мағын йә һарығын етәкләп алып ҡайтҡанса, үҙем эшләп, тир түгеп йәшәйем, ти торғайны. Ул һүҙендә торҙо һәм хәлле кешеләр рәтендә йәшәне. Уландары үҫә төшкәс, Әтек ауылында беренселәрҙән булып ике бүлмәле, бөрмә башлы өй һалып инде. Беҙҙә оҫталар әллә ни булмағандыр, күрәһең, ул өйҙө Кү­гәрсендән килеп, ике кеше эшләне.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә ул өйҙә оҙаҡ йәшәргә насип булманы. Ике-өс йыл ғына йәшәнек. 1931 йылдың март айында төнөн өйгә дүрт-биш кеше килеп керҙе.Мылтыҡлы милиционерҙар,ауылдан таныш ағайҙар ҙа бар. Беҙҙе өйҙән ҡыуып сығарҙылар, атайымды икенсе бер һал­ҡын өйгә бикләнеләр ҙә, өйҙәге бөтә нәмәне тентеп-тикшереп бер урынға өйҙөләр. Беҙ илашып, йоҡламайынса бәләкәй өйҙә ҡарауыл аҫтында таң аттырҙыҡ. Шулай итеп, бөтә малды, йорт кәрәк-яраҡтарын колхозға тартып алып, етмеш йәш­лек атайымды төрмәгә оҙаттылар. Беҙ әсәйем, һеңлем һәм ун өс йәшлек Әхәт ағайым менән кеше тупһаһында йәшәнек. Ғаиләнең ишлелеген иҫәпкә алғаңда әллә ни байлыҡ та булмаған бит. Ҡайһы бер күрә алмаған ағайҙар, атайымдан көлөп йөрөгән әҙәмдәр беҙҙе рәнй­етһәләр ҙә, үҙҙәре ла донъя рәхәте күрмәне, шикелле.

Мин - ун йәшлек ҡыҙ бала, биш йәшлек һеңлем әсәйем ҡулында ата наҙы күрмәй үҫһәк тә, һис бирешергә теләмәнек. Колхозға ағза бу­лып инмәһәм дә, ун ике йәшемдән һабанда ат башында йөрөнөм, яҙҙан көҙгә тик­лем сабата кейеп, баҫыуҙа эшләнек: иген утаныҡ, ер тырматтыҡ, картуф ҡаҙҙыҡ һәм иген урҙыҡ. Ҡыҙҙарҙан беҙ икәү (әхирәтем Зәлифә Ямғурсина менән) һәм дүрт малай гел бергә эшләнек. Ҙурайғас, егеттәр һуғышҡа китте, ә беҙ, теге ике ҡыҙ, һаман йәшәйбеҙ әле. Аллаға шөкөр.

Колхоз ағзаһы булмағас, ун ике йәшлек ҡыҙға хеҙмәт көнө яҙылмай. Бер йый­ылышта: «Мәстүрәне нишлә­тәйек, уға бит көн яҙылмай, үҙе бик сос, эшкә әрһеҙ, малайҙар кеүек эшләй»,-тип маҡтап, миңә ун сутый тары сәсеп бирергә булдылар. Зыярат эргәһендәге тау итәгендә сәселгән тары бик уңды. Көҙ уны урып алдыҡ.

1935-1937 йылдарҙа Зәлифә менән икебеҙҙе ололарҙы уҡытырға ҡушып ҡуйҙылар. Иҫке Тарыуалда һам Тәте­гәстә (ул ауылдарҙың икеһе лә юҡ инде) эшләнек. Ауыл халҡы беҙҙе бик яратты. Ул ауылдар ваҡытында гөрләп торалар ине. Колхоздың мал фермаһы, ә ике саҡырымлап ситтәрәк леспромхоздың участкаһы булды. Ағас әҙер­ләргә төрлө райондарҙан кеше бик күп килә торғайны. Беҙгә комсомолецтарҙан Ишморатов Шәриф, Ишбу­латов Мәхмүтдин, бригадир булып эшләүсе Уйылдан ағайҙар ныҡ ярҙам итте. Әтектә йәшәү дәүеремдә йәш ҡыҙға тел ярҙамы итеүсе ағайҙар Хажмөхәмәт, Бәҙрет­дин, хисапсы Исмәғил, бри­гадир Мөфтәхетдин, Үлмәҫ­бай, Айытҡол Дәүләткилдин, Әбүбәкир Күжәбаев, Зәкир, Үмәр һәм Ишморат ағайҙарға әле һаман күңелемдә рәхмәт тойғоһо һаҡлайым.

Йәшлегебеҙ ауыр саҡта үтте, әлбиттә. Бала ғына саҡтан ҡалған йөрәк яраһы тынғы бирмәй .Совет власын төҙөйбөҙ, байҙарҙы бөтөрә­беҙ, тип, ҡайһы бер наҙан, кеше ҡотҡоһона бирелгән ауылдаш тар үҙҙәренсә эш күрһәтергә уйлағ андарҙыр инде. Өйҙә тентеү үткәргән төндә беҙҙе эткеләп-төрткөләп,түштәге тәңкәләрҙе йолҡоп алыуҙарын нисек

онотаһың.Мин ун йәштә үк илгә фин һуғышы килтергән ауырлыҡ­тарҙы ла үҙ елкәмдә татыным. 1938 йылда район үҙәгендә йәшәй башлағас, фин һуғы­шы сығып китте, иремде шунда оҙаттым. Ата төҫөн күрмәгән улымды һәм ҡарт әсәйемде көттөм. Дүрт йыл буйы фронтовик ғаиләһе. үҙем тол ҡатын булып донъя көттөк. Икенсе донъя һуғышы башланды.

Аслыҡ, яланғаслыҡ - барыһын да татыным. 22 көнлөк кенә улым булһа ла эш башланым. Эшенә лә бары рға, утын да әҙерләрга кәрәк. Ул ваҡытта 20 минут ҡына һуңлаһаң да эштан ҡыуалар ине. Иртәнсәк эшкә барғ­анда 15 минут клуб алдында ҡан ҡалтырап Информбюро яңылыҡтарын тыңлайһың. Эшкә кеше етмәй, хатта ике-өс урында бер юлы эшләргә тура килде. Әҙерләүҙәр контораһында бухгалтермын,хи­сапсы ла табып булмай. 1942 йылда эвакуацияланып килгән немец Шиендлер тигән кеше һәм Бужименкая менән бергә эшләнем. Улар күп тә эшләмәй, ҡайтырға рөхсәт алдылар. Ә директорҙар бик йыш алмашынып торҙо. Ҡайһы берәүҙәре, саҡ-саҡ эшкә урынлашып, ҡултамғалары өлгөләрен банкка биреп өлгөрөүең була, һуғышҡа алып та китәләр. Тағы икенсеһе тәғәйенләнә. Фронттан ҡайтҡандарҙы ауылдарға председатель йәки парторг итеп ҡуялар. Беҙҙең бөтә эш фронтҡа ярҙам итеү. Быныһы инде беҙгә - комсомолецтарға ҡушыла. Бер ниндәй ял тигән нәмәне белмәнек. Ваҡытында отчёт бирергә кәрәк. Шәм менән төнгө икеләргә тиклем ултыраһың. Иптәштәрем Симонова Анастасия, Федорова Мариялар менән бергә эшләйбеҙ, өсөбөҙҙөң да берәр малайы бар Уларҙың ирҙәре фронт­тан яраланып ҡайтты. Ә минең ирем үлеп ҡалды. Әсәйемде көтә торган ағай­ымдың да үлем хәбәре килде. Беҙ әсәйем менән бергәләп нисек тә бирешмәҫкә тырыштыҡ.

1944 йылда М. Ғ. Хәсәнов менән бергәләп яңынан до­нъя ҡороп, ете бала тәрбиә­ләп үҫтерҙек. Тормошомдан һәм эшемдән ҡәнәғәт булып йәшәнем, балаларым күп, тип, эш ташламаным. Бәхет­ле булыу-булмау һәр кемдең үҙенән тора. Бөгөнгө көндә һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлайым.

Ауылдаштарымды яңы - 1995 йыл менән ҡотлайым һәм бөтәһенә лә һаулыҡ, тормоштарында, эштәрендә уңыштар теләйем. Иң мөһиме, ил тыныс булһын . Ил тигәс тә, Рәсәйҙең дә әле теге, әле был мөйөшөндә ғауғалар, хатта ҡанлы бәрелештәр булып то­роуы мине лә бик борсой. Етәкселәр артабан бындай хәлгә юл ҡуймаһын ине.

 

Мәстүрә ХӘСӘНОВА, хеҙмәт ветераны. Иҫке Собханғол.

 

 

 

 

Атайымды һуғыш урланы

   Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы уңай­ынан оло быуын кешеләре район гәзите аша үҙҙәренең уй-хәтирә­ләре менән уртаҡлашты. Эйе, һәр быуын өлөшөнә тәғәйен яҙмыш төшөп тора. Беҙҙең быуын - һуғыш осоро балалары. Был быуындың үҙенә генә хас тормош тәжрибәһе бар, улар күңелендә аслыҡ, яла­нғаслыҡ һалған эҙҙәр һаман һаҡлана.

Минең атайым Хәкимов Абдул­ла Абдрахман улы 1902 йылғы ине. Ул ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуып, тормоштоң әсе-сөсөһен үҙ елкәһендө татып үҫкән. Ошо ауыл ҡыҙы Нәғимә Сәлимгәрәй ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, ҙур өмөттәр менән йәшәп ятҡанда­рында фашист илбаҫарҙарының мәкерле планы уларҙың хыялда­рын селпәрәмә килтерә. Был ва­ҡытта уларҙың береһенән-береһе бәләкәй 4 улдары була. Иң олоһо - Сибәғәтулла 1924 йылғы.

Атайым һуғышҡа 1941 йылда алына. Әсәйемдең ҡарамағында атайымдың ҡарт ҡына әсәһе менән 4 бала ҡала. Бишенсеһе атай китеп 6 ай үткәс тыуған. Ул бала - мин. Миңә исемде Сибәғә­тулла ағайым ауыл Советына ба­рып үҙе яҙҙырып ҡайта.

- Беҙ әллә ҡайтырбыҙ, әллә юҡ, ошо баланы күреп, исемен әйткән һайын мине иҫкә алырһығыҙ, - тип әйткән ул. Ағайым 1942 йылда һуғышҡа алына. Мәскәү есөн ба­рған һуғыштарҙа ҡатнашҡан атай­ымдың «хәбәрһеҙ юғалды» тигән хәбәре генә килә. Ә ағайымды ҡыҫҡа ваҡытлы офицерҙар әҙерләү курсында уҡытып, лей­тенант званиеһында һуғышҡа оҙаталар, һуғышта ауыр ярала­нып, Калинин ҡалаһы госпита­лендә уның ике аяғын да тубығынан ҡырҡалар. Хәле бер аҙ рәтләнгәс, уны, бүтән яралылар менән бергә вагонға ултыртып, Ба­шҡортостанға оҙаталар. Ләкин со­ставты дошман утҡа тота һәм ун­дағы яралылар тулыһынса һәләк була. Шулай итеп, ҡәһәрле һуғыш бер ай эсендә бер ғаиләнән генә лә ике кешенең башына етә - аталы-уллы шулай ил өсөн башын һала. Был ҡайғы оләсәйемде тиҙ бирештерә, ул да оҙаҡ йәшәй алмай, гүр эйәһе була. Шулай итеп, әсәйиңендә 4 бала тороп ҡала. Ниндәй генә хәлле ғаилә булмаһын, ҡәһәрле һуғыш үтеп инеп, үҙ эҙҙәрен һалды ул мәлдәрҙә. Беҙҙең ғаилә лә ауыр хәлдә ҡала. «Бөтәһе лә еңеү өсөн, бөтәһе лә ил өсөн» тигән саҡырыуҙар аҫтында әсәйҙәр көнө-төнө эш менән була. Көндөҙ - колхоз эшендә, төндә кин­дер эшкәртеп һуғыу ҙа улар елкәһ­ендә. Шулай итеп кейем эшләп, уларҙы аҙыҡҡа алмаштырып та алалар. Өй эсендәге күҙгә элә­герҙәй бөтә нәмә аҙыҡ-түлеккә ал­маштырыла. Ҡайһы саҡ эҙләнеп, ауылдан-ауылға йөрөп, уларҙың 4-5 көн ҡайта алмаған саҡтары ла була торғайны. Өй һыуыҡ, ашарға юҡ. Әсәй өйҙә булмағанда һыуыҡлыҡ та, аслыҡ та үҙен айы­рыуса ныҡ һиҙҙергәндәй була. Ағайымдар хәлдәренән килгәнсе мата­шып ҡараған булалар. Яңы ғына аяҡҡа баҫып килгән Ниғәмәтулла ағайым иртән тороп мәктәпкә киткән була. Унан ҡайтҡас, аслы-туҡлы көйө тиҫтерҙәре менән сана һөйрәп урманға утынға юллана. Унан оло­раҡ Сәғәҙәтулла ағайым ашарға эҙләп иптәштәре менән ауылдар буйлап сығып китеп, иптәштәренән яҙлығып тороп ҡала һәм 3 йылдан артығыраҡ хәбәр-хәтерһеҙ юғалып тора. Әсәйем һорашып эҙләй торғас,уны Ырымбур өлкәһенән табып алып ҡайта. Ул ҡаҙаҡтарға ялла­нып, һарыҡ көтөп көн күргән. Әсәйемдең бөтә терәге Ғарифул­ла ағайым була. Йәш үҫмергә тор­моштоң бөтә һынауҙарын үтергә тура килә. Хәҙер ул ваҡыттағы михнәттәр тураһында һөйләүе лә ауыр.

Үҫә төшкәс, дуҫтарымдың атала­ры барлығын күреп, минең атайым ҡайҙа, ул ҡасан ҡайта, нимә алып ҡайта, тип әсәйемдән һорап бер бу­лғаным иҫтә. Әсәйем: «Атайың шахтала, ҡүп итеп аҡса-эшләй ҙә, һеҙгә күп итеп кейем, ашарға аҙыҡ алып ҡайта», - тип мине йыуата то­рғайны.

һуғыш йылдарындағы ауырлыҡ­тарҙан балаларын ҡурсып алып ҡалған әсәләргә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Ниндәй ауырлыҡтар күрһәләр ҙә, балалары күңелендә киләсәккә өмөт тыуҙыра алғандар. Шуның менән тере ҡалғанбыҙҙыр күптәребеҙ.

...Атайымды ҙур кәүҙәле, көслө-ғәйрәтле итеп күҙ алдына килтерә торғайным. Уның нисек итеп ҡайтып инерен күҙаллап хыялланған саҡ­тар аҙ булманы. Кистәрен берәйһе килеп ишек тартһа, атайым инеп киләлер тип йөрәк айырыуса ярһ­ып тибә башлай торғайны. Ләкин йылдар артынан йылдар үтһә лә, атай ҡайтманы. Уның ҡайтмаҫына тамам ышанып, бала саҡта бөрөләнгән өмөттәр ҙә көн күрмәй, өҙөлдө. Атай ролен дә, әсәй ролен дә әсәй башҡарҙы. Меңәрләгән ба­лаларҙы ата наҙынан мәхрүм иткән ул һуғышты әле лә ҡәһәрләйем. Бөгөнгө һәм тыуыр балалар беҙ күргән афәттәрҙән азат булһын.

 

Ф. АБДРАХМАНОВ. Әтек ауылы.

 



Еңеү өсөн тырыштыҡ

 

Фашистик Германия һуғыш башлаған көн шундай матур, аяҙ ине. Ләкин был ҡәһәрле һуғыш башланыу хәбәре бөтә кеше­не ҡара ҡайғыға һалды: илгә килгән ҡот осҡос афәт күпме әсәләрҙең, балаларҙың күҙ йәшен түктерҙе. Ҡулға ҡорал алып яуға китмәһәк тә, бөтә булған эштәр беҙҙең иңгә төштө. Ауылда ни бары өс ҡарт ҡына тороп ҡалды - Айытбай, Әһел һәм Әбелхәйер бабайҙар. Ер һөрөргә ат етешмәгәс, үгеҙ егеп ерҙе тырматтылар. Беҙ иген утауға йөрөнөк. Төшкөлөккә берәр көрөшкә ойотҡан таратып бирәләр һәм беҙ уны Ҡана йылғаһы буйына төшөп, ҡаҡыға ҡушып эсәбеҙ. Утау бөтөүгә бесән мәле етә. Бесәнде ялан аяҡ йөрөп сабабыҙ. Кейергә сабата юҡ, булһа ла, тишек сабатаны бесән йыйғанда ғына кейәбеҙ. Бесән бөткәс, көҙгө эштәр башлана. Сәскән игенде йыйып алабыҙ. Көнөнә 30- 40 сутый ерҙе ураҡ менән урып, көлтәгә ултыртабыҙ. Әгәр көндәлек норманы үтәһәк, хеҙмәт көнө яҙыла, шуға өҫтәп берәр кило иген бирәләр. Тарыны, борсаҡты тәгәс менән һуҡтыҡ. Беҙ иген икһәк тә, бер туйғанса икмәк ашай алманыҡ. Көн һайын район үҙәгенән вәкил килеп тикшереп торҙо. Игенгә тейергә ярамай, тейһәң, зиндан менән янанылар. "Беҙ - еңеү өсөн, икмәк - фронт өсөн!" тигән лозунг аҫтында эшләнек. Закон бик ҡаты булды. Мәжбүри рәүештә өй башына 40-шар килограмм ит, 100 дана йомортҡа, 4 килограмм иретелгән май һалдылар - барыһын да теүәл үтәнек. Эштән ҡайтҡас, кис ул­тырып, усаҡҡа яҡҡан ут яҡтыһында һалдаттарға ойоҡбаш, бейәләй бәйләйбеҙ. Өйҙә шәм юҡ, урманға барып сайыр уты­ны йыйып, күтәреп алып ҡайтабыҙ. Йәйгеһен сығып әттек, һарына, бәпкә үләне йыябыҙ. Хатта дегәнәк тамырын да ашаныҡ. Ҡышҡыһын бәләкәй сана менән утын һөйрәп алып ҡайтабыҙ. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булһа ла, тыуған илебеҙ ҡуйған бурыстарҙы намыҫ менән үтәнек, Еңеү яҙын тырыш хеҙмәт менән ҡаршы алдыҡ.

Н. БЕЙЕМБӘТОВА.

«Таң» 13 апрель 2010 йыл.



Күнел йәдкәре

Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ...

Ауһам ине шул саҡ бәйгеләрҙә

Йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ...

Бөйөк шағирҙың был шиғыр юлдары минең ола­тайым Кужабаев Мостафа Әбделмән улына ҡарата яҙылған кеүек.

Йәмле Ҡана йылғаһы буйында урынлашҡан Әтек ауылында 1932 йылдың октябрендә донъяға килә ул. Олатайымдың бала сағы дәһшәтле Бөйөк Ва­тан һуғышы йылдарына тура килә. Атаһы берен­се донъя һуғышында газ менән ағыуланып,ауырыу булып ҡайта. Донъя йөгөн тартыу олатайым иңенә төшә. Совет Армияһы саф­тарына алынып, диңгеҙ флотында дүрт йыл буйы моряк'булып хеҙмәт итә. Хеҙмәттән ҡайтҡас, тыуған ауылында ябай эшсе бу­лып хеҙмәт юлын баш­лай. Уның тырышлығын, егәрлелеген күреп, 1959

Еылда Кейекбай ауыл со-етына яуаплы сәркәтип теп эшкә алалар. 1960 ылда «Алға» колхозы әйесе урынбаҫары бу-ып эшләй. 1962 йылдың эҙөндә олатайым Силәбе овет партия мәктәбенә .кырға инә..Был ваҡытта ул инде ғаиләле, өс бала атаһы була. 1965 йылда ауын тамамлап, районға эшкә ҡайта. Был мәлдә эрйән районы Белорет айоны тип йөрөтөлә, ул «Алға» колхозы партия эйошмаһы секретаре бу­лып китә. 1966 йылдың июль айында олатайымды «Ҡыҙыл таң» колхозына партия ойошмаһы секре­тары итеп ебәрәләр. Был ваҡытта уның ғаиләһе байтаҡ ишәйгән була. «Ҡыҙыл таң» колхозында ул йылдарҙаданлыҡлы йырсы Ғилман Сәфәрғәлин рәйес булып эшләй. Олатайым колхозда эшләгән осорҙа фиҙакәр хеҙмәте әсән КПСС Әлкә Комитетының Почет грамотаһы, Лениндың 100 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалы менән, «Таң» гәзите сыға башлауға 35 йыл тулыу айҡанлы уның эшендә ижади хеҙмәте менән актив ҡатнашҡаны әсен Почет грамотаһы менән наградлана. 1971 йылда олатайымды «Ҡыҙыл таң» колхозы партия ойошмаһы сәркәтибе вазифаһынан бушатып, райондың «Таң» гәзите редакцияһына әҙәби хеҙмәткәр итеп эшкә алалар. Редакцияла ул ауыл хужалығы бүлеген етәкләй, гәзит эшендә ал-ял белмәй эшләй. Бөйөк Октябрҙең 55 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, хеҙмәт тырышлығы күрһәткәне әсән, СССР.төҙөлөүгә 50 йыл тулыу айҡанлы По­чет грамоталары менән бүләҡлөнә. 1973 йылда мәҙәниәт бүлеге мөдире булып тәғәйенләнә. Ар­табан олатайым ауыл

ҡолаҡ һалмай, эшләй ҙә эшләй.

 

хужалығы идаралығында инженер-төҙөүсе булып эшләй. 1985 йылда уны Иҫке Собханғол ауыл Со­веты рәйесе вазифаһына һайлайҙар.

Олатайым ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙ эшен намыҫ менән башҡара, кеше менән дә уртаҡ тел таба белә, һәр ваҡыт үҙе булып, ябай булып ҡала. Уның менән бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, олатайым­ды яҡшы белгән кешеләр уны тик һәйбәт яҡтан ғына телгә ала.

1987 йылдың йәй, көҙ айҙары бик ямғырлы була. Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙан комбайн игенде ура ал­май. Шунлыҡтан, райондың барлыҡойошма кешеләрен иген сабырға ебәрәләр. Хужа булғас, башҡаларҙы эшләтеп, ситтән генә ҡарап торорға булалыр, әммә партия ҡайҙа ҡуша, шунда эшләп өйрәнгән олатай­ым салғыһын тото'п, иң беренселәрҙән булып иген сабырға төшә. Сентябрҙә тейешле отпускыһын да ала алмай, ҡан баҫымының юғары күтәрелеүенә иғтибар ҙа итмәй, өләсәйҙең «дауаханаға ба­рып дауалан» тиеүҙәренә ҡолаҡ һалмай, эшләй ҙә эшләй.

Сентябрь аҙағында үткән сессияла ҡатнаша, унан һуң партия йыйылышына бара. Йыйылышта һөйләп торған еренән әкрен генә йөрәген тотоп ултыра. Коммуни­стар ултырғыста күҙҙәрен йомоп ултырған олатай­ымды, йоҡлап киткән, тип уйлап, йыйылышты дауам итә. Йыйылыш бөткәс кенә уның хәлен абайлайҙар, «тиҙ ярҙам» саҡырталар. 55 йәшендә генә олатайым район үҙәк дауаханаһында өләсәйемдең ҡулында йән бирә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә олатайымды күрергә насип булманы. Беҙ, уның ейән-ейәнсәрҙәре, барыбыҙ ҙа олатайҙың яҡты иҫтәлеген йөрәктәребеҙҙә һаҡлайбыҙ, унан өлгө алабыҙ.

Был донъяла һәр кем үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырырға бурыслы. Олатайым ҡалдырған эҙ яҡты ла, нурлы ла. Сөнки ул был донъяларҙа тап шағир Мостай Кәрим яҙғанса, «бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ» йәшәгән һәм «бәйгеләрҙә йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ» ауған...

Лилиә КҮЖӘБАЕВА.

 

 

 




ОНОТОЛҒАН БЫУЫН 


 

Илебеҙ халкы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл¬лығын тантаналы ҡаршыларға әҙерләнә. Ваҡыт үтеү менән яйлап бөтәһе лә тарих төпкөлөнә инә бара. Әммә, күпме вакыт уҙһа ла, беҙ, үҙҙәренең балалығын етем-лектә, ас-яланғас үткәргәндәр, Ватан өсөн баштарын һалған атай-ағайҙары¬быҙҙы әле лә көтәбеҙ. Сөнки беҙ шул рухта тәрбиәләндек.

МИН атайым Абдулла Абдрахман улы менән ағайым Сибәғәтулла Абдулла улы Хәкимовтар тураһында яҙып утәм. 1904 йылғы атайым һуғышҡа 1942 йылдың 6 ғинуа¬рында алына һәм 1942 йылдың июлендә «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙ килә. Әсәйемдең һөйләүе буйынса, Байназар ауы¬лынан атайымдың хеҙмәттәше һуғыштан иҫән ҡайта һәм Мәскәү өсөн барған һуғыш¬тарҙың береһендә уның ғәйеп булыуы тураһында әйтә. Беҙ бәләкәй саҡта: «Атай кемдәр кеүек ине?» - тип һораһаҡ: «Атайығыҙ ҡарағай кеүек ҙур кәүҙәле булды. Үлде тигән хәбәре булмағас, ул ҡайта, бына шунан һәй¬бәт йәшәрбеҙ», - тип яуаплап, өмөтләндер¬ҙеләр. Әсәйем, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, көслө рухлы булған, киләсәккә яҡты өмөтөн өҙмәгән. Һәм беҙҙе лә шул рухта тәрбиәләгән. Беҙ уның алдында баш эйәбеҙ.

Һуғышҡа китергә сират 1924 йылғы ағайы¬быҙ Сибәғәтулла Абдулла улы Хәкимовҡа ла яҡынлаша. Атайым китеп, € ай тулыуға мин яҡты донъяға тыуғанмын. Ағайым, ауыл сове¬тына барып, миңә тыуыу тураһында таныҡ¬лыҡ тултыртып алып ҡайтып, әсәйемә бирә. «Әсәй, яратһағыҙ, яратырһығыҙ, был баланы Фәйзулла Абдрахманов тип яҙҙырҙым. Һуғыштан беҙ әллә ҡайтабыҙ, әллә юҡ, ошо баланың исемен әйткән һайын мине иҫләр¬һегеҙ, ә Абдрахманов Хәкимовтар менән беҙҙең нәҫелде дауам итер», - тигән. Хәкимовтар менән Абдрахмановтар нәҫелен хәҙерге ваҡытта хаҡлы рәүештә дауам итә¬беҙ. Сөнки минең өс улым, уларҙың малайҙа¬ры бар. Ағайымды 1942 йылдың 17 авгусында фронтка апалар, һирәкләп булһа ла тәүге осорҙа хаттары килеп тора ла, аҙак булмай. 74 йыл үткәс, ағайымдың һуңғы яҙмышын белдек. Интернеттан ошондай мәғлүмәтте таптыҡ. Уның йөкмәткеһе түбәндәгесә:

«Здравствуйте, далекие незнакомые. На днях пришло письмо к нам на имя Хакимова Сибагата Абдулловича. Получила его незнакомая вам девушка Ася. Я догадываюсь, что пишет ему отец, так наш дорогой папаша, я хочу сообщить вам неприятную новость. Я работаю в госпитале, куда поступил к нам ваш сын, я за ним ухаживала, он был славным мальчиком, так мужественно он перенес две операции и как он хотел жить, но нет больше вашего сына. Он больше всего здесь уважал меня, и несмотря на то, что мне тоже немного лет, он назвал меня, помню, матерью, а перед смертью про-сил меня написать вам и сообщить о себе. Потому я решила написать вам. Помню, после операции, когда он стал просыпаться после наркоза, ен стал звать меня, и когда я к нему подошла и положила свою руку ему на голову, он заплакал. Дорогие родные, потеря для вас велика, ну что, мужайтесь, родные, смерть вашего сына почетная - герои¬ческая смерть. Кончится война, заживем мирной жизнью, вашего сына будет пом¬нить весь народ и я тоже. Копия письма сестры Алентьевой Аси - 51952 «Н» поле¬вая почта. Пишите, что интересует, сообщу».

Шулай итеп, бер ғаиләнән аталы-уллы ике кеше Ватан өсөн, беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн баш һала. Шуныһы аңлашылмай, ни өсөн һуғыш осоро балаларына һәр ваҡыт ҡырын күҙ менән ҡарайҙар, әллә Сталин осоро бала¬лары булғанғамы? Ни өсөн «һуғыш осоро балалары» тигән статус ҡабул ителмәй, улар¬ға бер льгота ла юҡ? Был балаларҙың бөтөн¬ләй үлеп бөткәнен көтәләрме? Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ошолар эшләнһә, Ватан өсөн баштарын һалғандарға ҙур ихти¬рам булыр ине.

Фәйзулла АБДРАХМАНОВ.

Бөрйән районы, Әтек ауылы.




ЯРАЛАРЫН БӨТӨРӨҮ БИК ҠИММӘТКӘ ТӨШТӨ

Кешеләр, бик күп михнәт күрһәләр ҙә, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көндө төнгә ялғап эшләне

Атайым Әхмәт Исмәғил улы Байморатов 1931 йылда Бөрйән районының Әтек ауылында тыуған. Үҫмер сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Һуғыштан һуң ул Әтек ауылы мәктәбенең ете класын, ә 1982 йылда урта мәктәпте тамамлауы тураһында таныклык ала.

Атайым мин белгәндән алып ауыл хужалығы әлкәһендә етәксе вазифа­ларын үтәне. Ауылдаштары уны ихтирам итә ине. Үҙе лә кешеләргә изгелек эшләргә тырышты: ауы­лым, илем, халҡым, тип йәшәне. Әсәйем Нәғимә Ғиләж ҡыҙы менән һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Әле алдымда атайымдың ғүмере­нең һуңғы йылдарында яҙып ҡал­дырған иҫтәлектәре ята. Унда ауы­лыбыҙ тарихы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙағы тормо­шо тураһында ентекләп яҙылған.

Әтек ауылы кешеләренә, уның мәктәбенең тарих музейына ата­йымдың был иҫтәлектәре бик файҙалы мәғлүмәт булыр ине. Мин, иң оло ҡыҙы булараҡ, атайымдың һигеҙ балаһы исеменән, укыусылар иғтибарына уның хәтирәләренән өҙөк тәҡдим итәм.

«Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Әтек ауылы халҡы ағас әҙерләп, һал ағыҙып, мал аҫрап, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп көн итте.

Һуғыш башланғас, ауыл ерендә бөтә эш ҡатын-ҡыҙ, үҫмерҙәр иңенә төштө. 1941 - 1942 йылдарҙа беҙҙең ауыл халҡы аслыҡҡа бик бирешмәне. Хәлле ғаиләләрҙең һуғышҡа тиклем булған иген запа­сы, малы бар ине. Ә инде 1943 - 1947 йылдарҙа ауыл халҡы кеше иңе күгәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар кисерҙе.

Ер эшкәртеүҙә ирҙәр көсөн бала­лар, ҡатын-ҡыҙ алмаштырҙы, ат урынына һабанға шәхси хужалыҡ­тарҙан һауын һыйырҙарын ектеләр. Һыйырҙы алдан үҫмер малай йәки ҡыҙ нукта менән етәкләй, ә арттан, дилбегә тотоп, һабансы йә тырма­сы бара.

Ә кискелеккә, һауып һөтөн эсер­гә, өй хужаһының балалары, быҙау көтә. Көндәлек йәшәү сығанағы булып халыҡтың үҙенең шәхси хужалығы һәм колхоз көн дә йән аҫрарлыҡ биргән берәр ҡалаҡ иген отходы булды. Эшкә йөрөй алмаған ауырыуҙар, ололар, йәш балалар ошо ризыҡтан да мәхрүм ине. Һөҙөмтәлә күп ауылдаш баҡый донъяға күсте. Үлгәндәрҙе ерләргә ҡатын-ҡыҙҙар йәлеп ителде, күп осраҡта бер ҡәбергә бер нисә кешене ерләнеләр.

Крәҫтиәнгә йыл һайын, аҡсалата һалым, хәрби һалым, аҡсалата заем, «буйҙаҡ» һалымы түләүҙән тыш, дәүләткә тереләй үлсәүҙә 46 кг ит, 8 - 12 кг һары май, 100 йомортҡа, йөн, ваҡ мал тиреһе тап­шырыу мотлаҡ ине.

Һуғышҡа тиклем һәм һуғыш осо­ронда ла ауыл эргәһенән аҡҡан Кана йылғаһы буйлап ағас әҙерләп, ҡыуғын ҡыуыу халыҡҡа матди ярҙам булды. Ҡыуғынға 500-ләп эшсе көсө килтерелә ине, һәр бер йортҡа 5-10 ҡыуғынсыны урынлаштырҙы­лар. Уларҙың иҫәбенә ҡарап, һәр көнгә 400 грамға тиклем арыш икмәге барып ала торғайныҡ. Ҡыуғын эше күп осраҡта май аҙаҡ­тарына тиклем барҙы.

Аталары, ағалары, балалары һуғышҡа алынған ғаиләләргә, үлеп ҡалған һалдат балаларына ризыҡ- лата паек бирелде. Ә беҙҙең ғаилә ул ярҙамдан мәхрүм булды, сөнки атайым 1934 йылда, сельпо рәйесе вазифаһында, билдәһеҙ кешеләр тарафынан Магнитогорск - Бөрйән юлында үлтерелә. Хатта ҡәбере лә билдәһеҙ. Үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрергә тура килде. Әле булһа иҫемдә, 1943 йылда Фатима апа­йым менән 25 саҡрым ер үтеп, Ҡыҙҙарбиргән утарына барып еттек. Унда ишле генә ғаиләле урыҫ апайына йортҡа туҡтаныҡ. Икәүләп хужаларға бәләкәй санала утын ' ташыныҡ, имән сәтләүеге йыйып, киптереп, урыҫ мейесендә быҡты­рып туҡлана инек. Ҡар иреп, бер аҙ ер кипкәс, хужаларҙың бәрәңге баҡсаһын ҡаҙып, өшөмәгән бәрәң­гене үҙебеҙгә йыйҙыҡ. Эшкә иртән ашамай китеү сәбәпле, тәүге тапҡан таҙа, сирһеҙ бәрәңгене күл­дәк еңе менән һөртөп, сей көйө ашап ризыҡландыҡ. Сәсеү ваҡыты етеүгә ике тоҡ бәрәңге әҙерләп, 2 - 3-әр биҙрәләп ауылға йөкмәп ташыныҡ. Үкенескә күрә, ошондай михнәт күреп сәскән бәрәңгене, утап-өйөү эштәре бөткәс, ҡырау төшөп юкка сығара ине.

1945 йылда беҙгә сыбык осо ғына туған булған, һуғыштан яраланып кайткан Фәйзулла ағай Моталов килеп инде. Ул әсәйемдән донъя хәлдәрен һорашкас: «Еңгә, исмаһам, Байморатовтар затынан бер малайыңды булһа ла үлемдән коткарайымсы. Мин ғаиләм менән Баймак яктарына күсеп китәм. Оло малайыңды миңә эйәртеп ебәр», - тине. Өҫ-башымды бер аҙ ямап, әсәйем мине ялан яҡтарына ебә­рергә риза булды. 1945 йылдың дәһшәтле ноябрь айында, Фәйзулла ағайҙың ғаиләһенә эйә­реп, Баймак районының Байым ауылына килеп, эшкә урынлаштым. Миңә 96 баш башмаҡты ҡарарға беркеттеләр. Эш өсөн көнөнә 800 г ашлыҡ отходы, 1 литр айыртылған һөт бирәләр ине. Апрелдең ҡояшлы бер көнөндә малдарҙы Таналык буйына һыу эсергә сығарҙым. Көтмәгәндә, мәке уйылып китеп, дурт баш мал яҙғы боҙ аҫтына китте. Ҡалған малды теүәлләп яптым да, мин йәшәгән ей хужаһы Шәмсурә апайға хәлде аңлатып бирҙем. Уның һүҙен тыңлап, бер кешегә лә әйтмәйенсә, йәйәүләп Баймак яғына сығып киттем. Сөнки ул ваҡытта юғалған бер баш мал әсәндә төрмәгә ябалар ине. Юлда, эҫкерт төбөнә барып, кәбәк елгә­реп, сыккан игенде тын көйө ашай барҙым. Хәллерәк ғаиләләргә инеп, хәйер һорап тамак туйҙырыр­ға тура килде.

Күп михнәт күреп, ауылдан-ауы- лға йөрөй торғас, Чернышовка исемле урыҫ хуторына килеп эш таптым. Бында Бөрйән районынан минән башҡа егермеләп кеше бар ине. Урындағы халыҡ береһе лә көтөү көтмәй, беҙҙең кеүек арзан эшсе ҡулдарын яллайҙар. Мин дә бер аҙ урыҫса өйрәндем. Алдашмауым, урлашмауым, егәрле булыуым аркаһында миңә урыҫтар төрлө эш ҡушты. Көтөүҙе төшкөлөк­кә килтергән арала йылға буйында тал ҡырҡышып, тейәшеп, хаҡына өҫ кейеме ала инем.

Ялан яғында йәшәргә өйрәнһәм дә, тыуған яғым үҙенә тартты. 1946 йылдың ноябрь айында мин, 15 йәшлек үҫмер, алты көн эсендә Төйәләҫ буйынан тыуып үҫкән еремә ҡайтып еттем. Ҡайтып, күп тә торманым, 1947 йылдың башында аҡса реформаһы булып ҡуйҙы, йәй буйы эшләп йыйған аҡсам «елгә осто».

Әтек ауылында 1947 йылда кол­хоз бөтөрөлөп, «Ҡыҙыл юл» про- мартеле ойошторолдо, уның тәүге рәйесе Фәйзрахман ағай Мерәсов ине. Ауыл халҡы ағас, утын әҙерлә­не, йүкәнән арҡан ишеп, һалабаш серетеп, септә үреп һатты. Ошо осорҙа һирәкләп булһа ла эш хаҡын аҡсалата түләй башланылар. Артель өсөн 1947 йылда Мәңгәште йылғаһын быуып, һалабаш әҙер­ләүҙә эшләүселәр, миҙгел бөткәс, ҡайтырға сыҡтыҡ. Шунда булған хәлде ентекләберәк яҙып китәм. Беҙ Мәндәғол ауылына килеп еткәс, миңә берҙән-бер атты һыбай менеп, арбаны алып сығырға ҡуш­тылар. Йәй буйы ямғыр яуғас, Иҙел һыуы балсыҡлы, ныҡ ташыу. Әтек яғына сығырға 15 - 20 м ҡалғас, менгән атымдың тәне ҡалтырай башланы, көсө бөтөп, ул ташҡын һыу түбәненә ауҙы. Атты ҡотҡарам тип аҙапланған арала Иҙел ҡаяһына яҡынлашҡанмын. Дилбегәне усҡа йыйып тотоп, ярҙамға йүгереп кил­гән Рәжәп ағай Ғәйнуллинға ташла­ным, үҙем аңымды юғалтҡанмын. Ауылға алып ҡайтҡас, бик ныҡ ауы­рығанмын, иҫһеҙ ятҡанмын. Үлгән тип, ясин уҡытҡандар. Иҫемә кил­гәндә, мулла бабайҙың: «Бәй, был бала терелә башланы бит», - ҡысҡырып ебәргәнен төшөмдә кеүек кенә хәтерләйем. Шулай итеп, һуғыш яраларын бөтөрөү беҙҙең халыҡ иңенә бик ауырға төштө, кешеләр көндө төнгө ялғапэшләне.

Әле лә, аслы-туҡлы йөрөгән саҡ­тар иҫкә төшһә, күңел әрнеп китә. Йәш быуынға күрһәтмәһен беҙ күр­гәнде, донъялар имен торһон!»

Миңзәлә КАШАПОВА.

Әлшәй районы.



Мой фотоальбом 

 




 

 


 


Версия для печати
 
ВебСтолица.РУ: создай свой бесплатный сайт!  | Пожаловаться  
Движок: Amiro CMS